Конкурстар
10 Ноябрь 2023, 12:20

Инсаф Зәйнуллин

#Һаҡмар_конкурс Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа эштәр килеүен дауам итә. 4-се лицей уҡыусыһы Инсаф Зәйнуллин беҙгә фентези яҙып ебәргән.  Фентезины сайттан уҡығыҙ.    

Инсаф ЗәйнуллинИнсаф Зәйнуллин
Инсаф Зәйнуллин

Инсаф Зайнуллин 

Ауылдағы мажаралы көн

Фентези 

  Мин каникулымды ауылда үткәрергә яратам. Әле шундағы нисек итеп бер көндә өс айымды үткәргәнем турһында яҙырға булдым . Минең менән нимә булғанын, бәлки, иптәштәр төшөндөрөр. 

 ...Бер көндө мин урмандан бик арып ҡайтҡайным, шуға иртә йоҡларға булдым. Йоҡларға ятҡайным, әллә йоҡланым, әллә йоҡламаным, уянып китеп торһам, сәғәт 4-те күрһәтә. Төн уртаһы ғына. Йоҡлар инем, йоҡо килмәй. Кейендем дә тышҡа сыҡтым. Яйлап тороп һалҡын һыу менән йыуынып алғас, гаражға индем. Индем дә аптырап киттем. Унда яңы ғына бысылған йәш утын өйөмө ята. Гаражда – утын, машина ултырһа аңлар инем, баш ҡатты. Нимәгә утын?.. 

  Ярай әле сәғәт саҡ бишенсе генә, бәлки мин йоҡлайымдыр, хәҙер кире инеп йоҡлап, торғас уйнап алһам, гаражда машинам да килеп сығыр, тип үҙемде тынысландырҙым. Мин шулай машина йөрөтөрлөк булып үҫһәм дә. Балалар шикелле уйнарға ла яратам ул. 

 Өйгә инеп, кире йоҡларға яттым. Йоҡонан уянғанда, сәғәт 8 ине. Тышҡа сыҡтым да тағы берҙе йыуынып алдым. Нисектер күҙемде гараж яғына ҡаратмаҫҡа тырышам. Тик килеп сыҡманы. Күҙҙе гараж торған яҡҡа борҙом, ә унда гараж юҡ. Бына бер мөғжизә! Нимә уйларға белмәйем. 

Шунда мин ныҡ ҡына үкендем. Элек утын ятһа ла гараж бар ине, хәҙер утыны ла, гаражы ла – беренсеһе лә, икенсеһе лә юҡ. Ни эшләргә белмәй аптырап торам. Бер нәмә лә эшләй алмайым. Балыҡ тоторға барырға уйланым. 

 Бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләп йылғаға балыҡ тоторға киттем. Барам-барам, барып етеп булмай. Урман аша үттем, тауға күтәрелдем, башым бер нәмә уйламай. Тағы тауҙан төштөм, йылғалыр тиһәм, йылға юҡ, тик күл ята күгәреп. Балыҡ тоторға барыуымды иҫләп, ҡармағымды көйләп күлгә һалдым да, һыу төшөп алырға булдым, сөнки бик арыным да, тирләнем дә... 

 Шулай бер сәғәт йөҙөп йөрөгәнмендер, асығып киттем. Йәл йылға юҡ. Күлдә балыҡ тотоламы, белмәйем. Шулай был көнөмдө аслы-туҡлы үткәреп, ҡармаҡтарымды йыйып ауылыға ҡайттырға булдым. Унда ла шул күңелдә тик ашау теләге. Өләсәй бер нәмә бешергәндер, тип уйлайым. 

 Ауылға тағы ла оҙағыраҡ – бер төн, бер көн ҡайттым, тамам асыҡтым. Ҡайтып етеүем төнөн булды. Өйгә индем, өләсәй бер нәмә лә бешермәгән булып сыҡты.Ниңәлер ул аштан, бутҡанан башҡа нәмә бешермәгән. Мин инде нисә көн ашамағаным икән иҫәбен дә юғалтттым. Ашарға булмағас, йоҡларға яттым... 

 Йоҡонан торһам, сәғәт туғыҙ тулған, ә каледарь 1 сентябрҙе күрһәтә, ышанмай электрон сәғәткә күҙ һалдым. Ул да шуны ҡабатлай. 

 Нисек яҡшы башланғайны ауылдағы киникулым: гаражлы, утынлы... 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас