Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
17 Ноябрь 2023, 10:32

Гөлгенә Ниәтшина

#Һаҡмар_конкурс Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсының йәнә бер конкурсанты беҙҙең уҡыусыларыбыҙға бик тә таныш кеше. Икенсе Этҡол ауылынан Гөлгенә Ниәтшина конкурсҡа тип "Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр..." тип аталған әҫәрен ебәргән.  Ҡәҙерле дуҫтар! Әйҙәгеҙ, беҙ уны лайктар менән тәбрик итәйек. 

Гөлгенә НиәтшинаГөлгенә Ниәтшина
Гөлгенә Ниәтшина

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр...

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,

Илар ерҙә көлөп бағыр...

Серле һәм мөғжизәле байрам

Яңы йыл көндән-көн яҡыная. Хатта уның еҫе лә бар һауаны сорнап алған. Кешеләр байрам кәйефенә бирелеп, ғәҙәттәгесә, йыл буйына ҡалып килгән эштәрен бер-ике көн эсендә бөтөрөргә атлыға. Гөлнәфистең дә  күңеле яңы мәлде көтә. Күңелендәге хистәр ташҡынына бирелеп ул бөгөн ҡаланың төп майҙанына килде. Ҡупшыҡай шыршы ҡатынды ем-ем килеп ҡаршыланы

- Үҙе бер мөғжизә-ә-ә!-тип ҡатын шыршыға килеп баҡты. Ҡарашы бейек шыршының осона хәтлем барып етә. Илаһи нурҙай баҙлап янған гирляндалар, лампочкалар уның битен наҙлап һыйпағандай. Ул ошо наҙҙан рәхәтлек алып, күҙҙәрен йомоп, мәрмәр һын кеүек оҙаҡ ҡына ҡатып ҡала. Балалар тауышы ян-яҡты яңғыратып  йәмләй, улар “мәж” килеп һырғалаҡтан шыуғаны ишетелә. Уйҙарынан арына алмаған Гөлнәфис шул яҡҡа табан атлай. Эләгеп-һарҡып йөрөгәне лә, ҙурҙары ла күккә ынтылған ағас баҫҡысҡа менеп, шыуып төшөргә  маташа. Ҡурҡмаҫ ”замана балалары” тип хайран ҡала ҡатын.

Бында бөгөн бар ҡала йыйылған төҫлө. Боҙҙан эшләнгән әкиәт илендә булған өйҙәр, хайуандар, һырғалаҡтар, пониҙар балаларҙы сәйәхәткә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу фото төшөргә саҡыра. Майҙан уртаһында ”Мин һине яратам!” тип боҙҙан яҙылған ҡайнар һүҙҙәрҙе бар ҡунаҡтар уҡый. Уларҙың да хистәре бергә ҡушылып, күккә олғашҡан төҫлө тойола. Ә кискә табан меңәрләгән кешеләрҙең һөйөү наҙы өҫтәлеп, тотош күк көмбәҙе ҡапланғандай була...  

Күңеле елкенгән Гөлнәфис ололар шыуған оҙон боҙло юлдан шыуып төшә. Икенсе мәртәбә шыуғанда ҡулын болғап бергә өйөүселәрҙе шат сәләмләй. Майҙандың уртаһына барып етә, шул саҡ нишләптер йәйҙең  селлә бер көнөндә  ошонда булған вакиғаны  хәтерләй. Хәтирәләр нәфис фильмдай күҙ алдынан үтә. Ҡараштарҙы наҙлаған  сәскәләр араһында кескәй генә ҡыҙыҡай, ҡанатын йыш ҡағып осоп  йөрөгән нәфис күбәләктең артынан, һис талмай йүгерә лә йүгерә. Бара торғас ҡыҙсығы  күҙ алдынан юғала.

 -Ҡыҙым, һин ҡайҙа?- бәләкәйҙе бар яҡтан эҙләп, әсәһе борсола. - Әйҙә алма  һатып алайыҡ,-тауышын күтәреберәк әйтә.

Алма тигәнде ишетеп ҡыҙы аллы-гөллө сәскәләр араһынан бәләкәс  күбәләктәй елпелдәп осоп сыға. Әсәһе  уның ҡулынан тотоп:

- Юл аша сығырға кәрәк,- тине лә сығырға ашыҡты, шунан әбей-һәбейҙәр  теҙелешеп ултырған яҡҡа боролдолар. Ай-һай, алма баҙары бына ҡайҙа икән! Алманың ниндәйе генә юҡ! Әлбиттә, ҡыҙҙың  күҙҙәре янып емештең иң-иңен эҙләй.

- Әсәй, бына быныһын алайыҡ,- тип уға йылмайып алһыуланып киткән алмаларға төртөп күрһәтә.

- Ғүмер буйы ошо татлы алһыу алмаларҙы эҙләп яфаландым мин, ләкин таба алманым,-ти Гөлнәфис көрһөнөп.

“Әсәй, мин һине һағындым, миңә һинең йылың етмәй”,-тип бер мөғжизәне көткән һымаҡ уйҙарға сума. Әсәһе хәҙер генә килеп уның ҡул-биттәрен өрөп йылытҡандай тойола...

Ә бына бер көндө  Айҙар улы әсәһенә былай тип шылтырата:

- Әсәй, беҙ һиңә Яңы йылға киләбеҙ. Үҙеңдең былауыңды әҙерләһәң шул етә, ҡалғанын үҙебеҙ алып килербеҙ.

-Әҙерләрмен, әллә ҡасан инде, балам, баҙарға барып ит алып ҡайттым, тәмлекәстәрем дә  етәрлек, борсолма,-тине Гөлнәфис улына.

Күп тә үтмәй ҡунаҡтар  елеп килеп етә, индергән күстәнәстәре ҡулдарына һыймай. Башта улар өләсәйҙәрен ҡосаҡлай, бүләктәрен тапшыра. Гөлнәфис бүләктәрҙе тәтәйҙәй күреп асып ҡарап ихлас ҡыуана. Күрәһең, балаларының мөхәббәтенән уның хәҙер бар донъяһы түңәрәкләнде. Ә килендәр, ҡыҙҙар “һә” тигәнсе байрам өҫтәлен әҙерләне. Һығылып торған өҫтәл бик йәмле килеп сыҡты.

 - Ә әсәйебеҙҙең  былауы килеп ултырһа, беҙҙең өҫтәлебеҙ батшаларҙыҡындай була,-тип йылмая Айҙар.

- Хәҙер, хәҙер,- тип Гөлнәфис аш-һыу бүлмәһенә ашыҡты.

- Былауым телде йоторлоҡ булыр әле, көнө буйы бушҡа  аҙапланманым бит, - үҙ   алдына һөйләнә-һөйләнә йөрөй Гөлнәфис. Былауыҙың ҡапҡасын ғына асыуы була, шул ыңғайы уның еҫе бар бүлмәгә тарала. Гөлнәфис былауҙы алып һәр береһенә өлөшләй, күп тә үтмәй тирә-яҡтан “телеңде йоторлоҡ” тигән генә һүҙҙәр ишетелә. Айҙар аяҡ өҫтө баҫып барыһын да Яңы йыл менән ҡотлай.

-Әсәй, һиңә ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ, гел-гел шулай беҙҙе йыйып ултырырға яҙһын! Беҙ һине яратабыҙ!- тип эргәһенә килеп ҡосаҡлай. Гөлнәфистең күҙҙәренән гәрәбәләй эре шатлыҡ йәштәре тәгәрәшеп битен сылатып та өлгөрә.

Сәй эсеп алғас барыһы ла “елкаға барабыҙ” тип йыйынды.

-Әсәй, һин дә бараһыңдыр ул,-тиештеләр.

-Юҡ, балалар, үҙегеҙ генә барығыҙ, мин шыршыны барып күрҙем инде,-тине.

Гөлнәфис телевизор ҡабыҙа, өҫтәлде матурлай, һауыт-һабаны йыуа, ял итеп алырға уйлай. Бер-ике сәғәттән балалар беҙ “ҡайттыҡ та ҡайттыҡ” тип тупылдашып өйгә инде. Байрам табыны тағын дауам итә.

Яңы йылды олоһо ла, кесеһе лә бер сихри мөғжизәләй көтөп ала, ә ул ҡулын күтәреп бер-икене болғай ҙа елдереп осоп үтеп тә китә!

Яҙмышты борған танышыу

Гөлнәфис Яңы йылдың беренсе көнөндә үк күрше-күлән менән танышырға уйлаған ине, башта эскәмйәлә ултырған әбейҙәр менән (ул яңыраҡ ҡына ҡалаға күсеп килде). Улар менән танышып һөйләшкәс, бар мәғлүмәтте белә: кем был йорта йөшәй, ҡайҙа эшләй, тағын күргән-белгәнен өҫтәй. Шул ваҡытта подъезд ишеге асыла. Унан илле йәштәр тирәһендәге бер сибәр ҡатын күренә. Ололарға килеп һаулаша, быныһын-тегенеһен һораша. Ҡатын китеү менән Гөлнәфис һорай:

-Ә был кем?

-Айгөл,-тинеләр,-ул беҙҙең подъезды йыуа, кәрәк булһа өйҙө лә йыуып бирә. Эшләгән аҡсаһын шыпа тотонмай, ошо ”пятиэтажка” балаларына Яңы йылға байрам ойоштора. -әҙерәк торғас, берәүһе дауам итте. - Үҙенең балалары  уның юҡ.

Гөлнәфис хәҙер был ҡатынды уйынан һис алып ташлай алмай:

-Мин Айгөл менән һөйләшергә тейешмен,-тигән ҡарарға килә.

Бер нисә көндән һуң подъезда ҡатындар тауышы ишетелә. Гөлнәфис ишеген асып ҡарай, унда Айгөлдө күреп:

-Айгөл, һеҙ миңә инеп сығырһығыҙ әле,-ти ул.

- Ярай,- тине Айгөл.

Айгөл ингәс, Гөлнәфис уға сисенеп түргә үтергә тәкдим итә, ә үҙе аш-һыу бүлмәһенә ашыға. Айгөл залға үтеп диванға  ултыра.

Гөлнәфис сығып уға былай ти:

-Айгөл, мин бит ҡалаға яңыраҡ ҡына күсеп килдем, бер кешене лә белмәйем. Һеҙ миңә ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Өйҙә бикләнеп ултыраһым һис килмәй. Ҡалала ниндәй ансамблдәр бар икән, шуларҙың берәүһенә йөрөр инем,- ти ул.

- Ярай, апай, белешеп ҡарармын, миңә һеҙҙең телефон номерығыҙ кәрәк,-тип үҙенең телефонын кеҫәһенән ала. Сәй эсә-эсә оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы ҡатындар .

Күпмелер ваҡыт үткәс, Айгөл Гөлнәфискә шылтырата:

-Апай,сәғәт икегә халыҡ ижады үҙәгенә килегеҙ, мин һеҙҙе шунда көтәм.

Гөлнәфис булған эштәрен ташлап кинәт кенә өйҙән сығып та китә.

-Хәҙер беҙ ансамбль етәксеһе Лиана Махмутовнаға инәбеҙ,-тине Айгөл.

 Ишек асылғас бер мөләйем йөҙлө ҡатын өҫтәл артында ултыра, уның эргәһендәге стенала бихисап Маҡтау грамоталары эленгән, был бик күркәм күренеш ине. Аяғөҫтө килеш Гөлнәфис уларҙы күҙ йөрөтөп уҡып та алды, беренсе, икенсе, өсөнсө урындар, Рәхмәт хаттары күп ине.     

-Мин һеҙҙе тыңлайым,-ти көләс күҙҙәр Гөлнәфискә эргәһендәге бер ултырғысҡа ымлап.

- Мин, Лиана Махмутовна, тыумыштан алып тигәндәй йыр-моңға ғашик кеше, мәктәптә вожатый, комсорг булып эшләгәндә лә һис сәхнәнән төшмәнем, яңыраҡ бында күсеп килдем, өйҙә яңғыҙыма толҡаһыҙ,- тип туранан-тура  әйтә Гөлнәфис.

-Беҙ һеҙҙе алабыҙ, хәҙер барып кейем һайларбыҙ,-тип өҫтәл артынан баҫып торҙо ҡатын. Тиҙҙән улар бер ҙур бүлмәгә инде. Ундағы сағыу күлдәктәрҙе күреп, бер килке Гөлнәфис юғалып ҡалды.

-Әйҙә, мин дә һеҙгә һайлашайым,-тине лә эҙләшә башланы. -Бына ошо күлдәк һеҙгә, моғайын, ярар,- тип мул бер сағыу йәшел күлдәк менән күк еләнде тотоп алып күрһәтә.

Ысынлап та, ярашлы булды, был кейемдәр – Гөлнәфистең үҙенә тегелгәнме ни!

-Репетиция аҙнаһына ике мәртәбә була,-тип Лиана Махмутовна бер талапсан уҡытыусы тауышы менән көнөн, сәғәтен әйтте.

Гөлнәфис ҡала буйлап алтындан да ҡыйбатлыраҡ  әйбер тотҡандай ҡайтып ҡилә. Уның йөҙө балҡый, күңеле тулы наҙ, бәлки, “был ҡатын нимәгә ҡыуана икән?” тип уға ҡараған кешеләр ҙә булғандыр әле.

 Репетицияларҙы ҡалдырмай йөрөй, ә һунғыһында уға әйтәләр:

- Ирәндек буйында урынлашҡан бер ауылға  концерт ҡуйырға барабыҙ.

-Лиана Махмутовна, мин бит әле бер нәмәгә лә өйрәнеп өлгөрмәнем,- Гөлнәфистең борсолған күҙҙәре уға текләй.

-Бына һеҙгә ҡумыҙ, хәҙер уйнап ҡарайбыҙ,-тине ул.

 Бер көйҙө уйнап, икенсеһен башлайҙар. Бик матур килеп сыға.

-Хәҙер йырлап- бейеп тә ҡарарбыҙ,-ти ул йылмайып.

Тиҙҙән бар сценарийҙы ҡабатлайҙар, Гөлнәфис һис айырылмай йөрөй башҡаларҙан.

Барған  ауыл бик хозур, күк Ирәндек битендә урынлашҡан. Ниндәй генә ағастар үҫмәй бында, әллә нисә йөҙйәшәр ҡарағастар, еректәр, ҡарағайҙар, алыҫ түгел шишмәһе лә урғылып сығып аға. Бар тәбиғәт гүзәл, бик бай, ниһайәт, быйыл сәскә иҫең китерлек мул, ”беҙ бәләкәй саҡтағы сәскәләр үҫеп сыҡҡан”, тип күбеһенән ишетәһең. Унан алда күп йылдар ҡоролоҡ булды бит. Хатта юлда Гөлнәфис шоферға яйлап барыуын һораны:

- Иҫ китмәле тәбиғәтте  күҙәтеп барайыҡ әле,- тип ул  тәҙрәгә текләп ултырып алды.

Был яҡтағы билдәле ҡурайсыға арнап ҙур сара ойошторорға булғандар. Кеше бик күп: күрше ауыл тирәһенән дә, баш ҡаланан да, бөтә Урал аръяғы йыйылған. Артистары ла һанап бөткөһөҙ.

-Ҡыҙҙар, бөгөн үҙебеҙҙе күрһәтергә кәрәк, һәр бер номерыбыҙ алҡышлап ҡалынырға тейеш,-тип әйтмәһенме Лиана Махмутовна.

Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарап, етәкселәренең һүҙенә ҡолаҡ һалып, ныҡлап әҙерләнде. Ысынлап та, уларҙың һәр бер бейеүен, ҡумыҙҙа уйнауын, йырын халыҡ йылы алҡышланы. Уларҙы әллә күпме  грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләйҙәр. Ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ, еңеү нурҙары балҡып һирпелә ине. Байрамдың  сағыу бер биҙәге булды уларҙың ансамбле.

Тиҙҙән “Йәйғор” шифаханаһында Ҡоролтайҙан ҡунаҡтар киләсәк тигән  хәбәр ебәрҙеләр. Гөлнәфис бында Ләлә Камиловнаны күреп яҡындан таныша. Ул ябай йөндөң һәр бер ауырыуҙан шифалы булыуы хаҡында һөйләне. Шунан йөндө тотоп:

-Хәҙер мин һеҙгә бетеү эшләп күрһәтәм,-ти ул.

  Гөлнәфис  яҡыныраҡ килеп уның ентекләп эшләгәнен күҙәтә.

-Мин үҙем һеҙгә өс йөҙ бетеү эшләй алам,-тине аҙаҡ Ләлә Камиловнаға килеп Гөлнәфис.

-Бик һәйбәт, тиҙҙән хәҙрәт беҙҙең махсус хәрби операциялағы һалдаттарға бара, шуның аша ебәргәндә бик шәп булыр ине,-тине.

-Фәрзәнә әхирәтемә әйтһәм алты йөҙ  эшләргә була,- ышаныслы әйтеп һүҙ бирә Гөлнәфис.

Әхирәттәр көнө-төнө һалдаттарға бетеү эшләй башлай. Уларҙы эшләүе еңелдән түгел, сөнки күҙ йәштәре менән һәр береһенә иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, бар күңелдәрен һалып әҙерләйҙәр... Бына бетеүҙәр әҙер, хәҙрәттән барып уҡытырға  ғына ҡалды.

Артабанғы тормошон Гөлнәфис башҡаса күҙенә лә килтермәй. Ансамблдә йөрөгәндәр менән хәлдәренә килгәнсе һалдаттарға оҙон төн буйы ойоҡбаш  бәйләйҙәр, тәмлекәстәр, тәмәке, кәрәк-яраҡ әйберҙәр әҙерләйҙәр.

Гөлнәфисте Әбйәлил районына халыҡ медицинаһына арналған конференцияға саҡырҙылар. Ул йөндән бетеү эшләп, мастер-класс күрһәтергә тейеш. Башҡорт, урыҫ телендә һөйләтеп телевизорға төшөрҙөләр.

Өйгә ҡайтҡас тағын бер сараға әҙерлек башланды, ҡалала улар бер-бер артлы ғына үтеп тора. Ә бына халык исемен яулар өсөн ныҡ көс түгеп әҙерләнделәр. Ҡыҙҙарҙың сығышы икенселәрҙән әллә ҡайҙан уҡ айырылып тора ине, бар нәмә сағыу, шыма, ҡытыршылыҡһыҙ, әйтерһең, был кешеләр ғүмер буйы йырлап-бейеп кенә йәшәгән. Бәлки, шулайҙыр ҙа: ҡалаға яҡын ятҡан ауылдарҙан да талантлы, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ булған кешеләр ҙә йыл буйы йөрөп ҡатнаша.

Быларҙың барыһы өсөн улар етәкселәре Лиана Махмутовнаға  рәхмәтле, ул үҙе күп талантҡа эйә булған ҡатын. Эшен яратып, белгәнен башҡаларға өйрәтеп ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Тағын да үҙе дин кешеһе, хаж ҡылып та ҡайтты. Ҡағыҙға яҙылған йырҙарҙың, мөнәжәттәрҙең тексын ябайлаштырып таратып былай ти:

-Зинһар өсөн, иртәгегә ятлап килегеҙ.

Бер аҙ ваҡыт үткәс ул Гөлнәфискә:

-Миңә ялға китергә ваҡыт етте, шикелле.

-Һеҙ нимә әйтәһегеҙ, Лиана Махмутовна, минең килеүемде генә көттөгөҙмө әллә? Гөлнәфистең ҙур күҙҙәренән йәштәр атылып сығырға уйлай.

-Улай булғас, Гөлнәфис Абдулловна, миңә артабан да бейеп-йырлап йәшәргә генә ҡала  икән,- шарҡылдатып көлә  Лиана.

Ҡотҡарыусы бетеүҙәр

Йома көнө Гөлнәфис мәсеткә барырға була. Матур изге уйҙар, ниәттәр менән уның ихатаһына инеп баҫа, бында булған ҡатын-ҡыҙҙарға эйәреп уның тупһаһына күтәрелә, эсендәге бар нәмәгә, кешеләргә хайран ҡала. Ә ғәрәпсә уҡытҡандарын ишеткәс уның бөтә йәне тетрәй: ғүмер буйы  ғәрәпсә уҡырға теләнем, бына нимә өсөн  ҡалаға күсеп килгәнмен. Ниһайәт, аҡ бәхеттәргә  эйә булдым!

Бында ла ул ҡатындарға бетеү, ойоҡбаштар бәйләргә тәҡдим итә, барыһы ризалаша, хәҙрәт үҙе лә кәрәкле аяттар яҙып алып киләм тине. Улар дәррәү тотондо был изге эшкә. Бихисап әйбер һәм быҡтырылған ит эшләп өлгөртөп ебәрҙе улар.

Күп ваҡыт Гөлнәфискә мәсеттә булырға тура килә. Аҙнаһына өс көн уҡырға, тинеләр, кесе йома көнө буйы шунда. Гөлнәфис ҡыуанып унда бара, ҡыуанып унан ҡайта. Тиҙ арала хәрефтәрҙе өйрәнеп тә алып, яҙып уҡый башлай. Ул хәҙер үҙен бар булмышы менән таҙарынып башына бер таж кейғәндәй тоя, бер яҡты йондоҙ уның йөрөгән юлдарын яҡтыртып торғандай.

-Ғүмер буйы  ошо яҡты йондоҙға ынтылдым, уйҙарым, хыялым камил булғанға мең рәхмәт һиңә, Хоҙайым,-шат рух менән, изге ниәттәр уйлап ҡатын ҡаршы ала һәр таңды.

 Бер көнө Рифат улы шылтырата:

-Әсәй, Денисты һуғышҡа алалар!

-Ниндәй Денис, беҙҙекенме?

-Эйе,-ти Рифат,-иртәгә алып китәләр. Военкоматҡа барырбыҙ.

Гөлнәфискә был тетрәндергес хәбәр ине, ауыр көрһөнөп:

-Нишләп Денисты алып китәләр икән,  үҙе бит инде олатай.

 Ул уның малайҙары менән уйнап үҫте, улар уҡырға киткәс, Денис Гөлнәфискә улы урынына ҡала.

-Балаҡайым,-тип шкаф ҡумталарын ҡат-ҡат асып-ябып  тора:

-Ҡайҙа булды һуң унлаған ойоҡбашы, ошонда ғына ине бит, тағын  утыҙлаған бетеү...

Оҙаҡ эҙләй торғас табып ала.

-Иртәгә бетеүҙәрҙе хәҙрәткә алып барып уҡытам,-күкрәгенә уларҙы ҡыҫып алып  ултыра.

Иртәнсәк мәсеттән сыҡҡас Рифат улы менән военкоматҡа килеп тә еттеләр. Кеше күп йыйылған. Былар Денисты эҙләйҙәр һәм тағын бер ауыл егетен. Гөлнәфис Денисты күргәс:

-Улым, һау ғына йөрөп ҡайт инде, хатта миҙал-ордендарың да кәрәкмәй ,- Гөлнәфис уны ҡосаҡлап илай.

-Бына һиңә ойоҡбаш, бетеүеңде хәҙер үк тағып ал,-тип үтенә Гөлнәфис.

Гөлнәфис ян-яҡҡа ҡарап:

-Кемгә кәрәк ойоҡбаш, бетеү?-тип ҡысҡыра.

-Нисә һум бетеү?-тиешәләр әсәйҙәр.

 -Бушлай, ул һатылмай!- илай яҙып  тарата башлай Гөлнәфис.

-Рәхмәт, рәхмәт!-тиешәләр әсәйҙәр, ойоҡбаш менән бетеүгә үрелеп.

-Әсәй, әйҙә машинаға барып ултырайыҡ әле, -ти Рифат.

Машина эсенә килеп ингәс:

-Улар бит әле китмәне, улым.

-Улар китһә, һин бит уларҙың артына йүгерәһең.

-Йүгерер инем шул ,-ти әсәһе.

- Нишләп юҡ беҙҙең ауылдың егете?-тип һорай улынан

-Ул эскән, ғаиләһе менән хушлаша алмағанға бик эсе боша ,- ти Рифат.

-Мин уға бар нәмәне алып ҡалдым,-ти Гөлнәфис ,-бына улар,-тип сумкаһынан сығарып бирә.

Хәҙер Гөлнәфис тынғыһыҙланып ҡала:

-Әгәр ҙә иртәгә өс улын да алып китһәләр, ҡайҙан ойокбаш һәм бетеүҙәр алырмын икән?-тип ете төндә  уянып башын вата башлай.

Иртәнге көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алып баҙарға сығып китә. Ойоҡбаштарҙы ҡосаҡлап һатып ала, бер әбейгә:

-Һеҙ “Һалдаттарға ярҙам” тигән акцияла ҡатнашырға уйламайығыҙмы?-тип һорай

-Ә миңә кем бушлай йөн бирә, миңә берәү ҙә ярҙам итмәй,-тип ҡысҡырмаһынмы тегеһе.

Гөлнәфис ҡулын ғына болғап йәһәтләп ҡотолорға тырыша.

Ел менән ҡатыш ваҡ ямғыр ярһып яуа, болоттар ҡуйырғандан ҡуйыра. Гөлнәфис бер ҡосаҡ ойоҡбаштарҙы елберҙәтеп, тотоп  күҙҙәренән сыҡҡан йәштәренә иреклек биреп, тротуарға төшөп атлай. Әсе йәштәр тоҙло ямғырға ҡушылып үҙҙәренә юл табып шыбырлап аға.

 Балаҡайҙарым, һеҙ китһәгеҙ мин яңғыҙым ҡалайтырмын?! Беҙ  күпме бергә ут - һыу кистек...

Гөлнәфистең бар ғүмере күҙ алдынан дөрөлдәп янып һүнгән ялҡындай һыҙылып үтте.

Мөжәүир хәҙрәт ҡотҡарҙы

Ер өҫтө ап-аҡ ҡарҙарға уранғанда, бөткөһөҙ һепертмәле бурандар ыжғырып-һыҙғырып тәҙрәләргә шаҡығанда бар өйгә ауаз һалып ғаиләлә  өсөнсө ҡыҙ бала булып  Гөлнәфис тыуа.

Йәше тулғас бала ҡыҙылса менән ҡаты ауырып китә. Бала көндән көн һүрелә. Больницаға алып баралар, унда баланы изоляторға һалалар. Әсәй кеше бик борсола: табиптар көнөнә бер мәртәбә генә сабыйға  укол  һалырға инә. Уның күҙҙәре ҡап-ҡара сепрәк менән бәйләнгән, тәҙрәләргә лә ҡара ҡорған эленгән.

Әсәнең йәне әсеп үҙенә урын таба алмай интегә, барыһын иренә һөйләй. Ир кеше оҙаҡ уйлап тормай: ҡаранғы төшөү менән тәҙрәнән инә һалып баланы алып сыға.

Барыһын ишетеп өләсәйҙәре уларға килеп етә. Ул буп-буҙ баланы күреп аптырай. Шул уҡ көндө  бәләкәсте үләндәр һыуына һалып  йыуындыра, күҙҙәрен ипләп йыуа-йыуа ҡара сепрәкте төшөрә. Шунан һуң бахыр балаҡай бер тәүлек самаһы иҙрәп китеп йоҡлай. Бер аҙна шулай уны өләсәһе тәрбиәләй. Хәлдәрен белеүсе инәйҙәр “Сабыйҙы Мөжәүир хәҙрәткә алып барырға кәрәк”,- тиешә.

Таң менән атаһы менән әсәһе баланы төрөп алып, Манһыр ауылына юлланды. Ауылға яҡыная башлағас таҙа йылғанан кисеп сығалар. Ҡатындың күҙе шул  һыуға төшә “ниндәй таҙа, балыҡтар уйнап йөҙә” тип хайран ҡала. Һыуҙы кисеп сыҡҡас та, ул боролоп бер килке йылғаға ҡарап бара.  

Хәҙрәттең өйөнә барып еттеләр, сираттағы кешеләрҙе күреп тәрән көрһөндөләр, шулайҙа сиратҡа баҫып торҙолар.

Күп тә тормай Мөжәүир хәҙрәт үҙе урамға сыҡты, оҙон буйлы, ап-аҡ күлдәк кейгән, башында түбәтәй, быларҙың яғына ҡарап “әйҙә, өйгә инегеҙ” тип өндәште. Өйгә ингәс, баланы төпкө бүлмәһенә  индереп алып китә. Унан сыҡҡас ҡатынға әйтә “нишләп һыуҙы үткәндә артыңа боролоп ҡараның, хәҙер бар сыҡ, тәҙрәнән балаңды һатып ал”.

Ҡатын тәҙрә төбөнә аҡса һалып балаһын ала. Ул  ҡайтҡанда башҡа артына боролоп ҡарамай. Ярты йылдан ғына бала атлап китә, сөнки аяҡтар ҡаты ауырыуҙан бушап, хәлһеҙләнеп ҡалған.

 Мөжәүир олатай балаға өр-яңы һулыш алып артабан йәшәргә йән бөркә. Әлбиттә, хәҙрәт “үҙенең яҡты йондоҙона осоп етергә насип булһын уға” тип доға ҡылғанына инанаһың.

Тиҙҙән уларҙың ғаиләһе ауылдан үҙәккә күсеп килә. Гөлнәфистең бала саҡтары ошонда үтә. Мәктәпкә барғас зирәк, уңған ҡыҙ бик тырышып уҡый, ”мин уҡытыусы булам” тип хыяллана, пионер, комсомол ойошмаларында һәр ваҡыт алдынғы була. Гөлнәфистән һуң тағын биш бала тыуа, ләкин һеңлеһе менән ҡустыһы ғына тере ҡала. Әсәһе фермала һауынсы булып эшләй, атаһы- шофер, бензин ташый. Ул эштән эсеп ҡайтһа, әсәйҙәрен туҡмай. Ә балалар быны күреп күршеләргә, урманға, һарайға ҡасып йәшенә. Гөлнәфис ҙурая башлағас, араларына  тора, әлбиттә уға ла эләгә ине.  Көнө буйы фермала эшләп йөрөгән әсәһен  йәлләп, ҡыҙ  уға ярҙамлаша.

Әсәһе уның бик етеҙ, тырыш, “атҡаҙанған  һауынсы” исеменә лайыҡ була, өй эштәрен бөткәс, ҡул эшен тота һалып, моңло тауышы менән яратҡан йырын йырлай:

Иҙел бит ул,тәрән бит ул,

Тәрән бит ул,киң бит ул шул,

...Иҙел буйҙарына барһам,

...Һөйләр инем Иҙелгә:

Минең һағыштарымды ла

Алып кит, тип, диңгеҙ.

 Тағын бер йыры була:

...Алтын көҙ көнөндә,

Баҫыу киңлегендә

Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш имәндәр.

Беҙҙең ғүмер менән

Ярышып үҫә имән,

Йәм-йәшеллек ҡаплай ерҙәрҙе...

Гөлнәфис урта мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. Ул баш ҡалаға юллана. Имтихандарын тик “бишле”гә  бирә, ”саҡырыу ҡағыҙын көтөгөҙ”, тип ҡайтарып ебәрәләр, ләкин ҡағыҙ килмәй. ”Ни эшләргә?” тип ул башын күп ватмай, фермаға әсәһенең эргәһенә эшкә килә.

Икенсе йылына медучилищеға имтихан тапшырырға була, ләкин унда “уҡымайым, ҡандан ҡурҡам”, тип бармай.

Тәүге һөйөү

Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлланырға була, һигеҙ айлыҡ курсҡа  барып уҡый. Уны уҡып бөткәс, уларҙы бер ауылға эшкә ебәрәләр. Ҡыҙ шунда беренсе мөхәббәтен осрата, үҙҙәренең староста егетенә ғашик була. Ул урыҫ егете ине. Шул тиклем күңелле үтте бер ай, эш ауыр булһа ла (ергә ятҡан игенде ҡалҡытып сабып өйәләр) кискеһен һыу буйында “ритайым” һуғалар, ауыл йәштәре лә быларға  ҡушылып таң атҡансы уйнай. Бушҡа “тиле йәшлек” тип әйтмәйҙәр. Ауылдан ҡайтҡанда  йырлашып бер йөк машинаһына тейәлешеп ҡайталар.

Ә бына икенсе көнө инде уларҙы имтихан көтә ине. Ул бик күңелһеҙ булды, йырлап-бейеп бында  биреп булмай, егерме биш кешенән ун өсө  имтихан бирә алманы, Гөлнәфис бирҙе. Каникулға ауылға ҡайтҡас , ҡыҙ түҙемһеҙлек менән әсәһенә серле йомғағын сисергә була, егетенең фотоһын алып килеп күрһәтә. Әсәһе лә егетте оҡшата.

 -Руслан бар кешегә оҡшай ул, бына бит, әсәй, һиңә лә  оҡшаны,-ти ул әсәһен ҡосаҡлап, урыҫ егетенә  ҡаршы булыр тип бик ҡурҡа ине.

Гөлнәфис менән Руслан араһында һөйөү сатҡылары йәшен йәшнәгәндәй һыҙылып китә.

-Гөлнәфис, уҡыуҙы бөткәс өйләнербеҙ, бергә эшкә барырбыҙ, йәме,-тип егет һөйгәненә ҡарай.

-Әлбиттә, Руслан,-тине ҡыҙ төпһөҙ йыһандай  күҙҙәргә  бағып.

Руслан  ҡыҙҙы ғаиләһе менән  таныштыра, әсәһе, атаһы, һеңлеһе бар икән. Гөлнәфисте улар һәйбәт ҡабул итте, уға ла улар оҡшай. Егет бик белемле, “уҡыған күп белә торған” тигәндәй ҡыҙ менән икәү урам буйлап йөрөгәндә, ул уға  тарих биттәрен асып, иҫ киткес ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Ҡыҙ керпеген бер ҡаҡмай йотлоғоп тыңлай.  Тағын да  өләсәһен бик ярата, уның эргәһендә үҙен иң бәхетле ейәнсәр итеп тоя.  

Студент тормошонда Гөлнәфис бик әүҙем була: ”Студенттар яҙы” тигән ҡала фестивалендә парлы бейеүҙә ҡатнаша, төрлө концерттарҙа, төҙөлөш отряды менән Астраханда эшләп ҡайта.

Ҡыш ине. Ҡыҙ икенсе курста уҡый, уйламағанда уның юлдары бер кеше менән ҡырҡа киҫешә.

Йәкшәмбе көнө дөйөм ятаҡта тормош ҡайнай. Берәүҙәре магазинға, икенселәре мунсаға, киноға тип сыға, бар коридорға тәмле еҫтәр тарала, күңелле йырҙар ишетелә. Ят кешеләр ҙә күренә, бигерәк тә сит егеттәр күренһә, шул ыңғайы улар тураһында бар мәғлүмәттәр йыя башлайҙар: кемгә килгән, ҡайҙан, өйләнгәнме. Бер ҡаттан икенсе ҡатҡа был хәбәр елдәй осоп йөрөй. Бигерәк тә хәрби форма кейгәндәрҙе, бар ҡыҙҙар  күрәбеҙ тип коридорға сыға, йә тәҙрәнән ҡарай. Сөнки һәр бер һылыуҡай шундай егет менән ҡултыҡлашып урам буйлап бер уҙырға хыяллана. Бына Гөлнәфистең дә бүлмәһендә тынғы юҡ. Дилара әхирәттәренең иптәше бер егет алып килгән. Быны ишетеп бергә йәшәгән Римма ла йүгергәләй.

-Ул егет беҙҙең яҡташ булып сыҡты, һин дә, Гөлнәфис, уны беләһең, ағаһы Фәрит, үҙәктә  табип булып эшләй,-ти Римма.

-Ағаһын беләм, ә бына уны юҡ,-тине Гөлнәфис.

-Хәҙер мин уны ҡунаҡҡа саҡырам,-тип аптырата Римма.

Шул ыңғайы ул кейенеп-яһанып алды ла, магазинға ашыҡты. Тиҙҙән торт тотоп ҡайтып инеп өҫтәл әҙерләргә тотондо, ә ҡыҙҙар өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалып бер койкаға йыйылышып  ултыра.

 Римма өҫтәл әҙерләй. Уныһын бөткәс, Гөлнәфискә әйтә:

-Бар яҡташты саҡыр.

Гөлнәфис коридорға сыҡты, егетте күреп:

-Яҡташығыҙ һеҙҙе сәйғә саҡыра,-тине лә боролоп инеп китте.

Фуат килеп инә. Китап тотоп ултырған ҡыҙҙарҙы күреп: “Суҡып ҡарға, уҡып мулла булмаҫһың”,-тип мәрәкәләп ҡарай. Ҡыҙҙар өндәшмәй.

Тиҙҙән улар бүлмәнән сыға. Хәтһеҙ күрше ҡыҙҙарҙа ултырып, ”иртүк торорға кәрәк” тиешеп бүлмәгә инәләр. Фуат Гөлнәфистең койкаһында ята ине.

-Миңә ятырға кәрәк, тороғоҙ,-тине ҡыҙ.

Ул тороп китте, ҡыҙҙар йоҡларға әҙерләнә. Гөлнәфис койкаға  барып ултыра. Фуат эргәһенә килеп ҡулынан тотоп коридорға  һөйрәкләй, ҡыҙ тартҡалаша.

-Һеҙ нимә эшләйһегеҙ ул?-тине Гөлнәфис күҙе туптай булып,-һеҙҙе бит Римма саҡырҙы.

-Шулаймы?- тип кенә ул йылмая.

Ҡыҙҙы коридорға алып сыға, Гөлнәфис оҙаҡ тормай, сөнки уның менән һөйләшәһе килмәй, боролоп бүлмәгә инә.

Йәй көндәрендә Фуат ҡыҙҙың ауылына мотоцикл менән һә тигәнсе килеп етә, көн һайын шул бер юлды тапай, күп ваҡыт сәскә тотоп, кеҫәләренә кәнфит тултырып килә. Фуат бик матур мөнәсәббәттә булырға тырыша.

 Гөлнәфис Стәрлегә китеп өлгөрмәй, ул уның артынан бара, ятаҡҡа бер һүҙһеҙ керә – сөнки ул милиция хеҙмәткәре. Ҡыҙҙарға кәнфит, сигарет, комплименттар, татлы һүҙҙәр әйтергә һис ялҡмай. Ҡыҙҙың яҡын әхирәте “һиңә ул пар түгел” тип әйтә. Гөлнәфистең дә күңеленә ул  ятмай, уның өсөн йән атып торған һөйгән егете бар бит. Шулай ҙа бер килке аптырай: ”бал ҡортондай  һырый, әгәр ҙә хәленән килһә минең шәүләмә  әйләнер  ине”.

- Хәҙер уйлайым,-ти Гөлнәфис,- “килдем, еңдем һәм алдым” тип үҙһүҙлелеген, мин-минлеген бирмәгән, минең ыңғайламағанымды белеп, ҡалай ныҡышмал булған, әсәйемдең “ашыҡма кейәүгә сығырға” тигән һүҙҙәрен дә һис ҡолағыма алмағанмын. Кем белә, бәлки, былар бөтәһе лә тәҡдиргә алдан яҙылғандыр...

Оҙаҡ шулай йөрөй егет, әммә бер йыл үткәс:

- Мин һине әйттерәм,- ти ул ҡыҙға.

- Мин бит әле уҡыйым ,-тине һылыу.

-Ничего, ситтән тороп уҡыйһың уны.

Быны үҙе үткәндәй әйтә.

“Өйләнәм дә өйләнәм” тип ауылға ҡайтып йәүкәләй.

Гөлнәфис өйгә ҡайтҡас, әсәһе иламһырай:

- Нишләп инде уҡыуыңды ла бөтмәй кейәүгә сығырға булдың?!

Гөлнәфис әсәһенең күҙенә ҡарай алмай, һүҙһеҙ  тора.

Яралы тормош

Фуат сельсоветҡа, мәсеткә барып никах көнөн дә һөйләшеп бөткән. Көнө лә яҡынлаша. Ул Гөлнәфискә туй күлдәген һатып алып бирмәй,(балдаҡты ла әсәһе улына ғына ала), шуға ул үҙенең аҡ күлдәген кейә. Ҡыҙ кейенеп-яһанып йөрөгәндә Фуаттың бер туғаны “икенсегә өйләнә инде ул” тип ысҡындырмаһынмы! Гөлнәфис шаңҡып ҡала, тәне буйлап ток киттеме ни, бер аҙҙан дер ҡалтырана, шунан йәне көйөп башындағы үрелгән сәскәләрен ишек яғына алып бырғытты.

-Ялған барыһы ла... Алдаҡсы! Күҙ алды ҡараңғыланып ҡалған төҫлө, түгелеп-һығылып, аҙарынып илай. - Нишләп миңә әйтмәгән... нимәнән ҡурҡҡан...- туҡтауһыҙ һорауҙар уның мейеһен тишә генә.

- Һине көтәләр,- тип кешеләр килеп ишек шаҡый.

-Ҡыҙым, ни булды, һине көтәләр бит,-тип әсәһе ҡыҙына өндәшә.

Гөлнәфис булған көсөн йоҙроғона төйөп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә сығып китә. Загсҡа барған юлдар ҡыҙға ифрат кәкерсәкле, йәмһеҙ булып тойолдо.  

Көҙ еткәс Гөлнәфис уҡырға китә, Фуат уға барып йөрөй. Диплом алғас уларҙың өйөнә ҡайта, кәләш йөклө икәнен белә. Өйҙәгеләр йәш киленде  көтөп алғандай бар эште уға йөкмәтә, иртәндән алып ҡараңғы төшкәнсе урын-еренә еткереп, булған эште ул һыпырып эшләп ҡуя, бырыбер ҡәйнәһе ҡайынбикәһенең балаһының “ползунки”ларын күрһәтеп “нишләп былар  йыуылмаған ” тип бәйләнә.

- Эштән мин  ҡурҡмайым, аҡһөйәк түгелмен әле, әсәйем ҡул ҡаушарып ултырырға һис бирмәне, бына кәмһетеүҙәр күңелемде әрнетә, -ти ҡыҙ бошоноп китеп.

- Утынды ярып өйһәгеҙ, нимә, ҡулһыҙ ҡалырбыҙ тип ҡурҡаһығыҙмы  әллә?! - тине ҡәйнәһе тауыш күтәреп  килене менән улына.

Гөлнәфис балта алып утын ярырға сыға (ире  сыҡмай), көн оҙоно шунда аҙаплана.

Ауырлы катын үҙенә кәрәк булған әйберҙе эҙләп-табып  ашай, тиҙәр, бына килененең аҡбурҙы шытырлатып ашап йөрөгәнен күреп ҡәйнәһе:

-  Нишләп йәш өгөрсөләрҙе ашайһың, ҙурайғанын  да көтмәйенсә?!.

-Мин бит аҡбур ашайым,-тигән була килене.

Гөлнәфис үҙенең  өлөшөн дә һорап ала алмай. Бына бер нисә көн элек  барыһына ла ҡаҙ ите һалынған сеүәтәләргә, ә уға юҡ. Бүлмәһенә инеп  илай.

-Нишләп илайһың?- тип һорай ире.

-Мин дә ҡаҙҙарҙы ҡараштым бит, нишләп ул миңә өлөшөмдө һалмаған?!- бар ҡиәфәте менән сабый баланы хәтерләтә ине.

-Нишләп уға өлөшөн бирмәгәнһең?-тип һөрән һалып һорай Фуат.

-Онотҡанмын инде,- тигән иҫе лә китмәгән тауыш менән әйтә әсәһе.

-Ә бит  ҡаҙҙарҙы  һуйғанда ярҙам иттем, булған һыуҙы индереп- сығарып түгеп йөрөнөм, шул ваҡытта бала-саға сәңгелдәккә аҫылынышып уны өҙөп төшөрә, ул  иҙәндәге йыйылған һыуыҡ һыуға барып төшә. Кисен баламдың температураһы ҡырҡҡа тиклем күтәрелә.

- Әйе, мин дә шулай тием,-тип  һуплай мисәт ҡуйғандай  итеп  уның эске тауышы.  

Бер һорау күп йылдар мейемде быраулай. Кем уға яуап бирер икән?! Бәлки, ул яуапһыҙ ҡалыр... Ошо нигеҙгә ҡәйнәм дә килен булып төшә, өр-яңы кешеләр, ғаилә, бар нәмәгә  икенселәй ҡараш. Әлбиттә, мин кисергән даръялай тойғоларҙы ул да татыған. Ә нишләп миңә ҡарата мәрхәмәтле булманы икән?! Ауырлы йәш килендең нескә күңеле, илаҡ  булыуын аңлаған дәбаһа. Нишләп минең күңелемде яраландырырға, рәнйетергә тырышҡан икән? Әллә ҡасан килен итәген туҙҙырып бөткән ҡәйнә күңел яраларының һис бөтәшмәгәнен белмәгәнме икән? “Тән яраһы төҙөлә, һүҙ яраһы төҙәлмәй”, тип бушҡа әйтмәйҙәр.

Улдары тыуғансы Гөлнәфис йәйен тәрбиәсе булып балалар йортоноң лагерында эшкә урынлаша.

Бер көн иртәнсәк  Гөлнәфисте ире әшәке һүҙҙәр менән һүгә. Быға ул ифрат ғәрләнде, эшкә  барғанда күпер аша сығып, уның яндауырҙарына  терәлеп ағым һыуға ҡарай. Аңғармаҫтан бер бабай алдына килеп баҫа. Ул бәләкәй буйлы, яурынында тоғо күренә.

-Кәзәләргә бесән, йәш үлән алып ҡайтам. Һин, ҡыҙым, нимә ауыр уйҙар  уйлайһың?! Ике кешене юғалтырға тораһың. Нимә булды?

-Олатай, ирем мине  йүнһеҙ һүҙҙәр менән әрләне.

-Ә һин ишетмә лә ҡуй,- күперҙән атлап йәм-йәшел йомшаҡ туғайға төшкәнсе ул йәш ҡатынды оҙатып аҡыл-кәңәш биреп килде. Гөлнәфис артына боролоп бабайға ҡарамай, уның нисек килеп баҫты, шулай китеп барғанын тойҙо.

Көндөҙ эшләй, өйгә ҡайтҡас та уға эш етәрлек. Бер көнө аласыҡты йышып-таҙартып, дихлофос һибеп, ит турағыстан ҡарағат үткәрергә булды. Ярты силәк үткәргәс, ул иҫһеҙ-аңһыҙ ҡолай. Өләсәйҙәре ейәненә шылтырата:

-Килен аласыҡҡа ингән ине, һаман сыҡмай, хәҙер үк ҡайт.

 Фуат осоп килеп еткән, аласыҡты асып инһә- ҡатыны бер нәмә лә белмәй иҙәндә ята. Ул “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Гөлнәфис  күпме ятҡанын да белмәй, күҙен асһа, төпкө өйҙә ята, алдында - шәфҡәт туташы.

Ҡәйнәһе эштән ҡайтып инеү менән:

-Исмаһам, беҙҙе уйларға кәрәк ине, ғәйепле итергә тораһың бит! –тип уға яман итеп ҡарай.

Төнөн ауырып китә, тағын “Ашығыс ярҙам” саҡырталар. Больницала Гөлнәфис өс көн туҡтауһыҙ ауырый. Бер акушерка уның  хәлен аңлап былай тип кәңәш бирә:

-Мин һине йәлләйем, әйҙә укол эшләйек,-ти.

Төнө буйы тотҡан тулғағы иртән ебәреп, уның улы тыуа. Бала ап-аҡ ине. ”Нимә ашаның?” тип һорайҙар сабыйҙы таҙартып. ”Аҡбур” ,-ти ҡатын.

Бер ике көндән улар инәйҙәренең юбилейына барырға тейеш ине. Фуат унда барып ингәс, барыһы уны улы менән ҡотлап тотоп күтәрә, теге “бер йәшник коньяк” тип ҡысҡыра  икән. Уларҙың ырыуында бер-бер артлы ҡыҙҙар тыуып торған, ә был баланы “ырыуҙы дауам итеүсе”, тип шатланалар. Гөлнәфистең әсәһе “летник”та һыйыр һауған, кейәүе шунда барып етеп йәүкәләй: “Ҡәйнәм, минең улым бар!”.

Шунан өҫтәл тултырып  һый әҙерләй башлай. Шул ыңғайы һауынсылар йыйыла, барыһы  ҡотлай, ”апай, һеҙҙең һыйырҙарығыҙҙы һауырбыҙ, кейәүегеҙгә ултырып ҡыҙығыҙҙың  хәлен белеп ҡайтығыҙ”, тиешәләр. Әсәһе был ҡатындарға бик рәхмәтле ине шунда, шул арала ашыҡ-бошоҡ йыйынып тиҙерәк сығып та китә. Магазинға инеп төргәгенә хәтлем  һатып ала. Иренең яғынан әйбер алып килеүсе булмай

Гөлнәфискә бәпесте йоҡлаған ваҡытта алып киләләр, ул имеҙә алмай, күкрәге ташып китә.

  -Ике тәүлек иммәй, үлә бит инде,-тип илай табипҡа төбәлеп.

Ошо көндән алып баланы йоҡламаған ваҡытта  алып килә башлайҙар.

Килен өйгә ҡайтҡас аят үткәрәләр. Гөлнәфис балаһын тотоп  кухняла  ултыра. Ҡәйнәһе сығып ”ашты үҙең һалып аша”,-тине лә, үҙе ҡунаҡтар яғына сығырға ашыға. Килене аят бөткәнсе шул бер ерҙә ултыра.

Аят үткәргәс ҡәйнә кеше шифаханаға барырға йыйына.

-Килендән хәҙер файҙа юҡ, һеҙгә ҡала инде өйҙөң тышын һылап ағартыу,-тип  еңгәйҙәргә аңғарта. Уның һүҙҙәрен килене лә ишетте, сөнки ҡәйнәһе тауышын күтәреп уҫал итеп әйтте.

Бер ай үткәс Фуат эсеп ҡайтып Гөлнәфисте туҡмай. ”Йәшәмәҫкә. Оноторға. Ер сигенә китеп ҡасырға”, тип уйлай. Әммә аҡылы уны: “Ҡайҙа барырһың һуң?!”-тип туҡтата. Күкрәгенең һөтө бөттө, бала илай, шешәгә һыу ҡойоп, имеҙлек менән ауыҙына тыға.

Өйҙә ығы-зығы башлана. Ҡәйнәһе ярһып:

-Доярка балаһы һин, атайың да эскесе бит әле, у-у-ух, әллә нимәләр ҡыланаһың!-  сәнстереп әйтергә тырыша ул килененә.

-Абруйлы кешеләр улар... Әсәйем хеҙмәт кешеһе, атҡаҙанған һауынсы, ә атайым минең һуғыш ветераны,- тип яҡлашырға тырыша ата-әсәһен Гөлнәфис.

“Нахаҡтан рәнйетә, юҡ инде, хәҙер бер минут та бында йәшәй алмайым, торлаҡ белешергә!” тип шундуҡ балаһын тотоп сығып китеүен хуп күрә.

Уға ике бүлмәле торлаҡ бирәләр. Шул уҡ көндө күренгән кәрәк-ярағын алып сығып китә. Икенсе көнө әсәһе ауылдан ашарына ебәрә.

Кис төшкәс, Фуат асҡысы булмаһа ла ишекте ҡайырып асып инә, ғаиләһе менән йәшәргә ҡала. Ҡатын быға күнә. Гөлнәфис бәйләргә оҫта ине, балаларға төрлө костюм-салбарҙар, пинеткалар бәйләп һата, бында улар үтемле, балалар етәрлек, һатҡан аҡсаһына һөт, эремсек һатып ала.

Улдарына ете ай булғас, рононан, “үҙәк мәктәбенә  ашығыс рәүештә математика уҡытыусыһы кәрәк”, тип шылтыраталар. Гөлнәфис сараһыҙлыҡтан ризалаша. Ә бына баланы нимә эшләтергә? Әсәһе  көн һорап килә, өс көн булып ҡайта. Гөлнәфис әбейҙәргә әйтеп ҡарай, тегеләре “һин кем булаһың әле?“ тип һорайҙар ҙа, ишеткәс, кире ҡағалар. Гөлнәфис нимә эшләргә белмәй илай башлай. Шул саҡ бер әбей уның хәлен һөйләтеп ала ла “ярай, иртәгә үҙем һеҙгә барырмын”, ти. Тик Гөлнәфисте аптыратып иртүк ҡәйнәһе үҙе килеп инә. Ҡулына  дүрт пар сынаяҡ, һөт тотҡан

-Баламды үҙем ҡарайым,-ти килененә текләп.

Тик бер көн  генә ейәнен ҡарап ултырҙы  ла, “беҙҙең өләсәй үҙем ҡарайым бәпесте, тип һиңә хәбәр ебәрҙе”,- ти.

-Ярай ,-ти Гөлнәфис. Сөнки ул өләсәйҙе  ихтирам итә ине.  

Йәй еткәс баланы коляскаға ултыртып мәктәп участкаһында эшләй. Бер көнө “ауыҙыма һуғып сығармаҫ әле”, тип иренең түрәһенә инеп фатир һорай. Ул бирҙе, ләкин икенсе ергә күсергә тура киләсәк, тине. Ҡатын ризалаша, ”әсәйемә яҡын булырмын, ирем эсә, ҡулын күтәрергә  генә тора”,ти.

Гөлнәфискә мәктәптә эш булды. Яңы өйҙән ике бүлмәле фатир. Хәҙер йәшә лә йәшә генә лә бит, ә бына ғаиләләренә бәхет ҡунмай. Иренең унда-бында хыянат иткәнен ишетеп, кем менән, ҡайҙа булғанын, “яҡшы кешеләр” йәһәтләп еткерә. Йәш ҡатындың йәне ғәрлектән үртәлә.

8 март көнө ине, мәктәптә кисә үткәрергә булдылар. Гөлнәфис уҡыусыларға дискотека ойошторҙо, ул бик күңелле үтте. Кисәнән һуң балаһын әсәһенән барып алырға юллана. Ҡайтып, урамына ингәс тә,  Фуат ҡаршыһына сыға. Ире яман төҫ менән туп-тура уның туҡмай башлай. Гөлнәфис аңын юғалта...

Иренең был вәхшилеген ул ғәфү итә алмай. Улар айырылыша. Алименттан баш тарта, әммә  судья уға “барыбер алимент тәғәйенләйбеҙ, балаһына ул түләргә тейеш!”ти. Судта Фуат улын үҙенә ҡалдырыуҙы һорай.

- Бала икмәк түгел, ҡыркып алып бирергә лә, үҙеңә лә ҡалдырырға. Уйлап эш итегеҙ, балағыҙҙың яҙмышы хәл ителә,-тине судья.

Гөлнәфис бергә йәшәргә ризалыҡ бирмәй. ”Булған әйберен тик милиция менән килеп алһын”, -тип үтенеп һорай.

Уның Фуат менән янғыҙ ҡалаһы килмәй. Буйтым теңкәһенә тейгән  ҡыланғандары: нимә ҡулына эләгә, шуны ташлай, килеп һуға, кирза итектәре менән аяҡҡа баҫа, әшәке һүҙҙәр менән  ҡойондора...

Гөлнәфис ауырға ҡалғанын белә, ләкин ул сер булып ҡала. Был хаҡта Фуатҡа әйтмәй.

Ул бер көнө яңы тыуған балаға бүләктәр алып күрше уҡытыусыға инә, әҙерәк тынысланырға теләй. Ул ҡатын бер ҡатҡа түбән йәшәй. Шул ваҡыт Фуат әйләнеп ҡайтып ишекте ярһып шаҡый, типкесләй. Икенсе күршеһе Рәйсә сығып:

-Ул балаһын алып әсәһенә киткәндер,-.тип уға әйтә.

Тиҙҙән ул үҙәккә эшкә китә. Әсәһе ауырлы Гөлнәфискә бик ярҙам итә. Бына көнө лә етте табырға. Һау-сәләмәт бала тыуҙыра. Кискә табан Фуат больницаға атылып инә.

-Мин һине юғалттым, хәҙер ике улымды ла юғалтайыммы?!-ти.

Ҡасан сығарғанды табиптарҙан шылтыратып һорашып, балаға кәрәк бар әйберҙе алып килгән. Тағы өс шампан шешәһе алған. Уныһын үҙе эсеп бөттө.

Фуат икенсе ергә эшкә китә, уға өй бирәләр.

-Минең менән бараһығыҙ,-ти ул Гөлнәфискә.

-Юҡ, мин бармайым,-тине ҡатыны.

“Бер үк тырмаға әллә нисә баҫыу була тип бушҡа әйтмәнем”,-тип уйлай.

Балалар аталарының килгәнен көтә, ә ул аҙнаһына бер килеп тә урамай, килһә лә бәләкәсен алдына ла алмай.

Ә әсәһе һаман әйтә:

-Атай атай инде. Уның атай хаҡы бар, аталы бала арҡалы бит, бәлки, ул үҙгәргәндер. Әйткән һүҙенә үҙенең бик ышанаһы килде.

Бер йыл үтте. Гөлнәфис буйтым арыһа ла тағы ире менән йәшәп ҡарарға була. Әле барыһы башлана  ғына икәнен ул һис белмәй.

Бер ай самаһы арыу йәшәйҙәр. Артабан эштән эсеп ҡайтып ҡаңғырыуҙары, тиктән тик ҡулын күтәреүҙәре башлана. ”Һәйбәт кешеләр” ҙә иренең ҡайҙа, кем менән булғанын, шылтыратып аңғарта.

Гөлнәфис эшләй, ике бәләкәй бала, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ә йәйен баҡса. ”Һин - мин бында юҡ, шул бер ҡул” тигәндәй бар эш уға төшә.

Бер көнө йәне шул тиклем үртәлә, иренең һөйәркәһе Айһылыуҙың тетмәһен тетергә барырға була. Сөнки әсәһе бүләк иткән алтын сәғәтте кешеләр теге ҡатындың ҡулында күрә.

-Ул миңә быны ғына бирмәне, бик күп ҡыйбатлы бүләктәр тапшырҙы, әллә уларын да алаһыңмы?- тип яһалма йылмая, күҙен дә йоммай Айһылыу.

-Күҙҙәреңә ҡарайым тип килгән инем. Уларҙан бәхет бөркөлөп тормай икән.

Ихахайлап йөрөгән ҡатын менән булышып Гөлнәфис үҙен осһоҙландырырға һис теләмәй, шуға бер уҫал ҡараш ташлап сығып китә.

Көмөшкә һатҡан ҡатынға ла барырға була. Ҡатын уны күреү менән ҡото осоп илай башлай.

-Һинең үҙеңдең дә ҡыҙың үҫеп килә, ул да шулай минең кеүек йәшәүен теләйеңме?-тип уға сәнсеп ҡарай Гөлнәфис.

Бер нәмә өндәшмәй, тик илай ҙа илай бисараҡай.

-Минең өҫтөмдән түбән ҡатындар менән йөрөй. Былай дауам итергә тейеш түгел, быларҙы йырып сығыр өсөн көслө булырға кәрәк,-тип күҙе асылғандай  йоғонто яһай тормошона Гөлнәфис.

Бер көнө иренә былай тине:

-Мин китәм!

Ошо һүҙҙәрҙе көтөп генә торған ире, ҡатынын туҡмай башлай. Шул ваҡытта биш йәшлек өлкән малайы Рифат инеп атаһын ныҡ тешләй. Атаһы һалдат ҡайышын ҡулына уратып:

-Мин уны тыуҙырҙым, мин уны юҡ итәм,-тип малайға ябырылды.

-Теймә уны, мине һуҡ,- тип ҡото осоп китеп ҡаплай улын әсәһе.

 Фуат эсеүе арҡаһында эштән сыға. Ул төҙөлөш бригадаһында эшләй башлай. яңы өйҙәргә йылы индерәләр. Улдары беренсе синыфҡа уҡырғы бара. Араҡы һатыуҙа булмаған ваҡыт. Фуат араҡыны күрше өлкәнән ташыған. Төҙөүселәр көнөндә эшселәр тәбиғәткә байрам итергә сыҡҡан. Кискә табан Фуат ҡайтып инә, кәйефе насар. Быны күреп ҡатыны “моғайын, араҡы әҙерәк эләккәндер”, тип уйлай. Бер сеүәтә билмән һалып ашата. Аш-һыу бүлмәһенә инеп һауытын ҡуйғанда ире инеп балаларға әҙерләп ҡуйған билмәндәрҙе  өҫтәлдән иҙәнгә һыпырып ырғыта. Балаларҙы тышҡа сығарып ишекте элә, форточканы яба һәм телевизорҙы ҡабыҙып, тауышын ныҡ итеп аса. Ҡатынын туҡмарға була.

“Ни өсөн?!-тигәнгә, ул “һин беләһең”, ти.

Ныҡ туҡмалған Гөлнәфис аңын юғалтып ҡолай. Ире битенә һыу һибә. Күҙен асҡас, Фуаттың ҡулында бысаҡ менән балтаны күрә.

-Туҡта, туҡта, балаларым менән хушлашырға бир ғына бир миңә,-тип ялтыр балтаның үткер осон тотоп үтенә башлай.

Бар донъя ҡанға буялған, танауыынан шабырлап ҡан аҡҡан ҡатынын толом сәстәренән һөйрәкләп алып йөрөй. Унан Гөлнәфистең башын тупһаға һалып, өҫтөнән балта тотоп тора.

Кис төшкәс, ярым иҫле ҡатынын һарайға алып барып ташлай. Һыйырҙар баҡыра. Уларҙы йәлләп, Гөлнәфис көскә ҡалкып тороп, ике һыйырҙы ыҙалап һулаҡай ҡулы менән  һауа.

-Атайың ҡайҙа икән, бар ҡарап кил,-тип Рифатҡа әйтә.

Тиҙҙән улы уҡтай өйҙән атылып сыға

-Әсәй ул вис ҡан, иҙәндә йоҡлай.

Гөлнәфис өйгә инеп балта тотоп ала, ире башын артка ташлап, ҡулдарын йәйеп уңайлы ятҡан. “Төрмәгә ултыртһа ултыртырҙар, унан сығып балаларымды алырмын”тип уйлап торғанда:

-Әсәәәй!-тигән Рифаттың әсе тауышы яңғырай.

Гөлнәфис уянып киткәндәй була, артҡа сигенеп тышҡа йүгереп сыға.

-Рифатым, әйҙә ҡасайыҡ, ул беҙҙе үлтерә.

Балаларҙы тотоп  күршеләргә йүгерә.

-Әсәйгә генә беҙҙе алып барығыҙ әле,-тип үтенә.

-Бензин юк бит әле,-тип аптыранған булалар.

Икенсеһенә ингәс:

-Тәгәрмәстәр бушаған ,уны йүнәткәнсе,-тип уфтаналар.

Өсөнсө урыҫ күршеһе әйтә:

-Мин дә һине алып бармайым, асыуланма, һин китәһең, ә беҙгә уның менән йәшәргә. Тиҙерәк китергә тырышығыҙ.

Гөлнәфис ике балаһын етәкләп йәйәү атлап китә. Улар юлдан алыҫ иген араһына төшөп баралар, фарын яҡтыртҡан машинаны күреү менән ергә сүгәләр.

-Айҙар, машинаның яҡтыһын күрһәң, ергә ят, тей бит әсәй. Әллә ишетмәйеңме?-тип тыйғыслай ҡысҡырып Рифат ағаһы ҡустыһын, ә тегенеһе бик бәләкәй булғас барыһын аңлап та етмәй.

Ә Гөлнәфис ерҙән ҡалҡып  икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы күреп, Аллаһы Тәғәләнән үтенеп һорай:

-Балаларым хаҡына, Хоҙайым, зинһар, аңымды юғалттырма!

Улар  тамам йонсоно.

-Сауҡалыҡҡа инеп хәл алырға кәрәк, унан тура йылғаға тартырбыҙ ,-тип уйлай Гөнәфис.

Шунда барып еткәс фарын яҡтыртҡан тағын бер машина күренде. Улар ергә ята. Машина туҡтап торҙо ла, боролоп китте. Былар тура юлдан барырға ынтылды.

 -Һаҡмар һыуын туйғансы эсеп алырбыҙ, -тип әүрәтә Гөлнәфис малайҙарын. Ә үҙе бер тамсы һыу менән, исмаһам, сылатырға ине ауыҙҙы,-ти.

-Әсәй,  йылға алыҫмы?-тип һорайҙар малайҙар.

-Анааа  Һаҡмар,-тип ҡулы менән күрһәтә йылға буйында үҫкән ағастарҙың һыҙаттарын күреп.

 Тиҙҙән абына-һөрлөгә Гөлнәфис балалары менән йылғаға барып етә. Башта һалҡын һыуҙы туйғансы эселәр, шунан йыуынырға тотоналар, сөнки аяҡ-ҡулдары, ауыҙ-биттәре  лыс тупраҡ ине. Гөлнәфис Һыу менән йыуына башлағас, танауынан  ҡан  аҡҡанын күреп, кейемен  йыуа. Һыуҙар эскәс, таҙарынғас хәл кереп киткәндәй була. Малайҙар күпергә киттеләр, Гөлнәфис тә уға саҡ күтәрелә.

Арманһыҙ булған ҡатын тәрән тын алып, күпер өҫтөндә ултыра. Ай яҡтыһы. Оло күпер шул тиклем яҡты, әйтерһең, фонарь элгәндәрме ни... Йылға иҙрәп китеп йоҡлай. Һирәкләп ҡоштар тауышы ишетелә.  

-Шундай тыныыыс!

Әллә уға ҡарап торған тулған айға, әллә Һаҡмарына әйтә. Тынлыҡ менән ҡараңғылыҡ ҡушылған ерҙә бер иҫ китмәле мөғжизә күҙенә сағыла. Шуны күрәм тип, булған көсөн туплап, ҡатын һоҡланғыс тәбиғи күренеште күҙәтә: төнгө һыуға зәһәр ай юлы төшкән, һыуҙың өҫтө көмөштәй ялт-йолт килеп тулҡынлана, ә  уның осо йәш талдарҙы көмөш нурға ҡойондороп, тәңкәләрен сылт-сылт килтереп, һыуҙа бейетә. Шундай матур һығылып-бөгөлөп кенә бейеүҙәре.

-Мин беләм: тал бөгөлә генә ул, һис һынмай! Мин йәшәргә  яратам!   Ошо матурлыҡты күреп йәшәүе үҙе бер бәхет түгелме, бар донъяны яратам!-тип  тынлыҡты боҙоп уның яңғыратаһы килде, ләкин һуңғы һүҙҙе генә ижекләп  ҡысҡырып әйтә: я-ра-там! –Уға Хоҙай тарафынан йәшәү көсө инә, ул артҡандан артып бара.

Алыҫта фарын яҡтыртҡан машина күренде.

-Кемдәр икән?-тип борсолоп Рифат улына ҡарай. Бәләкәсе иҙерәп китеп уның алдында йоҡлай.

Машина туҡтай, унан  Фәйрүзә әхирәте күренде. Ул төшөп быларға йүгерә:

-Бар ерҙән һеҙҙе һөҙөп-эҙләп киләбеҙ, алай ҙа таптыҡ,-тип йоҡлаған баланы Гөлнәфистең ҡулынан алып машинаға  китә. Ә уның Ансар дуҫы Гөлнәфискә торорға ярҙам итә. Уның бер аяғына баҫа алмағанын күреп, атларға ярҙам итә.

Уларҙың урамында бер өйҙә генә шәм яна -әсәһенең өйөндә.

- Әсәйем йоҡламай, –тине Гөлнәфис.

Шәмсинур апай ҙа ҡыҙын күреү менән:

- Йоҡлай алмай яфаландым ,-тип быларҙы ҡаршы ала.

Фәйрүзәләр туҡтап тормай, сөнки иртәнсәк фермаға һауынға өлгөрөргә кәрәк.

Өләсәйҙәре малайҙарҙы һөт эсереп йоҡлата, шунан таҫтамалды һыулап алып ҡыҙының битен бысраҡтан, ҡандан таҙалай. Әсәй менән ҡыҙ оҙаҡ керпек ҡаҡмай ята, һәр береһе үҙ уйында.

Икенсе көнө Фуат килде. Балалар уның машинаһын  күреү менән  өйгә инеп йәшенә. Фуат айнығып бөтмәгән.

-Гөлнәфис теге донъяға китеп бара,-ти аҡылға бер төрлө кешеләй туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп.

Мылтығын бында-тегендә бороп ҡысҡыра, аш-һыу яғына сығып  һауыт-һабаны ватып-ҡырып, аҫтын-өҫкә әйләндерә.

Гөлнәфистең аяғының  ауыртыуы атларға ирек бирмәй. Ул күгәреп  шешкән. Кейәүе ҡәйнәһен тотоп:

-Ҡыҙың өйгә ҡайтһын!-ти уға.

-Мин өйҙәмен, үлтерһәң ошонда үлтер мине,-тине Гөлнәфис.

Нишләптер ул тышҡа сығып китә. Шул ваҡытта Гөлнәфис депутатҡа шылтыратып “хәҙер генә килегеҙ” тип саҡыра. Икенсе көнө әсәһе Гөлнәфисте үҙәк больницаһына алып бара. Гипс һалып сентябрь бөткәнсе больничный яҙып бирәләр. Мәктәп директоры беренсе сентябргә уҡытырға саҡыра.

-Мин бер айҙан ғына  бара алам,-тине ул уға.

“Ҡулымда документар юк, нисек уны барып үҙәктән алырға”,- тип уйлай. Төнөн сығып китеп уны алып ҡайта.

Фуат аптыратып көн һайын килә. Балалар уны менән осрашырға теләмәй. Гөлнәфистең беренсе уҡытыусыһы уны осратып әйтә:

-Иреңде дауаларға кәрәк. Алып барып ҡара, ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырыш.

Шул үҡ көндө иренә әйтеп ҡарай, ә ул ҡырҡа һуғып, ”нимә һин мине алкаш тип уйлайһыңмы әллә”, тип асыулана.

Алға – яҡтылыҡҡа!

Ҡыш яҡынлашып килә. Гөлнәфис сараһыҙҙан йыйған мөлкәтен ташлап өйҙән сығып китергә мәжбүр. Фуат  бер нәмә лә бирергә уйламай. Өй эсендә булған бар әйбер, һыйырҙар, башмаҡтар, һарай эсендәге тулы ҡош-ҡорт, һарыҡ-кәзә, ҙур баҡсаларҙың картуфы, йәй буйы балаларҙың тәрбиәләгән йәшелсәһе. Әсәһе уларҙы баштан-аяҡ алып кейендерә, Гөлнәфис бар нәмәгә мохтаж булһа ла иренән бер нәмә һорамай. Ул ғынамы ни,  атаһы ғүмер буйы улдарына таяныс, терәк булыр, “ата барҙың дәрте бар” тигәндәй, дәртләнеп тормош көтөп йәшәүҙәре тураһында хыяллана.

Гөлнәфис шәхси тормошон үҙен үҙгәртеүҙән башлай. Курстарға  барып белемен камиллаштыра. Уны  бөтә илгә билдәле уҡытыусы алып бара. Унда булып ҡайтҡас, тағын  НИИ-ға китә, белеп-өйрәнеп ҡайтҡан методиканы район  уҡытыусылары менән уртаҡлаша.

Бер көн әсәһе:

- Һин, ҡыҙым, кешеләр араһында йөрө! Төнөн илап сығаһың, бейеүгә яҙыл, һин бит бейергә яратаһың, ти

Шул көндән алып Гөлнәфис кешеләр араһында булырға тырыша. Район күләмендә иң якшы спектаклгә конкурс иғлан итәләр. Ул  шунда ҡатнашып китә, Ә. Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” тигән спектаклен өйрәнә башлайҙар. Ҡатын ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҙәк РДК- ла улар бик матур сығыш яһай, ”һеҙ ауыл кешеләрен дә ҡыуандырығыҙ” , тине жюрила ултырыусылар. Күп ауылдарҙа уларҙы алҡышлап ҡабул итәләр. Мәктәптә лә ул драмкружок асып ебәрә. Яңы йылға тылсымлы әкиәт әҙерләп ҡуялар.

Гөлнәфистең йөрәге йылый, кешеләргә ул рәхмәтле, йәшәүгә өмөт-ышанысы артҡандан арта барҙы.

Уҡытыусылар  йәйен ял итә, ә ул яҙҙан алып көҙгә хәтлем токта эшләй. Бер эш хаҡына балалар менән йәшәп булмай, Фуат алимент түләмәй. Ә үҙе килеп китә. Дуҫ-иштәр ҙә, мотоциклдарын  һыу буйындағы ҡыуаҡ араһына ҡалдырып, хәлен белеп йөрөй. Әгәр Фуаттың  машинаһын өй эргәһендә  күрһәләр, паркта ултырып торалар.

- Кешеләр араһында суҡтай кейенеп йөрө, балам,- тип әсәһе гелән  иҫкәртә.

Гөлнәфис былай ҙа бөхтә кейенеп, килешле яңы прическалар яһап, үҙенә ваҡыт бүлергә өйрәнә.

Иренең килгәнен белгәндәй шул көндө ул иң яратҡан сәскәле күлдәген кейеп алған ине. Ире ҡатынын тәүге күргәндәй күҙен алмай әйтә:

-Ҡалай  һин матурһың!

-Яңы күрәһеңме?!-тине Гөлнәфис.

-Гөлнәфис, әйҙә тағын йәшәп ҡарайыҡ, Орск ҡалаһына барып.

-Юҡ инде! Бар ҡайт, һине яратҡан ҡатының өйҙә көтә, беҙ бер ергә лә бармайбыҙ, “уңмаған юлды ҡыума”, тиҙәр.

Ире кеҫәһенән араҡыһын сығарып эсә башлай, бер-ике рюмканан һуң илай:

-Һин шундай икәнлегеңде мин белде-е-ем!

-Ниндәй?!

-Талдай ны-ы-ыҡһың !

Был айырылыу ғүмере ике ҡапма-ҡаршы ярға айырҙы, араһына упҡын һалды. Ә бит ул йәшләй генә кейәүгә сығып, ирен  донъяла иң-иң  яҡын, ҡәҙерле кешем булыр тип хыяллана ине. “Ул минең яратҡанымды белде, шуға ла ”ташлап китә алмәй ул мине” тигән уй менән  йәшәй,-ти Гөлнәфис ирен уйлап. Хәҙер  ике йыл үтеп китте. Фуат һөйәркәһен алып Орск ҡалаһына сығып китте.

Ә Гөлнәфис йөҙөп алып эшләй: асыҡ дәрестәр күрһәтә, район, республика конкурстарында ҡатнаша.

“Бер ҡатын үлән менән дауалай”, тигәнде ишетеп 1 май көнө ул әсәһе менән Өфөгә юлланды.

Гөлнәфискә ҡарап ул ҡатын былай тип күрәҙәләй:

-Матурым, ғүмер буйы яңғыҙ булаһың, ике балаң бар икән. Тиҙҙән фатир алаһың, әсәйеңде ҡарайһың.

-Ҡайҙан фатир алырмын икән?-тип ул юл буйы ҡайтышлай уйлай.

Күпме-аҙмы ваҡыт үткәс Гөлнәфис әсәһе менән йәшәй алмағанын аңлай. Ул бит эшенә бирелгән, төнө буйы  яҙып-һыҙып ултыра, ”әсәй ҙә беҙҙән арығандыр инде” ти.

Икенсе көнө “райпо”ға барып фатир һорай. “Ике ҡатлы өйҙән өс бүлмәле фатир, әгәр ҙә беҙгә эшкә килһәң” тинеләр. Ниһайәт, иң мөһиме-өйлө булдым, тип бигерәк шатлана. Ул товаровед булып эшләй. Ун өс магазинды әйбер менән тәьмин итә. Юҡсылыҡ ваҡыт, булған кәштәләр буп-буш.

Гөлнәфис иң тәүҙә “Москвич”ҡа ултырып ала, уға тағылма тағып  Өфөнән алып ҡайтҡан аҙыҡ-түлекте ун өс магазинға тарата. Ә баш ҡаланан автолавка менән ташый. Оҙон юлда ял итә-итә киләләр. Бер ваҡыт шунда әсәһен иҫләп ала: ”минең тормошом әсәйемдекенә оҡшаған, ҡабатланған ерҙәр күп, был бер тәбиғи күренешме, әллә инде тәҡдиргә алдан яҙылғанмы ”,- ти ул.

Әсәһенең атаһы билдәле мулла була. Бер өйөр ат аҫырай, репрессия башланғас ул мәсетте мәктәпкә бирә. Шуның өсөн уны кулактар үлтерә. Әсәһе өс бала менән ҡала, уны “халыҡ дошманы” тип ситләтәләр, өләсәһенә бары ун дүрт йәш була. Аслыҡ башлана, әсәһе “балаларымды үлтермәйем” тип баҫыуҙа ҡалған башаҡтарҙы йыйып ашата. Үҫмер ҡыҙ Мәрфүғә инәйе менән ҡалаға һөт ташый,аҙаҡ фермала эшләй.

Ҡыҙ  матур камил булып үҫә: ике оҙон ҡара толом, ҡупшы буй-һыны, тыйнаҡ, аҡыллы, эшһөйәр, әлбиттә, һоҡланып күреп туйғыһыҙ һылыуға күҙ һалыусылар ҙа күп булғандыр. Бер көнө уға бер кеше килеп һөйләшергә маташа. Ҡыҙ уға өндәшә һалмай. Бер нисә көндән ҡыҙ эштән ҡайтыуына өйҙә сит кешеләрҙе күрә.

-Былар кемдәр?-тип һорай.

-Һиңә бата уҡытырға килгәндәр. ”Ҡыҙың менән һөйләштем”,- тине ул миңә.

-Мин уның менән һөйләшмәнем-,тип ҡыҙ  илап ебәрә.

Шулай илай-илай кейәүгә сығып китә. Йәшәргә ҡалаға китәләр. Ире оҫта сәғәт йүнәтеүсе булып эшләй, ”донъя көтәм” тип маташҡан йәш ҡатын үҙен ҡул эштәренә бағышлай, оҫта итеп төрлө әйберҙәр бәйләй, сигә, ”баҙарҙа мине көтөп кенә торалар”, тип хәтерләй ине ул ваҡыттарҙы. Өс йәшлек ҡыҙына өс тәгәрмәсле велосипед һатып алып бирә. Ул бала әсәһенә эйәреп  гел баҙарға килеп шуның менән йөрөп мәж килә. Тиҙҙән ҡыҙсыҡтары ауырый башлай, ”аяғы кибә” тинеләр. “Күҙ тейгән инде, нишләп баҙарҙа йөрөттөң һуң”,-тиештеләр ҡатындар әсәһенә. Тағын бер балалары ҡыҙылсанан үлә.

Ауыл яғына ҡайтырға ынтылалар. Ҡатын фермаға һауынсы булып төшә, ире – шофер. Контораны өй итеп быларға бирәләр. Ул бик һыуыҡ була. Бында ҡайтҡас игеҙәк ҡыҙҙар тыуа, уларҙың берәүһе үлә. Әсәйҙәре эшкә сығыр алдынан уларҙы һәйбәт итеп ябып  йөрөй. Ә бер көнө ул килеүгә берәүһе тонсоғоп үлә. Сабыйҙарҙы ҡарарға кеше юҡ ине, атайҙары бер урыҫ ҡатынана  әүрәп сығып китә.

Гөлнәфискә хәтлем ике балаһы үлгәс, әсәһе  уны күҙҙең ҡараһындай һаҡлай. Әсәһе бик ипле, эштә ҡара тырыш, ун дүрт йыл бригадир булып эшләй, бар түше миҙал менән тулған ине. Хатта Мәскәүгә барып ВДНХ-ла бронза миҙалға лайыҡ була. Фермала һауынсылар уны ихтирам итә, ул күп һөйләшмәй, кәрәкле ерҙә генә  үҙенең һүҙен әйтә. Әсәһенең ҡулына араҡы тотоп эсеп ултырғанын Гөлнәфис үҙ ғүмерендә  берҙе лә күрмәй. Эштән эсеп ҡайтҡан аталары әсәйҙәрен туҡмаһа, Гөлнәфис  уларҙың араһына баҫып тора ине. Ә бер ваҡиғаны ул һәр иҫендә тота. Һуңғы сығарылыш кисәһенә ул бара алмай. Сөнки күҙ тирәһе ҡарайып сыҡҡан. Был атаһының касафаты. Ә бәләкәй саҡта һеңлеһе менән ҡустыһын эйәртеп алып урамға ҡасып сығалар ине (һарайға, күршеләргә, урманға). Атайҙары  һуғыш ветераны, ул һигеҙ йыл һуғышта була, фашистарға әсирлеккә эләгә.

- Әсәкәйем, һин бит минең иң-иң ҡәҙерле кешем!-ти ул уйҙарға бирелеп.

Ул ваҡытта Өфөнән алып ҡайтҡан шәкәр-сәйгә, майға, колбасаға, тоҙло балыҡҡа бигерәк тә ветерандар ҡыуана. Уларҙың шат йөҙҙәрен  күреп Гөлнәфис, баш ҡаланың алыҫ булыуына ҡарамай, унда   барырға атлыға.

Гөлнәфистең булған байлығы – балалары. Таң иртәһе уянып Хоҙайҙан һорай: ”Эй, Хоҙайым, балаларымды  аяҡҡа баҫтырырға миңә көстәр бир”! Балалары үҙҙәре лә тырыш, уҡыу алдынғылары, гел “бишле” алып уҡый, мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ҡатнаша. Бындай уҡыусыларҙы бигерәк тә класс етәкселәре ярата, сөнки балалары уларҙың таянысы.

Гөлнәфис тә өлкән улына таянып йәшәй. Ул уның ышанысы, дуҫы, серҙәше. Рифат бар яҡтан да ярҙам итергә тырыша, әгәр ҙә әсәһенең эше булһа, ул ҡустыһын ашатып-эсереп әкиәт уҡып йоҡлата ине, уҡырға барғас дәрестәрен ҡараны. Урта кластарға барып еткәс, Рифат ат спортына  яҙыла, дәрестән һуң ул тура конюшняға бара. Кискә табан хәлһеҙ ҡалып ҡайта, әммә бәхетле күҙҙәр менән өйгә  инә. Бер көнө ул былай ти:

-  Ҙурайғас конюх булам. - Мин бит аттарҙы яратам.

-Улым, һин бит гел “бишкә” уҡыйһың, кешеләр минән “нишләп һәйбәт уҡыған малайыңды уҡырға ебәрмәй конюшняла йөрөтәһең, тиһә, нимә тип уларға әйтермен?

Үҙе минең улым аттың тәмен белеп алды, тип уйлай.

Рифат улы йылмая ғына.

Гөлнәфис улдарын ирҙәр эштәренә ылыҡтырырға тырыша, ”бағананың осон тотоп торһалар ҙа, йөрөһөндәр” тип  эшләгән еренә алып сыға, ер ҡаҙғанда ла көрәк тотоп хәлдәренән килгәнсе ҡаҙып маташалар. Бер ваҡыт ул үҙенең картуфлығын танымай: ярты ер ҡаҙылған.

-Кем быны эшләгән?-тип Рифаттан һорай.

-Беҙ эшләгән инек,-тыныс ҡына. Шулай булырға тейеш һымаҡ, яуап бирҙе улы. Икенсе ваҡытта ла шулай хайран ҡала: кәртәне уратып бағаналар ултыртып сыҡҡандар. ”Нисек улар ике метрлыҡ бағаналарҙы  күтәреп ултырттылыр икән?” -тип башын вата. Рифат туғыҙынсы класты бөтөп объездчик булып эшләй, баҫыуҙарҙы мал-тыуарҙан тапатмай. Совхоз һабантуйы килеп еткәс ул ат сабышында ҡатнаша. Ул унда беренсе урын ала, бүләккә  һарыҡ бирәләр, егеттең башы күккә тейеп ҡайта. Бына бит улың өйгә ит алып ҡайтырға эшкингән, тип өләсәйҙәре  шатлыҡ менән тулған.

 Шул йылы Рифат Өфөгә гимназияға уҡырға китә. Йәйгеһен каникулға ҡайтҡанда ул бер көнө әсәһенә былай ти: “Әсәй, мин Артур (ат спортының жокейы) ағайға барып киләйем әле,-тип күрше ауылға сығып китә. Әсәһе уны кискә хәтлем көтә. Бик борсолоп күрәҙәсегә (танышы) шылтырата һала. Тиҙҙән ул: “Сәйеңде әҙерлә, ун биш минуттан ҡайта”,-ти. Ысынлап та, егерме минуттан һуң Рифат ҡайта.

-Улым, һин нишләп оҙаҡ йөрөнөң?

-Әсәй, беҙ Артур ағай менән ҡолонсаҡты эҙләнек. Уны төнөн урлап киткәндәр.

-Табылдымы?

-Эйе, ул шундай матур, әсәй! Уны һаталар, әйҙә алайыҡ ә,-тип әсәһенә ҡарай.

-Белмәйемсе, улым.

-Әйҙә алааайыҡ,-тип Рифат ялбара.

Гөлнәфис уға “юҡ” тип һис әйтә алмәй, әммә үҙе белә: уны кем ҡарай һуң, улы уҡырға китә, ә ул мәктәптән ҡайтмай.

-Рифат, әйҙә иртәгә Артур ағайыңа  барып һөйләшәйек, йәме,-тип тынысландыра улын.

-Ярай,-тине Рифаты.

Икенсе көнө улар Артурға юлланды. Ир кеше Гөлнәфисте күреп аптырай.

-Улым ҡолонсаҡты алырға уйлай, һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?-тип жокейҙың күҙенә төбәй.

-Ә кем һеҙҙә уны ҡарар икән, Рифат, һин уҡырға китәһең, әсәйең бушамай мәктәптән. Ҡолонсаҡтар  бит, улым, тыуып тора, алырһың, түлкә хәҙер түгел,-тип ағаһы Рифатҡа ҡарай.

Рифаттың кәйефе төштө, әммә  бер нәмә лә өндәшмәй.

Гимназияны уңышлы бөтөп, нефть институтына уҡырға инә. Унда бер йыл уҡығас, әсәйһенә әйтә:

-Әсәй, был минеке түгел,-ти

-Үҙең, улым, беләһең,-тине әсәһе.

Гөлнәфис Рифат улының бәләкәй саҡтан юрист булырға хыялланғанын белә ине. Улы белемле белгес булырға бик күп көс һала. Былар һөҙөмтәле була - хәҙер ул бик көслө юрист. Саида менән бергә Карина тигән ҡыҙҙарын тәрбиәләйҙәр.

Айҙар  гел һағынып көтөп ала  ағаһын, улар бик татыу, көн оҙоно буйы һыу төшәләр, ҡыҙыналар, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Ағаһы ҡайтмаған да ул олатаһы менән балыҡ тоторға йөрөй. Бер көнө улар балыҡҡа барырға һөйләшә. Төнө буйы шыңшып ямғыр яуа, әсәһе уны ваҡытында уятмай. Бер сәғәттән һуң тороп:

-Нишләп уятманың, мин бит олатай менән һөйләштем,-ти.

-Ямғыр ныҡ яуҙы бит, шуға ла уятманым, улым,-ти Гөлнәфис.

Айҙар ашығып-бошоғоп кейенеп тиҙ генә сығып китә.

Кискә табан ҡайта, йылмайып ауыҙы ҡолағына еткән малайҙың, ”бушҡа бармағанмын  бит” тигәндәй ишектән ҡарап тора үҙендәй щуканы тотоп.  Етенсе класта уҡығанда ул “мин табип булам” тип өйҙәгеләргә әйтеп яңғырата. Өләсәһенең ҡайғылы ваҡытында (ҡыҙы үлгәндә) ул уға барып йәшәй. Айҙар бик тырыш, күп таланттарға эйә: ҡурайҙа уйнай, бейей, шиғыр һөйләй, сит телдәрҙе тиҙ үҙләштерә, ойоштороү һәләте  бар. Туғыҙынсы класты бөтөп үҙәктәге  лицейға бирәләр. Унда уҡыусыларҙы табиплыҡҡа әҙерләйҙәр. Шунда уҡығанда ла уны байрамдарға, бигерәк тә Яңы йылға көтөп: “Айҙар ҡайтманымы?” тип һорайҙар. Ул кайтһа, клубта эшләгәндәрҙең күңеле тыныс-егеттең байрамға йәм өҫтәгәнен беләләр. Уңышлы уҡып бөтөп мединститутҡа инә. Уҡып бөткәс үҙәккә ҡайта. Унда үҙенең мөхәббәтен осрата, тиҙҙән Софияға өйләнә, ике ул тәрбиәләйҙәр.

Шулайтып Гөлнәфис гөрләтеп эшләп йөрөй, күрәҙәсенең һүҙен башында ныҡ тота: ғүмер буйы бер үҙең булаһың, әсәйеңде ҡарайһың тигәнде. Өфөгә бергә йөрөгән шофер, Мансур исемле, уны оҡшата, быны ҡатын һиҙеп  туңыраҡ ҡарашта булырға уға тырыша. Әсәһе быны тойоп:

-Ҡыҙым, мин уның әсәһе менән уйнап  үҫтем, артабан да был балалар  күҙ алдымда булды, хәҙер уның балалары үҫеп бөттө. Уға сыҡһаң да була инде, япа-яңғыҙ йөрөгәнсе,-тип кәңәш бирә.

-Ашыҡтырма, әсәй, өрөп ҡабырға кәрәк ,-тине Гөлнәфис.

-Ғүмер  күҙ асып йомғансы осоп  китә,-ти әсәһе.

Бер Өфөгә барғас, тағы күрәҙәсегә барырға була. Ул уға “матур аҡ йортта йәшәйһең, унда һин бик бәхетле булаһың”,-тине  йылмайып.

Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт өмөт менән йәшәй,  бер ваҡытта ла уны өҙмәй.

-Йондоҙҙарыбыҙ бер-береһен эҙләп тапҡандыр, алыҫтағы офоҡтарҙа юғалып торған ак  бәхеттәрем түгел микән?

Оҙон-оҙаҡ уйҙар бер туҡтауһыҙ сырмай ҡатынды.

Тағы ла һынауҙар

Тиҙҙән Мансур быларға йәшәргә килә, бергә тормош йөгөн тарта башлай. Малайҙарға ла, Гөлнәфискә лә һәйбәт ҡарашта була. Бер көнө училищела уҡып йөрөгән Мансурҙың улы  ҡайтып атаһын күрергә килә, ул аяғын һындырған икән. Оҙаҡ атаһы менән һөйләшеп ултыра, сығырға булғанда ла уларҙың хәбәрҙәре һис бөтмәй.

-Әгәр ҙә беҙҙә йәшәһең килһә, йәшә бында,- ти Гөлнәфис.

-Рәхмәт һеҙгә!- тип шатланып китә улы.

-Ҡал, ҡал, улым! Гөлнәфис, мин белдем һин шуны әйтерһең тип,- улынан да бигерәк ҡыуана Мансур.

-Был бала өйҙә толҡа тапмай йөрөй: әсәһе кешеләр йыйып эсә,-тигән уй ҡылт итеп башынан йүгерҙе.

Венер ике йыл быларҙа йәшәй армияға хәтлем. Күҙе арҡаһында уны  армияға алмайҙар. Элемтәсегә уҡып ала, шунан өйләнә, хәҙер ҡыҙҙары бар. Тағын да быларға иренең ике туған ҡустыһы килеп йәшәй. Ул көмөрө ине, ”быға мин ғәйепле: бәләкәй саҡта сәңгелдәккә бәүелеп тороп уны өҙгәнмен, ул ысҡынып  урындыҡтың ҡырына һуғылып-ҡағылып иҙәнгә төшкән, уның умыртҡа һөйәге һынған була, берәү ҙә уны белмәй, үҫә-үҫә ул көмөрәйә”.

Гөлнәфистең шул йылдарҙа бер туған Сания һеңлеһе йәшләй генә ҡаты ауырыуҙан һуң үлә. Уның алты йәшлек улы ҡала. Ул хәҙер үкһеҙ етем. Малай башта өләсәһе менән йәшәй, ”Рөстәм ғаиләлә йәшәргә тейеш” тип уны Гөлнәфис үҙҙәренә алып ҡайта.

-Ул һеҙҙең ҡустығыҙ, беҙҙең менән йәшәй,-тине улдарына Гөлнәфис.

Әсәһе үлгәс, малайҙың был донъяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә. Уның йәшәйһе генә түгел, хатта ашағыһы ла килмәй. Малай үҙенә йомолоп, депрессияға бирелә. Быны Гөлнәфис аңлай, бар көсөн һалып уға ярҙам итә. Рөстәм былай ҙа күп һөйләшмәй, бик уйсан була. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ул Гөлнәфисте саҡыра. Малай шиғыр һөйләй, бейей, ике бүләк бирә, ”берәүе өләсәйгә” ти. Байрам өҫтәлендә барыһы гөрләшеп сәй эсте. Өйгә ҡайтҡас, Рөстәм өләсәһен ҡотлап бүләген тапшыра (ул да кинәт кенә ауырып быларҙа ята ине) шунан Гөлнәфисте килеп ҡосаҡлап “инәй, мин һине әсәй тиһәм буламы?” тип илап һорай.

“Нишләп булмай ти, мин бит һинең әсәйеңдең апаһы. Һиңә, әлбиттә, әсәй булам инде”,-субырлап аҡҡан йәштәрен һөртә-һөртә улын ҡосаҡлай.

Тора-бара ул ағайҙарына оҡшарға тырыша: уҡыуы ла һәйбәт. Бар ерҙә әүҙем ҡатнаша, ҡурайҙа ла уйнап өйрәнә, бейергә лә, моңланып китһә йырлай ҙа ине. ”Әсәй, мин ағайҙарымдың фамилияһын алам” тип Гөлнәфискә белдерә. ”Әйҙә ал”,-тине ул. Мәктәпкә барғас уҡытыусылар менән кәңәшләшеп, үҙенең фамилияһы эргәһенә быларҙың фамилияһын яҙырға булдылар. Ә бына туғыҙынсы класҡа еткәс ул үҙенекенә күсергә мәжбүр була. Математиканы яратты, шуға ла Рөстәм үҙәккә китеп математика фәненә өҫтөнлөк бирелгән лицейға уҡырға инә. Уны уңышлы бөтөп университетҡа барып имтихан бирә, баһалары һәйбәт булһа ла уны алмайҙар (атаһы сит ил кешеһе була). Икенсе йылына ауыл хужалығы институтына  уҡырға инә. Унда бергә уҡыған Миләүшә исемле ҡыҙға  өйләнә, уларҙың Искәндәр исемле улдары бар.

Шул ваҡытта быларҙың ғаиләһе ишәйә. Күңеле киң булған кеше барыһын һыйҙыра, берәүҙәре  “раскладушкала”, икенселәре иҙәңгә түшәлеп ята.

Мансур хәҙер түрә булып эшләй башлай, бар кешеләрҙе хайран ҡалдырып ап-аҡ күлдәк менән галстук тағып, хушбуй һөртөп, бына тигән машинаға ултырып ул эшкә сығып китә. Ә Гөлнәфистең эше бик ыңғайламай ул осоро, “тура әйткән туғанына ярамаған” тигәндәй, уға түрәләр күҙенә сүп һалып ыҙалата. Ул үҙе ваҡланып сүп-сар ғәйбәт һөйләп йөрөмәй, бигерәк тә ике йөҙлө булырға яратмай. Гөлнәфис башкөллө уҡытыуға сумып, ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Шул йылдарҙа (йыл уҡытыусыһы, асыҡ дәрестәр, ЕГЭ һөҙөмтәләре һ.б) ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Тик эшен баһалаусы ғына кеше юҡ.

Гөлнәфис бар яҡтан да ярҙам итте Мансурға. Ул ҡатынына таянып үҙе лә белмәгәнен белергә тырыша. ”Ирҙе ир иткән ҡатын тигәндәй, Гөлнәфистең бында өлөшө күп”,- тиешә кешеләр. Тиҙҙән  районда  күренекле, ауылда абруйлы кешегә әйләнә. “Ап-аҡ бәхеттәр мине лә уратып үтмәне”,- тип бәхетле йылмая Гөлнәфис. Йомро яҙмыш йомғағы  тәгәрәй -тәгәрәй килә, уларҙың бәхетле йәшәүҙәренә һигеҙ йыл да тулып килә.

Түрә булған кеше “үтә күрә” тиҙәр, эргәһендә ярамһаҡланып йөрөгән кешеләрҙе генә түгел, гүзәл заттарҙы ла. Тағын да “бәхетле кеше нурлы” булғанын да ишетәбеҙ (Мансур үҙен бәхетле тоя ине). Ә быны  инде ҡатын-ҡыҙҙың сырағы бер йылмайыуға улар биш мәртәбә йылмайып өлгөрә. Бына Мансур ҙа шундай йәш сибәркәйҙең ҡармағына  эләгә. Совещанияларҙан ҡайтҡанда юлда туҡтап ҡунаҡ булалар ,ярты төн уртаһында ҡайтыуҙар йышая ,үҙенән араҡы еҫе аңҡый.Ә Гөлнәфис таң иртәһе менән тороп уны эшкә әҙерләй: уяулы- йоколо килеш йыуындырып,ашатып-эсереп(бер рюмка менән башын йүнәлтеп) эшкә оҙата,ире уға ҡарап “һинең кеүек ҡатындар юҡ ул әй”,ти.Һәтһеҙ был дауам итте.

Бер көнө уға әхирәте әйтә: ”Һинең Мансурың Роза менән йөрөй тиҙәр”. Иҫ-аҡылы китеп уның башҡа әйткән һүҙҙәрен Гөлнәфис һис ишетмәй... Хәҙер хис-тойғолары уны ожмахтан алып тамуҡҡа ырғыта: ире хыянат иткән, быны нисек кисерергә! Әсе  йәштәре бер тутауһыһ тәгәрәй бирә. Оҙаҡ уйланыуҙар уны һөйәркәһенә илтте. Унда ул Мансурҙы күрә, ”үҙ күҙҙәрем менән күрәйем тип килдем”, ти аптыраған  иренә. Шул ыңғайы ишекте йән көскә  ябып сыға. Мансур ҡатынының  артынан кейемен кейә-кейә  йүгерә. Өйгә ҡайтып ингәс Гөлнәфис  теге-был яҡтан   күренгән әйберҙәрен йыйып төйнәй.

-Нишләп, Гөлнәфис, мине тыңламайһың, зинһар, һөйләшәйек әле,-ти Мансур.

Гөлнәфис ишекте шар  асып ҡуя.

 –Һөйләшкең килмәйме сәпсим, Гөлнәфис,-ти ире уның алдына баҫып.

  –Юҡ,-тине ҡатыны.

Мансур әйберҙәрен йөкмәп  алып ата-әсәһе йортона ҡайтып китә.

Гөлнәфис  балалар йортона йөкмәтелгән эш буйынса барырға була. Алдан килгәс ул кешеләрҙе көтөп диванға барып ултыра. Төрлө яҡтан уны балалар һағыҙаҡтай һырый.

-Ә нишләп бер ҡыҙ алмайым әле, бүлмәләрем буш тора, - мин бит һәр ваҡыт “минең дә ҡыҙым булыр әле” тигән өмөт менән йәшәнем.

Был фекерҙе балаларына еткерә. Улар үҙең беләһең тинеләр. Бер йыл уйланғандан һуң ҡыҙ алырға ниәтләнә.

Бөгөн ук сығып китмәһәм, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ, тип тиҙ  йыйынып өйҙән роноға бара, унан балалар йортона юллана. Унда барғас алдына фото һалалар.

-Юк, мин үҙен күрәһем килә,-ти ҡатын.

Ҡыҙҙы алып киләләр, дүртенсе синыфта уҡый икән.

-Гөлназ, әйҙә беҙгә ҡунаҡҡа,-тип кенә уға өндәшә алды Гөлнәфис.

-Барам,-тине ҡыҙ.

Автобусҡа ултырғас, ҡыҙ Гөлнәфистең ҡулын ныҡ итеп тотоп ала, шул ыңғайы йылы  бар тәненә  тарала. Барып еткәс магазинға инәләр.

-Үҙең һайлап ал, ниндәйе оҡшай,-ти Гөлнәфис ҡыҙҙың сәтләүек һалып эшләнгән тортҡа ҡарап торғанын күреп.

Икенсе көнө бөҙрәханағаға барып сәсен ҡырҡыталар, яңы күлдәк  һатып алалар.

Гөлнәфистең ҡустыһы уларҙың ҡайтҡанын көтөп тора.

-Күрәһеңме, хәҙер минең ҡыҙым бар, уның исеме Гөлназ, дүртенсе синыфта уҡый,-тине Гөлнәфис уларҙы таныштырып.

-Гөлназ, әсәйең  һине бик бәхетле  итәсәк,-ти ҡустыһы ҡыҙға ҡарап.

Гөлнәфис Зөләйхә әхирәтенә шылтырата һалып:

-Хәҙер генә ҡыҙың менән бергә килегеҙ, -тине Гөлнәфис.

Оҙаҡламай улар килде.

-Миндә бер яңылыҡ бар”,-ти Гөлнәфис уларға ҡарап.

-Прическамы? Күлдәкме?-тип теҙеп китеп һорай Земфира.

-Юҡ, минең хәҙер ҡыҙым бар,-Гөлнәфис  тултырып уға ҡарай.

-Нисек алырға булдың һин?-тип аптырай әхирәте.

-Мин бер йыл уйлап йөрөнөм,-тине Гөлнәфис.

Икенсе көнө ҡыҙ мәктәпкә бара. Гөлнәфис уның һәр бер дәресен күҙәтә, физкультура дәресенә костюмы юҡ икәнен белә.

Балалар йортонан шылтыраталар:

-Хәҙер үк кейемдәрҙе алып килегеҙ, трусиғына хәтлем.

Шул ыңғайы Гөлнәфис менән Гөлназ магазинға сыға, Гөлнәфис ҡыҙҙы баштан-аяҡ кейендерә. Мәктәпкә барғас, уҡыусылар ғына хайран ҡалмай, хатта уҡытыусылар ҙа күҙҙәрен баланан алмай икән:

- Гөлнәфис менән улар бер-береһенә бер тамсылай оҡшаған ,-тиештеләр.

Ә бер кисен Гөлназ бүлмәһенә инеп  шыңшып илап ята.

-Һм..Һм...

-Нимә булды, мин белергә тейешмен, һөйлә,-ти Гөлнәфис.

Ҡыҙ тиҙҙән яҙылып китеп һөйләй:

-Минең иптәш ҡыҙым бар. Уның исеме Света, беҙ уның менән ҡан туғандары булыштыҡ. Ҡулдарҙы булавка менән ҡанатып  ҡауыштырҙыҡ, мәңгегә бергә булырға ант иттек,-ти ул.

Света урыҫ ҡыҙы, уны берәү ҙә алмай ине. Яңы йылға улдары күстәнәстәр тотоп ҡайтҡан, шыршы ултырттылар. ”Светаны ла саҡырайыҡмы”, тип баҙнатһыҙ һорай Гөлназ Гөлнәфистән. ”Саҡыр”, тине ул.

Светлана килде. Ул матур йырлай, шуға ла оҙаҡламай уның артынан “концертта ҡатнашаһың” тип килеп еткәндәр. ”Юҡ мин бер ергә лә бармайым”, -ти Света.

-Мине бында Гөлназ менән ҡалдырығыҙ, апай, мин һеҙҙең бар эшегеҙҙе эшләрмен, зинһар, рөхсәт итегеҙ,-тип илап үтенә ҡыҙ бала.

Хәҙер инде өсәүләшеп улар иларға тотондо. Машинала көтөп ултырған шофер өйгә инеп:

-Нишләп һаман сыҡмайһың?

-Камил ағай, уезжайте!-тип икәү бергә әйтә ҡыҙҙар.

Икенсе көнө Гөлнәфис балалар йортона  барырға була.

-Әйҙә алығыҙ, беҙ һеҙҙең ғаиләгеҙҙе беләбеҙ,-тип әйтеп документарҙы теҙеп өҫтәлгә һалдылар. Уларҙың араһында инвалидлыҡ тураһында (йөрәк ауырыуы) таныҡлыҡ та ята ине. Гөлнәфис саҡ тышҡа сығып китә, дүрт ярым саҡрым буйы әсе йәштәр өттө уның битен. ”Үҙеңдән башҡа кешене әүлиә тип күр” тейҙәр, мин  уларға  ышандым, ә улар... Өйгә ҡайтҡас, һарайға инеп ҡар менән йыуына.

-Әсәй! Йылы сәй эсеп ал!-ҡаршыһына йүгерешеп сыға ҡыҙҙар, берәүһе пальтоһын ала, икенсеһе шапкаһын.

-Документарҙы алдым, хәҙер һин, Света, беҙҙеке инде,-тине ул ҡыҙға йылмайып.

Бер ике аҙна үткәс быларға Светаның ике туған ағаһы менән еңгәһе килә. Кемдәр икәнен белгәс, Гөлнәфис “беҙгә туғандары менән аралашырға тыйҙылар”,-тине.

-Беҙ ҙә уны алған инек, әсәһе эсеп килеп беҙҙе йонсотто, йә итте, йә икенсе әйберҙе тотоп сығыр  ине. Беҙ ҡыҙын кире алып барырға мәжбүр булдыҡ,- тиҙәр.

Оҙаҡламай сығып китәлә. Гөлнәфис “былар минең менән танышырға килгән” тип уйлай. Светаның әсәһенең атаһы икенсе әбей алып йәшәй, шуның ҡыҙы Гөлнәфистең иренән бала тапҡан. Шул әбей ауырып больницаға инеп китә. Гөлнәфис менән Света уға бара.

Әбей илай: ”Әгәр ҙә мин ҡыҙымдың һеҙҙең ирегеҙҙән бала табырын белһәм, бәләкәй саҡта уҡ уны юк итер инем”,-үҙе эш боҙғандай әйтә бахыр әбей. Гөлнәфис шикләнеп башҡа уға бармай, Светаны ғына йөрөтә.

“Ҡыҙлы булған йорт йәмле, ҡыҙы булған әсәй бәхетле” тиҙәр. Бына Гөлнәфис кискә табан эштән ҡайтып килә. Өйө алыҫтан балҡып яна. Унда ингәс ҡыҙҙар ҡаршыһына йүгерә: “әсәй, беҙ бөгөн интернеттан ҡарап тәмлекәс бешерҙек” тип. Шул ыңғайы уны ултыртып һыйлай башлайҙар. ”Нисек?” тип уға ҡарайҙар, “телеңде йоторлоҡ” ти Гөлнәфис. Шунан һуң улар диванға барып ултыра. Гөлнәфистең “нисек көнөгөҙ үтте?” тигәнгә, улар барыһын теҙеп һөйләй. Дәфтәрҙәрен алып өйгә бирелгән эштәрен тикшерә. ”Иң беренсе, ҡыҙҙар, уҡыу, ә бәйләргә, сигергә, бешерергә киләсәк тормошоғоҙҙа кәрәк булыр тип өйрәтәм”,- ти. Һәләтһеҙ бала булмай тип ҡыҙҙарҙы мәктәптә үткән сараларҙа тырыша ҡатнаштырырға, Гөлназды бейергә өйрәтә, ә Света менән бергә йырлап уның һәләтен камиллаштыра. Ҡыҙҙарына ҡыуанып бөтә алмай, ә бит уның күңеле ҡасандыр ҡыҙы булыуын тоя ине, бәлки, Аллаһы Тәғәлә уны иҫкәрткән.

Гөлназ һәйбәт уҡыны, математиканан олимпиадаларға йөрөй, хатта республика олимпиадаһында призлы урындар ала, Гөлнәфис репетиторҙарҙы яллай, үҙе лә уның менән күп эшләй. Мәктәптә ойошторолған сараларҙа ҡыҙҙы ҡатнаштырырға тырыша, бейеү кейеме тектерә. Ун беренсе класты бөтөп “институтҡа барырға” тип маҡсат ҡуялар.

Уҡыуын бөткәндә ҡыҙға ун һигеҙ йәш ине. Гөлнәфис уға матур күлдәк һатып ала, түфлиҙарын үҙе ҡалаға барып һайлай.

-Бөтә ҡыҙҙар тырнаҡтарын оҙонайтып буятҡан,-ти бер көнө Гөлназ.

-Әйҙә һин дә уны эшләт һуң, нисә һум тора ул,- тип ҡыҙынан һорай Гөлнәфис.

-Лилия биш йөҙ тип әйткән ине,-ти ҡыҙ.

-Бына биш йөҙ,- тип кошелегын аҡтарып аҡсаһын алып һуҙа.

Төштән һуң киткән ҡыҙ ун икелә генә өйгә ҡайта, үҙе илаған, асыҡҡан, “Лилиә  үҙ  йомоштары менән алып йөрөнө”, ти.

-Әйҙә ултыр,-тип сеүәтәһенә аш ҡойоп ултыртып ашата әсәһе.

Гөлнәфис улы менән Гөлназдың репетиторҙарына сервиз алырға китә. Улар әҙерәк һуңлап байрамға килә, залда өс ата-әсә балаһына гөлләмәләр алған.

-“Нишләптер, беҙ уның турала һөйләшергә онотҡанбыҙ,-тип уйлай Гөлнәфис гөлләмәләрҙе күреп.

Аттестаттар тапшырып бөткәс, барыһы ашханаға юллана. Гөлнәфис  Гөлназға сервиздарҙы тоттороп уҡытыусыларға тапшыр тине. Гөлнәфис ҡыҙының ауыр ҡараштарын күреп “нишләп улай ҡараны икән” тип башын вата башлай, ул уға ҡараһа, тегенеһе икенсе ергә ҡарай, “был бала үсеккән” тигән ҡарарға килә. Гөлнәфистең кәйефе төшә, хәҙер бында ҡалаһы ла килмәй,  “минһеҙ  байрам итһен” тип сығырға ашыға, класс етәксеһенә аңғартып ҡайтып китә. Өйгә ҡайтҡас диванда  сисенмәйенсә бер килке ойоп ултырҙы ла кинәт ҡаты йоҡоға китте, ете төн уртаһында уянып бөтә ерҙә шәм янғанын күрә. Иҙәнгә ташланған әйберҙәр ята, өйҙә ҡыҙ юҡ. Гөлнәфистең йөрәге һыҙлап һис тынсый алмай, бында-тегендә йөрөй бүлмә буйлап. “Башта Дамир класташына шылтыратып һорайым”, тип егеткә шылтырата һала. Тегенеһе “ул беҙҙең менән тәбиғәткә сыҡманы”, ти.

Гөлнәфискә завучҡа әйтергә тура килде, ул “директор менән ҡалаға барабыҙ, уның туғандарына инербеҙ, моғайын, шундалыр”,-ти. Гөлназ шунда булған, ”әйҙә ҡайтайыҡ”, тигәнгә” мин үҙем киске автобус менән ҡайтам”, тигән.

Юҡ, ул ҡайтманы. Гөлнәфистең әхирәте былай ти:

-Әйҙә эскән туғандарында ята бирһен, бәлки, һинең ҡәҙереңде белергә яҡшы булыр.

Бер нисә көн үткәс, туғаны булған ҡатын Гөлнәфискә шылтырата:

-Нишләп килеп алмайһың, йүнһеҙ ҡатын һин, балаңды йөрөтәһең, беҙҙең аҡса юҡ уны аҫырарға, беҙ ”аҡ өйгә барып жаловаться  итәсәкбеҙ”,-тип бөтөрә һүҙен.

Йәйге айҙарҙа ҡыҙ пенсия алмай башлай, сөнки ун һигеҙ йәше тула, уҡырға ингәс кенә ул түләнә. Бында-тегендә эшләй тип ишетелә. Бер ваҡыт ҡыҙыл “Жигули”гә ултырып бер йәш егет менән “әйберҙәремде алырға килдем”, тип килде.

-Үҙеңдекеләрҙе генә  эҙләп ал,-тине Гөлнәфис.

Бер ҡосаҡ әйбер тотоп сығып китте Гөлназ, багажникты асып  уларҙы бырғатты.

-Һин үҙең ғәйепле, Гөлназ,-тип әйтә  уға Света.

-Ул миңә аҡса  бирмәне выпускнойға тырнаҡ эшләткәндә,-тине Гөлназ.

-Мине лә һин  предала,-   туп-тура күҙҙәренә ҡарап әйтә Света.

Улар киттеләр. Света әйберҙәрҙе урынлаштыра. “Моңһоҙ йыр кеүек ҡалды өйөм”,-тип Гөлнәфис моңайып  ултыра. Ҡыҙы эргәһенә килеп:

-Әсәй, ул  беҙгә  барыбер киләсәк,-тип илай.

-Мин дә шулай тип уйлайым, ҡыҙым.

Ут-ялҡын йотоп ултырған әсәй Светаны ҡосаҡлай.

Ауылда Гөлназ һөйләгән имеш-мимеш һүҙҙәр Гөлнәфискә барып етә. ”Ул беҙҙе дискотекаға ебәрмәне, клубка”, ә бер уҡытыусыға “ул миңә сәскә алып бирмәне”, тип әйткән.

“Ә бит һиңә ниндәй матур сервиздар алып биргән”,-тигән ул уҡытыусы.

Гөлназ имтихандарҙың уңышлы тапшырған ине, ул иҡтисадсыға уҡырға инә. Дүрт йыл уҡый. Стипендияны ла арыуыҡ ала. Аҙаҡ төрлө ҡалаларҙа эшләй, фатир бирәләр. Ауылға килгәндә Гөлнәфис менән осраша:

-Мин өҫтәл әҙерләйем, Света менән инерһегеҙ,-тине уға Гөлнәфис.

Юҡ, ул инмәй китте. Гөлнәфистең күңеленә был таштай ята. Тиҙҙән Гөлназ Өфө ҡалаһына барып һатыусы булып эшләй, шунда бер егет  менән танышып уға кейәүгә сыға. ”Ҡала егетенә сығам мин”, тигән хыялы  тормошҡа ашты, берәүҙәрҙең яңғыҙ улы булған. Хәҙер ҡыҙы менән улы бар. Барыһы һәйбәт, бәхетле йәшәй төҫлө, ә бына күңелкәйҙәре әсәһен уйлағанда әрнемәйме икән? Ә Гөлнәфис ҡыҙға  күңелендә аҙ ғына ла асыу тотмай, үҙенең балалары араһынан һис айырмай, аят уҡыған һайын уға ла һаулыҡ, бәхет теләй.

 Әлбиттә, әсә күңеле өмөтләнеп осрашыуҙы көтә...

Туғыҙынсы синыфты бөткәс, Светаны Гөлнәфис  профучилищеға алып китә ҡалаға. Уны алалар, ул бик тырышып уҡый, ике генә “дүртле” сығара. Дүрт йыл уҡып дүртенсе разрядлы ашнаҡсы булып сыға. Ҡыҙ илап ебәргәс, Гөлнәфис аптырап “нишләп илайһың”, тигәс ул ”мин әсәйемдән оялам-уның  бер ниндәй ҙә дипломы юҡ”, тине Света.

Бәхет көмбәҙе асылһа...

Тиҙҙән эшкә лә урынашып эшләп китә, ул торттар бешерә. Бер көнө Света шылтырата:

-Мин интернеттан Вадим тигән егет менән таныштым. Ул мине Волгоград ҡалаһына алып китәм тип килгән.

-Хәҙер генә миңә килегеҙ,-тине Гөлнәфис.

Тиҙҙән улар килеп етте.

-Вадим, бер ергә лә Светаны алып китмәйһегеҙ, уның статусы юҡ.

-Ул нимә  була ул?-тип һорай Вадим.

-Никахлашыу, әйттереү, һуңынан туй,-тине Гөлнәфис, ә үҙе “никахһыҙ баланы биреп ебәрмәйем”,тип уйлай.

-Мин ризамын,-тине Вадим.

“Мин Магнит ҡалаһына иртәгә сығам, ә һин сюрприздар көт”,-тип Вадим бер ҡағыҙға яҙып Светаға ҡалдырған.

Иртәнсәк Светаға ҡыҙыл роза гөлләмәләре алып килделәр. Тиҙҙән уға әхирәте килеп “бөҙрәханаға барабыҙ” тине, унда Света сәсен ҡыҫҡартып прическа эшләтә, ”түләйем” тиһә “түләнгән” тиҙәр, барып каруселдә өйҙөләр. Бында ла түләнгән. Әхирәте Светаның   яратҡан тирына алып инде, бөтә приздарҙы ала (һәйбәт ата ине) тағын үҙенә ҙур айыу тотторҙолар. Унан сығыуҙарына бер ҙур ҡумта  алдарында ултыра.

“Абау, бында нимә бар икән?” тип  ҡыҙҙар аптырай. Тиҙҙән бер ҙур өйөр йәйғор төҫтә шарҙар күтәрелә, һәр береһенә “яратам” тип яҙылған. ”Карета” егелгән аттар ҙа килеп туҡтай. Уларҙы ултыртып проспект буйлап киттеләр. Бер ерҙә ҡыҙҙарҙы такси көтә ине, ул аэропорт яғына юлланды. Бер юлды күреп туҡтай, дөрөҫөрәге ике аллея ине. Берәүендә аҡ роза сәскәләре түшәлгән, ә икенсеһендә-ҡыҙыл. Ҡыҙ аҡ розалар булғанынан атлап китә. Ошо юлдан уға ҡаршы Вадим аҡ гөлләмәләр тотоп килә, ә уның артынан дуҫ-иптәштәре.  Вадим теҙләнеп тороп ҡыҙҙың ҡулын һорап балдаҡ кейҙерә, сәскәләр бүләк итә. Тиҙҙән барыһын “ресторан”ға саҡыра.

Салт аяҙ күктә ҡояш алһыу-алтын нурҙарын шашынып ғашиктарға һибә. Шул сәселеп түгелгән нурҙар  ямғырында ике  йән ап-аҡ бәхеттәргә төрөнөп ҡойона ине...

Зәһәр матур әкиәттәй булды  был туй, әлбиттә, ул йәштәр йөрәгендә ғүмер буйы  һаҡланыр.

Вадим өйгә лә килеп әйттерҙе.

-Әсәй, мин ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға килдем,-ти.

-Ә һин Света ризаһыңмы?-тип һорай әсәһе.

-Мин уны яратам,-тип илай Света.

Ҡыҙыл таҫма менән Гөлнәфис уларҙың ҡулдарын бергә бәйләй.

Туйҙары бер йылдан була. Улар барыһын үҙҙәренең көсө менән уны үткәрәләр. Матур донъя ҡороп, бер-береһен кәҙер итеп  йәшәй башланы. Светаға йөрәгенә операция эшләттеләр, тиҙҙән Лия тигән ҡыҙҙары тыуа. Икенсе балаһы тыуғанда Вадим һуғышта ине. Света аптырауға ҡала.

-Военкоматҡа бар, улар һиңә ярҙам итергә тейеш,-тип кәңәш бирә Гөлнәфис.

Ысынлап та машинаһын да, кешеһен дә бирҙеләр, тағын Вадим “ҡайтам” тип хәбәр ебәргән (һул  ҡулы яраланған). Уға баш ҡаланың больницаһында операция эшләгәндәр, унда күп тә ятмай улына операция эшләгәнен ишетеп ҡайтырға була. Яҡын дуҫы унда инеп телефон аша Света менән Вадимды һөйләштергән. Света тәүге мәртәбә көлөп ебәрә Вадимдың тауышын ишетеп. Ул ҡайта, Света хәҙер барыһы һәйбәт булыуына ышана. Вадим улын ҡосаҡлап алып бар бүлмәләргә йөрөтөп операцияға һала, ишек төбөндә тороп уны эшләп бөткәнен көтә. Барыһы ла һәйбәт булғас, уны саҡырттылар. “Һеҙгә китергә кәрәк, уң ҡулығыҙ эшкинә”, тиҙәр.

Ҡыҙҙар китте. Ҡатындың  күңеле өшөй. Шул тойғоға ҡушылып шыңшып ямғыр яуа. Бүлмәләрҙә ут яна, бар ишектәр шар асыҡ, әйтерһең елдәр кинәнеп уйнай. ”Буп-буш өйҙә яңғыҙым, хатта күбәләк тә эргәмдә осмай”, тип яратҡан шағирының һүҙҙәрен  иҫенә төшөрә. Гөлнәфис өҫтәл артында  талғын ғына йыр тыңлай:

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,

Ауыр уйҙар тонон яра ҡамсыҡ булып

Әрнеүҙәре тама-тама тамсы булып...

-Эйе, миңә йылы усаҡ кәрәк, унһыҙ мин өшөйөм, тағын бер ҡыҙ баланы алырға кәрәк,-тине ул  үҙ үҙенә.

Оҙаҡ уйламай икенсе көнө үк балалар йортоно юллана.

-Бер ҡыҙ бар, уны алалар ҙа кире алып киләләр, ауыр бала инде.,-ти мөдир ҡатын.

Ҡыҙҙы алып килделәр, ул былар менән һөйләшеп бөткәс “уйлап ҡарармын” тип кенә өндәшә. Икенсе көндө “ризамын” тип хәбәр ебәргән. Гөлнәфис уны алырға бара, ҡайтып килгәндә кафеға индереп ашата, ”һигеҙенсе класта уҡыйым”, ти. Бергә йәшәй башлайҙар. Ярты йыл тулғас уға паспорт юллап  алып бирә. Туғыҙға барып еткәс, ”класс етәксеһе мине талай”, тип илап ҡайта.

-Нимә булды?-тип һорай Гөлнәфис

-Миңә ул тиктән тик бәйләнеп кенә бара,- ти Луиза.

-Ә һин унынсы класты уҡырға теләйһеңме?-тип ҡыҙҙан һорай.

-Юҡ,-ти ҡыҙ.

Ғаризә яҙып улар педколледжға йыйынды.

-Минең әсәйем эсә, өйҙә биш бала, мин дә һинең менән уҡырға барам,-ти уның әхирәте.

Тағын өс ҡыҙ барырға теләй, уларға ризалыҡ бирмәйҙәр.

Колледжға барһалар, кеше тулған, ”һеҙ беҙҙең коллега булараҡ беҙ һеҙгә  ярҙам итергә уйланыҡ, баһалары ла һәйбәт, уҡый алмаған балалар була, шуларҙың урынына алырбыҙ, тинеләр. Ҡыҙ уҡып китә. Луиза  өсөнсө курста  бүлмә ала, ә  уҡыуын ташларға йөрөй.

-Нишләп ташларға булдың?

-Һин мине үҙең көсләп бында алып килдең,-ти ҡыҙ.

-Диплом алырға кәрәк бит,- тине Гөлнәфис.

Аҙаҡ уҡырға бармай икенсе районға өләсәһенә сығып киткән.

-Нишләп уҡымай йөрөйөң,- тип шылтырата һала Гөлнәфис.

-Мин  өләсәйҙә түгел, апайымда,- тине ҡыҙ.

 Ә апаһы уның эсергә ярата, быны ишетеп Гөлнәфис яфалана.

-Луизаны иртәгә уҡ ҡайтарып ебәр, ебәрмәһәң мин полицияға хәбәр итәм. Ишетәһеңме?-тип ҡаты әйтә апайына Гөлнәфис,-иртәгә туғыҙға килеп етһен уҡырға.

Һуңламайынса ҡыҙ уҡыуына килеп етә.

-Улар эстеләр, иҙәндә шыуып йөрөгән бәләкәсте ташлап китергә йәлләнем,-тине ҡыҙ Гөлнәфискә ҡарап.

Бер егет менән таныша, уныһы бер ерҙә лә эшләмәй, был ҡыҙ машина йыуып йөрөй, ә бүлмәгә, кредитҡа түләргә кәрәк. Документтарын колледждан барып алған. Бер йылдан өйгә ҡайтып:

-Әсәй, мине уҡыуыма кире ҡайтырға ярҙам ит,-тип килгән.

-Уны эшләп булмай,-тине Гөлнәфис.

Тағын бер килгәндә “уҡыуға урынлаштым тегенсегә”, ти ҡайҙа. Унда бухгалтер менән ирешкән өсөн уны ҡыуырға булгандар. Гөлнәфис унда  барып  һөйләшә, торлаҡтан бүлмә алып егете менән ташлашырға вәғәҙә бирҙе. Тиҙҙән бер егет менән танышып бер бүлмә алып сыҡҡандар. Ул егетенең дә исеме Дамир. Ул медицина хеҙмәткәре, үҙе пединститутҡа ингән, уға өй биргәндәр, унда әле күсмәгәндәр, ”яйлап күсербеҙ, башта мебель алайык”, тиҙәр, өс йәшлек Лилиә исемле ҡыҙы бар.

Гөлнәфистең бөтә ғүмере дөрләп янып һүнгән ялҡындай күҙ алдынан үтеп китте. ”Бар байлығым – балаларым, улар тип йәшәнем был донъяла, мин улар менән ғорурланам. Бала саҡтан хыял иткән һөнәрҙәренә ирештеләр, аң-белемде бөртөкләп йыйып белемле белгес булдылар”,-ти ул.

Гөлнәфис ҡалаға өйрәнеп алды, дуҫ-иштәре лә күбәйә. Улар менән бергә мәсеткә барып-ҡайтып йөрөй. Айҙар улы менән София  килене  килеп йөрөй, “алай ҙа бер улым эргәмдә йәшәй” тип ул уға ҡыуанып бөтә алмай. Ә ҡалған балалары көн һайын шылтыратып хәлен һорашып торалар.

Бына Гөлнәфис тротуар буйлап һәлмәк аҙымдар яһап, яҙ һулышын алып килә. Бер ергә лә ҡабаланмай бар донъяны күҙәтә. Яҙ еҫе аңҡый. Кешеләрҙең кәйефе күтәренке, балаларҙың тауышы бында-тегендә  яңғырай. Быларҙың бөтәһе Гөлнәфистең күңеленә яҙ өҫтәй, “мин яҙҙы бигерәк яратам!” ти. Тиҙҙән уның күңеле бәхет һәм наҙ менән тула.

Эйе,  тышта яҙ. Көндәр шундай матур! Салт аяҙ күк. Ер терелә. Бер туҡтауһыҙ ҡарҙар ирей, күләүектәр менән тамсылар төнө буйы шыбырлап аға. Яҙғы һулыш ала күңелдәр. Еләҫ яҙғы ел биттәрҙе наҙлап- һыйпап иркәләй. Бөтә донъя яҙҙың илаһи нурҙарҙарына наҙлана.

 Ошо мәлдә бар ислам донъяһы изге Рамаҙан айына әҙерләнә. Ул ай  гонаһтарҙан ҡотолоу, ғәфу ителеү айы тип һанала. Гөлнәфис тә был айҙы бик көтөп ала, бигерәк тә мәсеткә йөрөгән әхирәттәр менән уның күңеле бер ине. Мәсеткә барып көн оҙоно буйы бер нисә көн инде улар  байрамға әҙерләнә. Бына байрам ашығып килеп тә етте. Иман йортона мосолмандар ағыла... Байрамға ғәжәп зауыҡлы кейем кейеп килгән кешеләр бер-бер артлы инә мәсеткә. Улар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа бар, барыһы түңәрәк яһап балаҫ өҫтөнә ултыра. Тәҙрәнән шундай яҡты илаһи нурҙар һирпелеп барыһын сәләмләй. Мөслим Хажи иҙге Рамаҙан айына бағышлап вәғәз һөйләй. Гөлнәфис хәҙер барыһынан да өҫкә  күтәрелеп ошо илаһи нурҙарҙа ҡойонғандай үҙен тоя. Шундай ләззәтле ҡойоныу булды ул! Һис тын алмай, күҙҙәрен йомоп битен ҡуйып бер туҡтауһыҙ ҡойондора...

Мөслим Хажи вәғәз һөйләп бөткәс изге Ҡөрьән Кәримде уҡый. Бар халыҡ китапты асып ул уҡығанды  күҙәтеп бара.

Имам йортондағы кешеләрҙе күңелдәре тулы шатлыҡ менән, булған  уйҙарҙан улар азат. Уҡылған доғалар зәңгәр күк йөҙөн осоп йыһандың үҙенә күтәрелеп яңғырай шаңҡып.

Гөлнәфис ҡылған доғаларының артынан әйтә: ”Хоҙайға рәхмәтлемен - ғүмер биргәнгә”.

Шунан балаларына теләктәр уҡый:

Балаларым булһын имен-һау,

Яҡты булһын үтер юлдары.

Аҡыл, иман юлдаш булһын улдарыма,

Әҙәплелек насип булһын килендәремә.

Беҙҙең нәҫел киләсәктә ҡабул ҡылһын

Иманлы дин хәҙистәрен.

Бөтмәҫ рухи хазинаға мине алып килгән Нәзилә ханымға рәхмәтлемен (намаҙға баҫтырҙы, доғалар ятлатты, ғәрәпсә уҡырға өйрәтте). Ә хәҙер, иншалла, тәриҡәт юлына баҫтым, ти.

 

Рәхмәт белдерәм Хоҙайыма: балаларымды аяҡҡа баҫтырғанға, етем балаларға әсәй наҙын таттырғанға, һеңлемдең улын үҙемдең улдарымдан айырмайынса үҫтергәнгә. Иншалла, әсәй бурысын үтәргә тырыштым. Балаларымдың ғүмерен һаҡлап ҡалдым, киләсәктәре яҡты, бәхетле булһын. Өйҙәренә нур, иман, ҡот тулһын, күп балалары йүгерһен, өҫтәлдәре һыйҙан һығылһын.

Һәр иртә ҡояшты күргәнемә, күңелем илаһи нурҙарына тулғанға, изге теләктәр теләгәнгә, ҡәҙерле кешеләрем һәм үҙем һау-сәләмәт булғанға Аллаһы Тәғәләгә шөкөр!

 

- Бәхетлеһеңме һин, Гөлнәфис?

Ҡатын үҙенән-үҙе биргән һорауға тертләп ҡуя.

Унан “әлбиттә, бәхетлемен” ти. Ул үткән яҙмыш ҡатмарлы, әммә ул һәр саҡ көслө һәм таҙа рухлы булып ҡалды. Балаларын кеше итте. Ә мөхәббәт... Тәүге мөхәббәтен дә барып тапты бит ул. Бармаҫ ине. Аллам һаҡлаһын, кеша ғаиләһен боҙорға! Тәүге мөхәббәтенең ҡаты ауырығанын ишетте. Әмәлгә, ул йүнәлгән. Ә Русланының ҡатыны иренең ғүмере буйы уның исеме менән йәшәгәнен моңһоу ғына белдерҙе. Шул түгелме бәхет?! Әгәр кемдер ғүмере буйы һине йөрәгендә генә йөрөтә икән – был бит яҙмыштың иң ҙур бүләге.

Иман нурҙарына сорналған Гөлнәфис урам буйлап йылмайып, сағыу нурҙар таратып килә. Бәхет теләйек уға! Яҙмыш һуҡмаҡтары артабан уны тик иркә ҡосаҡтарында ғына өйрөлтһөн!

Гөлгенә Ниәтшина.

 

 

 

 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас