Конкурстар
13 Ноябрь 2023, 12:00

Әҙилә Мырҙағәлина

#Һаҡмар_конкурс  Сираттағы конкурсантыбыҙ 4-се лицей уҡыусыһы Әҙилә Мырҙағәлина беҙгә "Һуҡыр сысҡан ниңә ояһынан сыҡмай?" тип аталған әкиәтен ебәргән.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәрегеҙҙе төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Әҙилә МырҙағәлинаӘҙилә Мырҙағәлина
Әҙилә Мырҙағәлина

Әҙилә Мырҙағәлина 

 Һуҡыр сысҡан ниңә ояһынан сыҡмай 

 (әкиәт)  

  Бик борон да түгел, тик хәҙер ҙә түгел ваҡытта, ерҙе һәр төрлө кимереүселәр баҫып алған ваҡытта,ер өҫтөндә кешеләргә йөрөрлөк мөмкинлек булмаған, ти. Аҙым атлаған һайын, әле бер, әле икенсе урындан һәр төрлө сысҡандр, ҡомаҡтар, алйырҙандар сығып ҡасҡандар, ти. Кешеләргә был бик ҡамасаулай башлаған: балалар ҡурҡалар, ололар үҙҙәренең ашарға яраҡлы нәмәләрен ҡайҙа һаҡларға белмәгәндәр, сөнки бына шул зыян килтересе йәнлектәр һауытты нисек тә асып, ашап китәләр икән. Улар шул дәрәжәгә лә еткәндәр: йәйге аяҡ кейемдәрен ҡуйған урындарға оя яһап, аяҡ кейемдәрен дә кимерәләр, ти.Ҡышҡы аяҡ кейемдәрен дә һаҡлау ауыр булған. 

Кешеләр уларға ҡаршы көрәшә башлағандар. Һәр урында уларға тимер ҡапҡандар һалғандар. Тегеләр ҡапҡанға эләгеп, бик яман ҡысҡырып илайҙар икән. Был тауышты ишеткән ҡәрҙәштәре ҡурҡып ҡайҙа булһа ла ҡасырға тырышҡандар. Улар яйлап-яйлап кешеләрҙән алыҫлашырға тырышҡандар. Иң әүәл һуҡыр сысҡан үҙенә йәшәргә урын тапҡан. Башта ул кешеләрҙең ашлығы тупланған урынға оя яһаған, тик ҡапҡандар бында ла килеп урынлаштырылған. Кешеләр уяуыраҡ ҡылана башлағандар. Ашлыҡтарын сәсеү өсөн әҙерләгәндә ағыу ҙа ҡулланғандар. Һуҡыр сысҡан яҙғыһын иген сәселгән ваҡытта баҫыуға ла барып сыҡҡан. Тик уға бында ла йәшәргә лә, ер өҫтөндә йөрөргә мөмкинлек булмай сыҡҡан. Шул ваҡыт ул бик оҙаҡ уйланған да шундай ҡарарға килгән - ер аҫтына оя ҡорорға ла, шунда йәшәргә. Шулай эшләгән дә, тик оҙаҡ ер аҫтында йәшәй алмаған, асыҡтыра бит. Ул хәҙер төндәрен сығып үҙенә ашарлыҡ ризыҡ туплай башлаған.Көндөҙҙәрен сығырға ҡурҡҡан сысҡандың өҫтөндәге тиреһенең төҫө бөтөнләй ҡараға әйләнгән. Гел генә хәрәкәтһеҙ, ер аҫтында күберәк ятып торғанға, кәүҙәһе ауыр булып, килбәтһеҙ йомроға әйләнгән.Иң ауыры ул хәҙер яҡшылап яҡтыла күрмәй башлаған. 

  Ошолай йәшәгән ваҡытта алйырҙан барлыҡ сысҡандарҙы, ҡомаҡтарҙы, хатта ҡондоҙарҙы ла йыйынға саҡырған. Йыйында башлап үҙе һүҙ алған. 

– Ер өҫтөндә йәшәү хәҙер ауырлашты: тормошто хәҙер нисегерәк хәстәрләү тураһында һөйләшәйек,– тигән. 

Башлап был һүҙгә ҡондоҙ ҡушылған: 

– Мин әле йәйге эҫелә ерҙә үтә ҡыҙҙырғас, һыуға төшкәйнем. Миңә шунда йәшәргә була. Мин бик матур урындарҙы һайлап, йылға буйында быуа быуҙым, балыҡтар ҙа үрсеп, миңә бик шәп ризыҡ булды. Йылға буйындағы ағастарҙың ҡайырыһы ла ашарға яраҡлы. Мин шулай йәшәргә булдым. Бына миңә ҡарағыҙ, мин хатта ҙурайып, көсләнеп киттем,– тигән. 

– Мин һинеңсә йәшәй алмайым. Һыу буйына оя ҡороп ҡарағайным, кешеләр ояма һыу ҡойоп, балаларым сығып ҡасҡанда, тотоп үлтереп бөттөлөр. Шуға күрә мин һыуҙан алыҫҡараҡ, сәсеүлеккә яҡыныраҡ урында оя ҡорорға кәңәш итәм. 

  Иң башта килеп еткән ҡомаҡ, үҙен аҙаҡҡа ҡалдырғанға асыуланып алған да, һүҙен былай тип бөтөргән. 

–Мин нисек тә кешеләр янынан алыҫҡараҡ китмәҫкә булдым. Уларҙың малдары торған ҡура яндарындараҡ ер аҫтына тәрәнерәк итеп оя ҡорорға кәңәш итәм. Унда беҙҙең өсөн ашарға ризыҡ табылып тора. 

Ҡомаҡтан ҡалышмай килеп еткән һоро сысҡан вәкиле: 

– Мин Ҡомаҡтың һүҙенә ҡушылам. Кешеләрҙең мин хатта өйҙәренә инеп тә йәшәй алам,– тип маҡтанған,– бына ҡайһы берҙә ағыулы нәмә ташлап ҡына, ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ үлеп 

ҡала, – тигән. 

  Ул маҡтандымы, ҡайғырҙымы, уны аңламағандар. 

Бик арып, һүҙҙең аҙағына ғына күрер-күрмәҫ күҙҙәре менән төртөңләп килеп еткән һуҡыр сысҡан һөйләргә торған. Ҡомаҡ уның ҡыланышын ҡарап: 

– Айырылғанды айыу ашай, айырылғайның, хәҙер ҡартайып, күрмәҫ булғанһың бит,–тип, мыҫҡыллы рәүештә алдына бер сыбыҡ ташлаған,– Мә, таянып йөрөрһөң, йә йығылып үләрһең,– тип көлгән. 

– Үлеүен үлмәм, тик бына минең йәшәү былай шаҡтай һәйбәт. Мин баҫыуҙа, төрлө боролоштар менән үҙемә, ҡәрҙәштәремә торлаҡ эшләргә өйрәндем. Анау шартылдап йөрөгән тимерҙәр хәрәкәт итә башлаһа, тиҙ генә икенсе урынға күсенеп була, сөнки беҙҙең оялар бик тәрәндә лә, боролоштары ла күп. Беҙҙе эҙләгәндәр тиҙ генә таба алмайҙар. Ризыҡты йәйгеһен туплайбыҙ, тик төнөн сығабыҙ. Көндөҙ сығып йөрөмәбеҙ,– тигән. 

Бөтәһе лә шым ҡалған. Шул аҡыт алйырҙан: 

– Бына нимәгә һеҙҙекеләр көндөҙ күренмәйҙәр икән, - тигән. 

Ҡомаҡ тағы ла яйы сыҡты, тигән һымаҡ, уны мыҫҡыллаған. 

– Әйтәм, бер күренмәйһең. Һин хәҙер үҙеңде лә, ҡәрҙәштәреңде лә тереләй күмеп ҡуйҙыңмы. Бына шуға һуҡырая башлағанһың да инде. Эле күҙеңә май бөрөп күреңкерәмәй ине. Хәҙер яҡты донъяны күрмәй һуҡырағанһың түгелме,– тип, уға ҡараңҡырап торғанда,– былай кәүҙәң йомороланған, май хәҙер күҙеңә түгел бөтә тәнең таралған бит. Һоро йөнөң ҡараға әйләнгән,–тигән. 

  Һуҡыр сысҡан ер өҫтөндәге ҡушаматын иҫкә төшөргәнгә ҡомаҡҡа асыуланмаған. Ул гел генә үҙенең һоро сысҡандар менән бер төҫлө булғанына үкенес белдерә торған булған. Тик был юлы ҡомаҡ әйткән ҡара төҫлө тунын ул артыҡ күрерлек күҙле булмаған шул. Үпкәләгән дә Баяғы ҡомаҡ биргән сыбыҡты таянып, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайтырға сыҡты, тик яуырыны аша борола биреп: 

– Беҙҙең йәшәгән урын үҙебеҙгә оҡшай, ашарға ризыҡ етә. Икенсе күргәнгә тиклем, икенсе йылға, тип әйтәм, һау булығыҙ,– тигән дә, боролоп, әйткәнде лә көтмәй, юлын дауам иткән. 

  Бына шунан бирле һуҡыр сысҡанды берәү ҙә артыҡ күрмәгән, сөнки ул ҡараңғыла ғына, күренмәй генә, ҡышҡылыҡ ризыҡты үҙе әйткән ана шул боролоштарҙағы һаҡлағыстарына тултырған. Иптәштәре, балалары ла шулай эшләгән. Шунан бирле гел генә ашлыҡ менән туҡланған. Кимереүҙе ташлаған тип әйтерлек . 

  Шулай ояһына сығып йөрөгәнен күрмәгәндәр уны сыҡмай ғына йәшәй, тип уйлағандар. Ҡара тунлы, йомро кәүҙәле, күҙен кәпәсләндереп, ҡаштарын төйә биреп, һуҡырҙарҙай ҡарар күҙле, бәләкәй генә тәпейле сысҡанды шул ҡыланышына ҡарап һуҡыр сысҡан тиһәләр,бер ҙә сығып йөрөгәнен күрмәгәстәр, уны гел ояһында ғына сыҡмай йәшәй, тип уйлағандар.Унан инде күп ваҡыттар үткән Кешеләр ошондай ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндәр. Кимереүселәр хәҙер нисек йәшәйҙәрҙер... 

  Уныһы инде икенсе әкиәт...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас