Һалдат менән осраштыҡ
Тәүге һүҙ ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Әлиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ҡарабаеваға бирелде.
– Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул ун һигеҙ йәше тулыу менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Әлеге ваҡытта беҙҙең Татырүҙәк ауылы биләмәһенән өс кеше әрмелә хәрби бурысын үтәй, ә өсәүһе яңыраҡ тыуған яғына ҡайтып та етте.
Шуныһы ҡыуаныслы – егеттәр араһында киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләүселәр күп. Беҙҙең ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Шуларҙың өсәүһе контракт буйынса хеҙмәт итһә, дүртәүһе әлеге мәлдә мобилизация буйынса илебеҙҙе һаҡларға китте. Әйткәндәй, уларҙың береһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға эләкте, – тине ул.
Осрашыуға һалдат ағай ҙа килгәйне. Уның менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова таныштырҙы. Ильяс Таймасов беҙҙең мәктәпте тамамлаған икән, әлеге ваҡытта контракт буйынса әрмелә хеҙмәт итә. Ауылға ялға ғына ҡайтҡан. Уның мәктәптә нисек уҡыуы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы тураһында синыф етәксеһе Фәрзәнә Мөхәмәт ҡыҙы Дәүләтшина һөйләне.
Осрашыу аҙағында һалдат ағай һүҙ алды.
– Тормоштоң төрлө сағы булды. Шатлыҡлы мәлдәр ҙә, ҡыйын саҡтар ҙа. Шулай ауылымда сынығып үҫтем. Бер эштән дә ҡурҡып торманым. Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, – тине ҡунағыбыҙ.
Ильяс ағайға төрлө һорауҙар бирҙек. Бигерәк тә егеттәр әүҙемлек күрһәтте. Уларҙы бөгөнгө һалдат тормошо ҡыҙыҡһындыра ине. Шулай булырға тейеш тә. Сөнки үҙҙәрен дә киләсәктә әрме хеҙмәте көтә бит.
Ижади эшләүсе педагог
Һәр кем уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, был изге һөнәрҙе сабыр холоҡло, киң белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан кешеләр генә һайлайҙыр. Минең яратҡан уҡытыусым Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова ошо сифаттарға эйә лә инде.
Ул беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, күңелебеҙҙә туған телебеҙгә, башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уята.Талапсан уҡытыусыбыҙ заманға ярашлы, фәһемле, ҡыҙыҡлы, дәрестәр үткәрә. Ул беҙҙе, әсәй кеүек, ҙур тормошҡа әҙерләй, төплө кәңәштәр бирә.
Яратҡан уҡытыусым бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған. Үҙе һөйләүенсә, хатта башланғыс синыфтарҙа уҡыған саҡта дәрестән өйгә ҡайтҡас, “мәктәп” уйнаған, үҙенең журналына бөтә синыфташтарына билдә ҡуйған. Күбеһенә – “бишле”, ә ҡайһы берҙәренә хатта “икеле” лә сәпәгән.
Хәйбулла районының Целинный ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
1993 йылдан алып Татырүҙәк мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә.
Гөлназ Әнүәр ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Тәрән белемле, ижади эшләүсе оҫта педагог. Уҡытыусыма бирелгән бик күп грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары быны дәлилләй.
Барлыҡ бөйөк башҡорт шәхестәре кеүек, уҡытыусым милләтебеҙ араһында ғилемде күтәреү яҡлы. Уның уҡыусылары йыл һайын төрлө ижади конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урын яулай.
Гөлназ Әнүәр ҡыҙының юлын дауам итеүсе уҡыусылары ла бар. Минең апайым Уралиә лә улар иҫәбендә. Мәктәпте тамамлағанда уның ҡайҙа уҡырға барыуы көн кеүек асыҡ ине. ”Гөлназ Әнүәр ҡыҙы һымаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булғым килә,”– тине. Ул БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инеп, II курста тырышып белем ала.
Уҡытыусыбыҙ бөгөнгө һәм кисәге уҡыусыларының уңыштарына ҡыуана. Һәр кемебеҙгә изге теләктәр генә теләп, тормош юлыбыҙ матур булыуына инана.
Бәлки, киләсәктә мин дә Гөлназ Әнүәр ҡыҙы һәм апайым һайлаған юлдан китермен.
Айгизә ҠАРАБАЕВА,
Татыр үҙәк мәктәбенең IХ класс уҡыусыһы.