Конкурстар
13 Ноябрь 2023, 10:45

Розалия Расҡужина

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсында 4-се лицей уҡыусыһы Розалия Расҡужинаны лайктар менән ҡаршы алайыҡ.  Розалияның "Ҡояш апай" тигән әкиәтен сайттан уҡығыҙ. 

Розалия РасҡужинаРозалия Расҡужина
Розалия Расҡужина

Розалия Расҡужина 

 Ҡояш апай 

 Борон заманда йәшәгән, ти, бер ғилем эйәһе, күпте белеүсе һәм кеше эшләй алмаҫ серле эштәрҙе эшләү һәләтенә эйә булған кеше. Берәүҙәр уны – сихырсы, икеселәр – күрәҙәсе, өсөнсөләр – сер эйәһе, дүртенселәр ғилем эйәһе тигәндәр. Нимә тиһаләр ҙә уға күп ерҙәрҙән кешеләр, йәнлектәр, ҡоштар, хатта бәләкәй генә бөжәктәр ҙә ярҙам һорап килгәндәр,ти. 

 Бына тәҙрә төбөнә ҡояш апай килеп ултырҙы, ти. Быны күҙәтеп торған ғилем эйәһе уның төҫөнә һоҡланып: 

 – Һин ҡайһылай матурғынаһың! Үҙең бик бәләкәйһең. Ә матурлығың барын да арбай ала, – тигән. 

 – Мин улай барыһын да үҙемә ҡаратҡым килмәй, ғилем эйәһе. Улар миңә ҡараһалар, мин оса алмай, арып бөтөм, – тигән. 

 – Һиңә ниндәй төҫ кәрәк ине һуң? 

 – Миңә бер аҙ ҡанаттарыма ҡара төртөктәр кәрәк. Шул ваҡытта мине улай ныҡ итеп ҡарамаҫтар, миңә еңелерәк тә булыр ине. 

 – Яҡшы, мин һине шулай итермен. Бер-ике көн сабыр ит, – тигән. 

 Бер-ике көн үтеүгә уға кешеләр: 

 – Ҡайһылай ҡояш апайға оҡшаған, тик тимгелдәре бар икән, – тип һалҡынса ғына иғтибар иткәндәр. 

 Уға, әлбиттә, еңелерәк булған да ул, ләкин элекке сағын һағына башлаған. Уны артыҡ яратмай башлауҙары ла оҡшамаған. Ғилем эйәһенә барған. Ул да уға артыҡ һоҡланып, яратып ҡарай алмаған, сөнки Ғилем эйәһе ҡапыл ғына ауырып түшәккә ятҡан булған. Хәҙер ҡояш апай нисек кенә тырышмаһын, тимгелдәрен бөтөрә алмаған, ти. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас