Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 16:00

Лилиә Ғәниева

#Һаҡмар_конкурс Лилиә Ғәниеваның йәнә бер хикәйәһен лайктар менән ҡаршы алайыҡ!  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Лилиә ҒәниеваЛилиә Ғәниева
Лилиә Ғәниева

Лилия Ғәниева

ИР ИҢЕНДЭ – ИЛ ДАНЫ,

йәки бер ғаилә тарихы

- Ҡартатааай, нимә ул селик?

- Селик түгел! Се-лек! Эх, малай, башҡорт балаһы, селекте лә белмәйһең. Минең тиңдәштәр селек менән бәләкәйҙән таныш булды: шыйтыҡ сыбыҡ һәр өйҙә урҙала элеүле торҙо. Оло һүҙен тыңламай ҡара, арт һаныңа “шыйт” итеп берҙе эләктерһәләр... ҡушылған йомошто нисек эшләгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Шулай булды элек. Ә хәҙер... заманалар үҙгәрҙе, заман башҡа – заң башҡа. Селек менән тәрбиәләү ҙә онотолдо. Бына шуға һин дә уны белмәйһең. Йә, ярай, тиҙҙән күрерһең, Олотауҙы артылғас та, йәйрәп ятҡан селеклеккә барып та етербеҙ, - тине лә, Сөләймән ҡарт йыуаш холоҡло, ауыртүләк Күкбейәне ҡыуа төштө .

Күкбейә, аҡыллы йән эйәһе, хужаһының уйын, ни теләгәнен ҡарашынан белеп тора. Йыл да тигәндәй матур ҡолонсаҡтар бүләк иткән малҡай ат көсө кәрәккәндә бөтә эште күндәм башҡара. Бейәнең олоғайыуын күрә, һиҙә Сөләймән, уны йәлләй. Ул үҙе лә хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуа, йәш саҡтағы ҡара бөҙрә сәсе күптән салланып, маңлайын һырҙар йырмаслаған олпат ир уҙаманы. Йәшлегендә тиң-тошо менән бер рәттән тыуған ауылдан сығып китеп, күп ер гиҙеп, ғүмерен ҡала төҙөлөшөндә бил яҙмай эшләп үткәрҙе. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ваҡыт-ваҡыт уйланды, үткәндәрҙе барланы, күңеленә һиллек эҙләне. Ахырҙа тыуып үҫкән төйәгенә күсеп ҡайтырға хәл итте. Ҡала мөхитенә өйрәнгән Сәлимәһе бер аҙ ҡаршы төшөп ҡараны ла ул, ҡайҙа барһын - ризалашты. Иренең һүҙен һанлаған тәрбиәле ҡатын ул Сәлимә. Бер-береһен аңлап, бер төптән булып ғүмер итте улар. Ауылға атай нигеҙенә ҡайтып төпләнеүҙәренә лә тиҫтә йыллап булыр. Үкенмәй Сөләймән был аҙымы өсөн. Әйтерһең, ул оҙон-оҙаҡ ҡайҙалыр аҙашып йөрөгән, ошо һиллекте, күңел бөтөнлөгөн ғүмер буйы эҙләгән. Көн дә Мәҙинә ҡоҙоғоноң татлы һыуын эсеүҙе лә оло бәхет итеп күрә. Хәленән килгән тиклем мал-тыуар, бал ҡорто тота, картуф-йәшелсә үҫтерә. Ауылдыҡылар, ситтә йәшәгәндәр менән берләшеп, быйыл элекке мәсет нигеҙен тергеҙеп ҡуйҙылар. Аҙан тауышы яңғыраясаҡ көндө лә күрергә насип булһын. Эйе, бында уға барыһы ла шундай таныш, яҡын, ҡәҙерле. Бала сағы, үҫмер йылдары эргәлә генә дауам итә, үткәндәр ҡабатлана кеүек...

Ҡуйы ағаслыҡты үтеп, яланға килеп сыҡҡас, Сөләймән ҡарашын уңға ташланы. Һәр ваҡыт шулай итә, ғәҙәтенә ингән. Унда – алыҫ-алыҫта, икһеҙ-сикһеҙ урман өҫтөндә күгелйемләнеп түп- түңәрәк асыҡлыҡ күренә. Малай саҡтан таныш күренеш. Шул тарафҡа хайран ҡылып ҡарап торғаны, осоп барып күрергә хыялланғаны иҫенә төшә.Үҫеп еткәс, ана шул хыялдарына эйәреп,әҙәм балаһы ситкә сығып китәлер ҙә. Әҙме ни тыуған ерен һағынып, юҡһынып сит яҡта ғүмер иткәндәр? Ана, Сөләймәндең ҡыҙы менән улы ла шулай. Уҡынылар, үҫтеләр ҙә, тыуған йорттан осоп та киттеләр. Ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән Фирүзә хәҙер үҙе өс бала әсәһе. Кейәү менән алыҫ себер тарафтарында төпләнде. Ҡустыһы Илгизәрҙе үҙе эргәһенә алып, эшкә урынлашырға ярҙам итте Фирүзә. Кәләш алғас та туғанын үҙенә тартты. Үҙ-ара татыу, иңгә-иң терәп йәшәгәс, ике ғаиләнең дә донъялары тиҙүк алға китте. Бер уйлаһаң, ата-әсәгә ошонан артыҡ ни кәрәк? Балалары етеш, рәхәт йәшәп, йыл да ҡунаҡҡа ҡайтып-китеп торһалар, шул етә ... Тик, ана шул һәүетемсә барған тормошто селпәрәмә итеп ҡәһәрле һуғыш уты тоҡанып китте. Тырышып, донъя бөтәйтеп эшләп йөрөгән уландарға ил һаҡсылары сафына баҫырға тура килде. Мобилизацияға эләгеп ҡулына ҡорал алған Илгизәргә әле утыҙ ҙа тулмаған. Улы иҫенә төшкәс, Сөләймән ҡарттың йөрәге күкрәген әсетеп сәнсеп ҡуйҙы. Ата менән әсә ут эсендә йөрөгән балаһы өсөн ҡайғыра, иртән торһалар ҙа, кис ятһалар ҙа күңелдәрендә бер уй, бер доға: имен генә йөрөп ҡайтһын! Эргәһендә ҡартатаһының ҡабырғаһына һыйынып, үҙенсә татылдап хәбәр һатып килгән биш йәшлек малай – Илгизәрҙең улы Ильяс. Килен эшләһен, кеше араһында булһын тип, ейәнде ауылда алып ҡалдылар. Баланың балаһы, ысынлап та, балдай татлы. Тиктормаҫ, шуҡ малайға эҫенделәр, уға ҡарап йыуаналар, ҡыуаналар...

Сөләймән ҡарт, ейәненә борола биреп, йылмайып ҡуйҙы, көрәктәй яҫы усы менән малайҙың тоҡомға хас ҡап-ҡара сәсенән һыйпап, арҡаһынан һөйҙө. Күкбейәнең ай ярымлыҡ йоморо ҡолонсағына әүрәп, шаярып килә ейәне. Ике сабый... әйҙә, уйнаһындар, донъяуи хәлдәрҙән азат, вайымһыҙ саҡтары...

- Ҡартата-а-ай, ә һинең атайың бармы? Ҡайҙа ул һинең атайың? Сөләймән ейәненең ҡапыл биргән һорауына тертләп киткәндәй булды. Бына һиңә Ильяс, бына һиңә мә! Әле яңыраҡ ҡына тик урыҫсанан “һалдырған” малай ҡәҙимге үҙебеҙсә һупалай түгелме? “Ҡартәсәйең менән бушҡа тырышмайбыҙ икән былай”.

– Ҡартатай ҡәнәғәтлек менән тамаҡ ҡырып алды. Тағы берәр айҙан ысын башҡорт балаһы булыр, иншаАллаһ. Отҡор малай, өйрәткәнде ала. Һе, атайың бармы, ҡайҙа ул, тип һорап ҡуйҙы түгелме! Үҙ атаһын һағынып һөйләнеп ултырыуылыр баланың.

- Әйй, улым, ҡыҙыҡ һорау бирҙең әле. Һәр кешенең атаһы була инде ул... Минең дә атайым да, ҡартатайым да бар. Бына бында - йөрәгемдә йәшәй улар, аңлайһыңмы? Биш йәшлек сабыйға нисек барыһын да еткерергә, төшөндөрөргә мөмкин? Шулай ҙа Сөләймән үҙе белгәнен-ишеткәнен балаға һөйләргә тейеш. Уның ҡартатаһы ла ҡасандыр бер өйөр ейәндәрен ошолай атҡа ултыртып йөрөттө, төрлө ҡыҙыҡтар, хикмәтле хәлдәр һөйләр булды, ер-һыу атамаларын аңлатты. Тимәк, хәҙер сират – миндә, ата-бабамдың рухын, васыятын ошо балаға, улымдың улына тапшырырға тейешмен. Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәтен, тартыу көсөн мейеһенә, ҡанына һеңдереп үҫһен ейәнем...

- Ильяс улым, тыңла, иҫеңдә ҡалдыр, мин һиңә бер тарих һөйләйем. Бына ошолайыраҡ башлана ул.

... Ҡуйы урмандарға, ҡаялы тауҙарға һыйынып ултырған ҙур ғына ауыл ине беҙҙең ауыл. Бында төйәкләнгән халыҡ Һаҡмар, Йылайыр йылғаларын һыулап йәшәй. Минең ҡартатайым ошо ауылда донъяға килә, ошонда ир ҡорона инә. Уны әле лә яҡшы хәтерләйем. Ошолай беҙҙе, ейәндәрен, атҡа ултыртып күп йөрөттө. Ул бик уҡымышлы ине. Ғәрәпсә яҙылған китаптары күп булды. Был яҡтарҙың халҡы Ырымбурға иген тейәп йөҙәр саҡрым араны ат менән үткәндә ҡартатайыбыҙ Ҡөрьән аяттарын яттан көйгә һалып уҡып барыр булған. Ҡартәсәйебеҙ менән биш намаҙҙы һәм ураҙаны бер ваҡытта ла ҡалдырманылар. Минең ҡартатайым һиңә лә ҡартатай була, улым. Ана шул Сәйетғәле ҡартатайыбыҙ рус-япон һуғышында ҡатнаша. Яуға ауылдан тәүгеләрҙән булып китә. Бер юлы 11 япон һалдатын әсирлеккә алғаны өсөн уны алтын Георгий тәреһе һәм исемле сәғәт менән бүләкләйҙәр.

- Ул ныҡ-ныҡ батыр булғанмы?

- Эйе, ул батыр, бик көслө, йылғыр һалдат була. Ҙур һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта.

Тик бер нисә йылдан тағы ла һуғыш башлана. Беренсе донъя һуғышы. Сәйетғәле ҡартатай үҙенең улы Сәйфуллаға бер йәш кенә тулғанда, Рәсәй армияһы сафында Германияға ҡаршы тағы фронтҡа алына. Был һуғышта ла һынатмай. Мәргән атыусы ла, оҫта тәржемәсе лә була. Ҡартатайҙың батырлығы икенсе Георгий тәреһе менән билдәләнә. Ул заманда һалдаттарға хәҙерге кеүек орден-миҙалдар түгел, батшаның тәреһен биргән булғандар. Был һуғыш бик ҡаты, ауыр була. Меңәрләгән һалдат ҡырыла, күпләп әсиргә эләгәләр. Әсиргә төшөүселәр араһында беҙҙең ҡартатай ҙа була. Йәрәхәтләнеп, контузия алған була ул. Яралары саҡ ҡына уңалып, көс керә башлау менән уны Австриялағы фермер хужалығына ебәрәләр. Башҡорттар көслө, эшкә әрһеҙ халыҡ. Беҙҙең ҡартатай ҙа эште емертеп эшләй һәм тиҙ арала хужаның уң ҡулына әйләнә.

Беренсе донъя һуғышы тамамлана, илдең сиктәре асыла. Ҡартатайыбыҙ тыуған Башҡортостанына ҡайтырға ашҡына. Фермер үҙенең талымһыҙ ярҙамсыһын ебәрергә теләмәй, әлбиттә. Шулай ҙа Башҡортостанға ҡайтып, туғандарын, тыуып-үҫкән ерен күреү бәхетенә ирешә ҡартатай. Бер йәштә генә ҡалған улына атаһы ҡайтҡанда ете йәш тирәһе була. Бына һинең йәштәрҙә булған инде Сәйфулла олатай. Тағы алты балаға ғүмер бирәләр ҡартатай менән ҡартәсәй. Тыныс тормошта йәштән оҫта һунарсы, умартасы булған Сәйетғәле ҡартатай яҡын-тирә ауылдарҙа мулла вазифаһын да башҡарып ихтирам ҡаҙана. Итәғәтле, бар яҡтан да һәләтле кеше булды. Уның китаптарының күплеге хайран ҡалырлыҡ ине! Ейән-ейәнсәрҙәренең күңеленә иман орлоғо һалырға тырышты. Ике һуғыштың уртаһында булып, эсирлекте үтеп, аслыҡ-яланғаслыҡ заманында ете баланы аяҡҡа баҫтырған кеше беҙҙең Сәйетғәле ҡартатай. Бик ҡаты аслыҡ башланып киткәс, ҡартатай һуғышта алған Георгий тәреһен Спутник ауылы урыҫтарына ярты тоҡ онға алмаштырырға мәжбүр була. Мал йәнле кеше ине, аттарҙы ныҡ яратты. 84 йәшендә йәш тайҙы өйрәтеп йөрөгәндә йәрәхәтләнеп вафат булды. Улым, беҙ һинең менән зыяратҡа барып аят уҡырбыҙ, унда ерләнгән туғандарыңдың ҡәберен күрерһең.

- Бына селеклеккә килеп тә еттек. Ҡалған тарихты һуңынан һөйләрмен. Әйҙә, башта эште атҡарайыҡ. Ҡара әле, ошо ҡаты, ялбыр, сәнскеле ҡыуаҡ селек тип атала. Бына тигән һепертке килеп сыға селектән. Беҙ уны ошолай ҡырҡып, уңайлап ҡартәсәйеңә ҡышҡылыҡҡа һепертке бәйләп алып ҡайтайыҡ...

Сентябрь ҡояшы төшлөккә етте. Уның нурҙары саф һарынан кейенгән ҡайындарҙы, уттай ҡыҙылға мансылған уҫаҡтарҙы, йәшеллеген баҙыҡ көйө һаҡлаған ҡарағайҙарҙы тағы ла сағыуландыра, өр-яңы, матур төҫтәргә ҡойондора. Сәхрәлә шундай иркенлек, саф һауа. Тыуған ерҙең тупрағы ла, һәр һуҡмағы, ағасы, талғын аҡҡан һыуҙары ла тәнгә - сихәт, йәнгә дауа тигәндәре ошолор. Сөләймән уҙаман тәбиғәт ҡосағында гел шулай рәхәтлек кисерә, рухы ял иткәндәй тоя. Ейәне Ильястың эргәлә булыуы был шатлыҡты тағы ла тулыландыра, көс бирә һымаҡ.

- Ярай, етеп торор, улым, сама беләйек. Бына күрерһең, ҡартәсәйең ҡыуанып, беҙгә рәхмәт әйтер әле. Ә беҙ Аллаһы тәғәлә биргән тәбиғәт байлыҡтары өсөн рәхмәт йөҙөнән “Фәтихә” сүрәһен уҡып, доға ҡылайыҡ. Әйҙә, улым, кил эргәмә, ултыр! Ҡабарып үҫеп килгән ҡыртыш бесәнде сабып арбаға һалғас, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдылар. Йүгереп арыған ҡолонҡай арба артынан йыуаш ҡына эйәреп килә. Ҡартатаһынан тороп ҡалмаҫ өсөн йоҡонан иртә уянған Ильяс йәшел бесәндә иҙерәп серемгә китте.

Күкбейәне ҡайтыр яҡҡа ҡыумаһаң да була - үҙ эшен белеп, теүәл башҡара малҡай. Ә Сөләймән уҙамандың уйҙары тағы ла үткәндәргә, хәтирәләргә барып тоташты. Шулай, 1941 йылда фашистик Германия СССР-ға һөжүм итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Бәләкәй генә ауылдан иллегә яҡын ир-егет фронтҡа алына, яртыһынан күберәге яу яланында ятып ҡала. Һуғыштың тәүге көндәрендә фронтҡа алынған Сәйфулла олатай Смоленск янында башын һала.Ҡартатайҙың икенсе улына, беҙҙең атайға, ҡоралланырға сират етә...

- Уландарым, был һуғышҡа мин ҡырҡа ҡаршы. Беҙҙең ил халҡы ла, Германия халҡы ла мәғәнәһеҙ рәүештә ҡырыласаҡ был һуғышта, ҡот осҡос фажиғә был! - ҡартатайҙың әсенеп әйткән ошо һүҙҙәрен атайым һуңынан, яу юлын имен-аман үтеп ҡайтҡас, хәтерләп ала торғайны.

1942 йылдың сентябрь башында ун туғыҙ йәшендә һуғышҡа китә атай. Ленинград өлкәһендә башланған хәрби юлын Курск дуғаһы һәм Днепр йылғаһын аша сығыу, Украина, Польша, Молдавия ерҙәрендә, Германияла барған ауыр алыштарҙа ҡатнашып тамамлай. Ябай һалдаттан башлап отделение командиры, өлкән пулеметсы, самолет слесарь-механигы, унан самолеттың хәрби стрелогы була. Өс тапҡыр яралана. 1943 йылда, Днепр йылғаһын аша сыҡҡандан һуң, полк штабында данлыҡлы партизан отряды командиры Ковпак менән осраша. Ә 1944 йылдың декабрь айында уға Жуков, Конев кеүек легендар полководецтарҙы күрергә насип була. Ошо ваҡиғаларҙы һүрәтләгән кинохроникала уның самолет ҡанаты өҫтөндә баҫып торғаны күренеп ҡала. “За отвагу”, “За боевые заслуги”миҙалдары һәм башҡа күп наградалар менән бүләкләнә. Еңеү көнөн Зигендорф ҡалаһы эргәһендә хәрби аэродромда патрулдә ҡаршылай. Йәш сержант 1945 йылдың көҙөндә Румыния аша бик оҙон юл үтеп ауылға ҡайтып төшә. Сөнки унан алда сыҡҡан эшелондар Украина ерендә бандеровсылар тарафынан шартлатылып, тау аҫтына ҡолатылып торған була. Атайҙың үҙ ҡулы менән яҙған яу хәтирәләре Бөйөк Еңеүгә 50 йыл тулыу уңайынан республика һәм район гәзиттәренең бер нисә һанында донъя күрҙе. “Иҫтә ҡалғандар” тип атағайны ул яу иҫтәлектәрен. Шуныһы ҡыуаныслы, был яҙмалар ғаилә архивында һаҡлана. Илгизәр имен-аман әйләнеп ҡайтһын ғына , яҙмаларҙы уға тапшырып ҡуйырға кәрәк булыр...

Ут-һыу кисеп ҡайтҡан яугирҙең яҙмышы бәхетлеләрҙән булғандыр. Ҡырҡ йыллап мәктәптә балалар уҡытты, күпме үҫмерҙәрҙе ҡурай, мандолина, скрипка, шахмат уйыны серҙәренә өйрәтте. Башҡа ҡурайсылар менән берлектә үҙе лә Өфө, Мәскәү, Ленинград сәхнәләрендә “Әрме”, “ Урал”, “Уйыл”, “Ғилмияза”, “Кәмәлек”, “Зәлифәкәй”, “Ашҡаҙар”, “ Һандуғас” кеүек данлыҡлы башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап тамашасыны таң ҡалдырҙы . Ҡурайҙа уйнаған яҙмаларын был көнгә тиклем ҡомартҡы итеп һаҡлауыбыҙ – үҙе бер мәртәбә, ошо сабыйҙар өсөн бик ҙур иҫтәлек!

Тирә-яҡ ауылдарҙың тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә күп көс һалған, әһәмиәтле яҙмалар әҙерләп ҡалдырған, бихисап яҙыусылар, шағирҙәр, һуғыш яугирҙәре менән яҡындан аралашып йәшәгән, үҙ ваҡытының алдынғы ҡарашлы кешеһе, тыуған Башҡортостаны мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес булған ҡартаталары тураһында Сөләймәндең килер быуыны һис шикһеҙ белеп үҫергә тейеш.

Әсәй... ул инде башҡорт моңона башкөллө ғашиҡ оҫта йыраусы ине. Сәхнәлә күп тапҡыр бергәләп сығыш яһанылар. Күпселек туғандар, белгән кешеләр уларҙы татыу, эшсән, киң күңелле, мәҙәниәтле ғаилә булараҡ хәтерләй. Ишле бала үҫтергән атай-әсәйебеҙҙең биш уланы ла армия хеҙмәтен намыҫ менән үтәне. Уларҙың иң ҙур хыялы бойомға ашты: барыбыҙ ҙа институт-техникумдарҙа уҡып, лайыҡлы һөнәрҙәр алдыҡ. Нәҫелдәге уҡытыусылар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы ғына 300 йылдан ашып китә. Был бит – үҙе ҙур ғорурлыҡ!

- Ильяс улым, уян әле, тор, өйгә ҡайтып еттек. Ана, ҡартәсәйең беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡан.

Сәлимә, ысынлап та, уларҙы бик ныҡ тулҡынланып ҡаршыланы:

- Атаһы, район үҙәгенән хәбәр иттеләр, Илгизәребеҙ ҡайтып килә лә баһа! Балаҡайғынам яраланған, госпиталдән ялға ҡайтарыла тип әйттеләр... - Сәлимә яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртә-һөртә, нимә эшләйбеҙ тигәндәй ҡартына ҡараны. 

- Ә ниндәй күҙ йәштәре ул, әсәһе? Улыбыҙ ҡайта, был бит - бәхет, ҙур ҡыуаныс! Ҡаҙан аҫып, мул итеп аш яраштырайыҡ. Һалдатыбыҙ арып-талып, ауыл ризығын танһыҡлап ҡайтып киләлер. Күрше-тирә, туғандар күрәбеҙ тип йыйналырҙар. Тиҙ арала ҡорбан бағышлап, Ҡөрьән мәжлесе үткәрергә кәрәк булыр...

... Ошондай ҡотло нигеҙҙә, бәрәкәтле ерҙә ғүмер иткән ата-бабаларыма рәхмәтлемен, улым өсөн рәхмәтлемен. Йәш балаларҙың ғүмерҙәрен яҙмыш аяһын, һуғыш тиҙерәк баҫылһын, Ил-йортҡа тыныслыҡ килһен ине. Ейәнем Ильяс, башҡа сабыйҙар атай-әсәй ҡурсауы аҫтында ҡайғы-һағыш, етемлек күрмәй бәхетле үҫһендәр. Еребеҙ иркен тын алһын, таңдар һандуғас моңона күмелеп тыныс атһын. Насип ит, Раббым...

Лилиә Ғәниева.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас