

Зинира Рәсүл ҡыҙы Рафиҡова-Сәйфуллина йәмәғәтсе, мәҙәни-ағартыу эштәрен әүҙем ойоштороусы, агитатор, комсорг була. «Киң туғай» йәштәр ойошмаһы етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Шәжәрә буйынса сәхнәләштереү проектына ниг,,еҙ һалыусы автор. Шулай уҡ төрлө байрамдар сценарийҙары авторы. «Халыҡ ынйылары» фольклор, бейеү, музыка, ҡул эштәре түңәрәктаре етәксеһе була. «Ләйсән тамсыһы» исемле әҙәби түңәрәк алып бара. 1991 йылдың апрелендә Башҡортостан телевидениеһына Өфө ҡалаһына саҡырыла. Шиғриәт һөйөүсе уҡыусылары менән сығыш яһай. Шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән «Халыҡ ынйылары» фольклор слетында уҡыусылары менән ҡатнаша һәм призлы урын яулай.
Юлдашҡа «Йондоҙло ғаилә» тапшырыуына улы Морат менән саҡырыла һәм үҙҙәренең ижады менән сығыш яһайҙар. «Күңелем нурҙары» исемле шиғырҙар, хикәйә тупланған әҙәби-нәфис китап авторы. Ғүмере буйы ижад юлында илһамланып йәшәй хеҙмәт мәғариф хеҙмәте ветераны Зинира Рәсүл ҡыҙы.
(Әрмелә Кавказда хеҙмәт итеүсе улым Моратымдан хат алғас)
Алһыу сәскә күрҙем төшөмдә,
Ғүмер буйы эҙләгәйнем өнөмдә.
Ә ул эргәмдә булған,
Күңеле сәскәләр менән тулған.
Күктән килгән фәрештәм,
Күңелем түрендә йөрөтәм.
Әйткән һүҙҙәрең дауа,
Наҙҙарың күңелемә яуа.
Ундай наҙҙы алдың ҡайҙан,
Әллә күктәгеме айҙан?
Әллә инде ҡояштан –
Алһыуланып ата таң?
Күңелең баҡсалары бай,
Күктә йөҙә йондоҙ-ай.
Үҙең батыр ҙа, ай-һай,
Йәнемә яғылаһың майҙай.
****
(ҡобайыр)
Һай илкәйем, илкәйем,
Минең матур еркәйем.
Һүҙҙәремде теркәйем,
Минең матур телкәйем.
Телем, тиеп ярһыйым,
Сөнки ул минең һыйым,
Мәңгелек йәшәр ынйым:
Сәселә һүҙҙәр йым-йым.
Мәрйен кеүек теҙелә,
Ярһыу аттарҙа елә.
Йыһан үренә оса,
Донъяларҙы бит ҡоса.
***
Ал үҙеңә алғыштар,
Алма башыңа ҡарғыштар.
Өйрән өгөт-нәсихәт,
Булыр йәнеңә рәхәт.
Мәңге йәшә, башҡортом!
Минең тыуған баш йортом,
Мәңге йәшә, Рәсәйем!
Нурҙарымды сәсәйем.
Күктә йөҙә йондоҙ-ай
Башҡорт телем минең бай.
Мәңге йәшә, һый-телем
Өләшәм телем-телем!
Һай илкәйем-илкәйем,
Матур минең еркәйем.
Илебеҙҙе һаҡлайыҡ,
Намыҫ менән аҡлайыҡ!
Матур беҙҙең еребеҙ,
Матур беҙҙең илебеҙ.
Мәңге йәшә, Башҡортом!
Минең тыуған баш йортом.
Мәңге йәшә, Рәсәйем,
Нурҙарымды сәсәйем.
Һай илкәйем-илкәйем,
Минең матур еркәййем.
Һүҙҙәремде теркәйем,
Минең матур телкәйем!
Минең тыуған баш йортом
Мәңге йәшә, Башҡортом!
***
Әсәйемә
Әсәйҙән дә ҡәҙерле
Кем бар икән донъяла?
Әйтегеҙсе, кем уның
Күңелен аңлай ала?
Нур балҡыйҙыр йөҙөндә,
Йөрәге сағыла өйөндә.
Йыйырсыҡтар ҡаплай икән
Битен ҡайһы берендә...
Әйтегеҙсе, шул ваҡытта
Әсәй йөрәген кем аңлай?
Ауыр һүҙҙәр әйтмәйенсә
Әсә йәнен кем һанлай?
Ә аҙаҡтан йөрәк әрней:
Әсәй, ғәфү ит мине!
Бөтә йөрәгем менән
Әсәй, мин һөйәм һине!
***
Әсә бәғерен телмәгеҙ,
Күңел нурҙарығыҙҙы
Уға бүлеп бирегеҙ!
Уның ҡыуанысын күреп,
Ҡәнәғәт булыр күңелегеҙ!
(З. Рафиҡова)