Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 06:57

Фәнзил Килдебаев

#Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы Фәнзил Килдебаев конкурсҡа тип шиғырҙарҙан шәлкем ебәргән. Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Фәнзил КилдебаевФәнзил Килдебаев
Фәнзил Килдебаев

Фәнзил Килдебаев 

Ҡартатай 

Ҡартатайым шәп минең, 

 Күңеле уның изге. 

Гармунда уйнай дәртле, 

Унан аламын өлгө. 

Әрмелә булған танкист, 

Хеҙмәт иткән тырышып. 

Өлгө алғандар унан, 

Шулай афарин кеше.

***

Берҙән-берем 

Әсәйем, берҙән-берем, 

Һин бит минең бәхетем. 

Әсәйем, берҙән-берем, 

Маяғы ғүмеремдең. 

Оҡшатамын мин һине 

Иң матур гөл-сәскәгә. 

Әсәкәйем, йәшә мәңге, 

Ҙур теләгем мәңгегә.

****

Яҙ үтте лә китте, килде йәй, 

 Һағындырып ҡына килдең һин. 

Һинең менән бергә булайыҡ, 

Дуҫтарыма бергә барайыҡ. 

Яңы йырҙарҙы ла бергәләп, 

Ҡояш менән тағы өсәүләп, 

Дуҫтар менән бергә өйрәнеп, 

Белмәгәндәргә өйрәтәйек. 

 Йәй – сәскә мәле, еләк тәме, 

Ямғыр мәле, ысыҡ мәле һин. 

Аҡ томандар, йәшен мәлдәре 

Һиндә генә шулай ҡәҙерле

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас