Айгүзәл Йәнтурина
Тыуған яҡ күренештәре
Һәр кем өсөн тыуған ере, тыуған иле иң ҡәҙерлеһе. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын,ҡуйы ағастарын,бәрәкәтле баҫыуҙарын көмөш һыулы шишмәләрен,зәңгәр күлдәрен күреп хайран ҡалырлыҡ.Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндеремәгән. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй өлөшө булған Әхмәр ауылының урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, уйнап үткән бала сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын,хуш еҫле икмәк тәмен дә һиндә генә белдем гүзәл илем. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә һинең кеүек ерҙе мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы гел ҡалыр иҫемдә. Һин минең иң ҡәҙерле ғәзиз ерем, берҙән бер тыуған илем. Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк гүзәл республикам!
Тыуған ерем
Минең телем башҡортса, тыуған ерем Башҡортостаным. Башҡортостан хозур тәбиғәтле бай ил. Минең бәләкәй тыуған илем - ул күркәм Баймаҡ районы. Йырҙарҙа данланған Ирәндек тауы, йәнгә сихәт һәм дауа биргән Талҡаҫ күле, тәбиғәте менән һоҡландырған Ғәҙелша шарлауығы, мул һыулы Һаҡмар, Төйәләҫ йылғалары менән Баймаҡтар хаҡлы ғорурлана. Районыбыҙҙа Темәс ауылы Башҡортостан тарихында айырым урын биләй. Был ауыл Шәйехзада Бабич, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнәб Биишева, Зәки Вәлиди эҙҙәрен һаҡлай. Тарихи йорттарға таҡтаташ ҡуйылған.Баймаҡ районы күренекле шәхестәре менән дә ғорурлана,йәмәғәт эшмәкәре Буранбай Ҡотосов,ихтилал башлығы Алдар Иҫәнгилдинды,халыҡ табибы Мөжәүир Сиражетдиновтың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙ халҡы яу яланында батырлыҡ күрһәтә.Советтар союзы геройҙары Тәфтизан Миңлеғолов,Федор Белов,Василий Копылов – улар менән халыҡ ғорурлана.Баймаҡ яҙыусылар менән шағирҙарға ла бай,Абдулхаҡ Игебаев,Таңсулпан Ғарипова,Нәжиб Иҙелбай,Наил Ғәетбаев,Буранбай Исҡужин,Әхмәр Үтәбаев.Баймаҡ ғалимдары Мирас Иҙелбаев,Салауат Галин,Ғәйнислам Дәүләтбаев һәм башҡалар районыбыҙҙа ғына түгел,Рәсәй кимәлендә лә билдәле.Йылдан йыл районыбыҙ матурая үҫә,Баймаҡ районын яратмаҫҡа,һоҡланмаҫҡа,данламаҫҡа мөмкин түгел!Үҙебеҙҙең Баймаҡ районын ҡәҙерләйеҡ,тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ,үҙ – ара бер ғәиләләй татыу йәшәйек!Сәскә ат һин, Баймағым!