Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2023, 12:36

Айгүзәл Шәйәхмәтова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа башҡа эштәр ҡабул итмәйбеҙ. Алдан ебәрелгән эштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Ишбирҙе ауылынан Айгүзәл Шәйәхмәтова әле Сибай ҡалаһында уҡып йөрөй.

Айгүзәл Шәйәхмәтова
Айгүзәл Шәйәхмәтова

Айгүзәл Шәйәхмәтова

Әсәйемә.
Әсәкәйем,наҙлы ҡарашыңдан,
Бөтә донъя нурға күмелә.
Йән рәхәте,тән сихәте
Тула минең наҙлы күңелгә.

Әсәкәйем,йомшаҡ ҡулдарыңдан
Бөтә сырхау китеп юғала.
Күңелкәйем минең ҡанатланып
Изгелеккә табан юл ала.

Әсәкәйем,изге доғаларың
Үтеп инә күңел түренә.
Ҡәҙерлемдең изге доғалары
Оҙатһын ине ғүмер буйына
Әсәкәйем,һинең булмышыңдан
Һибелә ергә тик изгелек.
Киләсәктә улың,ҡыҙыңдан
Күрһәң ине тик игелек.

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: