

Нәркәс Ишбаева
Урмандағы осрашыу
Беҙ ғаиләбеҙ менән алыҫыраҡ урында, бигерәк тә урманда ял итергә яратабыҙ. Шулай йәйге йылы бер көндә урманға киттек. Һәр беребеҙ таралып, туҡтаған урыныбыҙ менән танышабыҙ. Шулай йөрөгәндә, мин ҡуйы урманлыҡ эсенә яҡынланым. Шул ваҡыт оҙон үләндәрҙе ҡыштырҙатып ҡолатып ҡаршыма ҡабан сусҡаһы килеп сыҡты. Мин уны күргәнем юҡ. Тик рәсеменән генә уның нндәй икәнен беләм. Мин – унан, ул минән тертләп, икебеҙ ике яҡҡа атылдыҡ. Ул – урманға, ә мин – машина яғына. Бер аҙ тынысланып, атай- әсәй менән һөйләшеп, сәй эсеп алғас, мин тағы шул урынға атланым. Күңелемдән мин шул сусҡаны тағын күрһәм ине тип теләнем. Әҙерәк барғас, ул тағы ҡаршыма килеп сыҡты, был юлы икебеҙ ҙә ҡурҡманыҡ та, ҡасманыҡ та. Ул – миңә, мин уға ҡарайым. Ул үҙе уртаса ҙурлыҡта, һоро төҫлө. Ә бына күҙҙәре ҡап-ҡара, матур ғына. Ул да шулай минең менән таныштымы икән, тип уйланым аҙаҡ. Шулай ҙа тәүгә күргән йәнлек миңә нисек тә оҡшаны, тик атайым уның кире ҡылыҡтарын ғына һөйләп әҙерәк күңелде төшөрҙә. Йәшәргә кәрәктер инде, тип, мин ҡабан сусҡаһының насар ғәҙәттәрен аҡлап та ҡуйҙым.