Конкурстар
15 Ноябрь 2023, 10:54

Ләлә Байғужина (Нарбутина)

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Хәйбулла районынан булған конкурсанттарыбыҙҙы лайктар менән дәртләндереп ебәрәйек әле. Ләлә Байғужина (Нарбутина) сығышы менән Хәйбулла районының йәмле Йәнтеш ауылынан. Әле ул Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башланғыс кластарҙы уҡыта. Юғары категориялы уҡытыусы. Шиғырҙары «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитендә, «Ағиҙел», «Йәшлек», «Йәншишмә» республика матбуғат баҫмаларында баҫыла. Шулай уҡ «Тыуған яғыма – һөйөү йырҙарым» исемле йыйынтыҡта ла шиғырҙары донъя күрҙе.   Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Ләлә Байғужина (Нарбутина)Ләлә Байғужина (Нарбутина)
Ләлә Байғужина (Нарбутина)

Ләлә Байғужина (Нарбутина)

****

Яҙҙар килде ергә йәнә, яҙҙар!

Ҡышты йоҡоһонан уятып

Ана, тап та ҡыбырлай түгелме,

Түҙеп буламы һуң тик ятып!

Ҡара ер ҙә аҡ юрғанын асып

Түлләнергә әҙер яталыр.

Ағастарҙын иң- иң һутлы мәле,

Тиҙҙән бөрөләре асылыр.

Яҙ - ул өмөт, дәрт, ышаныс,

Киләсәккә нигеҙ һалына.

Яҙҙар килеп торһон, ғүмер булһын,

Ҡаршыларға яҙһын тағы ла!

****

Ҡарҙар яуа, ергә паклыҡ яуа,

Гонаһтарын ҡаплап әҙәмдең.

Ҡырып тороп йыуып күңелдәрҙе,

Яң(ы)лыштарҙы юйып, төҙәтеп.

Һауһыҙҙарға һаулыҡ булып яуа,

Өмөтһөҙгә бирә өмөтөн.

Ваҡыт етмәй ыҙалағандарға

Өҫтәп бирһен көнөн һәм төнөн.

Һалҡындарҙа күңел өшөгәндә

Ҡарҙар, гүйә, өрөп йылыта.

Аҙашҡанда юлдар тапмайынса,

Өр-яңы аҡ балаҫ юлымда.

Өмөт яуа, бәхет-ырыҫ яуа,

Ҡабул ит һин уны мәлендә.

...Баштан-аяҡ ап-аҡ итеп китте:

“Бәхетеңдән ҡалма үҙең дә!”. 

****

Артта ҡалды "еләк" ваҡыт,

"Һә" тигәнсе үтеп китте.

Тормошомдоң мәғәнәле,

Дәрәжәле мәле етте.

 

 Ҡатынмын да, әсәймен дә,

Ҡәйнәмен һәм өләсәй.

Тағы матур дәрәжәләр

Өҫтәр әле киләсәк.

 

 Илле йәшем– елле йәшем,

Олпатланыр мәл еткән.

Йылғыр йылдар ҡай арала

Сикәләргә ҡар һипкән?

 

 Һырҙар һалып үтһен йылдар,

Тик йөрәктәр йәш ҡалһын.

Хыялдарҙы үтәр өсөн

Сәләмәтлегем булһын! 

****

Йәнгүзәлгә

 

Алламдың биргән бүләге-

Тәбиғәттең йомағы,

Йөрәгемде ярып сыҡҡан

Йәнемдең бер йомғағы.

Тәгәрәттем шул йомғаҡты,

Донъя гиҙһен- йәшәһен.

Бәләкәсем- ғаиләмдең

Иң-иң мөһим кешеһе.

Тыуған көнөң ҡотло булһын,

Һинең тәүге юбилей!

Бәхет- шатлыҡҡа уралып

Йәшә шулай, гел йылмай!  

****

Йәнгүзәлемә - 7 йәш

 

Тәгәрәткән йомғағым

Үҫте инде, ҙурайҙы.

Мин йүнәлткән һуҡмағым

Инде уға тарайҙы.

Ете йәшең тула бөгөн,

Оло юлға сығаһың.

Аҡыл йыйып, белем эстәп

Уҡыусы ҡыҙ булаһың.

Яулап тор бейеклектәрҙе

Киләсәкке йылдарҙа.

Хызыр Илъяс юлдаш булһын

Һинең барыр юлдарҙа. 

Ләлә Байғужина-Нарбутина

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас