Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ноябрь 2023, 14:54

Наҙгөл Мурзина

Минең иң ҡәҙерле кешем Әсәйем-минең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Уның исеме Мурзина Дилбәр Рәфҡәт ҡыҙы. Мин әсәйем менән ғорурланам һәм яратам. Ул матур, һөйкөмлө, аҡыллы һәм эшсән. Әсәйемдең йылмайыуын, шаян көлөүен һәм уның алтын ҡулдарын яратам, улар барыһын да эшләй белә.   Ҡәҙерле кешем һәр ваҡыт һау һәм бәхетле булһын ине тип теләйем.   #Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! 5-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Наҙгөл Мурзина әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. 

Наҙгөл Мурзина
Наҙгөл Мурзина

Минең иң ҡәҙерле кешем

 

Әсәйем-минең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Уның исеме Мурзина Дилбәр Рәфҡәт ҡыҙы. Мин әсәйем менән ғорурланам һәм яратам. Ул матур, һөйкөмлө, аҡыллы һәм эшсән. Әсәйемдең йылмайыуын, шаян көлөүен һәм уның алтын ҡулдарын яратам, улар барыһын да эшләй белә. Әсәйес 5-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Әсәйем бик изге күңелле, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә, барыһы ла уны хөрмәт һәм ихтирам итә, үҙе лә һайлаған һөнәренә тоғро, балаларҙы бик ярата, шуға күрә эшкә шатланып бара. Апайым ҡырҙа уҡығас, мин әсәйемә серҙәш тә, иптәш тә. Икәүләшеп һәр ваҡыт бергә булғанға мин ҡыуанам. Әсәйемдең аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Әсәйем мине үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша, ә мин уға оҡшарға тырышам. Әсәкәйем эштән ҡайтып инһә, өй яҡтырып, йәмләнеп, йылынып китә, күңелле була. Ул бер ваҡытта ла буш ултырмай, шуға күрә беҙ уға ярҙам итергә тырышабыҙ. 

 Ҡәҙерле кешем һәр ваҡыт һау һәм бәхетле булһын ине тип теләйем. 

 

Ҡыҙы Мурзина Наҙгөл, Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы мәктәбенең 3Б класы уҡыусыһы. 

Етәксеһе – 5-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Ҡасҡынова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: