

Ятып ҡалма, атып ҡал һин,
Тормош- көрәш, һис тә бирешмә!
Тамсы тама- тама ташты тишә,
Бушҡа ваҡытыңды әрәм итмә!
Ярҙам ҡулы һуҙырҙар, тип,
Һин бушҡа өмөтләнмә!
Бар көсөңдө һалып эшкә,
Алға бар һин, ташлама!
Илап, мыжып ултырма,
Тор ҙа эшеңде башла!
Һинән башҡа һис кемгә
Кәрәкмәй һинең донъя.
Ҡап-ҡара муйыл кеүек,
Янып тора күҙҙәрең.
Ҡыйғас ҡына ҡаштарың,
Оҙон ғына керпегең.
Сәстәреңдә сәскә еҫе,
Бешкән еләк йөҙкәйең.
Ирендәрең алһыу ғына,
Ыҡсым ғына буй- һының.
Атлап түгел, йүгереп кенә
Йөрөйһөң кеүек ерҙән.
Көмөш ҡыңғырау сыңлай,
Шатланып, һин бер көлһәң.
Йәй көнөндә тыуғанғалыр,
Бигерәк тә алсаҡһың.
Киләсәгең яҡты булһын,
Ҡәҙерле генә ҡыҙым!
Һағындыра, бик ныҡ һағындыра,
Тыуып- үҫкән ауылым.
Ожмахҡа тиң ауылымдан
Башландылар юлдарым.
Матур тәрбиә биреп,
Оло юлға сығарҙың.
Иң ауыр саҡтарымда
Һиңә килеп һыйындым.
Һис тә оноторлоҡ түгел
Ауылымдың тауҙарын.
Һәр саҡ күңелем түрендә
Мул һыулы Һаҡмарым.
Ҡайтҡан һайын үҙгәрә
Яҡшы яҡҡа ауылым.
Ел - дауылдар урап үтһен,
Гөрләп йәшә, ауылым!