

Люциә Ғәббәсова
Мин Гиппократ антын биргәнмен
Тәнем ҡыҙа,башым сатнап бара,
Ҡалтырайым,ҡулдар ҡороша.
Бер-бер артлы аспириндар йотам,
Үҙем йоҡламайым тип тырышам.
Таң атыр ҙа,ирем эштән ҡайтҡас,
Сәй эсерер-кипте ирендәр.
...Ни булды һуң?Берәү ишек ҡаға,
Илай-илай үҫмер бала тора,
Буранлы төн,нисек килгәндер?
-Әсәй аҙна буйы эсеп ятты,
Әле иҫһеҙ,бәлки,үлгәндер...
Атайым да күптән айныҡ түгел,
Бер туҡтауһыҙ ҡоҫа аҡтарып.
Апай,зинһар,беҙгә барайыҡсы,
Бәлки,булыр әле ҡотҡарып.
-Әйҙә,йәнем, ҡотҡарырбыҙ,-тимен,
Сирләйем тип булмай һылтанып.
Мин Гиппократ антын биргәнмен!
Миңә килгән бала ышанып.
Тәнем өшөй,башым сатнап бара,
Ҡалтырайым,ҡулдар ҡороша.
Тиҙерәк ауырыуҙар янына,
Барып етәйем тип,тырышам.
*******
Ҡыш бабайым, Ҡарһылыуым!
Яңы йылды түгел,ябай көндө
Байрам көнө итеп яһаған
Ҡыш бабайым, күстәнәстәр йөкмәп,
Ишек шаҡый иртүк ҡабалан.
Йылтыр бүрек,ҡыҙыл тунлы түгел-
Өҫ кейеме уның ябайҙан.
Ошо бабай өйгә килеп инһә,
Ҡыуанамын артыҡ сабыйҙан.
Аҡ һаҡаллы түгел, аты тимер,
Таяҡ таянмаған ҡулына.
Ҡышын ғына түгел,һәр миҙгелдә
Төшөп тора уның юлы ла.
Иңдәрендә ҡыҙыл моҡсай түгел,
Уҫтаптайҙан сатраш сумкаһы.
Эй,һөйкөмлө үҙе,эй,баҫалҡы-
Изгелектең тере ҡумтаһы.
****
Ағайыма
Ике туған ағайым бар ине...
Йөҙөн һәр саҡ айҙай балҡытып,
Килеп ингәс,һүҙен башлар ине:
“Хәлдәр нисек,минең алтыным?”
Һытыҡ сырай менән ҡаршыланым
Ағай эсеп алған сағында:
Аҡыл керер,тиеп шелтәләнем,
Эсмәҫ тиеп,бәлки, тағын да.
Ауылда ни айныҡ йәшәп ҡара:
Яңғыҙ йәшәй ине ағайым,
Эргә тирәләге һәр кешегә,
Ярҙам итер ине ҡарайып.
“Юҡ,тиергә-уңайһыҙ бит әле”,-
Тиеп ҡуйыр ине йыш ҡына:
Йыуаш ине холҡо,уйы изге,
Асыу сығарманы тышына.
Ялтыр шешә сәмәй булды инде,
Тирен түккән ярҙам хаҡтары.
Йылан менән шулай дуҫлаштырҙы,
Ауыл ағайҙары, ҡарттары.
Килеп инер ине эңер төшкәс:
“Асыҡтырҙы әле, алтыным”,
Ашатмайса тағын эшләткәндәр,
Тотторғандар, әммә “ ялтырын”.
Шул саҡтарҙа әрләгәнем булды,
Рәнйетеп тә ҡуя инем шул.
Асыуланһам,бәлки,эсмәҫ тиеп,
Мин үҙемсә тыя инем шул.
Тыйылманы,шул касафат менән,
Иртә китте ағай доньянан.
Их, үкенес,яман һүҙ ҡушыуым-
Әрней-әрней хәҙер оялам.
Урамдағы айныҡ ағайҙарға,
Ҡарап ҡалдым әле ҡалҡынып,
Әммә башҡа өндәшеүсе булмаҫ:
“Хәлдәр нисек,-тиеп,- алтыным?”