Конкурстар
10 Ноябрь 2023, 04:28

Фәнзилә Абдуллина

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа төбәп яҙылған сираттағы ҡиссаны лайктар ҡуйып ҡабул итегеҙ. Аҡъяр ауылының 3-се һанлы мәктәбенең 4-се А класы уҡыусыһы Фәнзилә Абдуллинаның Еңеү тураһында яҙған мәҡәләһен сайттан үтеп уҡығыҙ.   

Фәнзилә АбдуллинаФәнзилә Абдуллина
Фәнзилә Абдуллина

"МӨҺИМ ҺӨЙЛӘШЕҮ" – ЕҢЕҮ ТУРАҺЫНДА

Беҙ класыбыҙ мҽнән "Мөһим һөйләшеү" сиктәрендә уҙғарылған, Бөйөк Еңеүгә арналған класс сәғәтҽнә музейға йыйылдыҡ. Класс сәғәте барышында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, 112-се кавалерия дивизияһы, легендар комдив Шайморатовтың яу юлы, уның ҡаҙаныштары, ниндәй шәхес булараҡ дан яулауы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Шулай уҡ ошо данлыҡлы кавалерия составында һуғышҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин тураһында бик күп мәғлүмәттәр ишеттек. 

Без музейға үҙебеҙҙең яугир туғандарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен дә алып килдек, улар хаҡында һөйләнек. 

Беҙ ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ!

Фәнзилә Абдуллина,

Аҡъяр ауылының 3-се һанлы мәктәбенең 4-се А класы уҡыусыһы. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас