

Һе! Дуҫты һатып алып та була икән? Белә инегеҙме?
Хәл былай булды. Мин атайымдан эт алайыҡ, тип күптән һорай инем.
Тик атайым һәр ваҡыт: “Эт аҫырау –яуаплы эш. Ул бит тере йән эйәһе.
Ашатыр, тәрбиәләр кәрәк,-тип әйтә килде. Бары тик миңә 5 йәш тулғас ҡына
ризалашты. Әмәлгә ҡалғандай, күршеләрҙең “шарпей” тоҡомло эттәре көсөкләне.
Шамил олатай миңә көсөктәр тыуғас та һайлап ҡуйырға рөхсәт итте. Көсөктәр
ҙурайғас ул мине саҡырып көсөктө бирҙе лә, һин миңә 5 һум аҡса бир, тине. Мин
аптырап киттем. Баҡтиһәң, йолаһы шулай икән! Йоланы миңә күрше олатай яҡшы
итеп һөйләп бирҙе. Шулай итеп минең 5 һумға һатып алған Һорлан исемле тоғро
дуҫым бар хәҙер. Мин сикһеҙ шатмын!
****
Мосолмандарҙың изге айы – Рамаҙан айы бара. Беҙҙең ғаиләлә дингә хөрмәт
менән ҡарайҙар. Атай-әсәйем йәш булһалар ҙа ураҙаны йыл да тоталар. Әсәйем
был ай ашауҙан ғына тыйылырға түгел, ә насар уйҙарҙан, яман эштәрҙән арыныу
мөһим, ти.
Кискеһен ауыҙ асыу табынында һеңлем Зөлфиә, ҡустым Илдийәр менән беҙ
ҙә ҡатнашабыҙ. Айырыуса беҙ Ураҙа ғәйетен көтөп алабыҙ. Ул көндә ысын байрам
була. Әйсенләп йөрөүсе ҡыҙҙар-малайҙар менән ауылдар гөрләп тора.
Ошо изге айҙа беҙ, балалар, изгелектәр эшләргә тейешбеҙ, тип уйлайым.
Өлкәндәргә ярҙам итеү, бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу – шундай матур
эштәргә инә. Изге эштәр эшләйек!
****
Мин үҙемде бик бай һәм бәхетле һанайым. Сөнки минең Зөлфиә һеңлем һәм
Илдиәр ҡустым бар! Бөгөн мин Зөлфиә тураһында һөйләргә теләйем.
Ул тыуғанда миңә ни бары 3 йәш кенә булған. Миңә исемде атайым һайлаһа,
Зөлфиәгә өләсәйем ҡушҡан: “ Бер-береһенә иш булһын, дуҫ булһындар,
Зөлхизәгә оҡшатып Зөлфиә тип ҡушығыҙ!”-тигән ул. Әйткәне һуш килде
өләсәйемдең. Мин Зөлфиә һылыуым менән бик татыубыҙ. Һәр ваҡыт бергәбеҙ.
Бәләкәйерәк саҡта беҙҙе күргән кешеләр: “Һеҙ игеҙәктәме?”-тип һорай
торғайнылар. Әсәй бер иштән кейендереп ебәрһә бигерәк тә оҡшашбыҙ шул.
Мин сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлағас, ул да эйәрҙе миңә. Тәүҙә минең
менән һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнде. Һуңғы осорҙа музыкаға өҫтөнлөк бирҙе –
гитарала уйнарға өйрәнә. Мин уның оҫта музыкант булырына ышанам.
Һеңлем һәр эшкә яуаплы ҡарай, уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендә. Шуның өсөн
дә уның фотоһүрәте мәктәбебеҙҙең “Уҡыу алдынғылары” таҡтаһын биҙәй.
Зөлхизә Исҡужина,
Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.