+24 °С
Дождь


Мәүлит байрамы
Мин ҡартатай һәм өләсәй менән мәсеткә барҙым. Унда Мәүлит
байрамы бара ине. Ҡартатай намаҙ уҡыны. Беҙ өләсәй менән инәйҙәргә
аш бешерергә ярҙам иттек. Мәүлит уҡынылар. Мөхәммәд пәйғәмбәргә
салауат әйттеләр. Байрам күркәм үтте. Мәүлит - ул тыуған көндө аңлата.
Һыуһаҡлағыс.
Беҙ йәйге каникулда Ирикла һыуһаҡлағысына барҙыҡ. Мин ундай ҙур
һыуҙы күргәнем юҡ ине. Иҫем китте. Уның осо күренмәй ине. Тулҡындар
ярға һуға. Мин яр ситендә йүгерҙем, уйнаным, һыуға таш бәрҙем. Һыу керә
алманым, сөнки унда тәрән һәм һыуыҡ булды.
Радмилла Майорова.
Подольск ауылы. 9 йәш.