Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 07:05

Илнур Танһыҡужин

#Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы Илнур Танһыҡужиндың шиғырҙарын сайттан уҡығыҙ.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Илнур ТанһыҡужинИлнур Танһыҡужин
Илнур Танһыҡужин

Илнур Танһыҡужин 

Онотмайбыҙ 

Етмеш ете йыл Еңеүгә, 

Йылдар һыуҙай ағалар. 

Ветерандар беҙҙең илдә 

Йыл да кәмей баралар. 

Олатайым 

Олатайым миҙалдарын тағып, 

Тыуған ил буйлап атлай. 

Шундай олпат, ғорур баҫып 

Атлай минең олатай.

 

*** 

Йәшел төҫкә буяп донъяны, 

Йәйге ҡояш күкте буйланы. 

Сәскәләргә биреп нур еҫен, 

Был еремә бирҙе хуш еҫен. 

Һаумы, һаумы, йәмле йәй айы, 

Килдең инде беҙгә йылмайып. 

Һаумы, һаумы, оҙон ял айы, 

Дуҫлашайыҡ йәмле өс айҙы. 

 ***

Үтте йәй 

Йәшеллекә буяп донъяны 

Йәй килгән ине. 

Сәскәләр хуш еҫ таратыр 

Мәл еткән ине. 

Матур йәйҙе оҙон ҡышта 

Һағынған инек. 

Йәй етте, йәй етте, тип 

Өҙөлөп көткән инек.  

Үтте лә китте йәйебеҙ, 

Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. 

Үтте йәйге ялдарыбыҙ, 

Мәктәпкә килдек.

***

Яратам 

Мин яратам өләсәйҙе, 

Янында бик йыш булам. 

Уның кәңәш биреүҙәрен 

Күңелемә гел алам 

Уның менән бик күңелле, 

Әкиәттәр күп белә. 

Мөғжизәле әкиәттәрҙе 

Һөйләй минең хәтергә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас