Конкурстар
8 Ноябрь 2023, 12:26

Алһыу Вәлитова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа килгән йәш авторҙың эштәре менән таныштырырға ашығабыҙ.  "Баймаҡ районы Байым ауылында тыуып үҫтем. Сибай ҡалаһында шәфкәт туташы булып эшләйем. Миңә 22 йәш", -- тип ул үҙе тураһында яҙып ебәргән. Афарин! 

Алһыу ВәлитоваАлһыу Вәлитова
Алһыу Вәлитова

Алһыу Вәлитова 
Нимә ул бәхет?

-Нимә ул бәхет?-тиһәм,
Төрлө яуап бирәләр.
Кемдәрҙер уйға бата,
Бәғзеләре көләләр.
Бәхет-ул балаң, малың,
Ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, алтын,
Яҡшы ғына машина,
Эргәңдә һылыу ҡатын.
Бәхет-ул ысын мөхәббәт,
Үҙ һөйгәнеңде табыу.
Меңәр,йөҙҙәр араһынан,
Яҡын кешеңде таныу.
Бәхет-ул йылы ҡараш,
Үкһеп илаған саҡта,
Яҡын дуҫың йыуатып,
Ҡосағыңа алғанда.
Минең өсөн йыуаныс,
Ата-әсәле булыу,
Өйөң эсең ҡыуаныс.
Бәрәкәт менән тулыу.
Бәхет тигән был һүҙҙе,
Һәр кем үҙенсә аңлай.
Сөнки күңел түрендә,
Ул төрлөсә яңғырай.

Мөхәббәтле булһын кеше

Көҙ иһә һалҡын булһа ла,
Мөхәббәтле булһын кеше.
Тышҡы сибәрлеге түгел,
Күренһен тик изге эше.
Рәнйетмәһен башҡаларҙы,
Ауыр әйтеп көйҙөрмәһен.
Кешенең холоҡ-фиғеленән,
Көн күрешенән көлмәһен.
Ярҙам итһә, бик тә яҡшы,
Изге эштәр ятып ҡалмай.
Сауабы бит кире ҡайта,
Йәшәй-йәшәй бары аңлай.
Көҙгө ел әсе булһа ла,
Дөрләп ут янһын йөрәгең,
Һәр осраҡта ла барыһы,
Кеше булып ҡала белһен.

Аҙаштым

Томандар артында аҙаштым,
Таба алманым дөрөҫ юлды.
Йөрәккенәм әрнеп ауыртты,
Әйтһәгеҙсе, зинһар, ни булды?
Күңелем һис тә тынғы тапмай,
Айырмайым аҡты ҡаранан,
Күрһәтсе дөрөҫ юлды, хоҙай,
Айырырға дуҫты ялғандан.
Яндарымда тере йән дә юҡ,
Аҡ томандар ғына уратҡан.
Йәнем, тәнем мине тыңламай,
Аяҡтар ҡайҙалыр олғашҡан.
Бәлки, осрар ҡотҡарыусыһы,
Уның менән юлды табырбыҙ.
Ҡулға ҡул тотоношоп бергә,
Бирешмәйсә алға барырбыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас