Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2023, 11:32

Гөлфиә Ниғмәтуллина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа башҡа эштәр ҡабул итмәйбеҙ. Алдан ебәрелгән эштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.  Гөлфиә Ниғмәтуллина – Әбйәлил районы Тал-Ҡусҡары ауылы ҡыҙы. Өфө ҡалаһының 4-се һанлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынан Әбйәлил районы Хәмит һәм Гусев урта мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә “Осҡон” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып хеҙмәт итә. Шиғри шәлкемдәре “Йондоҙ”, “Осҡон” район гәзиттәрендә, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында баҫылған. Әлеге көндә шиғырҙарын баҫмаға туплау өҫтөндә эшләй.

Гөлфиә Ниғмәтуллина
Гөлфиә Ниғмәтуллина

Гөлфиә Ниғмәтуллина – Әбйәлил районы Тал-Ҡусҡары ауылы ҡыҙы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте филологияһын тамамлаған.

Шиғриәткә аҙымды мәктәптә уҡыған саҡтарында яһай. Студент йылдарында уҡыу йортондағы “Тулҡын” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. Өфө ҡалаһының 4-се һанлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынан Әбйәлил районы Хәмит һәм Гусев урта мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә “Осҡон” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып хеҙмәт итә.

Шиғри шәлкемдәре “Йондоҙ”, “Осҡон” район гәзиттәрендә, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында баҫылған. Әлеге көндә шиғырҙарын баҫмаға туплау өҫтөндә эшләй.

Йәйләүҙәргә киттем

Йәйләүҙәргә киттем.
Йәйгелектә
урманымда бер төн йәйләргә.
Әсәйемдең һалған ҡул икмәген
ҡыр еҫтәре менән тәмләргә.

Ирәндектең
бейек түбәһенән
оран һалып, һеҙгә ҡысҡырырмын.
Осраған һәр таныш үләнемде
рүкзәк кеҫәһенә ҡыҫтырырмын.

Мәтрүш еҫен
шунда, эй, аңҡытып,
сәй эсермен юлда тәмләп-тәмләп.
Сиңерткәләр сирылдашҡан саҡта
бөркөт осор ҡая иңләп-иңләп.

Усаҡ яғып,
таңды ҡаршылармын,
ысыҡ йыуыр ине төн күҙҙәрен.
Иң бейектән атлап түгел,
йүгереп
килеп төшөр инем тау үҙәген.

Шишмә һыуын
уртлап эсер инем
сайыр инем ҡулды, битемде.
Өр-яңынан йәшәй башлайым мин
Йәйләп ҡайтһам шунда бер төндө.

Үлән генә яҫтап,
үҙ еремдә
йоҡлар инем саф һауаны һулап.
Йәйләүҙәргә киттем.
Баҫам тиеп,
сығып килгән йөрәгемде, тулап.

Мәл генә бит.
тотоп ал да шуны,
туҡтат ине, әйҙә, бер сәғәткә.
Рүкзәгемде аҫып китеп барам,
Ирәндегем буйлап сәйәхәткә.

Ҡурпы үҫкән.
ҡырт-ҡырт итеп ҡала
баҫҡан һайын яңы аҙымды.
Йәйләүҙәргә киттем. Ҡаршы алсы,
һине һағынып ҡайтҡан ҡыҙыңды.

Әсәйемә.

Йырлай-йырлай әсәй еләк йыя,
силәккәйен элгән ҡулына,
аҡ яулығын матур артҡа сөйөп,
теләк теләй ҡыҙы, улына.

Күлдәге лә бик килешле уға,
устарында - һутлы еләктәр.
Йөрәгендә уның саф тойғолар,
күңелендә - изге теләктәр.

Ҡояш нуры йөҙөн яҡтыртҡанда,
әсәй матурыраҡ күренә.
Йәшәү мәғәнәһе - балалар тип,
беҙҙе һалған йөрәк түренә.

Йырлай-йырлай әсәй еләк йыя,
уйҙарында беҙ шул - балалар.
Әсәй иҫән саҡта бөтәһе лә
мәңге сабый булып ҡалалар.

Еләктәрҙең һутлы, татлы сағы!...
Былай-алаймы ни тәмдәре!
Әсәй менән матур ғүмерҙәр ҙә,
әсәй менән йырлы йәйҙәрем!

ҺИЛЛЕК.

Ярҙан-ярға ҡаға-ҡаға

Серләштеләр тулҡындар.

Тулҡын көйөнә төн буйы

Бейенеләр йондоҙҙар.

 

Иҫкән елгә наҙландылар

Күл буйында ҡамыштар.

Һандуғасҡай сәләм бирҙе

Әйтерһең, беҙ таныштар.

 

Күлдең теге яҡ ярында

Торналар өйләнеште.

Ғорур баҫҡан ҡарағайҙың

Ҡайынға күҙе төштө.

 

Таң һыҙылып атҡан мәлдә

Сабып үтте бер илек.

Эй, ошо мәлде яратам,

Ошо мәл үҙе һиллек.


Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: