Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 07:35

Әҙилә Мырҙағалина

#Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы Әҙилә Мырҙағәлина бик һәләтле булып сыҡты. Кисә генә беҙ уның әкиәтен баҫҡайныҡ, бөгөн шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Әҙилә МырҙағалинаӘҙилә Мырҙағалина
Әҙилә Мырҙағалина

Әҙилә Мырҙағалина 

Һандуғас 

Баҡсала эй һайрай һандуғас, 

Күңеле тулы моң булғас. 

Арбалып шул моңға ҡарлуғас, 

Оса кәйелеп дәрт тулғас. 

Һандуғас моңло ҡош был ерҙә 

Ҡарлуғас менән дуҫлашты. 

Ҡарлуғас кәйелә күктәрҙә, 

Һандуғас түбәндә шатланды. 

Ҡоштарҙың дуҫлығын әле лә 

Ҡаҡшатмаҫ дауыл еле лә. 

Кешеләр ҙә шулай һәр ерҙә 

Дуҫлыҡҡа ныҡ булһын ине лә...

 

*** 

Тәҙрә төбөндө үҫәләр 

Әсәй яратҡан гөлдәр. 

Мин яратып һыу һибәм, 

Әсәй әйтә тик рәхмәт. 

 

Әсәйем 

Ер шарында иң ҡәҙерле 

Кем тиеп һорамағыҙ. 

Бындай һорау биреүсене 

Ахмаҡ тиеп һанағыҙ. 

Иң ҡәҙерле, иң наҙлыһы 

Тик әсәй генә булыр. 

Бар нәмәгә ҡул йылыһы 

Уның һуғылған булыр. 

Ҡышҡылыҡҡа матур итеп 

Бейәләп бәйләп бирер, 

Һәр күҙенә бейәләйҙең 

Күҙ нурҙары һибелер. 

Сәскәләр менән нағышлап 

Яулыҡ, ҡулъялыҡ сигер. 

Ҡыҙ балама тиеп ҡашмау 

Мәрйенләп эшләп бирер. 

Уның ҡулы йомшаҡ булһа, 

Һүҙҙәре тағы наҙлы. 

Иртән һөйөп ул уятһа, 

Ҡояш йылмайыр тағы. 

Әсәй - ҡояш, әсәй - бәхет, 

Шунан башҡа ни кәрәк. 

Уның янда беҙгә рәхәт, 

Беҙ шуға бәхетлерәк.

 

Йәйге көн 

Йәйге көн төрлө була. 

 Аяҙ, болотло була. 

Күк ҡара күлдәк кейһә, 

Йәшенләп ямғыр яуа. 

Бөтә ер йәшел юрған, 

Кемдәр һуң уны япҡан? 

Шундай мәлдә мал-тыуар 

 Үләнен ашап туйған. 

Сәскәләрҙең һәр төрө 

Сәсеп үҫтергән төҫлө. 

Ҡылғанлы тау биттәре 

Елгә сәсен елләтте. 

Йылға буйы тауыштан 

Балаларҙан ҡалышмай, 

Эләгеп аға таштарҙан, 

Әйтерһең ул ярышҡан. 

Йәйге көн шулай була: 

Шаулы, тауышлы була. 

Аяҙ, болотло була, 

Сәскәле,тәмле була. 

*** 

Йәйге көн шулай була...

 

Ҡарт ҡартатайым 

 

Минең ҡарт ҡартатайым 

Һуғышта ул ҡатнашҡан. 

Үткән аша уттарҙан 

Немецты еңеп ҡайтҡан. 

Дүрт йыл ҡаршы һуғышып 

Илгә Еңеү яулаған. 

Тыуған ил ҡаршы алып 

Батырлығын ҙурлаған.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас