Конкурстар
13 Ноябрь 2023, 11:00

Мәҙинә Ишемғолова

#Һаҡмар_конкурсСираттағы конкурсантыбыҙ Ишемғолова Мәҙинә Хәйбулла районы Акъяр ауылынан.  3-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбенең 2-се "а" класы уҡыусыһы ижады менән сайтта танышырға мөмкин.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.  

Мәҙинә ИшемғоловаМәҙинә Ишемғолова
Мәҙинә Ишемғолова
Әсәйем ҡояшым

Әсәйемде яратабыҙ
Әсәй бит берәү генә.
Улда беҙҙе ныҡ ярата
Уята һөйөп кенә.

Тәмле аштар бешерә ул
Урә сәстәребеҙҙе.
Беҙҙең әсәй ҡояш кеүек
Наҙлап үҫтерә беҙҙе

Әсәйем күҙ нурым
Әсәй ултыртҡан
Матур сәскәләр,
Ҡояшҡа балҡып,
Хуш еҫ сәсәләр.
Әсәйем тәмле,
Икмәк бешерә,
Ул нисек бөтә,
Эшкә өлгөрә. 
Мәҙинә Ишемғолова,
Хәйбулла районы Акъяр ауылы 3-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбенең 2-се а класы уҡыусыһы. 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас