Конкурстар
9 Ноябрь 2023, 07:17

Дияр Галин

#Һаҡмар_конкурс  Хәйбулла районының Аҡьяр ауылы уҡыусыһы Диар Галин шиғыр ҙа, әкиәт тә ижад итә. Ҡәҙерле дуҫтар! Әгәр һеҙҙең дә ошондай уҡ ижади һәләтегеҙ бар икән, төркөмөбөҙгә "Сообщение" тигән яҙыуға баҫығыҙ. Шулай уҡ  ilmira1312@mail.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ.

Дияр ГалинДияр Галин
Дияр Галин

Аҡмулла һүҙе

Аҡмулла һүҙе-
Хаҡлыҡтың үҙе,
Быуаттар заңы,
Халҡымдың зары.

Һәр аҡ һүҙең
Беҙгә аманат.
Киләсәккә табан
Осорға ҡанат.

 

Ялбыр ҡойроҡ

Минең бесәйемдең исеме Ялбыр ҡойроҡ. Әллә ниндәй исем уйлап та торманым, ҡойроғо тейендеке шикелле ялбыр булғас шулай атаным. Ул бесәй мине үҙе тапты. Мәктәптән ҡайтып килгәндә, урам осондағы өйҙөң ҡоймаһына етәрәк бер хәлһеҙ генә сыйылдау тауышы ишетелде. Аяҡ тауышын ишетеп ҡойолған япраҡтар араһында һоро төҫтәге бер йоморосоҡ миңә табан ҡолай-ҡолай килә. Был бесәй балаһы!!!

Өшөгән, асыҡҡан. Тиҙҙән ҡыш етер, нишләр инде! Күп уйлап тормай күтәрә һалып өйгә йүгерҙем. “Өйҙәге ҡарт Мыраубай нишләтер инде уны... Уныһы пүстәк – әсәй генә әрләмәһен!” – тип уйлай-уйлай йүгерҙем.

Бәхеткә күрә, әсәйем ҡаршы килмәне. Матур итеп йыуындырҙыҡ, һөт эсерҙек. Бик иркә генә ялбыр бесәй булып сыҡты.

Хәҙер минең тоғро дуҫым бар. Мәктәптән ҡайтҡанымды көтөп тора. Мыраубай менән дә бик тиҙ дуҫлашты. Әсәйем менән дә. Мин бик шатмын!

Дияр Галин,

Хәйбулла районының Аҡьяр ауылынан.

10 йәш. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас