Конкурстар
10 Ноябрь 2023, 09:07

Айгөл Әминева

#Һаҡмар_конкурс Хәйбулла районының Әбеш ауылынан Айгөл Рыҫкилде ҡыҙы Әминева ла Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Беҙгә ул күңел торошон сағылдырған шиғырҙарын яҙып ебәргән.  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашырға теләк булһа, беҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫып, шулай уҡ ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ.  Хәйбулла районы Әбеш ауылы.

Айгөл ӘминеваАйгөл Әминева
Айгөл Әминева

Айгөл Әминева

Сабырлыҡтар бир, Хоҙай! 

Ә ҡайһылар, яҙғы ҡояш кеүек,
Тирә – йүнгә бирер тереклек,
Нур – сәскәгә күмер бар донъяны,
Улар ғүмере үлемһеҙ, мәңгелек.

Була шундайҙар – йәйге селләләрҙә
Ваҡытһыҙ янып, сарсап көйгәне.
Йәйге йәшендәй йәшнәр урынға
Тиҙ бирешеп, башын эйгәне.

Була йәйғор кеүек балҡып йәшәп,
Илен, халҡын күккә сөйгәндәр,
Аттай ярһып – ярһып сапҡанында
Утҡа инеп, янып, көйгәндәр.

Була алтын көҙҙәй аҫыл йөрәкле,
Бик ябай һәм сабыр бәндәләр.
Улар, әйтерһең дә, бар донъяны
Алтын нурға күмә килгәндәр.

Ғүмер юлымда осораны миңә
Төрлө – төрлө әҙәм заттары.
Дуҫ тигәнем минән баш тартҡанда,
Ҡулын һуҙҙы бөтөнләй яттары.

Аҡса ҡолона әйләнделәр күптәр,
Туғанлыҡ ебен өҙҙө ҡалғаны.
Сабырлыҡтар бирсе миңә, Хоҙай,
Осор ҡанаттарым ғына талмаһын!

**** 

Был донъяның кеме юҡ...

Был донъяға беҙҙе Хоҙай үҙе
Бары һынау өсөн ебәргән,
Ғүмер, тигән ошо һуҡмағыбыҙ
Тора ҡыштан, йәйҙән, көҙҙәрҙән.

Тәбиғәт миҙгелендәй ғүмерҙең дә
Була һалҡын ҡыштай саҡтары.
Яман, яуыз заттар арҡаһында
Булды йәндең боҙҙай ҡатҡаны.

Яңғыҙлыҡ, әсе ҡышҡы елдәр кеүек
Өшөтә йөрәгеңде, күңелде.
Тик сабырҙар ғына йырып сыға,
Улар еңә хатта үлемде.

Ҡай әҙәмдәр яҙғы ташҡын кеүек
Ярҙан ажғырып алға ынтыла,
Бындайҙарҙың булмай әҙәм сифаты,
«Намыҫ» тигән нәмә онотола.

Уларҙан һуң ҡала, емерек, бысраҡ,
Ваҡытһыҙ өҙөлгән әҙәм йәндәре.
Ҡарғыш алып үтер ғүмерҙәре,
Тамуҡта яныр бахыр тәндәре.

****

Өмөтһөҙлөк

Юғалып ҡалдыммы, әллә аҙаштыммы,
Алда ниҙәр көтә, белмәйем...
Ә ниңә һуң шулай килеп сыҡты?
Һорауыма яуап эҙләйем.

Тоғро ҡатын булдым һөйгәнемә,
Кемгә кәрәк һуң ул тоғролоҡ?
Кисерҙем мин күпме ауыр һүҙҙәр,
Тапалып ҡалды ерҙә ғорурлыҡ.

Яңлыштыммы, әллә бары түҙҙем,
Әллә битарафлыҡ еңдеме?
Шулай була икән был тормош, тип,
Үҙем шулай иртә күндемме?

Әле килеп күңел төпкөлөнән
Сибек кенә ауаз ишетәм:
«Язалама мине, бахыр йәнеңде,
Уйҙырма бәхетеңде ҡыу, етәр!»

Етәр, тиеп кенә ҡыуырға һуң
Ул бер ябай хыял түгел бит:
Ярты ғүмер ята унда сағылып,
Бәхетле саҡтарым да булды бит!

Йөрәгемдән йолҡоп алып ташлап
Башлармын, ти, барыһын яңынан,
Ләкин ҡурҡам, көсөм етмәҫ, тиеп,
Яңылышырмын, тиеп, тағын да.

Айгөл Әминева, 52 йәш.
Хәйбулла районы Әбеш ауылы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас