

Йәмилә Хәйбуллина
Мин - уҡытыусы
Изгелек һәм белем орлоҡтарын
Бала күңеленә һаламын.
Киләсәктең яңы кешеһенә
Ҙур офоҡҡа юлдар ярамын.
Тайпылмайса алға барамын.
Хеҙмәтемдән кинәнестәр алам
Емештәре әгәр күренһә.
Бала менән бергә янып-көйөү
Уңыштарға, алға этәрә.
Көс-дәрт өҫтәй бары күңелгә.
Иңдәренә ҡанат ҡуя-ҡуя
Гүйә ҡошсоҡтарым осорам.
Телен һөйгән – илен һөйөр
Кеше булырына ышанам.
Киләсәккә өмөт, нур һуҙам.
****
Тыуған ерем-Хәйбулла
Һиндә тыуҙым, һиндә тәпәй баҫтым,
Ғәзиз ерем минең – Хәйбулла.
Тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтеп,
Тыуған көнөң, һикһән йәш тула.
Ниндәй дауыл, ниндәй елдәр иҫһә,
Бөйөк Ватаныбыҙ – Рәсәйҙә.
Барыһын да уртаҡ кисерҙең һин,
Хәстәрлекле, изге әсәйҙәй.
Яңы тормош башлап Хәйбуллала
Гөрләп торҙо колхоз – совхоздар.
Ең һыҙғанып хеҙмәт итте илгә
Сәмле, дәртле, уңған ул-ҡыҙҙар.
Хеҙмәт йәмен, тормош боҙоп,
Баҫып ингәс фашист – илбаҫар.
Тыуған ерҙе һаҡлап, ҡорал тотоп,
Яуға китте батыр уландар.
Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарын
Ҡаршы алды ғорур, сал дала.
Иле өсөн башын һалғандарҙы
Йөрәгендә һаҡлай Хәйбулла.
Яҡташтарҙың тырыш хеҙмәте
Һуғыштан һуң илде күтәрҙе.
Гәрәбәгә торош бойҙай менән
Дәүләт бураларын тултырҙы.
Тамырҙарым менән береккәнмен
Ожмахҡа тиң ошо ерҙәргә.
Ҡабатланмаҫ оло тарихыңды
Тапшырырмын килер көндәргә.
Башҡортостаныбыҙ күгендә
Айҙай балҡый беҙҙең Хәйбулла.
Тыуған көнөң ҡотло булһын
Алға ҡарап йәшә, Хәйбулла!
****
Олатайым
Еңеү яҙы алыҫлашҡан һайын,
Баҫылмай ҙа йөрәк яраһы.
Олатайһыҙ үткән баласаҡты
Алыштырмай ваҡыт араһы.
Олатайлы дуҫ-ишемде күрһәм,
Өҙгөләнә ине күңелем.
Аҡыл-нәсихәттәр бирер кешенең
Һөйөүенән мәхрүм мин үҙем.
Олатайым булһа, әгәр тием,
Атай үҫер ине арҡалы.
Малайлыҡтың, үҫмерлектең
Йәбер-золомонан яҡлаулы.
Ҡарт ҡәрсәйем дүрт уланын
Ил һаҡларға тиеп оҙатҡан.
Ғәрәсәтле һуғыш яланынан
Береһе лә кире ҡайтмаған.
Й. Хәйбуллина.