Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 10:44

Тимур Мырҙабулатов

#Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ Тимур Мырҙабулатов Ҡаратал мәктәбе уҡыусыһы. Конкурсҡа тип ул шиғырҙыр шәлкемен ебәргән.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Тимур МырҙабулатовТимур Мырҙабулатов
Тимур Мырҙабулатов

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух

Иртән торғас, сыҡтым тышҡа,
Тын алыуҙары рәхәт!
Урам буйлап йүгереп килдем,
Хәрәкәттә-бәрәкәт.
Улдарым көслө булһын, тип,
Атай алып бирҙе груша.
Ҡустым уны төртмәй хәҙер
Минең менән һуғыша.
Атайым тартыла ҡырҡты,
Мин тартылам унауҙы.
Ҡустым да ҡалышмайым, тиеп,
Салҡанса артҡа ауҙы.
Бар беҙҙең майҙансығыбыҙ,
Унда футбол уйнайбыҙ.
Волейбол өсөн дә бар урын,
Көн дә шунда барабыҙ.
Интернетта ултырмайбыҙ,
Рәхәтләнеп туп тибәбеҙ.
Эҫе көндә һыу инергә,
Сәпит менән елдерәбеҙ.
“Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух!”
Беҙҙең девиз шул булһын.
Атай-әсә өсөн бала,
Иҫән булһын, һау булһын.

Беҙ-өс таған

Әсәйемдең өс улы беҙ:
Тимур, Илсур һәм Артур.
Ҙур үҫеп, эшләй башлаһаҡ,
Илем ҡеүәте артыр.

Борондан ҡалған әйтем бар:
Өс таған бер ҙә таймаҫ.
Емертеп донъя көтөрбөҙ,
Беләктәр беҙҙең талмаҫ.

Имен-һау ҡайтһын атай, тиеп,
Бар дошмандарҙы еңеп.
Тиҙерәк-тиҙерәк ҡайт, атайым,
Дөл-дөл аттарҙы егеп.

Беҙҙең маҡсаттар әлегә-
Тырышып белем алыу.
Атай кеүек тырыш булып,
Ир-егет булып ҡалыу.

Атайыма

Атайым барҙы һуғышҡа
Һаҡларға Рәсәй илен.
Яҡындарын, уландарын,
Һәм яҡлап тыуған ерен.

Беҙ атайҙың өс уланы
Ҡалдыҡ оҙатып уны.
Атайҙы бик һағынабыҙ,
Күҙ алдыбыҙҙа һыны.

Был һуғыш ҡасан бөтөр,
Ҡасан кибер күҙ йәштәр.
Атайыбыҙ тиҙерәк ҡайтһын
Миҙалға тулып түштәр.

Тынысланһын илем күге,
Алһыуланып атһын таң.
Еңеүсе атайҙарға
Беҙ теләйбеҙ шөһрәт-дан. 

Мәктәбем

Тыуған яғым шундай матур,
Уратып алған урман.
Һоҡланам ауылҡайыма,
Тип-тигеҙ беҙҙең урам.

Йәмле өйҙәр теҙелеп киткән,
Тау башында мәктәбем.
Уратып алған сәскәләр,
Пион, рауза, мәктәре.

Көн дә барам мәктәбемә
Алырға мин аң-белем.
Тырышып мин уҡырмын,
Артһын ҡеүәте, илем!

Тимур Мырҙабулатов, 

Ҡаратал мәктәбенең 7-се клас уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас