

Искәндәр Йосопов
***
Килеп етте йылы мөғжизә,
Көндәр инде күпкә оҙайҙы.
Балалар ҙа уйнап ер гиҙә,
Кискә тиклем шулай уйнаны.
Был бит сумарт йәйҙең айы,
Рөхсәт бирә һуңға тиклем.
Күктә ҡалҡҡан төнгө айы
Бойороп ҡуя, “Ҡайтығыҙ!” тип.
Бойорорға оҫта болот,
Оҫта йәшен, болғап ҡамсы.
Тик, әсәйҙәр, ҡайтармағыҙ,
Бик аҙ ғына уйнайыҡсы.
Һуғыш бара
Һуғыш бара әле илдә,
Сиге күренмәй һис тә.
Балалар атайын көтә,
Килмәй хәбәр көткәндә.
Һуғыш бөтөп ҡайтыр инде,
Ҡайтыр, бәлки,күпмеһе.
Ҡайтмай ҡалыр күпмеләре,
Әрнер әсә йөрәге.
Һүҙҙәре
Әсәй хикмәтле һөйләй,
Һәр һүҙе йомаҡ төҫлө.
Шул һүҙҙе аңлай белһәң,
Һин булырһың бик көслө.
Тел өҫтөндә бал булыр,
Ҡаты бәрелмәҫ борон.
Тел аҫтына тал һалыр,
Булһа теле тик борос.
Үҫкәнеңдә телең бел,
Йәшәүеңдең ҡотон бел.
Уйлап барып бөтәһен
Аңланым һүҙҙең көсөн