+24 °С
Ямғыр


Белем көнө
Беренсе сентябрь көнө
Ағастар һаман байҙар.
Япраҡтар ҡойолмаған,
Ә ҡояш әле ҡайнар.
Сумка, сәскә тотп балалар
Яңы мәктәпкә бара.
Шат тауыштан, йылмайыуҙан,
Урамдар гөрләп тора.
Рәхмәт етәкселәргә,
Рәхмәт төҙөүселәргә.
Беҙ тырышып уҡырбыҙ,
Ышанысты аҡларбыҙ.
Ильяс Байғужин,
Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 3-сө “а” класы уҡыусыһы.