Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 10:56

Алтынай Исҡужина

#Һаҡмар_конкурс Сираттағы конкурсантыбыҙ Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Алтынай Исҡужина. Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Алтынай ИсҡужинаАлтынай Исҡужина
Алтынай Исҡужина

Көҙ 

Көҙ етте картуф алдыҡ
Баҙға тултырып һалдыҡ.
Баҡсалағы уңышты
Банкаларға тултырҙыҡ.

Көндәр һыуый, ямғыр яуа
Таңға һыуҙар ҙа туңа.
Көҙ үтер һәм ҡыш етер
Беҙҙе нығыраҡ өшөтөр.

Кемдер әйтер моңһоу тейеп
Көҙгө миҙгел ваҡыты.
Әммә бигерәк матур
Алтын япраҡ ямғыры.

Алтынай Исҡужина, 

Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас