

Руслан Һамарбаев
Мин нисек икенсе ергә килеп сыҡтым
Миңә йәй миҙгеле иң оҡшағаны. Ул башҡа миҙгелдәргә оҡшамаған. Ямғырлы, йәшенле, елле, саңлы, ысыҡлы, шулай ҙа емеш-еләктәре менән тәмле. Йәшеллеккә төрөнгән урмандары – үҙе бер хозурлыҡ. Һоҡланыуымдың да сиге юҡ. Тағы ла йәй уҡыуҙар юҡ, дәрес әҙерләү, насар билдәләр алыуҙан ҡурҡыу юҡ. Һәр көнө бер-береһенә оҡшаһа ла, әллә ни айырылмаһа ла йәй – күңелле.
Тик бына бер көнөм минең бөтөнләй башҡа күргән, уткән көндәремә оҡшамай хәтеремдә ҡалды. Бесән мәле ине. Беҙ ҡартатайҙарға бесәнгә барҙыҡ. Арыу ғына эшләгәс, сәйгә туҡтаныҡ, мин ятып ял итергә уйлап, ситкәрәк киттем. Ятҡан ыңғайы йоҡлап киткәнмен. Йоҡонан уянып китһәм, бесән тушәлгән егеүле арба өҫтөндә ятам. Мин башта беҙ өйгә ҡайтҡанбыҙҙыр, мин уянмағас, күтәреп һалғандарҙыр, тип уйланым. Ныҡлап уянып, йән-яғымды ҡарап, мин бөтөнләй икенсе, миңә таныш булмаған ауылда икәнемде аңланым. Миңә ҡапыл ғына ҡурҡыныс булып китте. Мин арбанан һикереп төштөм дә үҙемсә ҡастым. Бер туҡтамай йүгерәм, берәү осрамай, йүгерә торғас хәлем бөттө. Туҡтап хәл алырға ултырҙым. Минең яныма бер мотоцикл килеп туҡтаны. Мотоцикл йөрөткән ағай миңә һорауҙар бирә, мин яуап бирәм, тик ул ниңәлер миңә сәйер итеп ҡарап ала.
– Һин беҙҙең ауылдан түгелме әллә, бер генә дөрөҫ яуабың юҡ, – тине.
Мин үҙ хәлемде аңлатып, ауылымды әйтеп бирҙем. Ул мине алып барырға булды. Юлда мотоциклда барған көйө тағы йоҡлап киткәнмен. Ағай мине уятты ла:
– Һин ошонда мине көтөп тор, мин хәҙер килермен, тине.
Мин уны бер сәғәт тирәһе көткәнмендер, тик ул һаман килмәне. Ағайға бер аҙ йән көйөп, йәйәүләп атлай башланым, тик мин тағы юлды юғалттым. Бик ыҙалыҡ менән ауыл юлын табып, төн төшкәс кенә ҡайтып еттем. Өйҙә бер кем дә юҡ, шулай ҙа уйламаным да, борсолманым да, арығанмын, яттым да йоҡланым.
Иртәнсәк тороуға, бөтәһе лә өйҙә ине. Минең шулай йөрөүемде берәү ҙә телгә алып һөйләмәне, әйтерһең, мин уларҙан айырылмай йөрөгәнмен, юғалмағанмын.
Әллә был төш булдымы икән. Төш булһа, мин ниңә ҡайтҡанды, йәки ашап алғандан һуң эшләгән күбәләрҙе белмәйем. Улар һанын әйтеп, ҡәнәғәт һөйләшәләр. Мин аптырайым. Мин ниндәй ваҡыт араһында, ниндәй ерҙә йөрөгәнмен һуң? Әллә беҙҙең йәшәү рәүешенә оҡщаған, фентези киноларҙа күргән икенсе ерҙәге тормош бармы икән?..