+24 °С
Ямғыр


Айзилә Коҙашева
Туғыҙынсы май
Бөгөн – Ветерандар көнө,
Беҙ еңдек, тип әйтәләр.
Ятып ҡалды һалдат күпме,
Әйтеп һуңғы сәләмдәр.
Егеттәр йәп-йәш көйөнсә
Китте ошо һуғышҡа.
Һиҙмәй мәңге күрмәйенсә,
Ҡорбан булыр һуғышта.
Туғыҙынсы май көнөндә
Һәр бере шуны уйлай.
Ейәндәр парад мәлендә
Ҡайғынан тағы илай.
***
Йәй килде
Көткән миҙгел – йәй килде!
Нисек һағынып көттөк.
Ҡояш нурҙарын һипте,
Ер үләнгә төрөндө.
Бар ер – сәскә гөлләмә,
Әйтерһең, йәй йәлләмәй,
Нурын, һыуын да һибә,
Шуға ла ер йәмләнгән.
Йылғала һыу йылынды,
Беҙ ҙә шунда ағылдыҡ.
Ҡурҡытып балыҡтарҙы,
Һыу инеп гел ҡыҙындыҡ.
***
Бына шундай мәл килде,
Һағынып көткән йәй килде.