Конкурстар
11 Ноябрь 2023, 08:00

Айсар Баймөхәмәтов

#Һаҡмар_конкурс Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа 4-се лицей уҡыусыһы Айсар Баймөхәмәтов әкиәт тә яҙып ебәргән. Әкиәтте сайттан уҡығыҙ.  

Айсар БаймөхәмәтовАйсар Баймөхәмәтов
Айсар Баймөхәмәтов

Айсар Баймөхәмәтов 

 Алдаҡсы төлкө 

  Борон-борон заманда йәшәгән, ти, урманда ялҡау ғына айыу. Бер эш эшләмәгән, үҙенә ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡланырлыҡ өң дә төҙөмәгән. Атай-әсәйенән ҡалған аҡсаны иркен тотонған, тик бер мәлде ул үҙенең асыға башлауын тойған. Эргәлә генә ағас еләге ҡыуаҡлығы. Еләктәре эре, ҡыҙарып бешеп ултыралар, башҡа айыуҙар барып ашайҙар, ә ул шунда ла борполоп инмәгән. 

 – Мин унан да тәмлерәктәрҙе магазиндан алам, – тигән, үҙенә аптырап ҡарағандарына. 

Ул яңғыҙы ғына йәшәгән. Бер ваҡыт ул урман магазинын емереп күсереп алып киткәндәр, тип ишетә. Ул хәбәрҙе уға төлкө еткерә, ә бер аҙ йөрөгәс, төлкө тағы килә. 

 – Урман бөткән ерҙә яңы магазин асҡандар. Аҙыҡ-түлек һаталар, – тигән. 

 Айыу оҙаҡ уйламаған, барырға булған. Ул кеҫәһендәге аҡсаһын иҫәпләгән дә такси саҡыртҡан. Урмандағы таксиҙар барыһы ла ағастан эшләнгән икән, ә айыу йәшәгән урман араһынан үткән оло юлдарҙа елеп йөрөгән шәп такси булманы. Шундай такси килгәс, уның күңеле төшкән, шулай ҙа ултырып киткән. Такси йөрөткәне бүре булып сыҡҡан. Айыу шул ваҡыт үҙенең урманда бар йәнлекте тыңлата алыуын иҫкә төшөрөп, таксиҙы йөрөтөп ҡарарға һораған. Бүре ҡурҡып, рәхсәт биргән. Ул ҡот осмалы тиҙлектә йөрөгән, таксиҙы боҙоп та ҡуйған. Бүре илай башлаған, ә айыу ҡул һелтәп ары киткән. Урмандағы аҡланға барып сыҡһа, самолет ултыра, ти, эргәһендә ҡуян йөрөй. Айыу тағы шатланған да, ҡуяндан самолетты биреп тороуын һораған. Нимәгә икәнен дә әйткән. Ҡуян ҡурҡышынан самолетты йөрөтөргә рөхсәт биргән, йөрөтә белә икән, тип уйлаған. 

 Айыу йөрөтә белмәй, ағастар араһынан күтәрелеү менән, ергә ауып шартлаған, айыу үҙе саҡ тере ҡалған. Шулай ҙа аяғы сатанлаған. Урман ситенә килеп сыҡһа, юлда К–700 тракторы ултыра, ти. Тракторист күренмәгән, ул тракторға ултырған да магазин эҙләп киткән. Ҡайҙан ғына эҙләмәгән, тик ул тапмаған. Шунда ғына айыу төлкөнөн алданғанын һиҙгән. Урман яңғыратып укерә-үкерә үҙе йәшәгән урман төпкөлөнә ҡайтып, асығыуҙан сыҙай алмай, еләк йыйып ашарға ҡыуаҡтар араһына инеп киткән. 

 Шунан бирле төлкө менән айыу осрашмайҙар икән. Төлкө уны хәленән килгәнсе урап йөрөй икән, ти. Алданған айыу ҙа, хәйләкәр төлкө лә әле һаман бер-береһенә үслеләр икән. 

 Был хәлдән һуң ул бүрене лә алдаған. 

 – Ишеттеңме, урман ситендә бушлай аҙыҡ-түлек һатыла торған магазин асҡандар, ти, бына мин шунан алып ҡайтып барам, – тип, урман ситенән йыйып һаңғырау бәшмәктәр тултырылған сумкаһән күрһәткән дә ары йүгергән, ышыҡҡа тороп сумкаһын бушатҡан да бүрене күҙәтә, ти. 

Бүре бар көсөнә шунда йүгергән, башҡаларҙан алда етергә кәрәк, тип уйлаған. Арығас, ял итергә туҡтаған, уның янына айыу килеп сыҡҡан. 

 – Сәләм, Бүребай! Ней хәлдәрҙәһең? Ҡайҙа юл тоттоң?– тип һораған. 

 – Арыу әле. Ишеттеңме? Урман ситендә бушлай әйбер, аҙыҡ-түлек бирелә торған магазин асҡандар. Шунда юл тоттом. Әйҙә бергә барайыҡ. Һин булһаң, айыу ағай, башҡа йәнлектәр ҡурҡып юл бирер, – тигән. 

 Айыу риза булғас, юлды икәү дауам иткәндәр. Урмандағы юлда бер машина күргәндәр. Такси йөрөтөргә оҫта булған бүре рулгә ултырған. Улар эҙләй-эҙләй арып бөткәндәр, машинаның бензины бөткән. Артабан юлды йәйәү үткәндәр. Төн уртаһына урман бөткән яланға сыҡҡандар, тик магазин түгел, бер генә ағас киҫәге лә юҡ, ти. Шунда бүре төлкөнөн алданғанын белеп, әрәм киткән көнө өсөн әсе итеп үкергән дә, хатта айыуҙан да ҡасҡан. Айыу бар асыуын бүрегә төшөрмәксе булған. Икенсе көнө тынысланғас, ул икенсегә төлкөнөн алданыуын тойған. Шунан бирле айыу, бүре, төлкө бер-береһе менән осрашмаҫҡа тырышалар, ти. 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас