+24 °С
Ямғыр


Әсәкәйем ҡоймаҡтары
Күҙемә яҡты төштө
Ҡояш апай тороғоҙ тип
Беҙгә нурҙарын һипте.
Уянып та бөтмәйенсә
Ырғып тороп ҡараным
Тәмле ҡоймаҡ еҫтәрен
Тойоп алды танауым.
Әсәкәйем ҡоймаҡтары
Бигерәк тә тәмлеләр
Аш-һыу сыҡҡан бүлмәләр ҙә
Иртән бигерәк йәмлеләр.
Гөлдәниә Хәлилова,
Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.