Арыҫлан Мәҡсүтов
Бесәйем
Мин бесәйемде яратам
Ул шундай матур ғына
Уҡыуҙан ҡайтыуымды көтөп,
Ишек төбөндә ултыра.
Бесәйем өйҙә булмаһа,
Мин дә уны һағынам.
Ҡайтып инһә,иркәләп алам,
Асығып китһә, ашатам.
Бесәйем бигрәк һиҙгер
Өйҙә сысҡандарҙы ҡурҡыта.
Ҡустым менән уйнай башлаһаҡ,
Беҙҙе лә баҫтырырға ярата.
Боҙлауыҡ
Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Урамдар каток булған.
Ағастар баштарын эйеп,
Ялтыр боҙлауыҡ кейгән.
Балалар мәктәпкә бара
Тайып китә аяҡтар.
Ҡурҡа – ҡурҡа баҫалар
Хатта уҡытыусылар.
Көлә – кәлә иҫләйем мин
Иртәнге шул күренеште.
Боҙ яуһа ла,таш яуһа ла
Ҡалдырыу юҡ дәресте!
Әсәйемә
Әсәкәйем,ҡәҙерлем,
Һин бит минең ҡояшым.
Барыр юлымды яҡтыртаң
Ышаныслы юлдашым.
Һинең янда миңә рәхәт
Наҙҙарыңа иркәләнәм.
Иң яҡын дуҫым да һин,
Әсәкәйем – бергенәм!
Донъямды йәмләп мең йәшә,
Бәхетле бул,ауырыма.
Һинең изге теләктәрең
Яуып торһон юлыма.