Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
18 Ноябрь 2023, 07:32

Шәүрә Абдуллина

#Һаҡмар_конкурс  Өфө ҡалаһынан Шәүрә Абдуллина ла Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа ҡушылды.  Шәүрәнең бай йөкмәткеле, һутлы теле менән яҙылған шиғырҙарын сайттан уҡығыҙ. 

Шәүрә АбдуллинаШәүрә Абдуллина
Шәүрә Абдуллина

Шәүрә Абдуллина

Аяҡ баҫам егерменсе...

 

    Аяҡ баҫам егерменсе...

    Егерменсе көҙөмә.

    Йылмайып ҡына ҡарайым

    Көҙгөләге үҙемә.

    

    Егерменсе көҙөм минең,

    Ун бишенсеһе кеүек.

    Йоҡа ғына бер китапмын,

    Төшөп ҡалған биш бүлек.

    

    Егерменсе көҙөм минең,

    Оҙон әле сәстәрем.

    "Ҡырҡа күрмә",- ти апайҙар

    Өҫтәлгәндә йәштәрем.

    

    Егерменсе көҙөм минең,

    Ҡыҫҡа сағы төндәрҙең.

    Һандарын да белмәйем шул

    Үтеп барған көндәрҙең.

    

    Егерменсе көҙөм минең...

    Рәхмәт һиңә, йәшлегем.

    Моңһоу көҙҙә бүләк итеп,

    Шундай матур йәш бирҙең.

****

 

    Күңелдәрем бигерәк нескә,

    Өҙөлөргә ул тора,

    Моң һәм ижад, йыр, шиғриәт,

    Унда табындар ҡора.

    

    Һәр көн унда туй мәжлесе,

    Һирәк ҡунаҡ килгеләй...

    Көтмәгәндә кеше һүҙе

    Бысаҡһыҙ ҙа телгеләй. 

    

    Һаҡлағым килә сафлығын,

    Күңелдәрем - мамыҡ еп,

    Әсәйемә һүҙ биргәйнем,

    Бәхетле булам тиеп...

 

****

    Мин һайлаған һуҡмаҡ аша үтеп,

    Хыялымды минең үҙ итеп,

    Күргәнемде күреп, йәшәп ҡара,

    Әйткәнемде минең һүҙ итеп.

    

    Дуҫлыҡ хыянатын, укһеп илап,

    Ғәфү итеп ҡара мин булып.

    Һәм йәнемде, үҙеңдеке итеп,

    Йәшәп ҡара, миңә тиң булып.

    

    Ғәҙелһеҙлек иҙгән саҡтарҙағы,

    Күңелемде ал һин үҙеңә.

    Көстәр алып тормош һынауынан,

    Ғорур ҡара кеше күҙенә

    

    Үҙ-үҙеңде түгел, тәү сиртта,

    Йәшәп ҡара, кеше ҡайғыртып,

    Был замандың бысраҡ сүп-сарынан

    Доға аша күңел таҙартып.

    

    Минең өҫкө кейем булһын һиңә,

    Ғүмеремде йәшә һин баштан,

    Татып ҡара минең күргәндәрҙе,

    Хөкөм яһа миңә аҙаҡтан.

****

 

    Ҡулдарымда ята ҡыҙым, 

    Иң ҙур бәхет үҙендә. 

    Бар донъяһы бәләкәстең 

    Әсәһенең күҙендә. 

     

    Тултырып ҡына ҡарай ҙа, 

    Йә йылмая, йә көлә. 

    Һәр һүҙемде тыңлап ята 

    Ҡаштарын төйә-төйә. 

     

    Минең өсөн ожмахты ул 

    Ергә төшөргән күктән. 

    Эй талпынып китә үҙе, 

    Һөйөп кенә бер үпһәм. 

     

    Һинһеҙ, ҡыҙым,бар яҙмышым 

    Булыр ине көл-күмер. 

    Мин һиңә? Юҡ, киреһенсә! 

    Һин миңә бирҙең ғүмер.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас