Конкурстар
13 Ноябрь 2023, 11:14

Лилиә Иҫәндәүләтова

#Һаҡмар_конкурс  Сираттағы конкурсантыбыҙ Лилиә Иҫәндәүләтова 4-се лицей уҡыусыһы. Беҙгә ул "Ҡояшҡайым" тип аталған матур ғына нәҫер яҙып ебәргән. Лайктар ҡуйып, дәртләндереп ебәрәйек Лилиәне.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Лилиә ИҫәндәүләтоваЛилиә Иҫәндәүләтова
Лилиә Иҫәндәүләтова

Лилиә Иҫәндәүләтова 

 Ҡояшҡайым 

 Был ваҡиға күп ваҡыт элек булған. Мин уны ишеткәс тә ҡайҙалыр яҙырға уйлаған инем. Әле бына шуны бәләкәй нәҫер итеп яҙырға ҡулыма ручка алдым. 

 Был бер Ҡояш кеүек көлөп торған, Ҡояштай бөтәһенә тигеҙ ярҙам итергә тырышҡан, шуҡ та, шаян да һалдат тураһында. Уны иптәштәре – “Ҡояшҡай” тип, командиры “ҡояшҡайым”, ә һөйгәне тыуған еренән “Ҡояшым” тип, әсәһе “Тормошом ҡояшы” тип яғымлы итеп өндәшәләр ине. Бындай мөнәсәбәткә хатта Ҡояш үҙе лә көнләшкәндер. 

 ...Ул күптәр өсөн күктәге Ҡояш кеүек берҙән бер Ҡояшҡай ине. Күптәр уның хатта ысын исемен дә белмәнеләр. Ул күптәр күңелендә мәңге байымаҫ Ҡояшҡай булып ҡалды. 

 ...Уның ғүмеренә һуғыш яланында янына төшкән граната өс секундлыҡ ваҡыт бирҙе. Эске аңы уның ошо өс секундты отоп алмаһа, башҡа тиҫтәләрсә һалдаттарҙың ғүмере өсөн ошо өс секунд етәр, тип уйланы. 

 ...Тиҫтәләрсә дуҫтарының әсәләре күҙ йәшенән һығылып төшөр ине. Уйланырға ярты секунд һәм Ҡояшҡай гранатаны күкрәге менән ҡаплап, мәңгелеккә осто... Өс секунд уның ғүмерен мәңгелек итте, тик уны хәҙер берәү ҙә күрмәҫ, тештәрен ялтыратып, ихлас йылмайып, шаянлығы менән барыһын арбаған Ҡояшҡай ҡояштай булып алдарына баҫмаҫ... 

 Уны ҡәҙерләп, төн йоҡламай үҫтергән әсәһе иркәләп “Ҡояшҡайым!”– тимәҫ инде. Әсәйенә, ошо өс секунд ваҡыт – йоҙроҡ ҡәҙәре үлем ташы, күҙҙәрен йомғансы, мәңгелегенә киткәнсе яра һалды...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас