

Алһыу Кәипова
Барыбер мин яҡшыраҡ
Эҙлəмə аҫылдарын йəрҙең,
Йөрөмə, китмə йыраҡ.
Сағыштырма башҡа менəн
Барыбер мин яҡшыраҡ.
Барыһының хистəренəн
Ҡайнарыраҡ һөйөүем.
Иң зарлы əрнеүҙəрем дə
Һин тип янып-көйөүем!
***
Туратым
Ҡайтһаң ине бер əҙгə,
Барһаң ине бер мəлгə
Өлкəн Ҡурғы буйына,
Көнһылыуташ янына.
Туғайындағы сəскəне
Йыйыр инем йəнə бер.
Белем усағына илтһəм,
Йəрəхəтем йүнəлер.
Аҫылмалы күперендə
Бəүелə баласағым.
Төштəремдə булһа ла
Ҡайталмам микəн тағын.
Кескəй генə бер ауыл!
Ниндəй көскə эйə ул!
Ул бит минең Туратым!
Иңемдəге ҡанатым!
Туратыма ҡайтһам, тип
Ашҡына ҡошсоҡтары.
Сабыр көтə, белə сөнки
Əйлəнеп ҡайтырҙарын.
****
Кəкре ҡабырға
Тиҫкəренең аръяғындамын
Еңəм, тиеп, ҡарышма.
Эйе, кəкре ҡабырға мин
Төҙəйтергə тырышма.
Барыбер турайтам, тип,
Сəмлəнһəң инде əгəр.
Һин көслө бит, ə мин — мурт,
һындыра(һы)ң иллə-мəгəр.
***
Батыр
Ҡурҡманы ҡарт үгеҙҙəн
Тотоп алды мөгөҙҙəн.
Теймəне анаү эт тə,
Ятып ҡалды бер ситтə.
Беҙҙең батыр һуң ниңə
Күҙ йəше менəн килə?
Иламай нисек түҙһен —
Ҡаҙ суҡыған бит үҙен!
***