

Айгизә Вәлиева
Тылсымлы ағас
Борон-борон заманда йәшәгән, ти. Бер ҡыҙыҡай. Ул ҡыҙға ата-әсәһе яратып Зөлхизә тип исем ҡушҡандар. Ул шул тиклем тыңлаулы, ипле, уңған аҡыллы булған. Үҙе төрлө эштәр эшләргә яратҡан.
Бер көнө атаһы уның ағастар ултыртырға теләгәнен белгәс, яҙғыһын ағастар килтерергә вәғәҙә иткән. Яҙ булғас, ул дүрт төп ағас килтергән: алма, сейә, ҡайын, ә бына дүртенсеһен атаһы ла, Зөлхизә лә белмәгән.
Зөлхизә күршеләге дуҫы менән икәүләп ағас ултыртырға булғандар. Улар гел шулай бер- береһенә ярҙам итә торған булған. Башта тәрән итеп соҡор ҡаҙып, матурлап алма ағасын ултыртҡандар, унана лыҫҡараҡ сейәне ултыртҡандар. Ҡайынды тағы ла алыҫҡа ултыртырға булғандар. Ҡайын үҫеп етһә, был ағастарға күләгә яһап, үҫергә ирек бирмәҫ, тигәндәр. Бына дүртенсе ағасҡа сират еткән. Уның исемен дә белмәгәс, ҡайҙа, нисек ултыртырға аптырап ҡалғандар. Шулай ҙа уны ла бер ситкә ултыртҡандар.
Шул ваҡыт ярҙамға ингән дуҫ егет:
– Мин беләм ул ағасты! Был – теләктәр теләй торған ағас! – тине.
– Ысынмы? Ҡайҙан белдең? – тип һораны.
– Бер китаптан уҡыған инем. Унда ошондай уҡ ағас һүрәте бар ине. Япраҡһыҙ сағы ла, япраҡлы сағы ла төшөрөлгән .
Шул ваҡыт Зөлхизә дуҫына ҡарап серле йылмайҙы. Уның башына бер уй килгәйне.
– Әйҙә һынап ҡарайыҡ.
– Әйҙә һуң.
Улар икеһе лә ағасҡа яҡыныраҡ килеп, үҙҙәренең теләктерен әйтер алдынан уйланып торҙолар ҙа, күҙҙәрен йомоп, теләктәрен әйтә башланылар. Әйтеп бөткәс, күҙҙәрен асып ҡараһалар, ағас төрлө төҫкә инеп, ялтырап янып китте. Улар һоҡланып ҡарап торҙо.
– Зөлхиҙә, ағасҡа тик изге теләктәрҙе генә еткерергә, тей, яуыҙдарын әйтһәң, үҙеңә насар була, тип яҙылған ине китапта.
Уларҙың ағасҡа әйткән теләктәре яйлап тормошҡа аша башланы. Дуҫтар быға бик щатландылар.
Хәҙер ҙә был теләк ағасы бар, тип һөйләйҙәр, тик уның ҡайҙалығын ғына белмәйҙәр. Бына бер тылсымлы ағас– серле легенда.