Конкурстар
13 Ноябрь 2023, 10:30

Сабина Күсимова

#Һаҡмар_конкурс  Сираттағы корнкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы. Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева етәкселегендә Сабина Күсимова әкиәт яҙып ебәргән.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Сабина КүсимоваСабина Күсимова
Сабина Күсимова

Сабина Күсимова 

 Алтынлы Марат 

 Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Улаҙың балалары булмаған, ти. Ней ул, ней ҡыҙ һөйә алмайбыҙ, тип ҡайғырғандар, ти. Өҫтәүенә улар бик ярлы йәшәгәндәр. 

 Һунарсылыҡ менән генә көн күргәндәр. Бер ваҡыт бабай һунарға сыҡҡан ваҡытта, урманға бик һоҡланып ҡарап йөрөй торғас, аяҡ аҫтына ҡарамай, бер соҡорға төшөп киткән. Унан бик оҙаҡ сыға алмаған. Ул сыҡҡанда, ерҙе төн ҡаплаған булған. Бабай ҡараңғы төндә юлды күрә алмай аҙашып киткән, ти. Арығас, бер уләнле ергә ятып торған, шул ыңғайы йоҡлап та киткән. Таң беленеү менән, ҡоштар һайрай башлаған. Ҡарт ҡоштар тауышына уянып китһә, эргәһендә бер малай ултыра икән. Ул үҙе бик бәләкәй генә, ти. Бабай урынынан һикереп килеп торған да, малайҙан һораған. 

 – Һин кем? 

 – Мин Марат. Һин бит мине йоҡлағансы теләнең. Хоҙайҙан мине һораның. Мин һинең улың булам. Хоҙайың теләгеңде үтәне. Аҡыллы йәшә, тине,– тигән. 

 Ҡарт оҙаҡ уйлап тормай, малайҙы күтәреп алған да ҡайтырға йыйынды, хоҙайына рәхмәттәр уҡыны. 

 – Атай, атай, көтөп тор, – тине малай, ҡарттың ҡулынан ырғып төшөп, бармағы менән бер ергә төртөп күрһәтте. 

 Бабай шул ергә ҡараһа, унда бер ҙур ғына тоҡ ултыра, барып етеп ҡараһа, эсенә алтын тултырылған икән. Ул малайҙы ҡулына алып, тоҡто йөкмәп ҡайтып киткән. Шулай итеп, Хоҙай биргән алтынлы малай әбей менән бабайға ул булып, уларҙы ауыр тормоштан да, балаһыҙлыҡ ҡайғыһынан да ҡотҡарған, ти. 

 Улар тормоштарынан бик ҡәнәғәт булып, улын тәрбиәләп, уны батыр егет киәфәтенә индереп, Хоҙайына көнөн тимәй, төнөн тимәй рәхмәттәр уҡып, әле лә шат йәшәйҙәр, ти. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас