Конкурстар
11 Ноябрь 2023, 08:30

Айтуған Вәхитов

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа килгән йәнә бер әҫәр менән таныштырырға ашығабыҙ.  4-се лицей уҡыусыһы Айтуған Вәхитовтың  әкиәтен сайттан уҡығыҙ. 

Айтуған ВәхитовАйтуған Вәхитов
Айтуған Вәхитов

Айтуған Вәхитов 

 Шалтай-балтай 

Әкиәт 

  Борон-борон заманда бер ауылда әбей менән бабай йәшәгән. Уларҙың балалары булмаған, ти. Уларҙың ҡартмы, йәшме икәнен ауыл кешеләре лә белмәгән. Әбей менән бабай бала булмағанға бик ҡайғырғандар. Бар күңел йылыһын тауығы менән әтәсенә биргәндәр. Уныһы көн дә ике йомортҡа һалып торған. 

 Бер көнө йомортҡа алырға инһә, ояла бәләкәй арбуз кеүек нәмә ята, ти. Әбей ҡото осҡан. Бабайын саҡырып, уны көскә өйгә индергәндәр. Теге өйгә ингәс, атлаған да киткән ти. Үҙе һөйләнә икән. Бабай һораған: 

 – Һин кем? 

 – Шалта-балтай. 

 – Ҡайҙан килдең? 

 – Тауыҡ кетәгенән. 

 – Атаң-әсәң кем? 

 – Тауыҡ менән әтәс, һин әбейең менән, – тигәс, улар ултыра төшкәндәр. 

 Кешегә күрһәтмәй генә уны көткәндәр. Ул шул тиклем тиҙ ҙурайған. Әбей менән бабай аптырашҡандар, үҙ-ара килешеп, Яңы йыл төнөндә өсәүләп теләк теләгәндәр ҙә йоҡларға ятҡандар. Иртән әбей менән бабай уянып, Шалтай-Балтайға ҡарағандар, ә уның урынында ҡәҙимге ҙур ғына малай ята икән. Бабай менән әбей ҡыуанышып, уны уятҡандар. 

 – Йә, улым, теләк ҡабул булды, инде һине кем тип исемләйек?– тип һорағандар. 

 – Мин Шатлыҡ- Шалтай, Ҡыуныс - балтай булам инде. Оҡшаймы. Атайым һин, әсәйем һин булаһың, –тип бабай менән әбейгә төртөп күрһәткән, ти. 

 Улар шулай ҡыуанышып, оҙон-оҙаҡ йәшәгәндәр, ти. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас