Конкурстар
15 Ноябрь 2023, 04:20

Риана Гайсина

Хәйерле иртә!  Хәйерле иртә алһыу таңдарға!  Хәйерле иртә һайрар ҡоштарға!  Хәйерле иртә зәңгәр күктәргә!    Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға!  Башлар көнөгөҙ хәйерле булһын,  Эшләр эшегеҙ, тик ыңғай торһон!  Үтер юлығыҙ юлдашлы булһын,  Ҡайтыр йортоғоҙ ҡаршылап торһон!   #Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы Риана Гайсина. Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Риана ГайсинаРиана Гайсина
Риана Гайсина

Риана Гайсина 

Хәйерле иртә! 

Хәйерле иртә алһыу таңдарға! 

Хәйерле иртә һайрар ҡоштарға! 

Хәйерле иртә зәңгәр күктәргә! 

 Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарғ! 

Башлар көнөгөҙ хәйерле булһын, 

Эшләр эшегеҙ, тик ыңғай торһон! 

Үтер юлығыҙ юлдашлы булһын, 

Ҡайтыр йортоғоҙ ҡаршылап торһон! 

 

Һағынам 

Эй һағынам өләсәйҙең 

Кипкән ялан еләген. 

Ҡышын сирләгән мәлемдә, 

Ауыҙҙа тоям тәмен. 

Ялан еләге шифалы 

Дауалай төн эсендә. 

Ҡышҡы ыжғыр бурандарҙы 

Үткәрәм сирләмәйсә. 

Эй һағынам өләсәйҙең 

Шифалы доғаларын. 

Доғалы сәйҙәренең 

Сирләтмәй торғандарын.

 

Еңеү көнө 

Календарҙа ғына түгел, 

Беҙҙең күңелдә. 

Ҡорбан булған изге йәндәр, 

Он(о)толмаҫ илдә. 

Еңеү килтергәндәр ерҙә 

Мәңгегә тере.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас