+24 °С
Ямғыр


Инсаф Зәйнуллин
Әсәйгә әйтер һүҙем..
Үҙеңә бер әйталмайым,
Күңелдә наҙлы һүҙҙәр.
Аҡ ҡағыҙға яҙып һалам,
Оялам мин үҙеңдән.
Әсәкәйем, һин ҡәҙерлем,
Һине бик ныҡ яратам.
Һинең нурлы күҙҙәреңде
Йондоҙҙарға оҡшатам.
Мин мәктәптән ҡайтыуыма
Тәмлекәстәрең бешкән.
Матур гөлдәр йортобоҙҙа
Сәскәгә эйелеп төшкән.
...
Мин дә һиңә баш эйәм...