Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Октябрь 2023, 14:49

Рәйсә Иҫәнбаева

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашыу өсөн билдәле булған авторҙарыбыҙ ҙа эштәрен ебәрә. Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Иҫәнбаева беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе булып тора. Конкурсҡа ул "Уйылып ҡына китәм уйҙарға..." тигән повесын ебәргән.  Афарин! 

Рәйсә Иҫәнбаева
Рәйсә Иҫәнбаева

Рәйсә Иҫәнбаева

Уйылып ҡына китәм уйҙарға...

Повесть

Пролог

Пенсия көткәндә

       Инде нисәнсе көн Зәбирә әбей уй йомғағының осона етә алмай маҙалана. Нисәнсе көн үҙенең яҙмышының ниндәй юлдан үткәнен, ниндәй биткә хәтер ебен теҙгәнен асыҡларға тырышҡандай уйлана. Еңел булманы шул уның яҙмышы. Еңел булманы... Уның тормошон белеп етмәгәндәр, йәки ҡаға- һуға ғына белгәндәр “ Үәт бәхет, әй. Берәүҙәргә бер әсәй ҙә юҡ. Берәүҙәргә ике әсәй. Аңламаҫһың был тормошто...” тип ебәрәләр. Эйе, аңламаҫһың шул... Аңламаған саҡтар әкиәттәгеләй, юл сатында торған кеүек хис иткән минуттарың да булғаны була шул. Була...
    Тик бөгөн ул йөн мәшәҡәттәре менән уй йомғағына йоҙаҡ һалмаҡсы булып, күптән йыйып тетеп әҙерләгән йөнөн ҡолғаһына килтереп ҡағыҙға урап бәйләп ҡуйҙы. Намаҙын уҡып, тағы өҫтәп белгән доғаларын уҡып, күршеһендә генә ауырып ятҡан тиңдәше Сәрбиямалға бағышлап ҡуйҙы. Әллә ниңә бына шул күршеһе ауырығаны бирле йәне үрһәләнә. Тормошоноң толҡаһы бөткәндәй, йүне киткән кеүек тойола башланы. Бер сумаҙанын асып, үлемдегемә тип әҙерләгән теге донъя бирнәһен байҡаштырҙы, елләтеп алды ла еҫле һабындарын яңылары менән алмаштырып араларына һалды. Энә-ептәрен яңы сепрәккә урап шыптыр менән бәйләп ҡуйҙы. Әле бына шул мәшәҡәттәрҙе башҡарғас, бер аҙ күңеле күтәрелгәндәй булып, йөн иләргә ултырҙы. Бер ниндәй уйһыҙ байтаҡ иләне ул. Уның шулай сәғәттәр буйына ҡуҙғалмай, һөйләшмәй, ара- тирә һүҙһеҙ генә көйләп ултырған саҡтарын күптәр белә. Хатта, “Китап уҡыһа ла кеше улай ултырмаҫ,” – тип аптырайҙар.
    Бына  ул эшенән туҡтаны, ниҙер уйланды ла. стеналағы кәкүкле сәғәтенә ҡараны. Уның кәкүге күптән ҡысҡырмай инде. Кеше һораһа, “Ҡартайҙы, тауышы бөткән, “ – тип кенә ебәрә. Ысынында ул уны алғас та тип әйтерлек  ире Ғәлиҙән кәкүген ҡысҡыртыуҙан туҡтатып ҡуйҙыртҡайны. “Яратмайым кәкүкте, “кәкүк атай”, “кәкүк әсәй” тип һөйләп бөтөнләй күңелемде шул ҡоштан төңөлдөрҙөләр,” – тигәйне.
    Әле лә шул сәғәтенә ҡарап алды, тәҙрәгә ҡараны ла, урындыҡта иләп ултырған орсоғон тубығына һалып уйға ҡалды. Тонйорап ҡына байып барған ҡояштың һүрән генә йылыһына йылынырға теләгәндәй, ул тәҙрә өлгөһөнән ҡояшҡа урелеберәк ҡараны. Көҙ көҙ инде. Ҡояшы ла артыҡ йылытмай, тиҙҙән ныҡлап һыуыта башлар. Көн менән төн дә тигеҙләште. Ошо арала ҡар күҙе лә төшөп алһа, арыу булыр ине, тиҙәр бит ололар. Шул уйҙарынан һуң үҙе лә һаран ғына итеп йылмайып ҡуйҙы.
     – Эй хәстерүш, әйтерһең үҙе йәш, ололар тип тороп уйлап ултырамсы. Етмеште һепереп түктем. Ай Алла, билем ҡатып киткән икән, ҡана йөрөп, аяҡты яҙып инәйем әле. Арыу ғына ултырып ташланды. Анау килендең балдарының аяғын йылытам тип...– тип, һөйләнә- һөйләнә урынынан ҡуҙғалып, урындығынан төштө лә, тәһәрәт ҡомғанын тотоп тышҡа сығып китте.
    Ул сығып китеү менән, яуырынына почта сумкаһы аҫҡан, мөләйем ҡарашлы бер ҡыҙ инеп, ишек төбөнә ултырғыс тартып ултырҙы. Хат ташыусы ҡыҙ арыу ғына ултырып, йыбандымы, арынымы сығырға ынтылғайны, ишек асылып китеп, Зәбирә әбей килеп инде.
    – Ай әттә, оҙаҡ көттөрҙөммө?. Белмәнем бит әле. Урамда йөрөйөм тип сыҡһам, Садиҡа осраны ла хәбәр тоғон систе. Беләң бит инде уны. Шулай тора торғас, Шәрифъямал тәҙрә асып ҡысҡыра.
   – Зәбирә апай, нимә тораһың, почтальон һиңә инде бит. Беҙ көтөп ултырабыҙ, – ти, – шунан индем әле. Әлдә генә әйткән бит.
    – Ярай, ярай, борсолмағыҙ. Шәрифъямал инәйгә бирһәм, бөгөнгө эшем бөттө. Отчет төҙөмәйем, бөгөнгөһөн тапшырып өлгөрмәйем. Иртәгә эшләйем, – тине лә,сумкаһынан ҡағыҙҙар сығарып, аҡсаһын сығарып һанап, Зәбирә әбейҙән ҡул ҡуйҙырып алды ла:
    – Инәй һин был урамда иң күп пенсия алаһың эш хаҡың арыу булғандыр ул?
     – Былай зарланырлыҡ түгел. Яңғыҙыма ней күп тә кәрәкмәй. Мин гел генә алдынғы булып эшләнем инде. Шуға “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордены биргәндә, хужа:
     – Апай пенсияң да юғары булыр.тигәйне. Былай апайымдың юғарыраҡ ине.
     – Инәй, ниңә әсәйегеҙҙе апай тинегеҙ ҙә ҡуйҙығыҙ ул. Мин иҫ белгәндә һеҙ уны әсәй тей торғайнығыҙ бит.
   – Әлләә... Ҡапыл ғына шулай әйттем дә ҡуйҙым шул, – тип, кеткелдәп көлөп ауыҙын ҡапланы.
    – Барыбер бер сәбәбе булғандыр ул. Белгем киләсе.
    – Уны белеп нимитәң? Ҡыҙығы юғинде.
    –Барыбер берәй сере барҙыр,тип уйлайымсы. Әсәйегеҙ ҙә йәш кенә ине. Сағыштырып ҡараһаң, былай апай кеүек инде.
      – Ай эт ҡайыш. Ул бит мине ун дүрт йәшендә генә тапҡан. Шул ғына инде.Бар- бар, ана Шәрифъямал үҙе лә сыҙамай килә ята әле. Ярай мин сәй ҡояйым. Пенсияһын алһа, ул ашығыуҙан туҡтай ул. Сәй эсеп ҡайтыр. Ашыҡмаһаң, һин дә ҡал.
      Сәғиҙәгә шул һүҙ генә кәрәккәндәй, костюмын сисеп ултырғыс артына элеп тә ҡуйҙы. Шәрифъямал ишекте асыу менән, үҙенән алда хәбәре ашығып килеп инеп, һәр беренең ҡолағына яғылды.
     – Бына ғәжәп. Сәғиҙә инде батты. Зәбирә әбейҙе ҡайтарҙым, Сәғиҙә һаман сыҡмай. Мына үҙем килдем әле. Ошо пенсия ала торған көндө ашамай- эсмәй һине көтәбеҙ бит, Сәғиҙә. Мин уҫал кеше ул. Йә әрләп ташлармын, йә хужаңа ялыуға барһам, нимә була?
     –Эй Шәрифъямал инәй, һин бит, уҫал күренһәң дә добрый кешеһең ул. Улай эшләмәҫеңде беләәәм. Ҡурҡытаһың ғына. Бына инәй менән гәпкә керештек тә киттек.
       – Ярай ана газ киленемдең һыуы ҡайнай, самауырыма өҫтәйем әле. Бая ғына Зөлҡағизә менән сәй эсәйек тип ҡайнатҡайным, улы килеп алып сығып китте. Ҡайҙа торған Баймаҡҡа нәмә алырға баралар икән. Ҡана яҡыныраҡ та инде. Сәй эсә алманыҡ. Яңғыҙ эске килмәй. Әйҙә Шәрифъямал, түрҙән үт. Ана ҡайнап та килә. Сәйгүнемә сәй һалғансы борҡоп та сығыр әле. Бына Ринат улым яратҡанса картуф ашы бешергәйнем. Тәмле була ул ҡаймаҡ һалып тороп ашаһаң . Кисә Миңдинур индергән эсвижей ҡаймағым да бар, – тип, үҙе һөйләй, үҙе табын әҙерләй.
   Шәрифъямал күршеһе Зәбирә әбейҙе, эшләгәндә шул тиклем урын еренә еткереп таҙа һөйләшә ине, хәҙер нәҡ ауыл һөйләшенә күскән, тип уйлап ҡуйҙы.
     Сәлимә урындыҡ ситенә йөгөнөкләне, Шәрифъямал итәген бер аҙ күтәреп, урындыҡ түренә үк менеп китте.
     – Мин дауна урындығымды алдым, Зәбирә апай, кеше вис кенә кухонный гарнитур тигән нмәне алып ултыртып бөттө, һин һаман ташламайың.
     – Аһ- аһ. Минең урындыҡ һиңә  ҡамасауламай ҙа инде.Бабайым уны һандыҡ кеүек өҫтөн асмалы, аҫтын асмалы итеп тороп эшләне. Уның иҫтәлеге бит ул. Бына үлһәм, әйтәм әле, бабайым өсөн ошонда музей итеп ҡуйһындар. Уның шикелде оҫта бер кем дә буманы
     – АҺ- аһ, үлһәм әйтәм әле тип, үлгән кеше әйтә алмай бит .
     – һәр һүҙемдең йөйөн эҙләмә әле. Нимә тип әйтергә теләгәнде аңланың да инде.
    – Шаяртаам, Зәбирә апай. Һин минең шаяртҡанды аңлайһың бит.
    – Һеҙ уҡытыусы халҡының шаяртыуы тупаҫыраҡ була шул. Ярай, һүҙҙән бутҡа бешермәйек. Сәй яһаным, Бисмиллаһиррахманиррахим, – тине лә Зәбирә әбей, ҡулындағы ҡултаҫтамалын уң тубығының өҫтөнә ҡуйып, сынаяҡтарын алдарына таратып сыҡты,– Сәйләш кеше менән сәй эсһәң, сәй, башҡа тәм- том булмаһа ла тәмле була, ти торғайны әсәйем..
      – Инәй, һеҙ был яҡҡа ҡайҙан килгәнһегеҙ ул. Мин бала саҡтай  атайым гел генә әсәйегеҙҙе “килмешәк” тип әйтә торғайны. Өләсәйем гел ҡартатайҙы “бөгөн дә килмешеңә барҙыңмы?” , йә булмаһа , “ Ана килмешәгеңдең ҡыҙы китеп бара. Бер генә үҙенә оҡшамаған һылыу бит әле.” – тип, тәҙрәнән ҡартатайға күрһәтеп ултыра торғайны. Әрләйме, үсекләйме, аңламаным. Шунан атай һалған өйгә талашынып күсеп, теге урамға сыҡтылар, ә беҙ һеҙҙең ҡаршыла тороп ҡалдыҡ. Хәҙер бына атай теге өйҙө ремонтлаһа, шунда күсенәләр инде. Быныһын ҡутарып, урынына Риязға өй һалалар.
     – Атаҡ. Ул бит әле әрмегә бармаған, иныститутын бөтмәгән, өйләнмәгән. Бына һиңә май- ҡалас.
    – Зәбирә апай, хәҙер  ана бөтә атай- әсәйҙәр балаһына шулай өй төҙөйҙәр. Беҙ бит үҙебеҙ үлемесле булып төҙөнөк бит. Илдәр тыныс, балалар иркенерәк йәшәһен тиҙәр. Ана беҙҙең малай ҙа улына өй төҙөйөм тип ынтылып йөрөй.Улы әле мәктәптә генә уҡый. Шулай заман үҙгәрә инде.
   – Һин Зәбирә инәй, һүҙҙе кирегә борма әле. Мин тиккә сәйгә туҡтаманым. Бына белгем килә. Әсәйегеҙ  һеҙҙе ун дүрттә тапҡан, үҙенең бында туғандары юҡ. Һеҙҙе кейәүгә биргәс оҙаҡ та тормаған, ҡапыл ғына сирләгән бит әле. Ҡартатай ҡартәсәй әрләй башлаһа гел: “ Шаҙыра йөрәк яндыра, аҡылды ла алдыра, әбей. Ништәйең. Оҡшатам шул,тик әле һиңә хыянат иткән юғул. Ҡарыштырһаң сыҡтым киттем. Уның да бәхетле булғыһы кимәй тейеңме? – тиһә, шыма ине.
    – Юююҡ, балам, әсәйемә бер ир ҙә килеп йөҙәтмәне. Бер кемде лә үҙ итмәне. Атай ҡайҙа, тип һораһам, һуғыштағалды, тип кенә яуап бирә лә, артабан һүҙ был турала ялғанмай ине. Бер нәмә лә белмәйем шул. Атайымдың исеме Ильяс. Ҡартатайҙың исеме лә шулай ине. Мин әсәйҙең атайын күрмәнем, һуғышта ине, әсәйен дә күрмәнем тиергә була, миңә йәш тә тулмағанда ғына бында күсеп килгән апайымды алып. Улар Ҡыуалатта торғандар. Был яҡ шул атайҙың яғы инде. Былай ауыл яҡын булһа ла, мин иҫ белеп, улар тураһында тәү тапҡыр һорағайным. Әсәй уларҙың күптән үлгән булыуын әйтте, – тине лә, күҙҙәре йәшкәҙеп, уйға ҡалды.
     Шәрифъямал әбей шул ваҡыт матур ғына итеп “Төйәләҫте “ йырлап ебәрҙе. Уның был ғәҙәте уҡыта башлағанда уҡ бар халыҡҡа билдәле ине. Үҙе дәртле, үҙе йырға оҫта булды. Сәғиҙәне лә ул бер йыл уҡытты, ла шул йылы пенсияға китте. Биш бала менән илле йәшенән сыға тигән указ сыҡҡандың икенсе йылына сыҡты. Ауылдағы барлыҡ сараларҙа ҡатнаша ине, хәҙер аяғым һыҙлай тип ҡатнашмай. Бына шул Зәбирә апай менән ныҡ аралашалар. Ике сәйҙең берһен бергә үткәрәләр. Береһе кесе йомала саҡырһа, икенсеһе йома көнө саҡыра. Балалары килеп ҡайтһа, яңғыҙ сәй эсеп булмай, ти ҙә бер- береһен саҡырып сәйләшеп, Шәрифъямал әбей  әйткәнсә сәйнәшеп тә алалар.Тик улар нимә тураһында һөйләшәләр, берәү белмәне.                                        
      Сәғиҙә шулай үҙенең һорауҙарына асыҡлыҡ ала алмайынса, береһе етмеште тултырған, икенсеһе алмышты үткән ике әбейҙе теләр- теләмәҫ кенә ташлап, хушлашып сыҡҡанда, ҡояш күптән офоҡто ҡыҙартып байыған ине. Офоҡ та шомло ҡарағусҡыл төҫкә инә башлаған. Ҡапҡанан сығыу менән, уның ҡаршыһына велосипед менән Мөрит килеп сыҡты.
       – Сәғиҙә, һине әсәйеңдәр эҙләй ине. Ниндәйҙер важный йомоштары бар микән. Әәй, онотоп торам, бөгөн йома бит. Йәшең утыҙға етеп килә, тип кейәүгә биреп ҡуймаһындар. Мин бит әле иң мөһим һүҙемде әйтеп һинән яуап алманым
        Эй Сәғиҙә,Сәғиҙә,
        Сыҡ һин миңә  кейәүгә.
        Бер нужа ла күрһәтмәм,
       Мәхәббәтһеҙ йәшәтмәм, – тип, үҙе сығарған таҡмағын да йырлап ебәрҙе, – Сматри, минең әллә нисә ҡат йырлап яһаған тәҡдимде онотоп, кейәүгә сығып ҡуйма, мине ҡайғыртырһың, ҡараҡай. Беҙ бит әле һине Рәсүл менән бүлешеп алманыҡ бит әле. Еңгәм әйткәнсә бүлешһәк теге мәлдә, бөгөн улайтып һиңә икәүләп ымһынышып йөрөмәҫ инек, ивет әй.
  Утыҙға етеп килгән Мөрит шулай  бала саҡтағы үҙҙәренең мәҙәктәре менән гел шаяртырға ярата инде. Рәсүле лә шулай һөйләшә . Улар күрше генә тороп бала саҡта, бер- береһенән айырылмай уйнағанғамы, үҙҙәрен иркен тотоп, оҙон - оҙаҡ серләшергә , йә шаяртышырға яраталар ине. Сәғиҙә лә яуапһыҙ ҡалмай.
    – Дөрөҫ әйтәң, Мөрит. Шулай итһәгеҙ, исмаһам, хәҙер ике  Сәғиҙә икегеҙгә тигеҙ булыр ине. Шул исемдәге ике почтальон да булыр ине, эйеме? Әтеү бер үҙем ике кеше өсөн эшләйем, аҡсаһы  әҙ тип, берәү килмәй. Етмәһә, почтаны күрше ауылдан ташырға кәрәк бит инде. Бына ысынталап бүлһәгеҙ, был проблемаһы булмаҫ ине.
     – Правильно.
    – Правильно,тоҙо юҡ, Садиҡ олатай әйткәнсә, –тине лә, үҙе сыҡҡан өйгә боролоп ҡараны, әйтерһең унда, әлеге һорауына яуапты, ул юҡта, Зәбирә әбей һөйләп ултыра.
     Был мәлдә ысынлап та Зәбирә әбей бынан 60 йыл булған хәлдәргә уйы менән күскәйне инде. Табынды ла, өндәшмәй генә йыйыштырып алды, ә Шәрифъямал уның был ғәҙтен үҙен тыңлау билгеһе тип уйлап, икенсе йырын, Зәбирәнең һуңғы егерме йыл тирәһендә бер ҙә ишетмәгән йырын башлағайны. Ишетеү менән тәндәре зымбырлап китте. Был бит уның әсәй- апайының йыры... Быны нисек отоп алған икән. Әсәйе матур  йырлаһа ла, был йырын сәхнәлә йырламаны бит. Бына нисә йылдар йырҙың һүҙҙәре генә уның күңелендә йәшәй, ә көйө онотолған ине.
                 Был тормоштоң нисек ауырлығын
                Үлсәгәндәр ерҙә бар микән.
                 Уның һағыштарын, ҡайғыларын
                Күтәреүсеһе лә  күп микән.
               
               Ай һай ҙа ғына, ай һай ауыр,
               Күтәреүселәре бар микән.

               Иңдәремә төштө  ауырлығы,
              Күтәрергә етмәй көстәрем.
              Эй яҙмышым, ниңә шулай ҡаты
              Булып китте йәшәр көндәрем.
              
             Ай һай ҙа ғына, ай һай ауыр
             Булып китте йәшәр көндәрем.
Шәрифъямал был йырҙы йырлағанда, Зәбирә әбей аҙағына ҡарай һулҡылдап, сеңләәп илай ине.
      – Зәбирә апай, илама, мин һине шатландырырға йырлағайным. Был йырҙы миңә Вәлимә апай өйрәткәйне бит. Ул ныҡлап ауырығас ҡына өйрәтте. Көйө лә бигүк дөрөҫ түгелдер. Тик минән һүҙ алды. Ул йырҙы һиңә генә йырларға. Мин һүҙ бирҙем. Әле бына Сәғиҙә әсәйегеҙҙе иҫкә алып һорағас, мин дә хәтергә төшөрөргә булдым. Ул миңә:
    – Шәрифъямал ҡыҙым, һин бик матур йырлайһың, ошо йырымды отоп ал әле. Үҙем сығарҙым көйөн. Зәбирәм мине һағынғанды һиҙһәң, йырлап ишеттер. Минең өсөн артыҡ йәш түкмәһен, тигәйне.
     – Эйе, мин ике әсәй менән бәхетлемен, береһе мине тыуҙырған, хатта... , – тик шул ерҙә ниҙер уйлап туҡтап ҡалды.
     – Ниңә ике әсәй?
      – Береһе мине тыуҙырған да үлгән, һуғыш ваҡыты бит, аңлайһың, икенсеһе шунда уҡ алып ҡуйынына ҡыҫҡан, ҡосаҡлаған, үҫтергән.
    – Улар апалы һеңлеле булғандармы?
      – Эйе. Минең Вәлимә әсәй бик моңло кеше ине. Ул йырлағанда тауышы үҙенә тартып тора торғайны. Тик бына йырҙарының һүҙҙәрен яҙып алһам да, көйҙәрен онотоп бөтөп барам, күршеһен сығарырға теләмәгәндәй һүҙгә әүрәтте.
     – Улай тимә әле, Зәбирә апай, һин бик матур йырлайһың, ана Фәриҙә апай һине тыңлағас, тауышың хаҡында нимә тине.
     – Эээй, улай ғына кеше күңеле булһын тип, мин дә әйтер инем ул, Шәрифьямал.
      – Туҡта, туҡта. Ул нисә кешене саҡырып, йырлатып тауышын тыңланы. Һинең менән Сәмәрәнең тауышын уникаль тауыш тимәне. Үҙе саҡырҙы, тура филармонияға килеп, мин саҡыртты, тип әйтергә ҡушты бит. Бер ҙә миңә әйтмәне. Мин дә йырлап күрһәттем бит. Балам бар тигән булып баш тарттың бит, ә Сәмәрә барҙы. Ана йөрөй әртис булып.
     Унда мин икенсегә ауырлы инем. Унда мине кем ебәрә? Ҡәйнәмме? Иремме? Ҡәйнәм былай ҙа “уйнаш балаһы” тип, юҡ ерҙән йөй табып ашап апара... Барайым тей, шунан минең артымдан ирем барамы? Юҡ! Мин үҙем етем булғас, балалар ҙа атайһыҙ үҫмәһен тип, ант иткәнмен. Берәү булһа ла, бишәү булһа ла... Туҡмалһам да, балаларымды атайлы итеп йәшәтергә тырышырмын, тигәнһүҙем бар.
      – Шунан?
      – Бына күрһең бит атайлы булып үҫтеләр.Атайҙарының төрлө сағы булды. Иғтибар итмәгән сағы ла булды.Тик барыбер зарланырлыҡ атай булманы, кәңәштәренән мәхрүм итмәне. Арала ныҡ йылы тойғо булмағанда ла, татыу булдыҡ.
      – Зәбирә апай, атай бергә торһа ғына атай була бит ул.
      – Шәрифьямал, һин атайлы үҫкәнһең, мин атайһыҙ. Атай туғандарын күргем дә килмәй. Һин бер нәмә лә белмәйһең, – тине лә тауышы ҡапыл ҡалтыранып китте.
     – Ай әттәгенәһе, әллә нимә һөйләп ташланым. Әллә, Зәбирә апай, иларға итәһең инде. Уй ошо телемде. Шеш булмаған ерҙә эрен таба торған телгә әйләнә лә китә. Зәбирә апай, илама инде, – тип, Зәбирә әбейҙе йыуатырға тотондо.
    – Юҡ, юҡ. Һинең хәбәрең өсөн түгел, былай ғына... Бала сағым иҫемә төшөп китте. Шундағы баланы ҡыҙғанып илайым. Шул бала шул тиклем аяныс ине, шуны йәлләйем
   – Зәбирә апай,ҡалай ҙа матур итеп үҙегеҙ тураһында икенсе кеше булып әйттегеҙ. Мин дә йәлләп ҡуйҙым ул баланы. Ярай инде, артыҡ борсолоп сирләп ҡуймағыҙ. Ярай, мин ҡайтайым инде, өйҙәгеләр мине юғалттылар инде, – тип, ишек яғына ыңғайланы ла, тағы кире барып урындыҡҡа ултырҙы.
    Улар тағы байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар, тик Шәрифъямал Зәбирә әбейҙең әсәләре тураһына һөйләгеһе килмәгәнен аңлап һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙо. Тамам ҡараңғы төшкәс кенән Зәбирә әбейҙең фонарен алып, ҡайтырға була, хушлашып сығып китте..

                                ... Уйлап ҡына уйылам уйҙарға...

                                       1942 йыл, ғинуар.

    ..Тышта шундай ҡаты буран сыҡҡан, тәҙрә аша уның тауышы, бер илаған, берсә ниндәйҙер йыртҡыс үкергән тауыш сығарып, йә алыҫтан шомло ухылдаған ауаз ишеттереп, үҙ ғәмәлен эшләй. Зарифа бәләкәй генә өйөнөң һәр тәҙрәһенең күптән инде һабын хәстәре күрмәгән, буҙарып бөткән ҡорғанын аса ла тышҡа ҡарай.
    –Тағы һуңланы, һыйырҙарҙы һауып бөтөп бушҡа ғына ашығып ҡайттым. Үҙем менән генә алып ҡайтһамсы балаҡайымды, – тип, өҙгөләнеп, үҙ алды һөйләнеп алды.
   Усағының һүнеп бөтмәгән күмерен терелтергә тип, ҡайҙалыр һауыт- һаба кәштәһенең артына ҡуйған ҡағыҙының бер әҙ генә мөйөшөн йыртты ла күмер янына һалып өрөргә кереште. Күмерҙәре терелеү менән, баҙлап ятҡан улар өҫтөнә ҡарайып янған тимер сәйнүген ултырытып, ҡәнәғәтлек алғандай бер аҙ тынысланып, һыйыр һауғанда ҡулланған ултырғысына ултырып, сәйнүгенең яйлап ҡына шыжлап көйләгән тауышын тыңланы. Үҙе йыш- йыш ишеккә ҡараны. Әйтерһең, ҡыҙы ҡайтыр ҙа инмәй китер кеүек, йөҙөнө борсолоу сыҡҡайны. Шәменең торбаһы ла тамам ҡарайҙы. Күмер ҙә хәленән килгәнсе сәйнүген йылытты ла, көсөм бөттө тигән шикелле, яҡтыһы бөтөп көлгә әйләнеп, йәйрәп ятты.  
     Зарифа аптырағандан ни эшләргә белмәй уйланып ултыра бирҙе лә, ҡапыл ырғып тороп, кәштәлә ятҡан  хатын, инде нисәнсе ҡат уҡылғандыр инде, һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәген ҡулына алды:
     “ Ҡәҙерлем, Зарифа! Иҫән генә тораһығыҙҙыр... Һеҙгә лә унда ҡыйындыр инде. Мин дә еңел тип һине шатландыра алмайым, тик зарланырға урын юҡ. Үҙем теләп ауылдан тәүге кеше булып, коммунист булараҡ, башҡаларҙы әйҙәргә тип ынтылдым. Үкенмәйем. Минән һуң ана йөҙләгән кеше китте бит ауылдан. Беҙҙең урамдан ғына егерме кеше. Ил төкөрһә, көл була бит. Район хужалары миңә китер сәғәттә лә, бронь бирәбеҙ тиһә лә, баш тарттым. Әсәйемдең бер һөйләгәне гел ҡолағымда яңғырап торған кеүек. “Кем дошмандыр инде, аңламаған саҡ күп булды. Тик бөтә ауылды талаған түгел, ә ҡатын- ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләүгә барып еткәндәр дошман булды. Улар ауыл талап, ошо хәшәрәтлектәрен ҡылып, аҙналап тороп ауылды тулы шомға һалған саҡтары булды. Мин шуға уларҙы аҡтар тип әйтәм. Улар араһында гел байҙар ине. Ана беҙҙең ауылдан да бай балалары шуларға ҡушылды, ҡушылмағандарын көслөк менән алып киттеләр, ләғнәт төшкөрө” – тип һөйләнә ине. Шуға күрә, шул көн килмәһен өсөн ынтылдым. Насип итһә, еңеп ҡайтырбыҙ, мин шуға ышанам. Шунда байрам булыр. Ҡыҙым Зәлифәне һаҡла. Мин бында командир ишараты булып, һуғыш серҙәрен өйрәтә – өйрәтә һуғышабыҙ. Һуғыш бәлки оҙаҡ барыр. Шуның өсөн йәйгә сыҡҡас, бик күп төрлө ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйып һаҡлап ҡалдырығыҙ. Йән- яҡ урман бит. Сәсеүлек ерҙәре алыҫта. Бөтә ирҙәр эше һеҙгә ҡалды инде. Һыйыр һауырға сығығыҙ. Зәлифәне лә үҙең менән алып йөрөп  өйрәт, тамағығыҙ туҡ булыр, бер ҡалаҡ булһа ла һөт эсеп,туҡланырһығыҙ. Мин урлағыҙ тимәйем. Башығыҙ төрмәгә китер. Уны может ФЗО-ға, может тракторға уҡырға ебәрергә теләрҙәр. Алып ҡалырға тырыш. Трудармияға ла ебәреүҙәре лә, ихтимал. Уға ла хәҙер ун дүрт тула бит. Минән хаттар һирәк килә, тип аптырама, һөйөклөм. Беҙҙең ял итергә түгел, ҡайһы бер көндә ашауға ла ваҡыт наҡыҫ ҡала. Йылғалы урынға етһәк, һалдаттар бер булып һыу инеп таҙарынып, кейемдәрен ут яғып йыуып, ут йылыһына киптереп алалар. Ауыр булһа ла, Тыуған ил азатлығы, һинең менән ҡыҙым өсөн барыһын да күтәрергә әҙермен. Һинең Талип атлы яратҡан ирең. 1941 йыл. 2 декабрь.”
    Хатты уҡып бөтөп, шәм торбаһын тағы ла яйлап һыуытып, ипләп кенә ҡоромонан таҙалап, урынына ҡуйҙы. Етеле шәм, шатланған кеүек, оҙон- оҙон ялҡын телен өҫкә һуҙып яна бушланы. Зарифа тағы ҡорғанын асып тышҡа ҡараны.
    Яйлап, иренгән ҡатын эшләгеһе килмәгән кеүек кенә булып, таң беленә башланы. Зарифаның йөрәген хәҙер тулыһынса шом биләне. Йөрәге ярһып, ситлегенән ысҡынырға теләгән ҡошсоҡтай булып типте. Зарифа инде үҙен -  үҙе тыя алмай сеңләп илап ебәрҙе. Тышта таңға ҡаршы буран баҫыла төштө. Тик көндөң бик шомло булырына оҡшаған тынлыҡты вәғәҙә иткән таң ерҙе яйлап яҡтылығына сорнаны. Шул ваҡыт ишек яйлап ҡына асылды ла, өйгә ашығып, ҡайғылы хәбәрҙе үҙем еткерәм тигән шикелле, селләләге буран һыуығы илап торған ҡатындың һынын аҡ томан булып урап алды. Артынан йыртылған күлдәк итәктәрен йомарлап ҡулына тотҡан, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән шәле иңенә һарылып төшкән, пәлтә ишаратының ең төптәре йөйөнән йыртылып сыҡҡан хәлдә Зәлифә атлап түгел һөйрәлеп килеп инде лә, иҙәнгә йығылып, илай башланы.
    Был ваҡытта Зарифа барыһын да аңлағайны инде. Күңеленән генә “ Ах, Талип, Һаҡлай алманым,”– тип иңрәне. Иҙәндә илап ятҡан ҡыҙының янына сүгәләп, башын алдына һалды.
    – Ила, балам, ила, тик тымма. Йөрәгең ауыртыр. Күҙ йәше менән сығар бөтөн ғазабыңды. Ул  үҙ язаһын алыр, барыбер Хоҙайым барын да һиҙеп тора, бирер, балам, язаһын, бирер,– тип, ҡушылып иланы.
    Был юлы ул сеңләмәне, ә үкереп, ер тырнағандай, иҙән буйлап ҡулдарын йөрөтөп, бер ҡулы менән балаһының башын ҡыҫып иланы. Байтаҡ илап баҫылғас, яйлап ҡына иҙәндән тороп, ҡыҙын ҡалҡытып алып, сисендереп, ҡанлы кейемдәрен систереп, үҙен йыуындырып. таҙа кейемдәр кейҙереүгә, көн тамам яҡтырып, яҡтылығы менән ҡорғандар аша үтеп инеп, өйҙәге хәлдең шаһиты булырға теләгәндәй булып биләп алды. Зарифа тәҙрә ҡорғандарын тартты. Шул ваҡыт көслө генә ишек шаҡынылар, артынса яуап биргәнде лә көтмәй өйгә ферма мөдире “Раҡай биреһе” ҡушаматлы Ташбулат килеп инде.
   –Нимә көпә- көндөҙ өй бикләп ултырағыҙ. Зарифа, ниңә эшкә барманың? Һыйырҙарың тора ана баҡырып. Ә һин ниңә әпсәң иркәһе булып һуҙылып ятаһың?– тип аҡырына башланы, ҡулында етенән үрелгән сыбыртҡыны урап тотҡан да сыбыртҡы һабын һелккеләй башланы.
     Шул ваҡыт, балаһын яҡлаған яралы бүре кеүек, Зарифа Ташбулаттың сыбыртҡыһынан матҡып тотоп алды ла:
   – Етәр,  “Раҡай биреһе”, мин һине бай ҡалдығы тип тормам, эт. Тейешле ергә етермен, ләкин исемеңде дошман, тип фаш итермен, онотма! Нисә ата- әсә һиңә ҡыҙын бирмәне. Хәҙер шуның үсен ала башланыңмы?  Ярты йыл эсендә фермала нисәнсе ҡыҙҙың башына еттең. Иҫеңдә тот, беҙҙең ирҙәр ҡан ҡоя, аҡса биреп персиҙәтелдән бронь алманы. Минеке тәүге булып китте. Нимә, Гитлер, мәлғүн. еңһә, мин кире Раҡай алтыны менән михнәт күрмәй йәшәрмен тиһеңме. Булмаҫ. Беҙҙең ирҙәрҙең ҡаны алҡымыңдан алыр, онотма,  – тиеү менән, Ташбулат  сыбыртҡыһын йән- көс менән тартып алып, артҡа сигенде, – һин шулай итеп, яралаған януарың ояһына килеп, йә бөтөрөргә, йә үҙеңде ғәйепһеҙ итеп күрһәтмәксеһеңме?
    – Мин нимә эштәргә үҙем беләм, һин влас кешеһенә ҡаршы кимәксеһеңме, ни выйдет. Мине хужалар үҙҙәре шул власты яҡлаһын тип утыртҡан. Һин власҡа дошмансылыҡ ҡылаһың.
    – Яп ауыҙыңды. Нимәгә үстәшкәнеңде лә беләм. Тик бына балаларға үрелеп, үҙ башыңа шашынаң
    Ташбулат сыбыртҡыһын күтәреп Зарифаға ҡаршы килә башлағайны, ул түрбашта ятҡан, инде күптән инде үткерләү күрмәгән бысаҡты ҡулына алды ла, бүрегә ҡаршы ынтылған януар көсө менән уға ҡаршы бара башланы.
    – Үтерәәм мин һине, үтерәм. Һин минең баламды үтерҙең. Үтерәәәм, – тип, Ташбулатҡа ҡаршы ынтылды.
      Бындай ҡаршылыҡҡа әҙер булмаған Ташбулат арты менән сигенеп ишеккә барып, ҡапыл асып сығырға ынтылды. Шул ыңғай Зарифа бысаҡты уның артынан ташланы. Бысаҡ ишеккә етеп ҡаҡлығып, кире артына сигенгәндәй иҙәнгә осоп төштө, әйтерһең, минең көсөм етмәй тигән шикелле, бер ике үкенесле тауыш та сығарҙы.
    Зарифа үҙенең яҡлаусыһыҙ һәм көсһөҙ булыуынан ғәрләнеп, ҡыҙы янына барып, уны ҡосаҡлап илай башланы. Шулай күпме ултырғандарҙыр, көн кисләй башлағанда ғына тағы көслө итеп ишек шаҡынылар, артынса уҡ ике ят кеше артынан Ташбулат килеп инде.
     – Бына инде сабатажниктар. Эшкә сыҡмайҙар,– тип, тегеләрҙең алдына сығып ярамһаҡланды.
Олорағы. Уға боролоп та ҡарамай:
    – Күрәбеҙ, нимәгә прагул яһап ятаһығыҙ. Һеҙ һыйыр һауағыҙмы? Бына бөгөнгө көн юғалған һөттө елкәгеҙгә һалғанды көтәһегеҙме?– тине, бик асыулы тауыш менән.
    Шул ваҡыт Зарифа, үҙендә ниндәй көс тапҡандыр, урынынан йән асыуы менән ырғып торҙо ла, мейес артынан ҡанға буялып йыртылып бөткән ҡыҙының кейемдәрен теге кешеләрҙең алдына берәм- берәм ташланы.
     – Эшкә сыҡманыҡмы, ә бына быны нимә тип уйҙайығыҙ. Ташбулат бын ҡыҙымды көсләгән, таң алдынан ғына ҡайтып ҡоланы. Бына ҡарағыҙ, бөтөн кейеме йыртылған. Ана, үҙе ята. Ишеү эшкә барырғамы, ул торһон мыҫҡыл итеп көлөп. Беҙ уның ҡолдарымы, ялсыһымы. Нисәмә ҡыҙҙың башына етте? Һеҙ нимә беләгеҙ. Шылтыратты, килтертте, алдығыҙ, бығау һалдығыҙ алып киттегеҙме?.Эшем эйәләре..
   – Һин ҡатын башың менән хөкөмәт кешеләре менән ипләп һөйләш, – тине йәшерәге.
  Алдарына ташланған кейемдәр шул көйө ятып ҡалды, улар уның өҫтөнөн йөрөп икеһен дә ҡулға алдылар. Зәлифә яҙ кейә торған йоҡа көртөйө менән башына яулыҡ өҫтөнөн, иҙәндә ятҡан бер аҙ йыртылған шәлде урап, килгән кешеләрҙең алдынан сығып, икеһе лә машинаға ултырҙылар. Зарифа машинаға ултырыр алдынан ҡарап торған күршенең Зәлифә кеүек ҡыҙына:
    –Әсәйең өйҙө йыйыштырып, асҡысты алһын. Нимәләрҙе таштамаһын, мейес артына һалһын, – тип, әйтеп өлгөрҙө.
     Ташбулат ҡәнәғәт ҡиәфәттә урам осондағы фермаға ҡарай йүнәлде. Уның бик тә райондан килгән кешеләр менән һөйләшергә теләге бар ине, тик уға иғтибар итеүсе кеше булманы. Ауылда уларҙың ҡулға алыныуын да, машинаға тейәп алып китеүҙәрен дә, ошо үҫмерҙән башҡа берәү күрмәне. Ташбулаттың ауыҙы ете йоҙаҡта булғандыр, ә бына был баланың әсәһе балаһын да тыйып ҡуйҙы, үҙе лә бер ауыҙ һүҙ ҡатып һөйләмәне. Шулай был өйҙән, Зарифа менән Зәлифәнең ҡайҙа булыуы ауылға билдәле булманы. Кемдәрҙер “Туғандарына киткән, “– тип, кемеһелер “Улар һоранып сығып киткәндәрҙер” тип бер аҙ ҡаға- һуға һөйләнеләр ҙә, көн дә ауылға килгән ҡайғылы хаттар менән оноттолар. Өйө генә етемһерәп  тора бирҙе. Уның эргәһенән үткәндә генә хәтерҙәренә төшөргәндәрҙер. Уларҙы иҫләүсе булманы, һуғыш аҙағына инде бөтөнләй хатта оноттолар ҙа шикелле.

                                                     Тереләй күмелгән бала                                     
    
     Ошо китеүҙән Зәлифәне ярты йылдан ғына, ҡәҙимге булып балаға етешкән ҡорһағы менән ҡайтарҙылар, Тик Зәлифә ауыл күҙенә күренмәҫ өсөн, алыҫтараҡ ятҡан ауылға юлланды. Был ауылда атаһының яҡшы ғына таныштары бар ине. Уларҙың ике ҡыҙы, – береһе Зәлифәнән бер аҙға ғына кесе, икенсеһе биш- алты йәшкә кесе булыр. Әсәһе Зарифа тағы ла бер йылдан ашыу йөрөгәс, тулыһынса ҡаҡ һөлдәгә әйләнеп ҡайтып  йығылды. Әсә менән ҡыҙ бер- береһенән бер йылдан ашыу айырым булдылар. Зарифа ҡыҙының бала табыуын, уны йылға ярына тере килеш күмеүен белмәне. Тик ҡыҙының ҡәбере менән генә күреште. Шунда ғына ҡыҙы менән һөйләште. Әсәһенең  фронт өсөн ҡорал әҙерләгән ерҙә кейем йыуыусы булып йөрөгәнен ҡыҙы Зәлифә лә белмәй яҡты донъя менән хушлашты. Уның һуңғы һүҙҙәре сит милләт балаһына ғына мәғлүм булды. Рәнйеү тулы күҙҙәре күккә бағып, йомолмайынса һуңғы һулышын алды. Был уларҙың яҙмышының иң аяныслыһы булғандыр.
         Бер көн эшкә сыҡмаған өсөн күпме ыҙа һәм ҡорбан, тип уйлар, йылдар үткәс, тереләй күмелеп,  Валентина тарафынан ҡотҡарылған ҡыҙы Зәбирә лә. Тик ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы хәтерләргә тырышыуы берәүгә лә мәғлүм түгел ине..
       Бына әле Зәбирә әбей һандығын асып ҡулындағы ҡағыҙҙар һалынған моҡсайҙы, уға кейәүгә сығыр алдынан ғына килеп юлыҡҡан монаятты ҡулына тотоп ултыра. Унда ла әсәһе унан бик ҡаты ант алды. Асмаҫҡа, уҡымаҫҡа.
      – Мин уны шундай ант биреп алдым. Зәлифә апай алдында миң йөҙөм яҡты. Һин дә шулай эшлә. Был уҡып, һорау– яуаптар алып биреү өсөн түгел. Хәҙергә һалып ҡуй, аҙаҡ, үҙең генә ҡалғанда, йылдар үткәс, үҙең кейәүгә сыҡҡас уҡырһың, – тине уға Валентина ––Вәлимә әсәһе...
    ...Зәбирә эсендәге һарғайып бөткән, урыны менән хәрефтәре юйыла башлаған яҙыуҙарҙы кейәүгә сыҡҡан йылы бик матурлап өҫтөнән йөрөтөп яҙған ине. Шуғамы икән яҙыуҙар ныҡ уңмаған. Ҡулына алған ҡағыҙҙарҙы тағы бер тапҡыр ҡарап сыҡты ла инде утыҙ йыллап тотмаған ике әсәһенең бер блокнот эсенә яҙған көндәлектәрен иртәгә уҡырмын тип, өҫтәлдә ятҡан гәзиткә урап һалып ҡуйҙы. Зәбирә әбей берсә алыҫ үткәндәге Вәлимә әсәһен, уның игелектәрен уйланы, берсә яҡты донъяға ҡайғы-хәсрәт өсөн тыуып, ун биш йыл ғына йәшәп, фани донъя менән хушлашҡан үҙ әсәһен уйлап, аңҡы- тиңке булып йоҡоға талды.

    ... Зәлифә ҡорһағындағы алты айлыҡ балаһын ауылдаштарына күрһәтмәҫ өсөн, ауылдан байтаҡ ситтә урынлашҡан ҡалмаҡтар менән башҡорттар йәшәгән ауылға барып, атаһының знакумдарында йәшәне. Унда ла ире – һуғышта, хужабикә ауырып ята, ике баланың береһе – колхоз эшендә, икенсеһе беренсене генә тамамлаған. Хужа ҡатындың оло ҡыҙына ун дүрт йәш, Зәлифәнән алты айға яҡын бәләкәй ине. Үҙе шаҙыра ғына, бәләкәй сағында сәсәк ауырыуынан  шулай ҡалған булған. Балалары ла үҙе лә бик матур итеп башҡортса һөйләшәләр, мәктәптә лә  башҡортса уҡыйҙар, етмәһә, мәрйәгә бик оҡшамағандар, ҡап- ҡара сәслеләр, йөҙҙәре лә  мәрйәләрҙеке кеүек һары түгел. Оло ҡыҙы Валентина, Зәлифә бөтә хәлде һөйләп аңлатҡас, уның хәленә инеп, әсәһен дә күндерҙе.Тик Зәлифәне урам араһына сығырға ҡушманылар. Ул ауылда халыҡ элек- электән бер- береһенә инеп, аралашып йәшәмәйҙәр. Һуғыштың тамам ҡыҙған осоро булғанғамы, Зәлифәгә иғтибар итеүсе кеше лә булманы.
    Марина ятҡан еренән Зәлифәгә:
     – Һин минән ҡурҡма, йоғошло ауырыу менән ауырымайым. Кеше ышанмай, шуға беҙгә инеүсе юҡ. Ни эшләйһең, ауыр ваҡыт бит. Һин балаңды икеләнмәй тап. Бала ғәйебе юҡ. Һәр баланың яҙмышы тегендә яҙыла бит, шуға һеҙҙеке лә, беҙҙеке лә уға уҙ ризығын инселәй, – тип, бармағын өҫкә төртөп күрһәтеп, уны йыуата.
    Тик Зәлифә нисек булһа ла, был баланы йә үлтерәм, йә ҡырға ташлап китәм тигән уй менән йәшәне. Шулай ҙа уға туғыҙ айҙы тултырып йөрөргә яҙманы, Туғыҙынсы айға ҡарағанда, сентябрь аҙағының йылы ғына бер көнөндә, эсе бик ауыртһа ла кер йыуҙы, сирыла- сирыла керен күтәреп, саҡ тын алып һыу буйына төштө. Бәхеткә ҡаршы, йылға картуф баҡсаһы осонда ғына. Шуны ғына көткәндәй, уның тулғағы башланды, ләкин сабый хәлендәге Зәлифә бала тапҡандағы ауырыуҙың ни икәнен дә белмәй ине шул. Бер ярһып аҡырҙы, бер иланы, тағы кеше ишетмәһен тип, эсенең аҫ яғы ауыртыуға сыҙай алмай, эсен ҡосаҡлап, йомарланып ятты. Аҙаҡ ныҡлап көсәнә башланы. Йылға буйында донъяға килтергән әсәһен тертләтеп, сабый көслө лә нәҙек тауышы менән илап ебәрҙе. Зәлифә йырсы булыр ине, әгәр ҡалдырһам, тип уйланы ла иҫтән яҙҙы. Күпмелер ятҡас,ер һыуығына иҫенә килеп, сабыйҙы үҙенән айырҙы, Маринаның күлдәгенә урап, балаһы алдында ғәфү үтенде.
      – Балаҡайым, яҡты донъя менән исемһеҙ хушлашма, минең исемем һиңә булһын. Юҡ-юҡ...Тегендә минең гонаһым һиңә яғылыр. Һин Зәбирә бул! Зәбирә бул! Мин һине яратҡан кешемдең балаһы булһаң, бик алып ҡалыр инем. Мин һине тәүге тулап хәбәр биргән көнөңдә үк үлемгә дусар итәм, тип ант иттем. Хәшәрәт кешенең балаһы ла йәшәргә тейеш түгел. Ғәфү ит, балам, илама, кеше ишетер. Кешеләр һине белмәһен дә, күрмәһен дә. Был донъяла һине ауыр яҙмыш юлын күтәрһен өсөн дә ҡалдыра алмайым. Илап тыуып, илап йәшәргә яҙмаһын. Минең һиңә ҡылған гонаһым өсөн Хоҙай барыбер берәй ғәмәлен эшләр. Бының тиклем гонаһҡа минең дә йәшәргә хаҡым юҡ, балаҡайыым, – тип, илап ебәрҙе.
       Был уның йылға буйында беренсе һәм һуңғы тапҡыр бала табыуы, енәйәт ҡылыуы һәм фани донъя менән хушлашыу сәғәттәре булыуы бер Хоҙайға ғына мәғлүм ине.
    Бик оҙаҡ ҡайтмай торғас, Марина ҡыҙы Валентинаны артынан ебәрҙе. Ул барыуға, Зәлифә хәл өҫтөндә ярҙа ята ине, тик эргәһендә бала юҡ, үҙе ҡанһыраған, ҡулдары тупраҡҡа бысранып бөткән.
     – Валентина, минең балам анауында ята, ҡыҙ бала, үлде ул. Шунда ерләнем. Мин дә үләм. Әсәйемде генә күрә алманым, –тине лә күҙен йомдо.
      Валентина ул күрһәткән ерҙе барып ҡараны, унда бер аҙ тупраҡ һелкенгәндәй тойолдо. Ҡыҙ күп  уйлап торманы, ҡулдары менән тырнап тупраҡ өйөмөн ҡалҡытып ебәргәйне, Маринаның күлдәгенә уралған бала илай ине. Ҡыҙ баланы ҡосаҡлап Зәлифә эргәһенә килде.
        – Юҡ- юҡ. Валентина! Ул хәшәрәт кешенең балаһы. Ыһ, ыһ. Ул үлергә тейеш, Валентина, теймә һин уға, ятһын, кире ерлә, – тине лә бик оҙаҡ күҙен йомоп ятты.
    Валентина бер ни аңламаны. Зәлифә тереме, әллә үлгәнме. Эргәһендә илауҙан тымған баланы күтәреп, Зәлифәгә текләп ҡатып ҡалды. Валентинаны ошо күренеш йылдар дауамында ғүмеренең аҙағынаса оҙатасағын аңламай ине әле. Ҡапыл ғына Зәлифә иҫенә килдеме, өҙөп өҙөп, ауыр тын алып һөйләй башланы.
      – Валя, һин ниндәй ҡыйыуһың. Баланы ҡулыңа алдың, үлеренә юл ҡуйманың Минең гонаһымдың бер өлөшөнән ярлыҡаның. Мин барыбер тегендә яуап бирермен инде. Ә һин ҡурҡма, беҙҙең ауылға бар. Унда кешеләр һәйбәт ул. Бөтәһе лә Ташбулаттар һымаҡ түгел Өйҙөң асҡысын тупһа аҫтына һалдым. Сепрәк менән урап, өҫтөнә тупраҡ ҡойҙом, – нимә һөйләгәнен онотҡан кеше төҫлө, ыһылдығы сығып тын алып бер аҙ ятты ла, – Баланы ниңә алдың? Ул үлһен ине.  Һөйләнем бит, иң насар кешенең балаһы тип. Уның заты йәшәргә тейеш түгел, ә хәҙер алғас, нисек тә үҙеңә яҙҙыртырға тырыш.Тик атаһы урынына ла үҙ атайыңдың исемен яҙҙыр инде. Ерҙә ул әҙәмдең зат тамыры юғалһын, – тине лә күҙҙәрен йомдо.
      – Мин һине хәҙер килеп алам, бына баланы ғына өйгә илтәм дә, – тип, сайҡалған керҙәрҙе алды ла ауылға йүгерҙе.
     Әсәһенә инеп хәлде һөйләне лә кире йылға буйына ашыҡты. Ул барғанда, Зәлифә, йәшәп тә өлгөрмәгән бала, зәңгәр күк, ҡайнар ҡояш, ер йылыһы менән күҙҙәрен дә йоммаған килеш хушлашҡайны инде.
     Ҡайтып әсәһе менән кәңәш итте:
     – Балам, былай эшлә, ауыл советына бар ҙа, председателенә генә әйт. Шулай тиген, йылға буйында, беҙҙең картуфлыҡ осонда бер ҡыҙ үлеп ята, тиген, аръяғын ул үҙе  бер нимә эштәтер, – тине.
      Валентина бар көсөнә ауыл советына йүгерҙе. Шулай итеп, уның ҡайҙан килеүен, ниңә үлеп ятыуын һәм тыуған бала тураһында бер ниндәй һүҙ сыҡманы. Был ҡыҙ бала ҡайҙан килгән, кем күргән башлап, шул турала килеп һораштылар ҙа, тамамлап та ҡуйҙылар. Валентина, әсәһенең кәңәше менән өйҙән дә сыҡманы. Килеп һораусыларға ишек алдына сығып ҡына яуап бирҙе. Кем белә, бәлки, эште оҙағыраҡ тикшерергә булдылармы, шул ваҡыт күрше Ефросенья әбей килеп инде лә:
       – Нимә баланы ыҙалатаһығыҙ, былай ҙа быуыны ҡатмай ҙа һыйыр һауып, ана ҡарағыҙ, ҡаҡ һөйәккә ҡалған, әсәһе ята. Ладно скажите спасибо, что барып һеҙгә әйткән, атыу ана ас эттәр талап бөтөр ине. Была, исмаһам, ергә тапшырыла, – тигәс, ҡабат килеп йөҙәтмәнеләр.

                                                       Өләсәйле өй

        Ваҡыт шым ғына  колхоз эше менән бергә үтә торҙо.  Шулай ҙа иң ауыры баланы нисек кешегә белдермәй үҫтерергә. Әсәһе шулай талап итте. Балаға ете- һигеҙ ай булғанда, һеңлеһе Даръя икенсене тамамлап килгәндә генә әсәһе лә яҡты донъя менән хушлашты. Валентина баланы күршелә генә йәшәгән Ефросинья әбейгә, бөтә хәлде һөйләп, аңлатып, шунда ҡалдырҙы. Әсәйен ерләгәс, бер көндө Валентинаны  ауыл советына саҡырып килделәр. Ул барһа, унда Ефросинья ултыра. Валентина әбейгә ҡарап ҡурҡып китте.
     Ул килеп инеү менән, Ефросинья һүҙ башланы.
    – Минең һеҙгә бер үтенесем бар: Ҡаналағы апайымдың ҡыҙын хеҙмәт армияһына алғандар, ә балаһы яҙылмай ҡалған. Атайын белмәйем. Ул кейәүгә сыҡманы. Бына шул балаһын миңә ҡалдырып киткәйне, әле һәләк булған ҡағыҙы бар. Апайым унан алда үлде.Шуға баланы үҙебеҙҙең милләт кешеһе күршем Валентинаға яҙҙырайым тигәйнем. Мин дә бит һикһәнгә етәм биш- алты йылдан. Шуға ул бала тағы етем ҡала. Яҙығыҙ Валентинаға. Ул кейәүгә сығып, балалар табып бергәләп үҫтерерҙәр. Детдомға бирмәгеҙ. Туғандарҙан шул ҡустым бар, ул килеп етер ул. Ул да Ҡанала. Шул кисә барыһы менән дә һөйләштем. Һеҙҙән генә ризалыҡ менән яҙыу кәрәк.
     Бына шул көндән ун биш йәше тулып килгән Валентина Зәлифәнең ҡыҙына әсәй булып, атаһының исемен атай урынына яҙҙырып, баланы ҡурҡмайынса  алып ҡайтты. Шулай ҙа Зәлифәнең һуңғы үтенесен ул әсәһенә лә Ефросинья әбейгә лә еткермәне.” Әгәр бала үлеп ҡуймаһа, һин уны ал, беҙҙең ауылға, беҙҙең өйгә алып барып, шунда йәшә. Барыһын дә әсәй ҡайтһа, уға һөйлә. Үҫтер һин уны. Үҙ исемең...”– ҡапыл ул башын бороп йәһәт кенә бала күмелгән ергә ҡараны ла иҫтән яҙҙы...
     Шулай итеп, 1944 йылдың йәйендә Валентина Зәбирәне ҡулына күтәреп, һеңлеһе Дарья- Дәриғәне эйәртеп, үҙ йортон бикләп Зәлифәнең ауылына, уларҙың өйөнә килеп тора башланы. Көҙгөлөгөнә Зарифа ҡайтып, өйөнөң асыҡ булыуы, бер бәләкәй баланың бер йәшлек баланы уйнатып ултырыуын күреп башта бер ни ҙә аңламаны. Аҙаҡ эштән ҡайтҡан Валентина-  Вәлимәне күргәс, тағы нығыраҡ аптырауға ҡалды.
      Кис еткәс, урамда аяҡ тауышы баҫылып, унда – бында ас эттәрҙең сыйнашыуы, ашап туйғандарының ырылдап өрөүҙәре туҡталғас, сәй артында бөтә хәлде ентекләп Вәлимә һөйләп бирҙе. Тире лә һөйәк ҡалған Зарифа ҡыҙының башынан кисергәндәрен бары шул Марина аша ла түгел, ә уның ейәнсәрен үҙ исеменән яҙҙырған, һуғыш ыҙаһын ун дүрт йәше лә тулмай иңәнә һалып, көсләнелгән ҡыҙҙың балаһын күкрәгенә ҡыҫып үҫтерергә тырышҡан һәм бына шул бала арҡаһында ирҙәргә нәфрәт менән ҡараған Вәлимә – Валентина аша ишетеп,  бик ныҡ шаңғыны.
    Ул ҡайтып бер аҙ хәл алғандан һуң, Ҡыуалатҡа барып сит милләт кешеләренең ҡәбере араһынан ҡыҙы Зәлифәнең ҡәберен эҙләп тапты. Көн кискә ауышҡансы, ҡәбер янында үҙ телендә барлыҡ теләктәрен уҡып, ҡыҙының күптән һыуынған ҡәбер тупрағы өҫтөн баҫҡан ҡый үләндәрен таҙалағас:
       – Балаҡайым, бер бөртөгөм минең, атайың рухына, һинең рухыңа атап ҡорбандар салып аяттар уҡытырмын. Һинең ҡыҙыңа сараһыҙлыҡ көнөнән әсәй булып, Аллабыҙҙы үҙ көнө өсөн, үҙ диненән ваз кисеп  көтөп үҫтергән Валентина- Вәлимәгә фатиха ҡылып, аҡ һүҙемде һалырмын. Һинең кеүек ауылдың ыҙа сигеп, яфаланып, үҙ-үҙенә ҡул һалған ҡыҙҙарҙың, уларҙың әсәләренең күҙ йәштәре үсен Ташбулаттан алырмын. Алмаһам, исемем Зарифа булмаһын,–тип, яулығын төҙәтеп бәйләп, ҡәберлекте ташлап сыҡты ла, бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, үҙҙәренең ауылына ҡарай атланы.
      Эйе, ул бөгөн балаларҙы өләсәйле булыу бәхете менән йәшәргә ынтылып атланы. Өләсәйле өй йылы була, өләсәйле өй аш- һыуы менән йомарт, әкиәттәре менән бәхетле була бит ул. Ул юл буйына үҙенең әкиәт һөйләгән, донъя риүәйәттәрен һөйләгән өләсәһенең әйткән, һөйләгәндәрен хәтерләп, ниндәйҙер аңлатып бирә алмаған эске тулҡынланыу менән ҡайтты.

                                          

 

Ҡәбер өҫтөндәге ант

      Ҡыуалаттан ҡайтыу менән Ташбулаттар өйөнә барырға уйланы, тик бик кисләтеп кенә ҡайтҡанға күрә, ҡуҙғалмаҫҡа булды. Урыҫтар белмәй әйтмәй: “Иртә кистән аҡыллыраҡ”. Иртәнге эш хәйерле булыр, тип уйланы. Ҡыҙҙары менән йылы өйҙөң урындығына ултырып, аяҡ һуҙып ултырып сәй эсеп алды. Дәриғә менән Зәбирә эргәһенә килеп ултырҙылар. Зәбирә:
     – Өсәй, әкиәт ҡасан һөйәйең, – тине.
      – Өләсәй арыған, ятып ял итеп ала, ә әкиәтте иртәгә һөйләтерһегеҙ, – тине Вәлимә.
       – Тағы иртәгәме?
      – Дәриғә, һин бит ҙурһың, күрмәйһеңме өләсәй арыған.
      Дәриғә Зәбирәне етәкләп мөйөштәге йоҡлай торған урындыҡҡа менеп ултырып уйнай башланылар. Зарифаны үҙе теләп сыҡҡан юлы бер ваҡытта ла арытмай ине. Был юлы ул бит ҡыҙын күрергә барҙы. Уның менән һөйләште. Был юл уны арытманы, ә ҡыҙының ҡәберендә биргән анты алҡымына килеп төйөлдө. Бына шуны сисер ос төйөнөн эҙләп тәрән уйға батҡайны.
     Иртәнсәк Зарифа бик иртә торҙо, нисек тә Ташбулат фермаға сығып китмәҫ борон өйөнә барып өлгөрөргә тигән уй башын төйҙө. Ныҡ ҡына кейенергә тип уйланы ла, киреһенсә, еңелсәрәк кейенде. Уның шундай ғәҙәте бар: ашығысыраҡ эшләйһе булһа, осоп йөрөгәндәй булып тиҙ ҡылана, йәһәтерәк атлай. Бала саҡтан шулай булды. Әсәһе, мәрхүм, гел уның шулай еңелтә кейенеп, ашығып йөрөгәнен күрһә: “ Нәҡ тә атайың кеүекһең. Ул шулай бер эште эшләргә алдына алһа, ашау – тиҙ, кейем – йоҡа, еңел,  йөрөү йүгеректекенә әйләнә лә китә ине, мәрхүмкәйемдең. Анау граждандар тигән һуғышы ғына башына етте,”– ти торғайны. Әле лә ул шул ғәҙәте буйынса, ишекте ашығып япты ла, йәһәт кенә аҫҡы урамдағы кисеү ҡаршыһында башҡа өйҙәрҙән үҙенең төҙөклөгө, ҙурлығы, тәрбиәлелеге менән айырылып торған өс ҡапҡалы йортҡа ҡарай йүнәлде. Өс ҡапҡалы йортто ауылда хәллерәк йәшәгәндәр генә эшләтә, йәнәһе, береһе йөк менән инер өсөн, икенсеһе урамға мал- тыуар ҡыуып индерергә, өсөнсөһө– үҙҙәре инеп сығып йөрөү өсөн.
       Бындай өйҙәр ауылда бер нисә генә. Шуларҙың иң ҙуры шул Раҡай улыныҡы. Раҡайҙы утыҙ беренсе йыл ҡулға алдылар, бер комсомол егетте Ҡана юлында үлтергәндәр ине. Шуның янында ятып ҡалған шарфты Раҡайҙыҡы тип таныусы табылған. Унан һуң тағы ике кешене ҡулға алдылар. Улары ла Раҡайҙың ҡуштандары. Комсомол егет Раҡайҙың оло улын егерме туғыҙынсы йылда уҡ кулактар менән Себер яғына ебәреүҙә активист булып бергә йөрөгәйне. Бына шунда килеп, мал- тыуарын тартып алып, ғаиләһен һөргөнгә ебәреүҙә ҡатнашҡан дүрт ирҙең дә башына еттеләр. Дүртеһенә лә шулай үҙ хөкөмдәрен ойоштороусылар тотолоп тора килделәр. Раҡай ул ваҡытта ике улын колхозға үҙе риза булып индергәйне. Ҡыҙҙары ниңәлер үлеп торған. Ауыл халҡы ҡайҙан белгәндер инде, ҡыҙҙары үлгән һайын бер хәбәр гел генә ҡалҡып сыға торҙо. Имеш, йәш сағында әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып килгәндә, бер сиған ҡыҙы осраған да “Мине бисәлеккә ал, өйлән, – тип инәлгән, – Миңә әсәйем мосолманға иргә бараһың, ике генә бала табаһың, шунда ғына үлемдән ҡотолаһың, тине.. Мин һине иремдән ҡасып яратҡанымдан таптым. Атай тигән кешең белмәй, тик бына табор башлығы ғына белә . Һинең кейәүгә бирер йәшең тулыуға ул һине үлтерергә ант иткән,– тип мине ҡасырҙы. Һин ал мине, ике генә балабыҙ буласаҡ,”– тигән, имеш. Тик Раҡай риза булмағас, теге сиған ҡыҙы “ Ҡыҙ балаларыңдан ҡайғы күрәсәкһең” –тигән, тип һөйләп алалар ине. Бына уның ысынлап та ҡыҙҙары үлеп торҙо. Ике ҡатынының да ҡыҙҙары гүр эйәһе, дүрт ир балаһы ҡалды. Өс улы арыу ғына, ауыл халҡына зыяны теймәне, шулай ҙа олоһон Себер ебәрҙеләр. Бына Ташбулаты әҙәм киреһе булды. Бала сағынан тиҫтерҙәре менән татыу уйнаманы, уның менән уйнағандар тик бит- ҡулдарын һыҙырылыуҙан, күҙҙәре  күгәреүҙән баштары сыҡманы. Шуға уның менән аралашмаҫҡа тырыштылар. Атаһы ҡулға алына торған йылы егерме йәше тулып, инде өйләндерәбеҙ тип оло ҡатыны һөйләп йөрөгәндә генә, ошо хәл килеп сығып, өйләндереү ете- һигеҙ йылға кисектерелә килде. Ул ике әсәй уртаһында йәшәй бирҙе. Ике ҡатын бер береһенән ҡыҙғанып, был улдарын осондороп тәрбиәләнеләр. Бер нисә тапҡыр өйләнергә ынтылды, буғай, тик ҡыҙҙарҙың ата- әсәләре риза булманылармы, нисек тә ул өйләнмәй йөрөй бирҙе. Һуғыштан дүрт йыл алда ғына Юлыҡ яғынан алған ҡатыны уға йыл да тип әйтерлек бала табып, ул балаларҙың өҫ- башын тәрбиәләп, өйөнән дә сыға алмай ултыра ине, хәҙер ҙә шулай икән.
     Шул уйҙары менән ҡапҡа алдына барып етеүгә, уртансы ҡапҡа асылып, эйәрләнгән атын етәкләп, Ташбулат килеп сыҡты.
    –Йә, Ташбулат, минән ҡотолғандай булып оҙатҡайның төрмәгә, ҡотола алманың. Мин үлмәнем, бына ҡайттым. Ана һинең ағайың менән атайың ғына Себер һыуығында ҡайта алмай этләнәләр. Бәлки һуғышҡа ла киткәндер. Улар бит кеҫәләрендә байлығын һалып алып китә алманылар, һиндә ҡалды. Бына иҫәпләшер көн яҡынлашты. Ҡыҙымдың башына еттең, тик ҡыуанысың оҙаҡҡа бармаҫ. Минең иремә булған үсеңде ҡыҙымдан алған икәнһең. Ул хәбәреңде, яулығың менән уртаҡлашмауың арыу булыр ине. Бына минең кәпәс юҡ уртаҡлашырға, бына ошо яулығым һинең аяҡ аҫтында ятһын, тик һиңә был ерҙе ҡабат тапарға насип булмаһын, тип яулығым менән ант иттем, ҡабат башыма һалмаһам да үкенмәм, тик һине ауылда йөрөтмәм– тине лә, башындағы яулығын һыпырып алып, Ташбулаттың атының аяғы аҫтына ташланы.
     Уныһы өркөп, ҡапҡа бағанаһына башы менән бәрелде, тик йүгән хужаһы ҡулында ныҡ тотолғас, шул ерҙә тынып ҡалды. Ташбулат ауыҙын асып һүҙ әйткәнсе, ҡырт боролоп үҙҙәренең яғына ҡарай ғорур баҫып, әйтерһең еңеү яулап ҡайтып барған кеше кеүек, өҫкө урамға ҡарай атланы. Әле бер ни уйларға өлгөрмәгән Ташбулат: “ Ниндәй ҡыйыу, оһо, ағайымдың бушҡа ауыҙ һыуы ҡороп йөрөмәгән икән,”– тип уйланы.
    Ошо көндән башлап Зарифа Зәлифә кеүек Ташбулаттан михнәт күргән ҡыҙҙарҙың әсәләре менән эңер төшкәс кенә, кеше күҙенән йәшереп кенә һөйләшергә йөрөнө. Шулай йөрөй – йөрөй, төнөн йорт һаҡлаған эттәр ҙә уның аяҡ тауышын танып, сәңкелдәгән, өргән тауыштарын сығармай башланылар. Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, Зарифа төрмәнән шулай бик ҡыйыуланып, закон менән үҙ кешеләй һанлашып ҡайтҡан ине. Уның йөрөүе бушҡа булманы. Әмәлгә ҡалғандай, өс йылдан ашыу мейес артында йомарланып, Зәлифәнең ҡанына буялған кейемдәр ҙә үҙ файҙаһын күрһәтте. Вәлимә ниңәлер бында килгәндә, уларҙы күрһә лә, Зәлифәнең һөйләгәндәрен хәтеренә төшөрөп, был әйберҙәргә теймәне.
        – Әсәйем минең кейемдәремде райондан килгән  милиционерҙар алдына ташланы ла , бына һеҙгә һеҙҙеңсә даказать итә торған нәмәләр. Был нәмәләр менән мин һеҙҙең тупһағыҙҙы бер түгел, бер нисә тапармын әле, – тигәйне.
    Береһе :
    –Яп ауыҙыңды, ҡарғалай, туҡтамай ҡарҡылдама, үҙеңә килер бәлә, – тине, – Ташбулат шунда хатта хихылдап көлөп торҙо, – тип һөйләгәне хәтерҙә булғас, Вәлимә уларҙы урынынан ҡуҙғатманы.
    Уның күңеленә, тик, кәрәк булыр тигән уй ғына килде. Ул нәмәләр ысынлап та кәрәк булды, барыһы ла Зарифаның юл моҡсайына төшөп ятты. Бер нисә тапҡыр район үҙәгенә барғанда, ул моҡсай сәйәхәт моҡсайы булып йөрөп ҡайтһа, нисәнселер барғанында Зарифа буш ҡул, көр күңел, асыҡ сырай, дәрт менән ҡайтты. Ошо көндән һуң ул яңынан Ташбулат тураһындағы балаһының ҡәбере өҫтөндә ант иткән эште, тәфтишселәр ярҙамы менән ыңғай тамамларға тигән уй менән йәшәй башланы. Хәҙер ул шул осорҙа Ташбулат тарафынан мәсхәрәләнеп, береһе аҫылынған. икенсеһе ауырлы икәнен белгәс, һыуға батып үлгән, береһе хеҙмәт армияһына китеп ҡайҙалығын белдереп хат яҙмаған ҡыҙҙарҙың әсәләре менән тағы ла йышыраҡ һөйләшә башланы. Тик был юлы ул ҡатындарҙы кискеһен һәр береһендә алмашлап та, бөтәһе менән бергә лә һөйләште. Зарифа хәҙер тәфтишселәр ярҙамы менән эште ыңғай тамамланырына үҙе лә, теге ҡатындарҙы ла ышандыра алды. Күптәр бәлки быны хуп та күрмәгәндәрҙер, ниңә тигәндә, ҡайҙалыр, тегендә йәнгә талаш менән ер өсөн, ил өсөн ҡаты алыш барһа, бында ул үткән эшкә салауат тимәй, бола ҡуптара. Ҡайһылыр өйҙә астан интегеп, үлем түшәгенә йығылған  ҡатындар, ҡырлыҡ, әпсүк ашап ағыуланған балаларҙың йән әсеһе менән илап, үлемгә дусар булған мәлендә, ауылда берәү яҙмышын белмәгән Зәлифә һәм уның кеүек рәнйетелгән ҡыҙҙар  яҙмышы өсөн алыш барыуын күптәр хупламағандарҙыр. Зарифа үҙен үҙе лә хуплап бөтмәй. Тик бала яҙмышы уны алҡымынан алған, үҫеп килгән ейәнсәренең моңһоу ҡараған йөҙө күҙ алдында. Был бала ҡасандыр, барыһын белеп, “ Ә һин өләсәй, әсәйем өсөн нимә эшләнең?”– тигән һорау бирмәҫме... Шул ваҡытта ул ни тип яуап бирер... Бына ошо уйҙар уны башлаған йомошон үтәүҙән туҡтатманы. Күҙ алдында гел генә ишектән ҡанға буялып, йыртылып бөткән кейемдәрен саҡ күтәреп, һөйрәлеп килеп ингән Зәлифәһе өмөтһөҙ  ҡарашы менән баҫып торҙо. Енәйәтте ваҡыт оноттора, тиҙәр, тик бәғереңде телеп тапҡан балаңа ҡарата башҡалар тарафынан эшләнгән енәйәт бер ваҡытта ла онотолмай. Уға хөкөм Алла тарафынан булһа ла рәнйеү булып килеп бер алҡымыңдан ала. Мосолман халҡы бындай хөкөмдөң барлығына Тәңрегә табынған мәлдә үк ышанып йәшәгән, хәҙер ҙә шуға ышана. Зарифа әсәһенең был турала һөйләгән һәр ваҡиғаны хәтерендә һаҡлай. Әле килеп бына шул ваҡиғалар тулҡын кеүек бер- бер артлы хәтеренә төшә килеп, үҙ эшенең ыңғай тамамланыуына ышанысын арттыра инеләр.  
     Шулай күпме йөрөгәндер, 1944 йылдың декабрь айы һыуыҡтары башланған мәлдә, Ташбулатты һуғышҡа алдылар, Зарифаға:
    – Апай, беҙ уны барыбер ултырта алмайбыҙ, уны ултырһаң  да штрафбатҡа ебәрәләр, иң ҡулайы уны һуғышҡа ебәрәйек. Оҙатыу фәлән булмаҫ, бынан хәрбиҙәр барып өйөнән алып сығырҙар, кис булырмы, иртәнме, судья нисек хәл итер. Шул иң уңайы булыр. Бына һеҙ алып килгән әсәйҙәр ҙә риза булдылар. Һеҙҙән ризалыҡ булһа, бына шунда ҡул ҡуйырһығыҙ.
    Оҙаҡ, бик оҙаҡ уйланды ул, шулай ҙа тәфтишселәрҙең уны тыңлап был эште аҙағына еткереүенә рәхмәтле булды. Ташбулат һуғышҡа шулай алынды...

                                             Йыртҡыс баһаһы

      Зарифа уның ҡатыны Тәғлимәне йәлләп тә ҡуйҙы, тик артыҡ сөсөләнеп, уның хәлен белешергә ашығып барманы. Ташбулат шул китеүҙән 1953 йылда ғына Себер яҡтарынан ҡаҡ һөйәккә ҡалып ҡайтып ҡоланы. Эйе ҡоланы тигәне дөрөҫ булыр. Ул оҙаҡ йәшәмәне, өйөнән  сыҡманы, кеше менән аралашманы, ауылдың яртыһы уның ҡайтыуын да белмәй ҡалды. Ул бер кисте ҡатыны менән, уға бирер әйберҙәрен биреп, хушлашҡандай итеп һөйләште.
      – Тәғлимә, һиңә әйтер һүҙем бар ине. Ҡайтҡаны бирле бер һөйләшкәнебеҙ юҡ тип әйтерлек. Дөрөҫөрәге, һин минең менән һөйләшергә теләмәгән кеүекһең. Мин өйгә инһәм, һин ниндәйҙер эш табып тышҡа сығаһың. Мин малды ҡарап ябып инһәм дә, һин минең инеүемә, шул уҡ һарайға барып нимәлер эшләйһеңме, эҙләнәһеңме, аңламайым һине. Һиңә нимә булды? Элек һин минең янда йыуаш бесәй кеүек һырғалана инең. Хәҙер һин минең янда телһеҙһең.  Дөрөҫөндә һин күләгәгә әйләнгән кеүекһең.
      – Күләгәгә һин әйләндерҙең мине, һин. Нисә йыл мин һинең ҡатының булырға тырыштым, нисә йыл. Тик мин һиңә һирәк һаяҡ ирлек ҡеүәтеңде танытып, төнгө бурысыңды утәү өсөн генә кәрәк булдым. Мин һине тик шул бурысыңды булһа ла минең менән үтәһен тип, шул бесәйгә әйләндем. Мин һиңә алтынығыҙға, аҡсағыҙға, малығыҙға ҡыҙығып килмәнем. Әсәйемдең үтенеүе генә мине күндерҙе. Әсәйем генә минең башымды ашаны.
        – Ғәфү ит, көсөңдән килһә. Мин зонала барыһын да аңланым. Мин дә бит шул ирлек ҡеүәтемде танытыр өсөн генә үсемде алыр өсөн генә ул ҡыҙҙарға йәбештем, аңлайһыңмы. Зарифа  ағайымды тупһаһынан уҡ уҡлау менән баҫтырып ҡайтарҙы. Атайым бай булһа ла бер нәмә эшләмәне.  Аҙаҡ:
     “ Әйттем мин һиңә, йөрөмә, уларға байлыҡ кәрәкмәй, ана ялсылыҡта йәшәһендәр. Ауыҙҙарын асһа, үпкәләре күренгән саҡта ла Әбелхәйер ҡарт өлкән ҡыҙы Заһиҙәне миңә бирмәне. Уның менән мин үлмәнем. Ике ҡатын алдым, Дүрт  улым бар, тик ҡыҙҙар ғына юҡ,”– тип, ағайыма асыуланды ғына.
          – Гөлнәҙектең ҡыҙын нимәгә рәнйеттең. Хатта үҙ- үҙенә ҡул һалды?
          – Гөлнәҙек үҙе икенсе ағайыма килергә риза булманы. Рәшит ағайым оҙаҡ ҡына илап тигәндәй ҡайғырып йөрөнө. Һуҡырҙы алһам да алырмын, бисәһеҙ булмам, тип ант итте. Ҡананаң бер ҡыҙҙы алғайны, уныһы ана бесән эшләгәндә, күҙенә сүп инепме һыңар күҙенә аҡ һалды. Йәшәй шул ала алмаған ҡатынға үс итеп.
         –  Гөлъямалдың ҡыҙының ниндәй зыян тейҙе?
         – Ул бит миңә ике һоратҡанда ла, риза булманы, үсемде шулай алдым. Тик бына ауырлымын тиһә, йәки үҙем һиҙһәм, һинең өҫтөңә алыр инем, уаллаһи. Мин бит уны яраттым, әле лә яратам. Аңлайһыңмы.Төҫкә лә һылыу булманы, барыбер яратам. Уның бер көлөүе өсөн генә лә мин йәнемде биргәндәй инем. Тик ул миңә  “Тау ҡәҙәре алтын бирһәң дә мин һиңә бармайым. Ҡартатайымды атайың ат ҡарағы итеп, һөргөн ебәрҙе. Ҡасан да булһа һөргөнгә һеҙгә лә барырға тура килһен,”– тине.
      – Һөргөндән ҡасып, Туғыҙбай урманында ҡасып  йөрөгән түгелме һуң?
      – Эйе, ҡасып йөрөнө. Революция ғына уны урмандан ҡотҡарҙы, тик ул егерме берҙә үлде, – тине.
     Оҙаҡ ҡына өйҙә  үлек тынлығы урынлашты. Себен осҡан тауыш ишетелер ине был тынлыҡта. Сәй эсергә ултырғас, баяғы хәбәрҙе дауам иткәндәй, Ташбулат тағы һүҙ башланы.
     – Бына шулай, Тәғлимә. Һин татар ҡыҙы булһаң да, алырға риза булдым инде. Юлыҡтар шул татарҙар ауылы бит инде. Сығышығыҙ Юлыҡ бит. Һин дә атказ итмәҫ инең. Он һалдырғанда, күреп һине берәү үҙе миңә һине яусыланы. Мин ҡарт егет, һин ултырған ҡыҙ. Юлыҡ алыҫ тимәнем, тормош ҡорҙоҡ инде.
          –Зарифаның үҙенән  дә үсеңде ала инең бит, ниңә ҡыҙына  тейҙең?
         –Ә-ә-ә, ууул, йууҡ. Ҡыҙып кителгән. Зәлифәгә йоғонмаһам, тағы әллә нимәләр эшләп, әллә кемде әрәм итеремде мин тоя башлағайным инде. Зәлифә килеп тороп үҙе һылыу ғына булып, түштәре яңы тыуған бала йоҙроғондай булып беленә башлаған. Үҙе матур итеп йылмая, оялсан ғына. Мин бит уны рәхәтләнеп көсләнем. Ул илаған, тартҡылашҡан һайын мин ҡыҙҙым. Мин ул ваҡытта йыртҡысҡа әйләнә башлағанмын инде. Йыртҡыс та ҡорбанын ҡаршылыҡ күрһәткән һайын нығыраҡ талай бит, һуңғы һөйәк итен мөнйөп бөтмәйенсә уның ярһыуы баҫылмай. Мин ул ваҡытта уҙемдең йыртҡыс була барыуымды танырға мәжбүр булдым.
         – Хәҙер.
        – Белмәйем. Ваҡыт үтеү менән, был йыртҡыс барыбер  уяныр ине. Тик мин тегенән үҙ ояһына үлергә ҡайтҡан йыртҡыс хәлендәмен.
        – Шыма ҡотолдом, тигәйнең, Зарифа башыңа етте түгелме. Мин Зарифа ҡайтҡас та, барып ҡотортайым, тигәйнем. Шулай ҙа кешеләр ғәйбәт таратыр, тип туҡтап ҡалдым. Минһеҙ ҙә уның башы еткән. Һинең һымаҡтарҙы анда законда кем тиҙәрҙер, бына әле мин һине ҡыҙҙарҙы көсләүсе тип таныным.  
        – Шулай инде Тәғлимә. Кеше яҙмышы күп ҡырлы булалыр. Улай тиһәң, әсәй яҙмышты кеше үҙе яҙа, тей торғайны. Күрәһең, мин үҙемә шулай яҙмыш яҙғанмын.
        – Ул һинең маңлайыңда яҙылған тәҡдирең, Ташбулат. Һинең исемең һуғыш аҙағында районға таралды бит хатта. Шуға ана балалар Юлыҡҡа барып уҡынылар. Ишберҙеләге апайымда ятып уҡыны Кифая менән Дания. Малайҙар ағайҙарҙа ятып уҡынылар. Ағайҙың бер ҡулы булмағас, уға ярҙам булды инде.
    Ошо һөйләшеүҙән һуң ике- өс ай үткәс, Ташбулат әхирәт донъяһына күсте. Уны оҙатыуға ике ағаһының балалары менән үҙ балалары( уларының да иң өлкәненә –ун биш,бәләкәйенә– ун ) сыҡты. Ауылда уның ҡайтыуын белмәгәндәре :
       – Ҡәберҙә кеше күренә, кем вафат булды икән? – тип бер- береһенән һорашты.
    Белгәндәре белһә лә сыҡманылар, һораусыларға :
       – Һуғыш ваҡытында талпан кеүек ҡаҙалып йәнде талай ине. Эт ине, – тип, эстән “Эткә эт үлеме” тип уйлап яуап биреүселәр булды.
      Был көнө көн дә ҡырҡыу һыуыҡ булды. Әсе һыуыҡ ел битте ялай, өшөтөргә теләгәндәй ҡуйындарға инә. Тик ҡар ғынаһы булманы. Аталары өсөн яуап биреү бурысынан азат булған балаларҙы ғына йәлләп, ҡайҙандыр ауылдың теге, был осонан бер нисә кеше ҡәбер ҡаҙырға ярҙамлашты. Мулла таба алмай ыҙаланылар. Мулла тигәне теге йылдарҙа һыуға батып үлгән ҡыҙҙың атаһы Вәлиулла ине.
   – Динем был хәлдә былай ҡыланырға ҡушмаһа ла, гонаһлы булһам да мине Аллам ғәфү итһен, бара алмайым. Динебеҙҙә әллә күпме динһеҙҙәргә Алла үҙе яҙа биргән. Был минең биргән язам түгел, мине ауыл халҡы ла ғәфү итһен, – тип баш тартҡан.
     Ҡәберҙәгеләр көсләшмәнеләр. Булғандар үҙҙәренсә бер – ике һүҙ менән аят уҡынылар ҙа, күмеп бөтөп таралдылар. Зыяратта бына шулай етем ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Был ҡәбер, бәлки, кәрәкмәгән ҡый үләндәре менән дә баҫылыр. Балалары ла бәлки онотор. Аяныс, халыҡ мәрхәмәте урынына был юлы халыҡ нәфрәте булып һуңғы тупрағы ҡәбер өҫөнә төштә. Кискә, көтмәгәнсә, хатта уйламағанса, көн ҡапыл ғына йылытып ебәрҙе. Ололар, бына аҡраб башы етте әбейҙәр сыуағы ла һуңғы сарпыуын бер ике көн һибер ҙә, ҡар яумаһа, һыуыҡ көндәр үҙенән -үҙе ҡышты йәһәтләр инде, тип һөйләнделәр. Бына Ташбулаттың туғыҙ йылға яҡын һуғышта  һәм төрмәлә булыу тарихы ла ошо көндә әлмисаҡтағы ваҡиғаға, хатта онотолоу яҙмышына әйләнер ҡәбер булып ятып ҡалды. Кеше ҡәберлектән ашығып, ниһайәт, бөттө тигән шикелле таралышты.

                                                      1961 йыл

                                                    Килмешәк балаһы


        Зәбирәнең өләсәһе лә һуғыш тамамланып, Ташбулаттың ҡайтып үлеүен дә күргән Зарифа бер нисә йыл үткәс, бер көнө  бик оҙаҡ Талипты уйлап, киске сәйҙә ейәнсәренә, Валентина-Вәлимә менән Даръя-Дәриғәгә Талиптың һуғыштан яҙған бер нисә хатын алып уҡытып, уның фотоһын күрһәтеп, хәтирәләргә бирелеп һөйләп ултырҙы. Бик күңелле генә итеп сәй эстеләр. Вәлимәгә:
      – Һин, ҡыҙым, күңелеңә оҡшаған егет осраһа. кейәүгә сыҡ. Мин балаларҙы үҙем көтөрмөн, икеһен дә рәнйетмәм. Һеҙҙеңсә әйткәндә әбижәйт не буду.
       – Юҡ-юҡ. Зәбирәмде бер ирҙән дә ҡағып һуҡтырмаясаҡмын. Ана Зата инәй, гел генә, ир балаһы менән иргә һыйып булмай, ти ҙә йөрөй. Ул да шул бер ҡыҙы менән ирен көтөп ултыра бит. Көтәм, тей. Уға хәҙер нисә йәш икән, һоратыусылар бар, тип һөйләй.
      – 50 йәш. Беҙҙең йәш айырмаһы ике ай ғына. Мине ул һеңлем тиергә ярата.
Тағы байтаҡ нәмәләр һөйләшеп оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Шәм торбаһын ҡоромдан бер нисә таҙалап кире ҡуйҙылар. Зарифа тере сағында нимәнелер  әйтергә теләгәндәй бик күп нәмәләр тураһында һөйләне. Шулай ҙа урын һалғас:
      – Вәлимә, Зәлифә менән Маринаның ҡәберен йылына бер булһа ла барып тәрбиәләгеҙ,– тип үтенде.
       – Кем ул Зәлифә менән Марина, әсәй?, – тип, хәҙер һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынырға өйрәнгән Зәбирә лә һорап ҡуйҙы.
      – Ярай, ейәнсәрем, иртәгә һөйләрмен улар тураһында, ниңәлер ныҡ ҡына хәлем бөтөп киттесе, – тип, ятырға ашыҡты.
   Иртән Вәлимә һыйыр һауырға китер алдынан мейескә ут яҡты ла, Зәбирәһенең юрғанын япты, Зарифаның ниңәлер башы ибәйтһеҙерәк ятыуына иғтибар итеп, янына барҙы. Зарифаның башына ҡулын тигеҙҙе лә тертләп китте. Зарифа, үҙ вафатын уларға күрһәтмәйем тигән шикелле, ейәнсәренә вәғәҙә иткән серен һөйләмәй, үҙе менән мәңгелек йортона алып киткәйне. Йәш ине, тик төрмә уның һаулығын алғайны шул. Илле йәшен дә тултырып өлгөрмәне, шулай ҙа ҡыҙының аяныслы яҙмышын еңеләйтеү өсөн барыһын да күтәрҙе. Ейәнсәренең атаһы Илья тип яҙылыуын ул суд аша Ильяс тип яҙырға Валентина- Вәлимә менән, Даръя – Дәриғәнән һүҙ алып китте. Шулай итеп,  Зәбирә Ильяс ҡыҙы Ҡалмантаева булып егерме йәшкә етте.
     Егерме йәшенә тиклем ул “килмешәк “ балаһы исемен йөрөттө. Күп саҡтарҙа уҡырға барғандан алып, медучилищены бөтөп эшләй башлағансы, исемен әйтмәй ҡушамат менән һөйләнеләр. Ғәрләнеп илаған саҡтары күп булды уның.  Шулай ҙа Вәлимә әсәһе менән Зәбирә үҙе сик ҡуйҙы. Ауырыһалар фельдшерға баралар, ә Зәбирә уларға ауырыуҙарын һөйләтеп, тыңлап бөткәс:
       – Йәгеҙ әле, “килмешәк балаһы” һеҙгә дарыу бирһен, тыңлап ебәрһен әле, – тигән һүҙ менән башлап, тыңлап ҡарай.
       Йәш кенә булһа ла күпселек осраҡта ауырыуға бик дөрөҫ диагноз менән дарыуҙар бирә, булмағандарын яҡыныраҡ ауыл аптекаларына, йәки район үҙәгенә рецепт яҙып ебәрә. Ауыл халҡы күп тә үтмәй, “килмешк” ҡушаматы урынына Вәлимәнең доктор ҡыҙы, тип, ихтирам менән телгә алып һөйләргә өйрәнеү генә түгел, телдәре лә шымарып, теге ҡушаматты онотоп та ҡуйҙылар. Әйтһәләр ҙә, үҙҙәренә бер ҙә ишетелмәне. Бәлки ишетелер ҙә ине, Вәлимә лә өндәшмәй ҡалмай ине.
      – Шунан, “килмешәк”тең ҡыҙына көнөгөҙ ҡалды инде, – тип , еңелсә шаяртып ала торғас, ул исемде ауылда бөтөнләй оноттолар.
       Шулай тип әйтә башлаһалар, йәшерәктәре “ Кем ул?” – тип һорай башлайҙар
     Тик бына әсәһе Вәлимә генә кейәүгә сыҡмай, Зәбирәне кейәүгә биреп, Дәриғәне лә эйәле башлы итеп, тәүге ейәнен, һеңлеһенең ҡыҙын күрә алды. Һуғыштан һуңғы осор ҡайтҡан байтаҡ ҡына ирҙәрҙең ҡатындары үлгән булһа, йәш кенә көйө киткән егеттәрҙең үҙ тиңдәре лә ҡырға, хеҙмәт армияһы тип, йә ФЗО тип китеп юғалғандар,  һуғыш тамамланыуға ситкә сығып киткән ҡыҙҙар күп булды, ә ауылда кейәүгә сыҡмай ултырған ҡыҙҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ине. Бына шул осорҙа ҡатын, йә кәләш эҙләгән ирҙәр яусылап күп тапҡырҙар килделәр. Валентина- Вәлимәнең, улар ҡапҡа асып инеп, ишек тотҡаһына үрелгәндәрен тойоу менән, тәндәре эҫеле- һыуыҡлы булып, йә Ташбулат, йә Зәлифә күҙ алдына килә лә баҫа. Улай ҙа булмаһа, төнө буйы Ташбулатты төшөндә күреп һаташып сыға, йә Зәлифә алдына килеп баҫа ла тупраҡ өйөмөнә ымлап торған һымаҡ итеп күрә. Бына шулай үҙенең уйҙарын күңел һандығына бикләп, иргә барып ир бәхете күрергә яҙманы уға. Зәбирә үҫеп, Өфөгә медучилищеға уҡырға ингәс, нисек итһә итеп, шул юлды күп тапаны. Барған һайын, Зәбирәгә әсәһе Зәлифә тураһында ни ҙә булһа һөйләмәй ҡайтманы. Хәҙер инде улар Ҡыуалатҡа икәүләп йыш йөрөй башланылар. Өсөнсө курсын тамамлаған йылды ул Юлыҡ ауылынан бер егет менән танышты.  Вәлимә уның янына барғанда уға ла күрһәтте. Вәлимә күреү менән, телдән ҡалған кеүек, бер үҙ әйтә алманы. Егеттең танышырға тип, исемен әйтеп һуҙған ҡулына ҡулын бик ауырлыҡ менән усына алды.
      – Әсәй, әсәй, һиңә нимә булды? Ҡаттың да ҡалдың. Был Ишбулат. Уның беҙҙең ауылда туғандары ла бар. Баймаҡ районынан. Эргәһендәгеһе шулай уҡ беҙгә яҡын ауылдан – Ғәлим, бергә уҡыйҙар. Әсәй, әллә ишетмәйһеңме. Мин әйтәм дә инде, –тип, терһәгенән тотто.
     – Ярай, балам, ярай. Яҡташтар булғас  яҡшы. Бер-берегеҙҙе һаҡлап йөрөгөҙ, – тине.
      Был минутта уның күҙҙәренә йәш тулған ине.
     – Әсәй әллә илай инде, – тине.
      – Әсәйҙәр шулай инде. Теге ваҡыт әсәйем дә һине күрһәткәс шулай иткәйне,– тине Юлыҡ  егете Ишбулат.
      – Ниңә?  Әллә Тәғлимә апай килдеме? – тип, ҡапыл һорап ҡуйҙы.
      – Әсәй ул инәйҙе һин беләһеңме?.. Улар хәҙер Юлыҡта торалар.
      – Эйе. Ә һин ҡайҙан беләһең?
      – Ҡайҙан? Һин ҡырға сығып йөрөмәйһең дә инде.
      – Шулай танышырға тура килде, тик һин миңә һорауға яуап бирмәнең бит әле – тине.
      – Беҙ элек һеҙҙең ауылда торҙоҡ. Атай үлгәс күстек. Мин һуғыш ваҡытында уҡ Юлыҡҡа әсәйҙең туғандарында килеп йәшәнем ағайым менән. Ә апайҙар икеһе лә Ишберҙеләге әсәйемдең һеңлеһендә ятып уҡыйҙар. Мин уҡыуҙы быйыл тамамлайым, институтта уҡырға иҫәп бар ине, – тип, һүҙгә ҡушылды Тәғлимәнең улы.
 Был килеп ҡайтыуында Вәлимә барыһын да йәшермәй һөйләргә тигән фекергә килде. Ул Зәлифәгә, Зарифа инәйгә биргән антын боҙоу булыр һөйлмәһәм, тип уйланы. Хәҙер ул Зәбирә янына тағы ла йышыраҡ йөрөй башланы. Килгән һайын, уның менән теге ике егет тә осрашыуға килде.
     Был юлы килгәнендә ул Тәғлимәнең улының ғаиләһе тураһында һөйләргә уйланы ла, туҡтап ҡалды. Әсәһе Зәлифә тураһында һөйләргә булды, тик ул һинең әсәйең тип әйтмәй һөйләне. Һөйләп бөткәс, Зәбирә:
      – Әсәй, һин үҙең уҡыған ҡыҙғаныс хикәйәне һөйләнеңме?. Мин ана Һәҙиә Дәүләтшинаның яңы ғына сыҡҡан “Ырғыҙ”романын илааап уҡыным. Шундай ҡыҙғаныс итеп яҙған. Һин кемдекен уҡының?
      – Юҡ , балам. Был хикәйә түгел, баштан үткәндәр. Мин һиңә яртыһын ғына һөйләнем. Ул ҡыҙҙың илатырлыҡ ваҡиғалары алда әле. Башлаһам тамамлап өлгөрмәм. Ҡананан килгән машинаға ултырып килгәйнем. Улар ҡайта торған ваҡыт етте. Икенсе килгәндә һөйләрмен, – тине лә ашығып, күҙ йәштәрен көслөк менән тыйып әйберҙәрен сумкаһына тултырҙы.
    Оҙатырға сыҡҡан ҡыҙын ятаҡ тупһаһында ҡалдырып, Гоголь урамына ҡарай шәп- шәп атлап китте, әйтерһең дә ҡыҙы килеп, һөйләй башлағандың дауамын һорай.
      Икенсе барыуы икеһенә лә бик ауыр тәьҫир итте. Был юлы Тәғлимәнең улы дуҫы менән күренмәне. Зәбирә яңғыҙы, бойоҡ ҡына ҡаршыһына сыҡты. Вәлимә һүҙ еңеләйтер өсөн, ҡыҙының күңелен күтәрергә тигән һорауҙар биреп ҡараны, тик “эйе”, “юҡ” тигән яуапты ғына ишетергә тура килде. Вәлимә ҡыҙын үҙәк баҙарға алып сыҡты. Унда байтаҡ йөрөгөндән һуң Яҡутов паркына барып ултырҙылар. Бына шунда, ул тыңларға теләһәң дә, теләмәһәң дә һөйләйем тигән шикелле, Зәлифәнең Ҡыуалатҡа килеп йәшәй башлаған осорон һөйләне. Шул ваҡыт Зәбирә:
     – Ә теге бала шунан үлгәнме?
     – Юҡ, үлмәне.
      – Үлмәне тинең, үҙең күрҙеңме уны.?
     – Эйе. Ул балам, – тине лә укһеп илап ебәрҙе, – һин бит.
       Зәбирә уны саҡ йыуатты. Эргәләренә башҡорт ҡатындары килеп туҡтап- туҡтап китә башланы. Вәлимә үҙен ҡулға алып, көсөн йыйып, ҡыҙына яуап бирҙе.
     – Балаҡайым, ул бит һин инең. Мин һине шунда тупраҡтан ошо ҡулдарым менән соҡоп алдым, ә әсәйең, Зәлифә. Һинең әсәйең мин түгел. Тик мин һине ҡулыма алған минуттан, үлемдән йолоп ҡалған минуттан үҙемде әсәй итеп тойҙом. Миңә әле ун дүрт тулғанға ла ике ай ғына ине. Шул минутта мин  үҙемдең күкрәгемде ауыҙыңа бирә алмаһам да, әсәйеңде бөтә ыҙаһын өҫтөмә алып, уның яҙмышы менән йәшәй башланым. Шул минутта мин Зәлифәгә әйләндем, балаҡайым. Зарифа апай төрмәнән ҡайтҡас икебеҙ ҡайғылаш булдыҡ. Мине ул үҙ ҡыҙы итеп ҡабул итте. Мин уны Зәлифә булып, ҡыҙы булып яраттым. Беҙ бер- беребеҙгә ҡайғы баҫтыҡ. Зарифа апай минән һүҙ алды. Һиңә был турала ун һигеҙе тулмайынса һөйләмә тигән ине. Мин ашыҡтырҙым. Шулай тура килде. Тәғлимәнең улы, ул– Ташбулаттың улы. Шуның өсөн мин бер аҙ ашыҡтым. Өләсәйең Ташбулаттың затын ҡоротам тигән ант менән йәшәне.Тәғлимә шуға ла башта балаларын туғандарына оҙатты. Ире үлгәс, үҙе күсеп китте. Һиңә ул ваҡытта ун йәш тулып килә ине. Улар түбәнге урамда торҙолар. балаларын һин белмәйһең, сөнки улар урам эсенән сығып уйнаманылар. Уҡырға барған бере Баймаҡ районындағы туғандарына ятып уҡынылар.
    – Бына нимәгә тегеләр килмәйҙәр икән. Тәғлимә инәйҙең улы хатта:
      – Хәлеңдән килһә, мине оноторға тырыш. Мин дә. Тик мин һине барыбер яратам, – тип хат яҙғайны шул. Бөгөн шуға илап алғайным. Нимә эшләйем мин. Яратам бит. Нисек итеп уны онотормон.
      – Онота алмаҫһың, балам, тик әсәйең Зәлифәнең, өләсәйең Зарифаның рухын ыҙалатма. Мөхәббәттән алда әсәй хаҡы бар. Һеҙ икегеҙ бер ата балалары. Ҡабул итһәң дә, итмәһәң дә, минең хаҡым бар. Былар мөхәббәттән алда тора бит. Белмәйем, ҡайҙа икенсе төрлө уйлайҙарҙыр, әйтә алмайым.
     – Әсәкәйем, һинең күргән ыҙаларың, минең өсөн түккән күҙ йәштәрең, мине күтәреп, ир бәхете татымаған был йәнең өсөн мин көс табырмын. Нисек табырмын, әйтә алмайым. Тик көс табырмын, – тине лә Вәлимәнең алдына илап ауҙы.
    Был юлы ҡыҙын Вәлимә тынысландыра алмай интекте. Кискә ҡарай, Вәлимә Силәбе аша Магнит ҡалаһына йөрөгән поезға ашыҡты. Зәбирә уны оҙатырға төштө. Улар бик йылы хушлаштылар. Вагонға инер алдынан ул вагондар рәтенә, поездың һуңғы вагоны янында башын  эйеп торған Ташбулаттың улы яғына ҡараны.. Уның шул тиклем йәлләткес ҡиәфәтен күреп ҡото осоп китте. “Нимә эшләнем мин?.. Балалар атай- әсәләр өсөн был донъяла ла, тегенеһендә лә , моғайын яуап тотмайҙарҙыр бит. Ни эшләнем?.. Ана платформала башын эйеп, йәшкәҙегән күҙен күрһәтмәҫ өсөн Зәбирә тора. Теге башта...”
        Шул ваҡыт поезд ҡуҙғалыу тураһында сигнал булды һәм вагондағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе оҙатыусыларҙы сығара башланы. Зәбирә вагон тәҙрәһенә ҡалҡып ҡараны. Вәлимә бар көсөнә күңелен биләгән әрнеүҙәрен  йәшереп, алҡымынан тотҡандай тулышҡан күңелен бәйҙә тотоп, йылмайырға тырышып, тәҙрәгә ҡараны.ла, ҡул болғаны. Был көндө Вәлимә ғүмеренең аҙағына тиклем онота алмай интегәсәген аңланы. “Нимә эшләнем мин,– тип уйланы,– Үҙ ағышына ғына ҡуйһам нимә булыр ине. Нимә...” тип уйланып, уйҙары менән ҡайтыуға юл алды. Тышта оҙатырға төшкән Зәбирә менән поездың осонда башын эйеп тоған Ташбулаттың улының һыны күҙ алдында... Ниндәйҙер яланда бөтә ағас ҡыуарып ҡороғанда тик ике йәш үҫенте, килер ғәрәсәткә түҙә алмаҫтай эйелгән килеш торалар бит, тип уйланы. Бирешерҙәрме, юҡмы, әллә бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырҙармы, тойғоларын еңеп, яңы юлдан китерҙәрме. Ай Аллам, ни эшләнем мин, тип күҙ алдынан китмәгән ошо күренеште күңеленә һалып, поезд тәгәрмәстәренең тыҡылауын үҙ йөрәгенең көслө һуғыуынан айыра алмай, вагон тәҙрәләренән ҡарап, төн еткәнсе бара бирҙе. Тик вагон эсендә аяҡ тауыштары тынғас, ибәйтһеҙ тынлыҡ урынлашҡас, ул да ятырға булды. Ғазаплы уйҙарына баш була алмай, таң аттырҙы.
   Вокзалға төшкәндә, Вәлимә үҙенең ғәҙәтен белгәнгә күрә, тағы бер тапҡыр үҙе төшкән вагон ишегенә ҡараны, әйтерһең, уның уйҙары буталып эйәрә алмай эстә ҡалып ҡуймаһын тигән шикелле булды бит әле был, тип уйлап алды. Әҙ генә ирен ситтәре менән иренгәндәй генә йылмайҙы. Артабан юлды нисек дауам итергә. Баймаҡ яғына барыусылар юҡмы икән, тип уйлап алды ла вокзал эсенә инде. Әйтерһең, Баймаҡ яғы кешеләре таныш. Бер уйлаһаң таныш та кеүек улар. Точно беҙҙең яҡ кешеләренә оҡшаған бит тип уйлағас, күңеле йылынғандай булды. Шул ваҡыт вокзалға бер урыҫ килеп инде лә: “Кому на Кананикольский. Одно место?”– тип ҡысҡырып ебәрҙе. Боролоп ҡарап шаҡ ҡатты. Ул Ефросинья әбейҙең ҡустыһының улы Николай!. Ул малай сағында гел Ефросинья инәйҙә йәшәне. Үҙгәрмәгән икән, тип уйланы ла “ Миңә! Мне!”– тип ҡысҡырып ебәрҙе.   
      – А ты до куда едешь?
      – Надежденское.
     – Как точно попалась, Валентина. Мне в Кувалат. Там я живу. Тебя сразу узнал. Совсем не изменилась.
     – Ты тоже.
     – Я теперь в доме бабули Ефросиньи живу. Она умерла. А ты куда переезжала. Никто в деревне не знает.
    – Знаешь уж. Только что сказала.
   – Но я вот за запчастями приехал. Механиком там работаю. А ты где работаешь?
   – На ферме. Давай на моем языке. Раньше ты так говорил же.
   – Әйҙә. Мин һине русса һөйләшә икән тиһәм. Ундағы ҡалмыҡтар русса ғына һөйләшә ине бит.
   – Төрлөсә. Кем русса, кем башҡортса. Йәштәр русса һөйләшә. Башҡорт кластары ябылды. Рус кластары ғына ҡалды. Рустар күберәк, шулай ҙа һәр кем үҙ телендә һөйләшә, тәржемә кәрәкмәй. Аңлашабыҙ.
     Шулай аңғармаҫтан танышы тап булып, ҡайтып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Әллә күпме нәмәләр һөйәләшелде, тик ни өсөн ҡапыл ғына күсенеп китеүен аңлатманы. Зәбирәне үҙ балаһы икәненә ышандырғыһы килеп: “Бер ҡыҙым бар, бына шуға Өфөгә барып ҡайтыуым әле,”– тигәс, юл буйына бошоноп килеүе таралғандай тойолдо.

                                             Үлгәндәрҙе хөкөм итмәйҙәр

   Теге ваҡытта Вәлимә әсәһе килеп ҡайтҡандан һуң улар байтаҡ осрашмай йөрөнөләр. Бер көнө ул үҙемә практика булыр тип, 21- се больницаға барып эш белешеп һуңлатып ҡына ятаҡҡа ҡайтып инде. Иптәш ҡыҙҙары уға Ишбулаттың уны көтөүен хәбәр иттеләр. Ул Карл Маркс урамындағы универмаг янында көтәсәген еткерҙеләр. Зәбирә ашыҡ- бошоҡ ҡына сәй эсте лә, иптәш ҡыҙҙары әйткән урынға китте. Унда ысынлап та Ишбулат көтөп тора ине. Шул минутта Зәбирәгә, улар бер- береһенә яҡынайған һайын, икеһен дә күренмәҫ көс бер- береһенән этәргән төҫлө тойҙо. Өс- дүрт аҙымлыҡ араны ла бик ауырлыҡ менән уҙғанын һиҙҙе. Нисектер Ишбулат та элекке кеүек уның янына көлөп- йылмайып ашыҡмай кеүек. Улар икеһе лә яҙмыш хөкөмөнә дусар булып, шул язаны ҡабул итергә барған язаланыусы хәлендә ине, шикелле. Күпме йылдар үтһә лә, Зәбирә ошо күренеште онота алманы. Иҫенә төшкән һайын, үҙен йәлләд балтаһы аҫтына барған хөкөм ителеүсе хәлендә тойҙо.
      Барып етеү менән, башлап Зәбирә һүҙ ҡушты.
    – Бына, ҡасҡалаҡ, осраштыҡ бит. Нимәләр уйлап йөрөүөң? Ниңә хәбәр итмәйһең? Килмәйһең?– тағы ниндәйҙер бәйләнешһеҙ һорауҙар бирҙе, тик береһен дә аҙаҡ үҙе хәтерләй алманы.
    Ишбулат Зәбирәнең ҡулдарынан етәкләп алды ла:
    – Әйҙә Ағиҙел ярына төшәйек. Мин һине шул тиклем һағындым, тик осрашырға килә алмай оҙаҡланым. Ауыл яғына ҡайттым. Бер ай практика үтергә тура килде, – тине.
    Тик уның һөйләгәндәренең бары һүҙһеҙ тормауҙан ғына килеп сыҡҡан хәбәре икәнен икеһе лә аңлай ине. Ағиҙел ярында оҙаҡ ҡына етәкләшкән көйө тын ҡалдылар.
    Тынлыҡ шаршауын башлап Ишбулат асты. Башта һөйгәненән ҡулдарын ысҡындырҙы, оҙаҡ ҡына ярҙан түбән ҡарап, ниҙер күҙәткән кеше кеүек торҙо, аҙаҡ ауыр итеп көрһөндө лә:
    –– Зәбирә, нисек кенә ауыр булмаһын, был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булыр. Мин ташлашайыҡ тип әйтә алмайым. Быға минең көсөм етмәй. Был һүҙҙе әйтеү минең өсөн- үлемгә тиң, ләкин һуңғы тапҡыр осрашыу, бәлки хушлашыу тиһәм дөрөҫөрәк булыр. Элеккесә йөрөһәк, бер- беребеҙҙе һөйөүҙән тилерһәк, өйләнешеп ҡуйып, аҙаҡ белһәк, беҙгә тағы ла ауырыраҡҡа тура килер ине. Мин һине яратыуҙан туҡтаманым, быны Вәлимә апай нисек кенә ҡаршы торһа ла, әсәйем нисек кенә кире ҡаҡһа ла, булдыра алмайым. Икебеҙҙе мин бер бөтөн итеп хис итәм, был айырылышыу икебеҙ өсөн дә ауыр булыр, тик ул һиңә ҡайһылай булһа ла икеләтә ауыр буласаҡ. Беҙҙең арала атайым тыуҙырған упҡын ята. Бер ата балалары, тик беҙ упҡындың ике яғында тыуғанбыҙ. Уны үтеү мөмкин түгел. Һин уны аңлап тораһың. Әсәйҙең ир ҡатыны булып күңеле теләмәһә лә, йола, ир ҡатыны булып йәшәүҙән мин тыуһам, аҙғынлыҡ менән йыртҡыслыҡ ҡомарынан һин тыуғанһың. Мин яҙмышыма күнергә бурыслымын, бизмәндең ул башында әсәйем тора. Мин унан баш тарта алмайым, тимәк, атайҙан да. Бында ҡан ҡомары ҡоршауы– мин. Икенсе башында һинең әсәйең тора, һин унан да баш тарта алмайһың, сөнки унда әсәйең – әреуахтың көслөк менән кәмһетелгән үс ҡомары менән мыҫҡылланған йәне тора. Уның ваҡытынан алда киҫелгән ғүмере һәм рәнйеүе тора. Иң юғары яза – Алла язаһы, тиҙәр. Дөрөҫтөрмө, юҡмы, ләкин мин уға ышанам. Атайым ул язаны алды, тик әле ул яза башлап ырыуға – миңә, балаһына төшөүен дауам итә. Аңлағанһыңдыр. Мин һөйләйем, тик минең йәнем быға ҡаршы, йөрәгем аҡылға бойһонмай. Ул типкән һайын мейемә “Ашыҡма, ашыҡма, ашыҡма!”– тип тибә.
    Зәбирә нимә әйтергә белмәгән төҫлө, уйынлы- ысынлы:
   – Ә аҡылың ни ти?– тине.
  – Ашыҡ, һуңлауың бар, төҙәтерлек һуңғы аҙым алдында тораһың. Бөгөн эшләмәһәң, төҙәтә алмаҫлыҡ хәл ҡылыуығыҙ бар, –– ти.
    Ҡапыл ғына Зәбирә тертләгән кеүек һағайып ҡалды. Уның һөйгәне ниндәйҙер Зәбирә аңламаған көстө яҙыусылар теле менән һөйләгәндәй тойолдо. Быға уның иманы камил. Ул Ишбулат күрһәткән урамға атлағанда уҡ,”Бөтәһенә үс итеп, иң беренсе ауыр һынауға үс итеп, бөгөн мин Ишбулаттың бүлмәһенә барасаҡмын һәм унда ғүмерлек иш булып ҡаласаҡмын. Мин ышанмайым.”– тип, ҡәһәтләнеп, осрашыуҙарына шатланып, атлығып барған ине. Бына бөтәһе лә селпәрәмә килде. Селпәрәмә...
    – Ә мин? Мин нимә эшләргә тейеш. Миңә?.. – тип, аңлайышһыҙ ҡарашы менән Ишбулатҡа ҡараны.
    –  Ә мин һине, – ҡапыл туҡтап ҡалды һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡулынан алып, үҙенә тартты, унан яурындарына ҡулын һалып, ипләп кенә,– ағайҙарса һине ҡосағыма алам, – тине лә маңлайынан үбеп алды, – Беҙ тилерербеҙ ҙә, кем белә, ләкин аҡыллы булып ҡалайыҡ. Әсәйҙәребеҙ хаҡына аҡыллы булып ҡалайыҡ. Әсәйем һинең турала белә, беҙ яратыша башлағандан уҡ ул хәбәрҙар. Тик ул һине килен итеп күрергә хыялланмай ине. Был юлы ул миңә төплө аҡыл бирҙе. Ул һине үҙ ҡыҙындай яҡын күрәсәген әйтте. Атайымдың ҡыҙы булғанға түгел, ә мин һине яратҡанға күрә ул шулай ҡабул итте, – тине лә ситкәрәк китеп баҫты.
   Байтаҡ тын торҙолар. Тағы ла Ишбулат был йөктөң ауырлығын үҙ иңенә бушатты.
    – Әйҙә, Зәбирә һеңлекәш, ятағыңа оҙатып ҡуяйым, йә аҙашырһың, йә егеттәр ҡармаҡ һалыр, – тип, уйынлы – ысынлы хәбәр ҡушып, ҡыҙҙың ҡулын үҙенә алды.
   Был уларҙың һуңғы осрашыуҙары, алда уларҙы хәтәр һынау көткәнен икеһе лә белмәй ине. Ятаҡ янында айырылышҡанда, улар ныҡ ҡына тынысланғайнылар, ләкин бүлмәһенә инеү менән, Зәбирә илап карауатына ауҙы. Саҡ тынысландырҙылар. Ул тик бер генә һүҙҙе ҡабатлап иланы.
     – Һуңғы тапҡыр... Һуңғы тапҡыр... Имеш, һуңғы тапҡыр...
    Дуҫтары бер ни аңламаны. Ятаҡтың бер бүлмәһендә медсестра балаһы менән йәшәй ине. Уны саҡыртып, укол һалдырҙылар. Ул таңға тиклем һаташа- һаташа йоҡланы, һаташҡан һайын” “Китмә,китмәәә!” тип һуҙып ҡысҡырҙы. Иптәштәре яуырынына төртһә әйләнеп ята ла йоҡлап китә. Шулай саҡ таң аттырҙылар.
    Иртәгеһенә тағы ла хәтәрерәк хәл уларҙы көтөп тора ине. Ишбулаттың дуҫы ятаҡтың вахтерына яҙыу ҡалдырып киткән “ Ишбулат китте. Уны экспертизаға алып киттеләр. Һиңә килмәҫкә ҡушып хат ҡалдырған. Хатта нимә икәне билдәһеҙ. Тышында “Зәбирә килмә! Мин китәм,”–тигән. Шул ҡағыҙҙы Зәбирәгә алып килделәр. Зәбирә уҡып, тәүҙә ағарынды, аңламаған кеше кеүек торҙо, аҙаҡ әсе итеп ҡысҡырып, иҫен юйып йығылды. Уны дауаханаға һалыу менән, был аңлайшһыҙ хәл бер аҙ асыҡланды. Зәбирә булған ваҡиға һөҙөмтәһенән депрессия хәлендә айға яҡын дауаханала ятып сыҡты. Әсәһе Вәлимә ошо арала ҡыҙы янына аҙна һайын яйын табып килеп торҙо. Бер һыйырын тотоноп, колхоздың еңел машинаһына түләп, председателдән рөхсәт алып, шуның менән йөрөнө. Шоферын да аҡса түләп ризалатты. Бер тапҡыр Тәғлимә лә килеп китте. Зәбирә уның менән асылып һөйләшә алманы, бары тик иланы ғына.
   – Ярар, балаҡайым, сабыр итәйеҡ, киләһе ҡаза ошоноң менән бөтһөн. Мин һине ҡыҙымдай күреп яратып өлгөргәйнем, хәҙер һине улымдың яратҡаны миңә лә яҡын, тип яратырмын, риза булһаң. Ун биш көндән ҡырҡы була, тик һиңә, кил,  тип әйтә алмайым, нығынырға кәрәк. Йылы тулыуға килерһең. Ул ваҡытта һин инде дипломлы белгес тә буласаҡһың. Мин һиңә рәнйемәйем. Һин ғәйепле түгел, мин дә аңлайым, һин дә. Кем икәнен дә беләбеҙ. Үлгәндәрҙе хөкөм итмәйҙәр. Уларға Алла биргән яҙа. Тегендә лә яза алаларҙыр, әйтә алмайым. Бәхетле бул, – тип хушлашты

                                           2        

                                 Һандыҡтағы көндәлек


     Зәбирә  әбей хәл белергә ингән күршеһен оҙатып, тауыҡ һарайын ябып өйгә инде лә ишек келәһен элеп урындыҡҡа ултырып бер аҙ уйға бирелде, дөрөҫөрәге, уй уны атларға ирек бирмәйенсә ултырғысҡа ҡаҙаҡлағандай булды. Бер нөктәгә төбәлеп, шаҡтай ваҡыт тын ҡалды. Хәҙер әбейҙең уйы, күренеп тора, бөтөнләй икенсе йүнәлештә ине. Ҡапыл ғына янбаштарына таянып урынынан торҙо. Ипләп кенә атлап һандығына яҡынланы. Түшелдерегенең кеҫәһендә йөрөткән асҡысын алды. Уныһы түшелдерегенең иҫкереп, ептәре туҙып күренә башлаған урынға уралып, бер ҙә генә сығырға теләмәне.
     – Ах шайтаның. Нисә уйлайым, ошо түшелдеректең кеҫәһен йүнәтергә тип, әллә нимә менән көн үтә, – тип, һөйләнә- һөйләнә асҡысын алып, шылтыратып һандыҡ йоҙағын асып ебәрҙе.
     Һандыҡ ҡапҡасын асыу менән, өйгә еҫле һабын еҫтәре таралып китте. Бында Зәбирә әбейҙең ғүмере буйы йыйған ҡәҙерле әйберҙәре ята бит. Йәшерәк сағында ул уны бикләп йөрөмәне, тик бына ҡыҙҙары кейәүгә сығып, улдары өйләнеп үҙ донъялары менән йәшәй башлағас, бикләргә булып, йоҙаҡ һатып алды. Уға ла шул кинйә ҡыҙы килеп, балалары менән уның донъяһын таҙалай башлап, һандыҡ эсендәге уның байтаҡ әйберҙәрен иҫке тип утҡа яғыуы сәбәп булды. Унда Зәлифә әсәйенең көмөш балдағын ул кейеп йөрөгән халатының кеҫәһенә һалып ҡуйған ине. Халаты халат инде, сепрәк. Уны ул Һыйыр һауғанда кейә торған булған, ә бына көмөш балдағы әрәм булды тип һыҙланды. Вәлимә әсәһенең тик байрам көндәрендә генә ябына торған эре ҡыҙыл биҙәк төшкән һары ерлекле яулығы бар ине. Ул да ут тамағына киткән. Өләсәйенең кейемдәрен дә шунда һалған ине. Өләсәйе уның оҫта тегенсе ине. Үҙенең һөйләүенсә, ул Ҡаналағы танышына барып аҙналап ятып шундағы мәрйәләрҙең дә, башҡорттарҙың да балаларына күлдәктәр тегеп, байтаҡ аҡса, ашарға нәмәләр алып ҡайтып, атайы менән әсәйен шатландыра торған булған. Бына шул өләсәйенең теккән күлдәктәре. Үҙенең дә йәш саҡтағы өләсәйенән тектергән күлдәктәре сығарып ташланған ине. Байтағын кире индереп һалып ҡыҙына ла ҡаты ғына иҫкәртте лә һандығына йоҙаҡ элеп тә ҡуйҙы. Ярай әле ул ваҡытында ҡайтып инде. Ундағы ҡағыҙҙары, дәфтәрҙәр ҙә китер ине. Әле бына шуларҙы уйлай- уйлай. Һандығының төбөнә тиклем әйберҙәрен сығарып һалды ла өс башҡа аҡ сепрәккә урап һалынған дәфтәрҙәрҙе урындығына сығарып ҡуйҙы. Дәфтәрҙәрҙе ҡоршауынан сығарғанда, был иҫке сепрәккә әйләнеп бөткән аҡ тауарҙы алмаштырырға кәрәк, берәй метр ярым аҡ тауар ҡырҡып алайым әле кәфенлегемдән тип уйлап ҡуйҙы. Ысынлап та аҡ тауар бик таушалып, буҙарып алама сепрәккә әйләнеп бөткән ине инде.Сепрәктәрҙең өсөһө лә елпелдәп барып иҙәнгә ятты. Һеҙҙең ғүмер аҙағы– ут тамағы, тип уйланы Зәбирә әбей.
    Дәфтәрҙәрҙе алдына теҙеп һалды ла тышындағы  яҙыуҙарҙы уҡырға булып, ҡулына үҙенә яҡын ятҡан дәфтәрҙе алды. Уның тышына
                                                        “ Илай- илай ғүмер ебен һүтәм,
                                                                Ауыр икән йәшәү донъяла.”–
     тип бик үк матур булмаған хәрефтәр теҙелгән яҙыуҙы уҡыны ла, күҙҙәренә йәш алды. Эйе, Валентина- Вәлимә әсәһе өсөн ысынлап та йәшәүе ауыр булған шул тип уйлап, тәүге битен асты.Тәүге битендә уңып, һарғайып бөткән фотолар ята. Балаларына нисә тапҡыр әйтте. Ҙур ергә, ҡалаға йөрөгәндә, шуларҙы яңынан эшләтеп алып бирегеҙ тип. Тыңламанылар. Уларға был нәмәләрҙең ҡәҙере юҡ шул.      Зәбирә өсөн... Эйе, Зәбирә өсөн былар бик ҡәҙерле ине. Был фотолағы кешеләр миңә йәшәү бүләк итеп, үҙҙәрен ауыр тормош хәлдәренә дусар иткәндәр. Кеше көсө мөмкинлектәренең сикле икәнлеген аңлаһалар ҙа, минең өсөн барыһын күтәргәндәр бит. Бында уның өсөн тағы бер ҙур изгелек эшләгән Ефросинья әбейҙең дә фоторәсеме бар. Бына кемгә ул үҙ яҙмышы менән бурыслы булып ҡалды. Бына шул әбейгә ҙур бүләктәр әҙерләп барырға йыйынғанда ғына уның үлеүе тураһында хәбәр алды. Әллә ун йыллап инде ишеткән көнөнән алып йыл да мәктәпкә барып уҡыусыларға бүләктәр таратып ҡайтыр булды. Күңеленән генә үҙенсә уның әхирәт донъяһында иманы юлдаш булһын тип теләне. Ул бит Вәлимә әсәйҙе лә ғәйбәттән, мине лә тыумалыҡтан ҡотҡарған. Эйе, уға бындай кәмһетелеүҙе кисермәй, кешеләр араһында ата- әсәле бала булып иҫәпләнеп йәшәне. Ауылда уны атаһы һуғышта үлгән тип белделәр. Эйе, тыуыу тураһында тәүге документта яҙылған кеше ысынлап та һуғышта үлгән булған. Тик Зәбирә унда әле тыумаған да булған. Валентина- Вәлимә әсәйҙең әсәһе үлгәндән һуң түшәп ятҡан матрасының аҫтында ҡайғылы хәбәр хаты ятҡан. Ул уны бер кемгә лә күрһәтмәгән. Етмәһә, улар бында бөтөнләй икенсе яҡтан, егерме биш меңселәр исемлеге буйынса ебәрелгән булғандар. Ире Илья  1941 йылдың аҙағында киткән дә, 42- нең йәйендә ошо ҡағыҙ ҙа килгән. Әсәһе уны балаларына күрһәтмәгән, белмәһендәр тигәндер инде. Үҙе көҙгөлөгөнә бик ҡаты һалҡын тигеҙеп ауырып ятҡан да ҡуйған икән.Бына шул ваҡытта ғына уларға Зәлифә килгән. Ҡайғылы ҡатын ҡайғылы баланы йәлләгән, ахырыһы, йәшәргә ҡалдырған. Шул балаға ҡарап, бер аҙ ҡайғыһын онота алғандыр, ул бит ауырып торһа ла, бар хәленсә Зәбирәнең Зәлифә әсәйенә бик ныҡ ярҙам иткән бит, хатта бала тыуғас, кәрәк кейемдәрҙе лә, йүргәктәрҙе лә ҡул менән ситен ҡайып, тегеп әҙерләгән. Бына Зәлифәнең генә нимә уйлап йөрөүен белә алмаған. Булған ғына серен ул Валентина менән уртаҡлашҡан, тик уныһынан да һүҙ алып ҡына. Валентина әсәһенә әйтмәҫкә тейешле булған. Валентина әсәһенең һөйләгәндәрен әле хәтеренә алды ла дәфтәрҙең икенсе битен асты.
     Дәфтәр битенең башына күккә буяп, ҡыңғырау сәскәһе эшләнгән. Эйе, уның әсәһе Валентина ошо сәскәләрҙе бик ярата ине. Еләк йыйыр мәл етһә, мотлаҡ күмәкләп барырҙар ине. Иң беренсе шул сәскәне эҙләп алыр ҙа Дәриғә менән Зәбирәгә күрһәтеп ошо сәскәнең эсенә ике- өс бөртөк еләк һала ла:
     – Бына шулай итеп,теләк теләп ошо сәскәне еләге менән ҡуша ашайһың. Үҙе тәмле, үҙе имле, – тип, ҡыҙҙарҙы ла ашата ине.
     – Нимә тип теләнең, әсәй? – тип һораһаң, әйтмәй.
     – Әйтергә ярамай, бөтә теләк тә сер булып ҡалһын, – ти торғайны.
     Әле шуларҙы уйлап, шул саҡтағы Валентина- Вәлимә әсәйҙең бала кеүек ҡыланғанына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер уйлаһаң, ул нәҡ бала холҡо менән айырылмай олоғайҙы инде. Ул саҡта еләккә йөрәгән мәлдәрҙә уға күп булһа егерме биш йәштәр тирәһе булғандыр. Өләсәйе Зарифа ҡайтҡайны. Шулай ауыл тын ғына йәшәп ятҡан мәлдә, Ташбулат та ҡайтып, ҡатын –ҡыҙҙар гөр килешеп, ир- аттар хатта үҙ хөкөмдәрен ҡылырға ла ҡыр талашып йөрөгән мәлдәре булған бит. Өләсәһенән бер һорағанында, ул:
     – Эй балам, эткә эт үлеме тиһәң дә, барыһын да улай эшләп булмай шул. Закун бар. Ундай ташҡа яҙылған ҡанундарҙы үҙеңсә бороп булмай. Ҙурайғас аңларһың әле, аңламаһаң – аңлатырмын, – ти ҙә һүҙҙе тамамға иҫәпләп, альяпҡысын күтәреп, итәгенә күҙен һөртә.
    Зәбирә үҫә төшкәс, тағы бер нәмәне аңланы: өләсәһе, ҡыҙы Зәлифәгә ҡағылышлы нәмәләр килеп сыҡһа, шул ыңғайы күҙе йәшкәҙей, йә илай ине. Был юлы ла шулай булғанын Зәбирә аңлай ине. Шул ваҡытта уның тик бер генә әйткәне хәтерҙә ҡалған : “Баланың ғәйебе юҡ, ата- әсә өсөн бала яуап тотмай”. Башта уны ул бер нисек тә аңлай алманы, тик йылдар үтеү менән, фельдшер булып эшләй башлағас ҡына, барыһын да аңларға тура килде. Аңлау өсөн сәбәптәр етерлек булды инде. Хәҙер ҙә уларҙы уйлаһаң, бер китапҡа һыймаҫ, тип туҡтарға ашыға ине.
       Был юлы уның һандығы асыҡ ҡалды, ябырға ла уйламаны, дәфтәрҙе ҡулына алған көйөнсә, тубыҡланып ултырып, күҙлеген  эләктереп алды ла  дәфтәргә текләп, бик оҙаҡ тын ҡалды. Шулай артабанғы битен асып уҡыуын дауам итергә көс тапмағандай, уйланып ултыра бирҙе.
“ Әсәйемдең әйткәндәрен тыңлап, кәңәштәрен үтәп, өйрәткәндәрен ошо дәфтәргә яҙып барыр өсөн тотам был дәфтәрҙе” тип яҙылған һөйләмде уҡыны ла, тағы уйға ҡалды. Аҫтараҡ көндәр яҙылған һәм Валентина- Вәлимәнең яҙғандары теркәлә барған. Ҡапыл арҡаһы буйлап йылы ғына булып нимәлер һыйпап үткәндәй булды. Зәбирә, элекке ҡурҡыу йәшен үткән кеше булараҡ, ҡысҡырып бер доғаһын уҡыны ла “ Әсәй, рәнйемә, һинең рухыңды имгәтмәм. Һағындым. Бына шул ғына” – тип битен һыпырҙы.     


     1941 йыл 28 июнь.
     Кешеләр илаша, көн дә кемде булһа ла район үҙәгенә оҙаталар. Атай өйгә лә ҡайтып ингәне юҡ. Ҡайҙа ашап йөрөйҙөр. Өс көн шулай йөрөй торғас, әсәй атайға ваҡ бәлештәр урап сумкаһына һалып ебәрә башланы.
    Атай ҡайта ла:
     – Кәләш, һин миңә улай бешереп әйбер һалма. Сумкаға еҫе сыға, асһаң– тарала. Ашау ҡайғыһымы, ҡайтҡас ашармын. Ана күпме кеше мөлдөрәп илап ирҙәрен, балаларын һуғышҡа оҙата. Күпме бала әсәләренә ҡушылып илай. Ашау ҡайғыһы юҡ, кәләш. Ыҙалатма үҙеңде,– ти.
   – Атай, мин дә оҙатырға йыйылғанды ҡарарға барайыммы?
   – Ул концерт түгел ҡарарға барырға, оҙатырға бар. Ана әсәйең бешергән ваҡ бәлештәрҙе сумкаңа һал да бар. Таратып бирерһең. Иртәгә алты кешене оҙатабыҙ. Һәр береһенә бишәрҙе бешерегеҙ, – тине.
     Мин барып ҡараным, беренсе тапҡыр мин китеүселәрҙән бигерәк ҡалыусыларҙың илауҙарына ҡушылып, шуларҙы йәлләп иланым. Шул тиклем ҡыйын булды.

16 июль.
     Бөгөн ауылдан баба Зоя тигән инәйҙең врач ҡыҙын ире менән оҙаттылар. Ире лә врач ине. хәҙер беҙҙе кем ҡарар икән.

23 июль.

Атай ике тапҡыр һуғышҡа барам тип районға барған. Әсәй менән шул турала һөйләшәләр. Мин йоҡо аралаш ишетеп ҡалдым.
     – Минең һымаҡтар унда күп  ул. Һәр ауылдың берәй етәксеһе ғариза яҙҙыҡ. Мин ятып ҡала алмайым бит инде. Мин бит коммунист.
     – Ниңә оялаһың? Кәрәк булһа, һин заявление бирмәһәң дә алырҙар.
    – Һин шулай тиһең. Тик минең намыҫым боҫоп ятырға ҡушмай. Ана Скуратов та Илья Ильич, пока жди, у тебя бронь. И здесь нужны командиры, – тип сығарҙы.

6 сентябрь .

Бөгөн колхоздың картуфын алырға 5- 7 класс уҡыусыларын да сығарҙылар. Барыбыҙ ҙа сыҡтыҡ Уҡытыусы апай яңы ине. Исемдәребеҙҙе белмәй, үҙебеҙҙе яңы таный башланы . Малайҙар алдашып бер булалар. Мин тыйып маташҡайным, миңә исем тағып ябырылдылар.
“Шаҙыра ла шаҙыра,” – тиҙәр. Мин илай башлағайным, Дима яҡлаша башланы.
     – Ул бит үҙе теләп улай булмаған. Ул ауырыу шулай эшләй. Ана баба Ефросинья әйтә, даже һуҡыр ҡалғандар ҙә, үлгәндәр ҙә булды ти. Эх, вы, дураки.
   Барыһы ла туҡтанылар, хатта шаярып тауышланыу ҙа баҫылды. Ҡайтырға ваҡыт еткәс, апайыбыҙ Маргарита Маратовн беҙҙе маҡтап ҡайтарҙы. Иртәгә тағы шулай сығабыҙ, – тип әйтеп ҡалды.
     Агроном уның янына килде лә:
     – Маргарита Маратовна, һеҙгә председатель бер нәмә лә әйтмәнеме? Һеҙ колхоздағы ҡырсылыҡҡа иҫәп алып барырға тейеш, тигәйне
     –Эйе, әйтте. Бына шуға балаларҙы ҡайтарҙым, кискә тиклем эшләйем инде, тик иртәнсәк ни эшләрбеҙ икән?
      – Төшкә тиклем иҫәпте фермалағы иҫәпсе ике ҡыҙҙың береһе алмашлап киләсәктәр. Һеҙ уларҙың яҙғанын да ҡушып иҫәп алып бара, тигәйне. Шулай еңелерәк тә булыр ул. Һөттө һөт йыйыу урынына алмашлап ташыйҙар. Уларға тәғәйен ат бар, кәрәк булһа,алыҫтағы точкаларға һеҙ бара алаһығыҙ.
     – Точкалар? Улары ҡайҙа?
     – Бесән өйгән ерҙә.
 Маргарита Маратовна миңә көтөргә ҡушһа ла, уларҙың һөйләшеп торғанын күргәс, ҡайтырға сыҡтым.

27 октябрь.

Атайымды кисә һуғышҡа оҙаттыҡ. Эй әсәй иланы. Туҡтай алмай иланы.
     – Мине көт, Марина, балаларҙы һаҡла, – тигәйне атай, мин дә иланым.
    – Илья, Илюшенка, әгәр һине көтә алмаһам, көсөм бөтһә, ғәфү ит. Был һуғыш оҙаҡ барыр бит. Минең сабырлығым менән сыҙамлығым ахырына  еткермәһә, мине ғәфү ит, – тигәйне, оҙатырға килгән барыһы иланы.
     Тик атай ғына күҙ йәшәтренә төйөлһә лә, танау остары ҡыҙарып китһә лә, йәшен күрһәтмәне.
    – Марина, ярамай, һин бит коммунист ҡатыны, ана һиңә ҡарайҙар, – тип йыуатты.
      Мин дә илауҙан шунда туҡтаным, эстән генә мин бит коммунист ҡыҙы, тип уйланым, ә өйгә ҡайтҡас, мунсаға инеп бикләнеп оҙаҡ итеп иланым. Атайым ҡайтһын, тип ҡысҡырып Хоҙайымдан һорап иланым.

        Шул ерҙә Зәбирә көндәлекте алдына ҡуйҙы ла, теге йылдарҙағы илаған баланы күҙ алдына килтерҙеме, күҙҙәренән йәше йыйырсыҡтар менән биҙәлә башлаған яңаҡтары буйлап ағып төштө. Ул күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәй доға уҡып алды ла, битен һыйпап, яңынан көндәлекте ҡулына алды.”Эй ошо көндәлектәр кеше яҙмышын һөйләгән бер китап бит ул,” –тип уйлап ҡуйҙы.

1942 йыл, 26 июнь.

     Көндәлегемә бер хәреф тә төшөрөрөгә ваҡыт юҡ. Мин, атай киткәс, уҡыуҙы ташланым. Атай урынында ҡалған председатель әсәйҙе ауыр эштәргә ебәрә. Даръя менән мин өйҙәбеҙ. Әсәй ҡайтмаһа төнөн өйгә килеп, индерегеҙ, асығыҙ тип, уның ярҙамсыһы сатан Мишка ҡаҡшата. Шулай саҡ йәйгә сыҡтыҡ,тик бына әсәй яҙғыһын бик ныҡ һалҡын тейҙереп ҡайтты ла эшкә сыға алмай ятты ла ҡуйҙы. Бер сыуаш ҡатыны килеп үләндәр менән дауалай ине, уны ниңәлер ҡулға алғандар. Хәҙер беҙ әсәйгә ярҙам итә белмәйбеҙ. Күршеләге Ефросинья әбей инеп, арҡаларына май һөртөп, йылыға урап һалып сыға, тик барыбер әсәйҙең йүткереүе бөтмәй. Мине уның урынына фермаға һыйыр һауырға сығарҙылар. Йәйгеһен уларға бесән дә әҙерләргә кәрәк тейҙәр.Нисек итермен,белмәйем.

29 июнь

Кисә беҙгә атайҙың танышы, “знаком” тип йөрөгән ағайҙың ҡыҙы килде. Әсәй уны ҡараны ла:
    – Кейәүгә сыҡтыңмы? – тип һораны.
   – Юҡ, – тине лә илап ебәрҙе.
   – Аңлашылды, илама, слезами горю не поможешь, – тине, бер аҙ уйланып ултырҙы ла, – ладно, үҙебеҙҙә йәшәрһең, беҙгә хәҙер кеше инеп йөрөмәй. Минең ауырыуҙы йоға тип ҡурҡалар. Был инде обычный ауырыу, тик бына йөрөй башлаһам, сәсәп йығылам, йәшә, ҡурҡма. Балаңды ла табышырбыҙ имен итеп, – тип йыуатты.
Икенсе көнөнә иртәнсәк әсәй уның буласаҡ балаһына бәйле серен һөйләтеп алды. Шунда мин күңелем тулып китеп хатта илағым килде. Мәсхәрәләгән, еще төрмәгә ебәрткән... Уйлаһаң ҡот осмалы бит. Әсәһенең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Үҙе минең кеүек кенә, только бик һылыу башҡорт ҡыҙы. Уның да атаһы коммунист. Председатель булған икән.
   – Түрә була алмай көнләшеп йөрөгән ҡайһы бер һуғышҡа китмәгәндәр үҙҙәренең насар уйҙарын тормошҡа ашыра башланы инде. Ярай һуғыш гел бармаҫ, туҡтар ул. Төшөмә лә шулай инде. Тик Илья, – тип башлағайны, йүткерә башланы.

30 июль.

 Барыһы ла бер көйгә бара, миңә әҙерәк еңелләште. Өйҙә Зәлифә бөтә эште эшләй, әсәйҙе лә тәрбиәләй. Ефросинья әбей инеп өйрәтеп сыҡҡылай. Зәлифә уны күрһә, тиҙ генә йәшенергә тырыша. Улай күпме булдырыр икән, белмәйем...

6 сентябрь.

 Тағы оҙаҡ ҡына ваҡыт булмай китте. Атайҙан хат бөтөнләй килмәй. Почтальондан көн дә һорайым. Бер үк яуап. Һуңғы арала йөҙөн ситкә бороп, мине күрмәмеш булып үтергә тырыша. Әсәй ҙә хәҙер аҙна тирәһе һөйләшмәй, тик өйҙә шыуышлап тигәндәй йөрөй. Бер ҙә генә алға бармай. Ҡурҡып китәм.

14 сентябрь

Бөгөн нисек тә ваҡыт табырға тырыштым инде. Көнө буйы йөрөп, Зәлифәне, Ефросинья әбейҙең өйөндә ятып уҡыған племяннигы менән, яр буйынан таптыҡ тип ерләнек. Шулай уйламағанда ғына үлеп ҡалды. Көн йылы булды. Ул да бер ике үҙе тиҫтер малайҙар алып килеп, Ефросинья әбей ниҙер уҡып, беҙгә ярҙам итеп оҙаттыҡ. Председатель килеп ҡыҙыҡһынып йөрөнө, тик бер нәмә өндәшмәне. Зәлифәнең кейемен ҡараны ла, “Башҡорт булған икән, аслыҡтан үлгәндер” – тине лә китте. Мин был юлы хатта шатланып ҡуйҙым: еңел ҡотолдоҡ.

12 октябрь.

Бына бөгөн ваҡыт иркенерәк, тик Зәлифәнең ҡыҙы ғына көйһөҙләнә. Мин яҙышып ултырам, Даръя менән әсәй бәпәй менән булыша. Әсәй уға иртәгә исем ҡушам үҙем , ти. Исем һайланыҡ. Зәлифә үҙе әйткән исемдә туҡтаныҡ. Әйҙә, булһын Зәбирә. Әсәһе үҙе теләне. Үлтерергә лә теләгәйне, тик мин ул күмгән тупраҡ араһынан тырнап алғас, хәлһеҙ генә көйөнсә, минән ант алып, белгән хәлде ҡыҙыма тик ун һигеҙе тулғас ҡына һөйләрһең, Ташбулат әҡрәбәләре белмәһен, тигән шарт өҫтәне. Мин шул көндән алып шундай матур ҡыҙҙы михнәт сиктеререргә дусар иткән Ташбулат кеүек ирҙәргә асыуым килде. Миңә бөтә ир- егеттәр ҡиәфәтендә Ташбулат йәне йөрөгән кеүек тойолдо. Мин һуғыш башланыр алдынан ғына Ҡананан өләсәләренә күсеп килгән Гәрәйгә бер төрлө һоҡланып ҡарай инем, ул да миңә шулай күренә башланы.

  Март.( нисәһе икәне асыҡ түгел, күрәһең, ҡабалан яҙғандыр)

Бөгөн Зәбирәгә алты ай булды. Мин уны шул тиклем яратам да ул. Бөгөн уның менән һөйләшеп ултырыр мөмкинлек юҡ. Әсәйем китеп барған. Кискеһен ятҡанда ниңәлер бойоҡ ҡына итеп:
    – Атайың ҡайтһа, әсәй һинән ғәфү үтенде, тиген. Даръяны рәнйетмә. Зәбирә хәҙер үҙ балаң кеүек инде. Яҡшы кешегә кейәүгә сығырға яҙһа ярар ине һиңә. Хоҙайымдан, – тине  лә, ҡулын өҫкә төртөп күрһәтте, – Яңғыҙлыҡ ана уға ғына килешә. Әҙәм балаһы яңғыҙ булырға тейеш түгел. Йылға яры ла парлы бит.
     Әсәй стенаға боролоп ятты ла ҡапыл кире әйләнеп ятып, башын ҡалҡыта биреп, баяғынан да хәлһеҙ тауышы менән, ҡалҡынырға тырышып:
      –  Минең нәмәләремде, өҫтөмдәген утҡа яҡ, ҡалған нәмәләремде, – тине лә ҡапыл башы яҫтығынан аҫҡараҡ ҡулдан ысҡынған әйбер кеүек төшөп китте.
     Эргәһенә йүгереп барҙым. Ул иҫтән яҙҙымы, әллә былай ғына ятып йоҡларға булдымы аңламаным. Хәле лә бөткән кеүек ине. Ипләп кенә башын яҫтыҡҡа һалдым. Иртәнсәк тә ул күҙен асманы. Ҡурҡышымдан Ефросинья әбейгә йүгерҙем. Ул килеп эштең хөрт икәнен үҙенсә миңә аңлатты.Тик мин бер нәмә лә белмәҫ хәлдә” Үлде” тигән бер һүҙҙең эсенән сығай алмай ҡатҡан кеше кеүек инем. Даръя уянып әсәйҙең шулай киткәнен белгәс, илай башланы. Уның тауышына Зәбирә уянды. Ефросинья әбей миңә аптырап ҡараны ла:
     – Вроде живота не было, ты что- ли родила?– тип, аптырап миңә һораулы ҡараны.
    Миңә барыһын да һөйләргә тура килде.
     – Значит, та незнакомка, которую осенью хоронили, была она?– тип, тағы нығыраҡ аптырап, ә балаға йәлләп ҡараны.
      Ул беҙгә әсәйҙе ерләшергә лә, баланы кешегә күрһәтмәй ҡарап тороп та ярҙам итте. Бер аҙҙан баланың  законлы балаға әйләнеүенә лә ул һүҙ ярҙамы күрһәтте.

 

Ошо урында Зәбирә көндәлекте артабан уҡымайынса япты ла, алдына ҡуйып әллә күпме уйланып ултырҙы. Зарифа өләсәһе әйткән бер һүҙе хәтеренә төштө.
    – Балам, ерҙә йәшәү, иң мөһиме кеше булып йәшәү бик ауыр һынауҙар һала. Бына миңә юҡ ғәйепте тағып ике йыллап төрмәлә булыу утыҙ биш йәшемә тиклем бер тапҡыр башыма  ла инеп сыҡмаған ауырлыҡты үтеү, мине йөҙ йыл йәшәп, мең төрлө аҡыл йыйған әүлигә әйләндергәндәй итте. Нахаҡҡа ыҙа сиккәндәр, ғәҙел язаһын күргәндәр – барыһы бер төрлә мөғәләмәгә дусар булдыҡ. Ерҙә кеше донъяға килер алдынан уҡ, әсә ҡарынында уға был донъяла күрере тәҡдир булып теркәлә бара. Быныһы – беренсе әйтерем. Икенсеһе, бала әсә ҡаны менән әсә аҡылын алып тыуа, шуға күрә кейәүгә сыҡһаң, аҡыллы бул, сабырлыҡтың төбө алтын, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Сабыр бул, сарғаҡ булма. Итәғәтле бул, уҫал булма. Көнсөл булма, көнләшмә. Һәр кемдең яҡшы яғын үҙеңдекендәй итеп ҡабул ҡыл. Шул ваҡытта һинең бар ҡылығыңды балаң үҙе менән яҡты донъяға ҡан васыяты итеп алып тыуыр. Ауыр сир менән төрмә минең өсөн түгел, тип ант итмә. Уйламағанда, улар ҙа теләмәһән дә, алдыңа килеп, яҙмышыңды ботарлауы бар. Шуны онотма. Мин семьяла бер бөртөк бала булдым. Өләсәйҙең балалары күп булған, тик империалистик һуғышта, батша хеҙмәтендә үлә торғандар. Бер әсәй менән уның ҡустыһы ғына ҡалған. Әсәйҙең өс улы ике ҡыҙы үлгән, бына мин генә ҡалғанмын. Мин–  ҡартатайың бәхетенә, ул минең бәхетемә тап килдек. Барыһына һуғыш ғәйепле. Яҙмыштарҙы кәйлә менән таш онтағандай онтаны. Ҡартатайың ҡайтыр тип көтәм, тик һаулыҡ яғы ныҡ түгел,  өлгөрмәй ҡуйырмы икән...
   Зәбирә шуларҙы уйлай- уйлай, һандығынан сығарған әйберҙәрен йыймай ғына урынына барып ятты. Йоҡланымы- йоҡламанымы, үҙе лә белә алманы. Төнө буйы өнө менән төшө буталып таң аттырҙы.

                                                           3

                                                    Бала атай өсөн яуап тотмай

         Кисә шулай көндәлек уҡып оҙаҡ ултырғанғамы, иртәнсәк тәне ауыр эш эшләгән кешенекендәй булып, талып килеп торҙо. Ниңәлер хатта бөтә ере лә ауыртҡан кеүек тиреһенә лә ҡул тигеҙеп булмай. “Таушалдым, ҡартлыҡ, әжәле лә килеп бер өҙә һуғыр инде – тип уйлап ҡуйҙы,– Ярай, һуҡһа, һуғыр инде әсәйҙәрем иртә китте, өләсәйем дә йәшәй бирмәне. Аллаға шөкөр, инде етмеште тултырҙым, ҡәҙимге генә һаулыҡ бар, тик ҡайһы берҙә аяҡ ҡына майы бөткән тәгәрмәстәй шығырлап ала. Әлдә генә өләсәйҙән әсәһенән ҡалған әмәлдәрен өйрәнеп ҡалғанмын. Ана бит нисек ярҙам итте һеркә менән ҡырҡ энә. Ғәжәп инде. Бына нисә йыл аяғымды һыҙланыуҙан ҡотҡарҙы,”– тип уйлап алды.
     Ауырлыҡ менән урынынан тороп йыуынып, намаҙлығын йәйеп намаҙ уҡып алды ла, самауыр ҡуйып, ар- тирә эшләп йөрөй башлағайны, еңеләйеп киткәндәй булды. Самауыры ҡайнап та сыҡты. Хәҙерге электр самауырҙары бер рәхәт нәмә инде тип уйлап, урындығына сәй табыны әҙерләргә тотондо. Шул ваҡыт бик иртәләп өҫкө урамдағы ҡәйнәһенең һеңлеһенең Вәли улы килеп инде. Инде лә ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырҙы. Уның атаһы Ташбулаттың ағаһының улы ине. Шуға күрә ул улар менән артыҡ сөсөләнеп ҡатнашып барманы. Дөрөҫөрәге, күңеле тартманы
     – Зәбирә еңгә, ней бит әле, теге, әбей китеп барҙы, шуға кигәйнем. Ней  әллә хәлең етһә көтөшөргә бараңмы тием. Районға алып барырға ҡушалар. Бер ҙә генә ярҙыртҡы килмәй ҙә бит. Шулай кәрәк, тиҙәр.
      – Ҡасан?
     – Кисә киске ун тирәһендә. Үҙебеҙ балалар менән янында ултырҙыҡ. Инде ике көн комала ятҡайны. Һин килеп йөрөмәгәс, белмәйең инде. Хәҙер мин ваҡ – төйәк йомош менән булышһам, балалар кәрәк- ярағын хәстәрләй. Сәмиғә апай менән ағайҙың  ҡатынына әйттем, – тине лә сығырға ашыҡты.
      Ул шул хәбәре менән кисәге хәтирәләрҙе яңыртты ла китте. Тәсбихен алып, сәйгә ултырҙы. Тәсбихте ситкәрәк һалып, уй ҡоршауын асып инеп тә китте.
...Теге йылда Вәлимә әсәһе һөйләгән хәбәрҙән һуң ул Ташбулаттың улынан ситләште. Бер осрашҡанында барыһын да һөйләне лә бирҙе. Егет тыңлап бөтөп, таш шикелле ҡатып ҡалды. Бынан һуң ул бер генә һәм һуңғы тапҡыр осрашты.
       – Упкәләмә, беҙ ата- әсәй ҡылыҡтары өсөн бер ерҙә лә яуап тотмайбыҙ. Һиңә минең бер ниндәй ҙә рәнйеүем юҡ. Дөрөҫ, мин һине хәҙер ҙә яратам, тик өләсәйемә, Вәлимә әсәйемә биргән һүҙем бар. Ант түгел, тик әреүәхтарҙың рухын имгәтмәйем. Мин әсәйһеҙ үҫкәнмен. Мине Зәлифә әсәйем үлемгә дусар итергә тейеш булған. Ул шулай ант иткән, тик Вәлимә- Валентина әсәй килеп мине күмелгән ерҙән бына ошо ҡулдары менән соҡоп алған. Мине алған һәм ғүмерлеккә үҙенә ант биргән: бер ирҙе лә ҡосағына һыйындырмаясаҡ. Мине үҙ балаһындай күреп үҫтергән. Үҙең күрҙең ниндәй бороу юлдар аша килә ул миңә. Нисек ауыр булмаһын, мине ошонда уҡырға алып килде. Мин уның күңелен рәнйетмәйем. Һин дә миңә рәнйемә. Мин һине, бәлки, күҙем йомолғансы йөрәгемдә һаҡлармын. Барыһы ла әреүахтар нисек теләгән шулай ҡалһын. Һинең атайың да ҡасандыр кире ҡағылған мөхәббәте өсөн үс алған. Һиңә быны ҡабатларға кәңәш итмәйем. Мөхәббәтте нәфрәткә әйләндермәйек. Беҙ һинең менән тормош тәгәрмәсе араһында имгәнмәй генә юлыбыҙҙы айырым, ләкин йөрәктәребеҙ менән бер кешеләй дауам итәйек. Һин бик тә яҡшы егетһең. Аңла, башҡа урында, башҡа ваҡытта, икенсе төрлө хәлдәр булғанда, мин һинең һөйөүеңде һаҡлар өсөн көрәшер инем. Яратҡандар  үҙе һөйгәндәрҙең тик бәхетле булыуын ғына теләй. Аңла. Дуҫтар булып ҡалайыҡ, тип әйтер инем, бының да мөмкин булмауын һин дә мин дә аңлайым, беҙҙе бер кешенең ҡаны,– тине лә илап юл ситенә сүгәләне.
   Был һөйләшеүҙән һуң Зәбирә айҙан ашыу Ишбулатты күрмәне. Ғәлимдән һорағайны, ул да бер нәмә лә әйтә алманы. Шулай йөрәк ярһыуын баҫа алмай, күңел һағышына сик ҡуя алмай, һағыныуҙың сигенә сыҡҡанда ғына, Ишбулат ятаҡҡа килеп , ҡыҙҙар аша Зәбирәне осрашыуға саҡырып киткән ине... Ағиҙел ярындағы ауыр һөйләшеү икеһен дә һеңгәҙәтте.  
    Улар Өфө урамдарында артабан ни эшләргә белмәй, бер- береһен йыуатып, төнө буйы йөрөнөләр. Етәкләштеләр, тик ҡосаҡлашманылар, таңға бер – береһен етәкләгән ҡулдар ҙа мәңгелеккә айырылды. Зәбирә икенсе көнө кискә уның аҫылынып үлеүе тураһында хәбәр алды. Атаһы Ташбулат үҙенең таштай ҡаты ҡылығы менән улының ғүмерен өҙҙө. Зәбирә кешеләргә күренмәй генә илап, ҡайғырып, ашау- эсеүҙән яҙып больницала ятҡан көйө шиңде. Уның дуҫтарынан береһе лә ни өсөн шулай булғанын белмәне. Бары һөйгәненең дуҫы  ғына больницаға килеп хәлен белеп йөрөнө. Аҙна һайын Вәлимә әсәһе килде. Һуңғы килгәнендә ни өсөн шулай булғанын аңлап ҡыҙынан:
    – Балаҡайым, ғәфү ит мине, тилене. Мин һине рәнйетергә теләмәнем. Аңла. Мин Зәлифә менән өләсәйеңдең кисергәндәрен генә еткерҙем. Нимә эшләйем һуң? Нимә?.. Теләйһеңме, Тәғлимәнең алдына барып теҙләнәм, ғәфү үтенәм, тик һауығып ҡына сыҡ. Ниңә улай үҙеңде язалайһың. Һин бит мине үлтерәһең Һин бит минең – бер бөртөгөм, яҡты донъялағы берҙән бер ҡыуанысым да, йыуанысым да. Мин һине тыуҙырманым, тик мин һине ошо бармаҡтарым менән ерҙән алдым.. Әсәйем Маринаға ла биргән һүҙем бар. Зәбирәне аяҡҡа баҫтыр, тине ул. Ә һин... – тип Зәбирәнең күкрәгенә ятып иланы, – мин ул хәлде һөйләмәй ҙә булдыра алманым– аңла, һеҙ бер ата балалары. Тик һеҙ туған түгелһегеҙ. Быны  әсәйең үҙ үлеме менән аңлатты. Әсәйем булмаһа, ул һине лә үҙе менән төрмәнән ҡайтҡас та алып китә ине. Тик әсәйем : “Донъяға тыуыр һәр йән эйәһе, башҡаларҙа үҙенә ҡарата шәфҡәтлелек һорап тыуа, ләкин ул үҙ ризығы менән ярала. Күрәсәген кеше түгел, яралмышта уҡ тәҡдир итеп маңлайына яҙыла бара. Быныһы Хоҙайҙың эше. Беҙ тик уға буйһонабыҙ.Ул теләгән был баланың тыуыуын. Уға ҡаршы берәү ҙә бара алмай. Уның алдында беҙ—көсһөҙбөҙ”, –тигәйне.
    – Бала атаһының ҡылған хаталары өсөн яуап тотамы? Әсәй, аңла,  беҙ һин һөйләгәндән, бәлки, хата аҙым яһамаҫ инек, тик беҙҙең йөрәктәр бер йөрәк булып тибә ине, аңлайһыңмы? Мин нисек уны онота алам? Көсөмдән килмәй. Һәр һүҙе, һәр ҡарашы минең йөрәгемдә, күҙ алдымда. Ниңә? Мин аңламайым, әсәәәй... – тип илап яҫтығына ҡапланды.
    Ауыр ине уға, ауыр ине... Аҡылы ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләһә лә, йөрәге ҡабул итә алмай интекте. Вәлимә был килеүендә ҡайтырға ашыҡманы, ике көн булып, ҡыҙын дауахана ихатаһына алып сығып, байтаҡ һөйләшеп, тынысландырырға тырышты. Зәбирә лә аңлағандай тойолдо.
   Ошо һөйләшеүҙән һуң, Зәбирәне үҫтергән Вәлимә әсәһенең һүҙен тотоп, терелергә ынтылды...

                                               Эсемә һыйған бала тышыма ла һыя...

      Эйе, уңышлы ғына ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, уға Ишбулаттың дуҫы Ғәлим тәҡдим яһаны.
    – Зәбирә, мин һине күптән, училищела тәү күргән көндән яртам. Тик дуҫымдың алдына төшөргә минең намыҫым ҡушманы. Сыҡ миңә кейәүгә. Мин һине рәнйетмәм. Икебеҙ өсөн дә яратырмын. Әйҙә ул беҙҙең йөрәктә, күңелдә йәшәһен. Уның да рухын рәнйетмәйек. Ул һинең хәҙер ҡан туғаның икәнен аңланың. Мин уның менән һуңғы кистә ошо турала оҙаҡ һөйләштем, тик ул һине туған итеп түгел, һөйгәне итеп күргеһе килде. “ Аңла, миңә ундай туғанлыҡ кәрәкмәй. Мин атайымдан күптән баш тарттым. Ул мәлдә миңә ун дүрт йәш ине.Тик мин Зәбирәнең, уның ҡыҙы булыуын ғына белмәнем.Әсәйем дә әйтәмәне. Ул да белмәгәндер. Мин хәҙер бер нисек тә хәл итә алмайым. Беҙҙең арала хәҙер атай булған кешенең ҡурҡыныс рухы йәшәйәсәк. Нисек булмаһын, ул беҙгә ҡамасаулаясаҡ. Ул кеше менән, ул тойғо менән йәшәү яҡты донъяла мөмкин түгел, аңлайһыңмы?”, – тип иланы. Уның һөйөүен беҙ икебеҙ генә аңлайбыҙ. Риза бул, – тип үтенде.
       Зәбирә был турала бик оҙаҡ уйланы. Улар икеһе күрше генә ауылдан булғас, бергә ҡайтып, бергә китеп йөрөйҙәр ине. Шуға уны күптән белгәнгә күрә, артыҡ ҡаршылыҡ та кисермәне. Күңеленән генә, мине ул Ишбулаттан ҡыҙғанмаясаҡ, тип кенә уйланы. Хәҙер үҙе лә аңламай. Ниңә улай уйлағандыр, аңлата ла алмай. Ризалыҡ бирҙе.
      Ауылға ҡайтҡас, әсәһе бик матур итеп никах мәжлесе, туй йыйыны үткәреп, өләсәһе Зарифаның, үҙенең әҙерләгән бирнәләрен биреп, күрше генә ауылға оҙатып та ҡуйҙы. Ләкин оҙатылыу шартлы ғына булды. Зәбирә ауылында пенсияға сыҡҡан фельдшер урынына эшкә урынлашты. Ғәлимдәрҙең ауылында медпункт юҡ ине. Ул аҙнаның ике көнөндә, шунда барып эшләргә тейеш булды. Мәктәптән бер бүлмәне ҡулайлаштырып алды, сөнки унда башланғыс мәктәп, балалар ике класында уҡый. Бер бүлмә буш, төпкөл ауылға уҡытыусылар килергә бик үк теләмәйҙәр. Шуға күрә урындағы кешене уҡытыусы итеп алғандар.
    Иң ҡыйыны өс йыл буйы ире Ғалимды армиянан көтөп алыу булды, йөрөп эшләүе лә ауырлығын күрһәтмәне. Аҙнаның дүрт көнөн үҙ ауылында йәшәһә, өс көнөн ҡәйнәһе менән йәшәне. Йөрөп эшләү ауыр булыр, тип Ғәлим шуға риза булғайны. Шулай ҙа иң ҡыйын мәлдәр байтаҡ булды. Ҡаты һүҙле ҡәйнәһенең ураған һайын “уйнаш балаһы” тигәне лә екһендерҙе. Уның уйлауынса, Вәлимә уны ҡайҙалыр йөрөп тапҡан булып сыға. Бына шуның өсөн бик ныҡ ғәрләнә торғайны. Үҙе өсөн түгел, ә Вәлимә әсәһе өсөн йөрәге әрнене. Ваҡыты менән ташлап сығып киткәндәй булған саҡтары ла булды. Тик әсәһе генә тыя килде.
    –Ирең ҡайтһын, һөйләшерһегеҙ, сабыр булырға тырыш. Эшең менән йыуанып, оноторға тырыш. Күңелеңдән ғәфү итергә ынтыл. Тормош бит ул. Аҙағы үҙеңә еңел булыр. Ул һине ныҡлап белмәй бит. Берәй ваҡыт, бәлки...– уйланып тора ла – һөйләрбеҙ. Ул ваҡыт тиҙҙән килер. Көт, – тип Зәбирәне йыуата.
    Әсәһе Зәбирәнең имен генә бала табыуын теләй ине. Ире армияға китеп алты айҙан саҡ ҡына ашыуға улы тыуҙы. Хат аша хәбәрләшеп торғас, улар исемде лә алдан һайлағайнылар. Уға матур итеп Зәбир исемен ҡуштылар. Вәлимәнән ныҡ ҡыуанған кеше булмағандыр. Һөйгән һайын “Балам, балам бал ғынам, күрмәй торһам– һағынам” тип көйләп һөйә ине. Унан:
     – Ҡоҙағый, ҡасан ғына беҙҙе аңлай башлар икән, әкиәттәр һөйләр инек. Ике өләсәйле бала. Бәхет тәүфиҡлы ғына булһын инде, ивет, – тип, ҡоҙағыйына ҡарай.
      Уныһы ҡоҙағыйын баштан үҙенә тик тоймағанғамы, һалҡын ғына яуап бирә.
    – Үҫер, үҫер, тоҡҡа һалып тегеп ҡуйылмаған бит, – ти ҙә башҡаса өндәшмәй.
      Зәбирә эшкә сыҡҡансы, ике айға яҡын Вәлимә шулай ҡоҙағыйына һыйыр ағын эш итеп, эремсектәр әҙерләп, бүләктәр тотоп йыш ҡына килә ине.Ҡоҙағыйы уны ла яратмағандыр инде, ләкин Вәлимә тешен ҡыҫып, ҡыҙы хаҡына уның тын алышын, һалҡын ҡарашын һиҙһә лә күнде.
    Ире ҡайтҡас, әлбиттә икенсе төрлө ҡыйынлыҡтар ҙа килеп өҫтәлерен белмәһә лә, әсәһенең әйткәндәрен тыңланы. Күңелен эш менән баҫты, кешегә күҙ йәшен күрһәтмәне, ә уның күҙ йәшен түккән саҡтары күп булды. Анһатмы, үҙ ауылыңда, үҙ нигеҙеңдә “килмешәк балаһы,” үҙ кеше булырҙай ғаиләлә “уйнаш балаһы” булып йәшәүе. Сәбәп- сәбәпһеҙгә ошо һүҙҙәрҙе ишетеп йәшәүе еңелдән булманы. Ҡайһы берҙә халыҡты  йыйып, бар дөрөҫлөктө һөйләгәндәй булып китә, тик ниңәлер өләсәһенең, әсәһе Вәлимәнең яҙмыштарын уйлап, телен дә, асыулы тойғоларын да тыя килде.
     Тора- бара был хәлгә лә күнегә төштөмө, әллә икенсе хәлдәр баҫып алдымы, әйтә алмай. Ул бер аҙ тынысланып, дәрт менән эшләй башланы. Зәбиренең дә матур ғына итеп теле асыла башланы. Әллә ошо балаға күңелен баҫтымы, үҙе лә аңлата алмай.
    Ире армиянан ҡайтыр саҡ яҡынлағанда ғына, ауылға ситтән клуб төҙөргә килгән төҙөүселәрҙең береһе ҡаты ауырып, шуны төнө менән район больницаһына алып барғайны. Теге егет төҙәлеп сыҡҡас, уға рәхмәт йөҙөнән әсәһе ебәргән күстәнәстәрҙе лә өйөнә килтергәйне. Ул ваҡытта Зәбирә был хәлгә артыҡ иғтибар бирмәне, ҡәйнәһе лә асыҡ сырай менән ҡабул иткәндәй булғайны. Шулай ҙа Ғәлим армиянан ҡайтып ике -өс айлап ваҡыт үтеүгә, Зәбирәнең бәхетле көндәре ҡара борлотҡа урана башланы.
    Бына шул егетте дауаханаға алып барған көндө ҡәйнәһе лә, башҡа белгән кешеләр ҙә уның иренә икенсе төрлөрәк итеп һөйләп еткереп, уларҙың ғаилә тыныслығын юғалтырға өлгәштеләр. Зәбирә был арала икенсегә ауырлы икәнен белеп иренә ошо турала һөйөнсөләне, тик уға ире менән бергә шатланаһы урынға иларға, ҡайғылы көндәр күрергә тура килде.
    – Ниңә миңә һөйөнсөлөйһең?
   – Кемгә әйтәйем, әсәйем белә, ул ҡыуанды.
   – Ҡыуана инде, үҙ өйөндә ҡыҙын икенсе иргә ҡушып һал да, шуның балаһы булыуын бел дә нисек ҡыуанма.
   – Һин нимә һөйләһең, Ғәлим? Уны мин тик больницаға алып барғанда күрҙем, икенсегә әсәһе ебәргән күстәнәстәрҙе өйгә килтереп китте. Ҡәйнәм үҙе алды. Ниндәй нахаҡ һүҙ һөйләйһең? Мин уның исемен дә белмәйем,– тип, асырғанып ҡысҡырҙы.
  – Һин ниңә миңә ҡысҡыраһың? Мин уйнаш итмәгәнмен, һин. Исемен белмәйем,имеш, – тине лә тышҡа сығып китте.
  Ингәс тә Зәбирәгә:
   – Анауында ят, яныма килмә. Иртәгә бында духың булмаһын, – тип, диванға барып ятты.
    Төнө буйы керфек ҡаҡмай уйланып ятып, ҡайтырға тигән уй менән, таң беленеүгә, бер сумаҙан әйбере менән Вәлимә әсәйенә ҡайтып инде. Ауыл бер- береһенә яҡын булғас, уның өйөндәге ҡауға ла, уның әсәһе янына ҡайтыуы ла артыҡ һиҙелмәне. Тик бына әсәһе ҡайтып ингәнендә, сумаҙанды күреп, аптырауҙан ултыра төштө. Бына шунан алып, һәр көнөн уйҙар менән үткәреп, төндәрен яҫтығына күҙ йәшен түгеп, тыуасаҡ балаһы хаҡына Хоҙайынан сабырлыҡ теләп, ете айға яҡын әсәһе янында йәшәне, эшләне. Кеше менән артыҡ аралашманы.Тик беҙ ҡапсыҡта ятмағанын һәр кем белә. Ире Ғәлимдең ауылда килеп күренмәгәнен, төрлө кеше төрлөсә һөйләне. Кемдер. “үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” – тип, ләззәтләнеп һөйләһә, кемдер “көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай, теләйме-юҡмы, тигән шикелле, уҡыуын бөтөү менән, әйттергәйнеләр, күрәһең араларында һөйөү булмағандыр инде,” – тип көйөндөләр. Әсәһенә ҡайтыуына һигеҙенсе ай тигәндә, балаһы ла тыуҙы, ләкин Ғәлим бала табыу йортона ла барманы, бармау ғына түгел, ауылдан уҡ сығып китте.. Әсәһе ошо осорҙа,  улын яҡлап, килене тураһында һәр төрлө уйҙырмалар һөйләй торҙо, ул хәбәрҙәр ипләп кенә Вәлимә ҡолағына төшөү юлын тапты, тик ул ҡыҙын был ғәйбәттәрҙән һаҡларға тырышты. Нисек тә ул кейәүе менән ҡыҙының бергә йәшәүен бик теләй ҙә, күңеленә лә улар бергә булырҙар төҫлө тойола ине. Больницала ун биш көнләп ятты. Гинеколог, уның баланы ауыр табыуын иҫәпкә алып, баланан һуңғы бирелә торған көндө лә егерме дүрт көнгә оҙайтып бирҙе. Балаға өс ай тигәндә, ул эшкә сыҡты. Ауыл халҡының берәүҙәре баланың үҫеүе, кем тип исемләнеүе тураһында ҡыҙыҡһынһа, икенселәре ҡәйнәһе, ире тураһында һорашты. Барыһына ла уның да, әсәһенең дә бер төрлө яуап ине.
     – Бала үҫә, ауырымай. Ирем дә килеп тора, Ҡәйнәм дә шат, – тип әйтер булды.
     Тик бар өмөт селпәрәмә килде, Ғәлим ҡайҙалыр Себер яғына комсомол путевкаһы менән эшкә киткән тигән хәбәр килде. Вәлимә бер көнө кисләтеп кенә ҡоҙағыйының ауылына барҙы. Барып артыҡ сөсөләнеп тә торманы, һүҙен уратмай, туранан – тура, тейәме, юҡмы, тип таш атҡандай, бик оҙаҡ һөйләне. Бәхеткә ҡаршы, Ғәлим әле китеп өлгөрмәгән,төркөм йыйылғансы, ауылда көтә икән
     – Ғәлим кейәү, һин нисек шул тиклем ҡаты күңелле булдың, әллә ҡоҙағый шулай кешеме?. Мин икенсе ауылдан булғас, һеҙҙе артыҡ белмәйем. Тик һине, Ғәлим, Өфөгә Зәбирә янына барғанда  күргәнемсә, бик яҡшы егеткә оҡшата инем. Хәҙер ике баланы бер юлы етем итергә булдыңмы? Ярай, өлкәне теле асылғанда, атай тигән кешене күрмәгәс, бик ук белеп тә өлгәрмәне. Белһә, мин баланы килеп алғанда, бер тапҡыр “атай” тип боролоп ҡарар ине. Хәҙер ана дүртенсе йәш менән бара. Хәҙер ул:  “Минең атай ҡайҙа?. Ниңә килмәй. Уның кәртешкәһе,ҡайҙа? Мин уның кәртешкәһенә һүҙемде әйтәм. Мин һине яратам, кил, тип әйтәм,” – тей. Мин нимә әйтергә тейеш. Зәбирә күңелен эш менән баҫа. Бәләкәсең дә хәҙер алдаштыра башлар, ә һин шул ғәйепһеҙ балаларҙан ҡасып китеп бараһыңмы?. Ҡоҙағый нимә уйлап тыймайһың.
     – Улар араһына ҡыҫылмайым. Ана ҡыҙың артын тыйһын.
    –Быны нисек аңларға?
   – Ана строитель һөйәренән барып һора.
   – Бына ҡайҙа икән уның әтнәкәһе. Зәбирә бер нәмә өндәшмәй бит әле. Кеше һүҙенә ышанмаған булам. Тимәк, бала минеке түгел тимәксеһең. Хәтереңдә тот. Һин ҡайтҡанда, улар ауылдан киткәйнеләр, бер, тиген. Бала туғыҙ ай тулыуға  тыуҙы, был ике, тиген. Бала ҡарында туғыҙ айҙан артыҡ ятмай, белмәһәң белеп ҡуй. Кәм ятырға мөмкин. Был- өс. Дүртенсеһе лә булыр. Мин һине судҡа бирәм. Зәбирәң белмәй ҙә ҡалыр. Ныу мин һине ул магистралыңды төҙөргә ебәртмәйем. Унда хөкөмдә булғандарҙы алмайҙар. Шуны онотма, – тине лә, ҡырт боролоп сығып та китте.
     Үҙе юл буйына уйланып ҡайтты. Кеше менән ошо йәшенә етеп, бер генә тауыш күтәреп һөйләшеп өйрәнмәгән Вәлимә ҡоҙағыйының өйөндә ҡаты һөйләшә алыуына, берсә аптырап, берсә Зәбирәһе хаҡына барыһын эшләргә әҙер булыуына һөйөнөп алды.
    Ғәлимде Зәбирә судҡа бирҙертмәне.
    – Әсәй, йөрөмә. Минең рәнйеүем уны алыҫ ебәрмәҫ. Балалар хаҡын Хоҙай үҙе белә. Өләсәй шулай тей торғайны. Йөрөһөн.
     – Унда өйләнеп ҡуйһа.
     – Өйләнһен. Мин алиментҡа бирмәйем. Алимент түләп, бер хәл килеп сыҡһа, баларыма алимент тип дәғеүә итер. Йәшәрбеҙ әле.
     Шулай Ғәлим Себергә китте. Бер нисә йылдан, өйләнеп, кәләше менән ҡайтҡан тигән хәбәр ҙә ишетелде. Был ваҡытта бәләкәй ҡыҙына алты йәш ине. Улы икенсе класты тамамланы. Ул хәҙер атайын һорамай, өндәшмәҫ, йомоҡ балаға әйләнде. Бына шулай яҙмышҡа күнеп, нимәлер өмөт итеп йәшәгәндә генә, урамда уйнап йөрөгән ҡыҙын бер иҫерек егет мотоцикл менән бәреп китте. Больницала уға оҙаҡ ятырға тур килде. Өфө больницаһында баланы дауалаған врач Айҙар Ғиләжевич :
      – Зәбирә Ильясовна, балаға ҡан кәрәк, атаһының ҡаны тап килергә тейеш. Һеҙҙеке тап килмәй. Һеҙҙең ҡан дүртенсе төркөм,  – тип шылтыратты.
     Бына шунда ул беренсе тапҡыр Ғәлимгә баш эйҙе, ҡәйнәһенә килде. Ул ваҡытта Ғалимдың ялы бөтмәгәйне әле. Хәлде һөйләп бирҙе. Ғәлим риза булмағас, кәләше Аня:
      – Бар, ҡан бир, тап килмәһә, значит, бала һинеке түгел. Һин үҙең шулай тейең бит, – тигәс, риза булды.
      Зәбирә юл буйына күҙ йәштәре менән битен йыуып, таныш булмаған көндәшенә рәхмәтле булып, оло өмөттәр менән өйөнә ҡайтты. Юлға әҙерләнеү һәм Өфөгә юлға сығыу мәшәҡәттәре төнгө йоҡонан азат итте. Таңға улар Ғәлим менән Сибай аэропортында инеләр. Уларҙы килтергән колхоз УАЗ-игы боролоп ҡайтып та китте. Ике сәғәттән улар такси менән килеп, республика больницаһының тупһаһында баҫып торалар ине. Юл еңел үтелде, ләкин бөтә ауырлығы –- улар юл буйына, ошо тупһаға килеп еткәнсе, бер береһенә һүҙ ҡушыу түгел, ҡалҡып та ҡараманылар. Ярай Зәбирә, ә бына яратам, икебеҙ өсөн дә һөйөүем етәсәк тигән Ғәлимгә хатта иң иманһыҙ, кешелекһеҙ кеше лә шаҡ ҡатыр ине. Был юл улар өсөн ер өҫтөндәге тамуҡты үтеү менән бер булды. Зәбирә был тамуҡты ла үтергә, ҡыҙы Ғәлиә өсөн барын кисерергә әҙер булды..
    Зәбирә, юлға сығыр алдынан улы Зәбирҙең борсолоуын хәтеренә төшөрөп алды. Ул да өләсәйе, әсәһе ыңғайына йоҡламағайны. Юлға сығыр алдынан ишектән инеп килгән Ғәлимде күреп:
     – Һеҙ ҙә әсәй менән бергә бараһығыҙмы? Атыу әсәйемә ярҙам итегеҙ инде, сумкаһы ауыр, –тип әсәһе тураһында балаларса хәстәрлек күрһәтте, әҙерәк уйланып торҙо ла, – Минең өләсәйем биргән аҡсаларым бар, йыйғайным. Шуны һеҙгә бирәм. Әсәйемдең аҡсаһы бөтһә, уға бирерһегеҙ. Минән алманы. Биргәйнем. Өләсәй әйтә “ҡала аҡсаны ашай ғына ,“ – тей,– Шуға һеҙгә бирәм. Ипләп кенә үҙегеҙҙеке тип бирерһегеҙ. Атыу алмаҫ ул, мине һатмағыҙ, йәмегеҙ. Һеңлемде лә, әсәйемде лә йәлләйем. Һеҙ ҙә шул балнисҡа барағыҙмы? – тип, күңелһеҙ генә итеп туҡтап ҡалды.
    – Ярай һуң, – тине, нимә тип әйтергә белмәй.
    Улы менән биш йылдан һуң беренсе тапҡыр шулай осрашты. Зәбир уны бөтөнләйгә танымай ине. Алғы бүлмәлә йөрөгән Вәлимә өләсәһе:
    – Балаҡайым, ярай инде, юлға сығыр кешеләрҙе йөҙәтмә. Ана машина килде. Ултырышайыҡ. Мин һеҙҙең өсөн доға ла бағышланым. Хызыр Ильяс юлдаш булһын. Алла насип итһә, көлөп- йылмайып, шатлыҡ менән ҡайтығыҙ, – тине.
    Улар юлға шулай сығып киткәйнеләр. Зәбирәнең бер ауыҙ һүҙе сыҡманы. Улы менән дә башынан һыйпап, күҙ йәштәрен саҡ тыйып һаубуллашты.

        
                                 Һин үгәй атай булаһыңмы?


      Бына Өфө. Ниндәй уйҙар менән ҡайтарыр уларҙы...
     Өфөлә ҡан биреү тиҙ тамамланды. Хатта ҡыҙы тиҙ генә йүнәлгәндәй өмөт тә уятты. Зәбирә ҡыҙының сикәләрендәге алһыу таптарға ҡарап, хатта йөрәге дарҫлап типкәнен дә тойманы. Ул балаһы өсөн шатлана ине.
     Был ваҡытта Айҙар Ғиләжевичтың бүлмәһендә, ике ир араһында, Ғәлимдең йылдар дауамындағы сеймәлгән төйөнө ауыр һөйләшеү аша сиселә  ине.
     – Һеҙҙең ҡанығыҙ тап килде, башта һеҙҙе Себерҙә тигәс ҡатынығыҙ, хафаланғайным. Ҡыҙығыҙға бик аҙ ваҡыт ҡына ҡалғайны. Шул ҡан уға ярҙам итеренә ышанғайным, тик һеҙ ҡайтып өлгөрмәҫ, тип тә борсолдом. Ҡайттығыҙ. Мин шулай бала саҡтан, әсәй әйтмешләй, кеше йәнле булып үҫтем инде. Был юлы сабый хаҡы. Минең бит үҙем ярҙам итә алмай, игеҙәктәрем бер- бер артлы үлде. Ҡайһы ваҡыт кеше һаулығы хаҡына Гиппократ анты тотҡандар ҙа көсһөҙ була шул. Бына шуны ҡатыным аңларға теләмәне. Ул үҙе медицинанан алыҫ торған кеше ине шул – инженер. Ҡыҫҡаһы, механизмдар докторы, – тине.
    – Ҡатынығыҙ ни эшләне?
      – Айырылып, мине ташлап, Дәүләкәнгә ҡайтты. Беҙ ете йыл айырым йәшәнек.
      –...?
       – Шул ваҡыт уның әсәһе ҡаты сирләп китте. Ҡайным ҡатыныма ҡарамай миңә килде. Мин ҡәйнәмде ныҡ ҡына ихтирам итәм. Аралағы үпкәләшеүҙәрҙе оноторға тырышып, уны мин профессорҙарға күрһәтеп, үҙемдең әле ныҡлы бәйләнештәрем булмаған көслө врачтар менән һөйләшеп, аяҡҡа баҫтырыуға ярҙам итә алдым. Ошо сәбәп булдымы, әллә ҡайнымдың етәксе булып эшләп, кешеләрҙе бойһондора алыу һәләтеме, аңлата ла алмайым, тик беҙ бына утыҙ йыллап бергәбеҙ. Ике бала ла үҫеп етеп, ейән- ейәнсәр менән ҡыуандырҙылар.
     – Шунан, ул бала минеке буламы? – Ғәлим ҡапыл ғына баҙнат итмәгән һорауын бирҙе.
    – Ниңә улайтып һорайһығыҙ?
    – Йәшерен батырыны юҡ. Мин шикләнгәйнем. Әсәй бик ныҡ ышандырғайны.
   – Һеҙ ҡайҙа инегеҙ?
   – Армияла.Тик мин ҡайтып өс ай булыуға кәләштең ауырлы булыуын белдем. Ул үҙе әйтте.
   – Бала һеҙ юҡта тыуҙымы? Ғәжәп. Мин ундай осраҡта ҡандың тап килеүенә аптырар инем, тик ҡатынығыҙ медицина кешеһе бит. Ул һеҙгә белгәнгә әйткән. Һеҙҙеке булмаһа, әйтеп тормаҫ ине. Әле лә, ҡан кәрәк тигәс, шул ыңғайы һеҙҙе әйтте. Шуныһын өҫтәне: “Ул килмәҫ ул, ошо бала мәсьәләһе менән айырылдыҡ,”– тине.
   – Бала үҙеңдеке булмаһа ҡан тап килмәйме???
   – Әлбиттә.
   Ғалим ике ҡуллап башын тотоп, нимә эшләргә белмәне. Нисек итеп ҡатынына алты йыл буйы ышанмай, ниндәй хыянатсыл ҡылығын күрһәткән. Ул, бәлки ошо турала уйлағандыр, быныһы инде бер Хоҙайға  ғына мәғлүм инде. Ҡапыл ғына урынынан торҙо ла, ашығып врач өҫтәленә барып, тыңламай ҡуймаһын тигән шикелле, һүҙҙәрен хатта еткерә лә әйтмәйенсә, үҙе менән Зәбирә араһындағы хәлде һөйләне лә:
    – Миңә бала янына инергә мөмкинме? – ялыныслы ҡарашын врачҡа төбәне.
    – Әйҙәгеҙ, бергә барайыҡ. Ҡатынығыҙҙы ла индерербеҙ, – тип, үҙе менән эйәртеп палатаға алып китте.
     Палатала Зәбирә баланың ҡулдарын тотҡан да илап, карауат ситенә башын эйгән. Ғәлим бер нәмәгә иғтибар итмәй:
   – Зәбирә, һин мине ғәфү ит,– тип тулҡынланып башлағайны, врач ишаралап туҡтатты.
   – Тауышланырға ярамай. Зәбирә Ильясовна, бала нисек тип уйлайһығыҙ?
   – Миндә өмөт уянды, – тине, йәштәрен һөртә- һөртә бышылдап ҡына.
Ғәлим, бала янына барҙы ла, ипләп кенә:
   – Балаҡайым, мин килдем. Инде мин һинең яныңдан китмәйем. Мин һине һағындым, яратам, – тине лә, тағы нимә әйтәйем икән тип, ярҙам һорағандай, врач менән Зәбирәгә ҡараны.
 Улар баштарын ситкә борҙо. Ғәлим тағы балаға эйелде, бышылдап ҡына нимәлер һөйләне, биттәрен һыйпаны, маңлайынан үбеп алды. Зәбирә уға ултырғыс килтерҙе лә сығып залда торҙо. Ул беренсе тапҡыр өләсәһенең  васыятын боҙҙо “ Һиңә ниндәй генә ауыр булһа ла, күҙ йәшеңде сығарма, ул көстө ала. Көслө булып ҡал. Дошман түгел, дуҫ  - туған да күҙ йәшеңде күрмәһен. Ауыр булһа ла түҙ. Кеше күрмәгәндә, яңғыҙ саҡта иларһың” – тигәйне. Залда уның янынан үткән шәфҡәт туташтары– берәүҙәре уға – аптырап, икенселәре – йәлләп, өсөнсөләре, хәленә инергә теләгәндәй, янына туҡтап, арҡаһынан һыйпап үттеләр. Зәбирә иланы ла иланы.Тауышланып иламаны, күңеле менән һыңҡылдап, бөтөн ғазаптарын, уның юшҡындарын сығарып иланы...
    Бына палата ишеге асылып, врач менән Ғәлим сыҡты. Айҙар Ғиләжевич ситкәрәк китеп торҙо ла, ниҙер уйлағандай, уларҙың янына килде.
  – Мин егерме йыл ошонда эшләү осоронда тәүге тапҡыр ошондай аңһыҙлыҡты күрҙем. Зәбирә Ильясовна, һеҙ бит медик. Нисек ирегеҙҙе ышандыра алманығыҙ. Юҡ, ышаныуы ауыр был осраҡта, шулай ҙа...
    – Мин, Айҙар ағай, шул тиклем ғәрләндем, үҙемде лә, уны ла ошо бәхәс менән түбәнһетергә теләмәнем. Күңелемә ауыр булһа ла түҙҙем.
    – Һеҙгә, дуҫтар, ҡыуанырға һәм балағыҙға рәхмәт уҡырға кәрәк.
    –...
   – Балағыҙ ошо авариянан больницаға эләкмәһә, һеҙ, бәлки, Магомедһыҙ ике тау булып айырым- айырым йәшәр инегеҙ. Һиңә, Ғәлим, ике баланың атаһы булып йәшәргә кәрәк. Был турала мин аңлаттым инде. Ҡатынығыҙ бик кешелекле кеше. Һеҙҙең достоинствоғыҙҙы ла төшөрмәй йәшәргә тырышҡан, – тине лә, китергә ашыҡты.    
     Өфөнән улар Зәбир эргәһенә бергә ҡайттылар. Сибайҙан колхоздың ҡаршы алырға килгән машинаһына ултырып ауылға ҡарай сыҡҡанда , Ғалим:
    – Бәлки беҙгә тура ҡайтырбыҙ, – тип, ҡыйыуһыҙ ғына өндәште.
Зәбирә өндәшмәне, ул һаман да уйы менән ҡыҙы янында ине. Уның янына бер шәфҡәт туташына аҡса түләп, ун биш көнгә яллап ҡалдырып киткәйне. Барыһын да Айҙар Ғиләжевичтың кәңәше менән эшләне. Ун биш көндән һуң ул бер бушаған урынға шәфҡәт туташы булып урынлашасаҡ. Зәбирәнең ҡыҙына тағы ла ике ай тирәһе ятырға тура киләсәк, тип белдергәйне. Әле бына шуларҙы уйлап, Ғәлимгә яуап бирмәне. Икеһе ике ауылға ҡайттылар.
    Вәлимә Зәбирәһе ҡайтыуға ейәне менән шул тиклем итеп әҙерләнде, әйтерһең ҙур ҡунаҡ көтәме. Улы ла бер туҡтауһыҙ уға үҙенең хәбәрҙәрен һөйләй, нисек итеп өләсәйенә ярҙам итеүен, картуф уташыуын, баҡсалағы түтәлдәрҙе утауын һөйләп бер булды. Өйҙә элекке ваҡыттар кире әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо.
   Кискә Ғәлим кәләше менән килде. Бында уларҙы берәү ҙә көтмәгәйне, шулай ҙа Зәбирәнең күңеленә ошоға оҡшаш тойғо килгәндәй булғайны...
      Дүрт кешелек табын уйламағансараҡ төҫ алды.
     – Вәлимә апай, һеҙ мине, Зинһар, ғәфү итегеҙ инде. Әсәйем өсөн дә, үҙем өсөн дә ғәфү үтенәм. Әсәйемде беләһегеҙ бит инде. Ул миңә бай ғаиләнән кәләш алып биреүҙе хыял иткән, ә мин, уға ҡаршы килеп, имеш, үпкәләткәнмен, бер нәмәгә лә иғтибар итмәгәнмен. Бына Ғәлиәгә Зәбирә ауырға ҡалғас, әсәй уны оҫта итеп, үҙе теләгәнсә файҙаланған. Механик кеше медицинанан алыҫ бит инде ул, тип, Өфөлә оперция яһаған Айҙар Ғиләжевичтың һүҙенә яҡыныраҡ итеп әйтеп ҡуйҙы.
     – Был туй үткәс, дөмбәре, һуғыш үткәс, йоҙроҡ кеүек була инде. Мин бер тапҡыр бала тапмаһам да эштең ниҙә икәнен беләм, – тине лә, артыҡ ысҡындырҙым, тигән шикелле, Аняға ҡараны.
     – Ә Зәбирәсе, Уны кем тапҡан? – тине Аня.
     – Ярай ул турала потом, – тип, Ғәлим туҡатты.
     – Ярай, хәҙер мин әйтәм. Зәбирә, мине бөгөндән, ошо минуттан һиңә лә Ғәлимгә лә дуҫ, тип иҫәплә. Ғәлим балаларына, һиңә ҡайтырға тейеш. Мин Себергә барғас, уның бөтә документтарын теүәлләп ҡайтарырмын. Быныһына ҡурҡмағыҙ. Үҙенән заявление алып ҡайтам. Мин бит шул яҡтың ҡыҙы. Атайҙар репрессия ваҡытында шул яҡҡа барып сыҡҡандар, дөрөҫөрөге ебәргәндәр. Улар сығышы менән Благоварҙан. Шулай. Шуға мин ике телде лә арыу ғына беләм. То есть русса, татарса. Башҡортса ла һөйләшәм, Ғәлим өйрәтә. Хәҙер һеҙҙең менән дуҫ булғас, вообще өйрәнермен, шулай бит, – тине.
    Табын артында ниндәйҙер бик үк теләгән дә, теләмәгән дә тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты Ғәлимдең улы Зәбир боҙҙо.
    – Хәҙер һеҙ, – Ғәлимгә ҡарап, – миңә үгәй атай булаһығыҙмы. Гел беҙҙең менән торағыҙмы. Атайҙары ана минең дуҫтарымдың бергә тора. Хәлимдең генә атаһы көн дә булмай. Хәлим әйтә, уның ищеү бер бисәһе бар, тей. Унда ла ике ҡыҙы бар тине, ә ҡалған дуҫтарымдың аталары бергә тора.
    Табындағылар бер- береһенә ҡарарға баҙнат итмәне.
   – Эйе, Зәбир, хәҙер атайың һеҙҙең менән торасаҡ. Китмәйәсәк.
   – Һин уны алып китмәйеңме?
   – Юҡ.
   –Һин уның бисәһе түгелме?
Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Һәр кем Аняның нисек яуап биререн көттө.
   – Юҡ. Мин уның дуҫы ғына. Бына әсәйең менән өләсәйеңдең дуҫы булам, һиңә лә дуҫ булам, теләһәң.
    – Минең дуҫтарымдың улай оло дуҫтары юҡ.
    – Теләһәң мине дуҫ итерһең, оло дуҫың булырмын. Тогда һинең генә оло дуҫың буласаҡ, – тине.
     – Балам, мин һиңә үгәй атай түгел, үҙ атайыңмын. Бына Себерҙә йөрөп, аҡса эшләп, оҙаҡ ҡайта алманым, – тине Ғәлим, ғәфү итенгәндәй.
      Был һүҙҙәрҙе ул ауырлыҡ менән әйткәне күренә ине.
     – Ярай, Ғәлим, үҙеңде язалама ла , яфалама ла. Бөтәһе лә арыу. Минең бер ниндәй үпкәләүем юҡ. Мин һинең бер аңларыңды ғына көттөм.
      – Эйе, эйе. Ана Ғәлиәгә спасибо. Не было – бы счастья, да несчастье помогло, тиеп ҡуяйыҡ инде, – тине Аня.
    Табындағы йәнле һөйләшеү таңға тиклем дауам итте. Ғәлим иртәнсәк Аняны әсәһенең ауылына алып барып, үҙенең кейем, башҡа кәрәктәрен алып, кире Аня менән килде. Аняны Себергә ошонан оҙатырға килештеләр. Аняны оҙатҡас, Ғәлим әсәһен алып килеп, ауыр, тик еңеллек килтерерҙәй тағы бер аш табыны үткәрҙеләр. Шулай ҙа Зәбирәнең күңелен гел генә ҡәйнәһенең “Уйнаш балаһы” тигән  һүҙе менән икенсе ҡыҙына ҡарата миһырбанһыҙлыҡ тыуҙырғандай ҡылығын ғәфү итә алманы.
    Саҡ ҡына алғараҡ китеп шул да мәғлүм булһын: Зәбирә шулай йәшәп, үҙенең артабан уҡырға тигән хыялын тормошҡа ашыра алмай ошо йәшенә етте.
     Ғәлим өйләнгәндә бик вәғәҙә итһә лә, онотолдо. Тормошто көйләү өсөн дә ун йыллап ваҡыт китте. Утыҙ йәше тулғанда, Айгөл дуҫы килеп бик өгөтләне, ярҙам итергә лә вәғәҙәләне, Ғәлим дә риза ине. Әсәһе Вәлимәне ташлап китергә баҙнат итә алманы. Вәлимә һуңғы арала йыш ҡына ауырый башланы, хәҙер ул баҡсаға ла, ҡош-ҡорт, мал- тыуарға ла ярҙам итә алмай башланы.

                                           Икенсе киҫәк    

                                                   1     

                                          Бала ғәйепле түгел, йәки көтмәгән хат
        Зәбирә хәҙер байтаҡ ваҡытын, ҡыҙын Өфөнән алып ҡайтҡас, үҙ иҫәбенә өҫтәмә отпуск алып әсәһендә үткәрҙе. Ҡәйнәһенән байтаҡ ҡына сәнскеле хәбәрҙәр менән бергә ҡорот, май, эремсек кеүек күстәнәстәр ҙә килгеләне. Ғәлим дә әсәһе янына ике көн һайын барып эштәрен эшләп торҙо. Ошолай һәүетемсә генә йәшәп алып киткән мәлдә, Ғәлимдәрҙең ауылында медпункт асылыуы билдәле булды. Вәлимә әсәһе, бик йөрәге әсенһә лә ҡыҙын кейәүе менән шунда ҡәйнәһе эргәһенә ебәрергә ризалыҡ бирҙе.
     Улар күсеп китер алдынан ҡоҙағыйын саҡырып Зәбирә тураһында Ташбулат менән Зәлифә, Зарифа тураһында ла һөйләргә мәжбүр булды. Һөйләп бөткәс:
     – Ҡоҙағый, быны мин үҙем тапмаған бала өҫтөнән ғәйбәт итеп һөйләмәнем, киреһенсә, үҙем баҡҡан баланың артабанғы тормошон бер аҙ еңеләйтер өсөн һөйләнем. Дөрөҫ, мин был ауылға ситтән килгән килмешәкмен, ауыл халҡы әйткәнсә, тик ҡыутомшоҡ түгелмен. Уйнаштан түгел былай ҙа бала тапманым. Ирҙәрҙе мин ана шул Ташбулат вәхшилеген Зәлифәнән, Зарифа апайҙан ишетеп күрә алмайым. Тик бына Зәбирә ҡыҙым хаҡына барыһын күтәрергә әҙермен. Йөрәгемде ярып сыҡҡан бала булмаһа ла, бар йәнемде биргәндәймен. Зәлифә лә уны уйнаштан тапмаған, сараһыҙлыҡ таптырған. Ул уны күмеп бөткән ине, Бәлки үлер ине, мин бәхетенә килеп сыҡтым. Мин быны аҡланыуҙан түгел, ә Зәбирәне һаҡлауҙан һөйләйем. Ҡасан да булһа ул хәбәр тоҡто тишеп сыҡҡан беҙҙәй булып килеп һеҙгә юлығыр. Һин, ҡоҙағый, дөрөҫөн бел. Кейәү бынан ун йылдан ашыу элек белде. Уға рәхмәт. Хәбәр таралманы, һинән дә таралмаҫ тип ышанам. Беҙ бына дүртәү беләбеҙ. Тик әле Ташбулаттың ауылдағы туғандары белмәй. Уларҙың Зәбирә менән минең хаҡта белмәүе хәйерле. Кем белә, бүре балаһы бүре булып ҡалмаҫ тимә. Бындай хәл, ҡылыҡты быуындан быуынға еткереүсе ҡан бар бит әле. Мин дә ауырыштырып алғылайым. Үлем йәште, ҡартты айырмай. Мин алда китһәм, һүҙеңде алайым Улыңды итәгеңә бәйләмә тейем. Һүҙеңде бир, ҡыҙымды нахаҡ һүҙҙәрең менән рәнйетмә. Улар икеһе бер- береһе менән табышып ҡауышҡандар. Уларҙың шулай йәшәүен телә. Минең әйтерем шул.
    Табын артында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты, бер кем бер нәмә өндәшмәне.Был тынлыҡты башлап боҙоуҙы Ғәлим үҙ өҫтөнө алды:
      – Бына, әсәй, барыһын да белдең, тик был хәбәрҙе елгә лә һөйләмәүең һинән тора.Төрлө яҡлап уйла. Был үткәндәге ваҡиға,тик уның шауҡымы бер тапҡыр Ишбулатҡа, Ташбулаттың улына килеп бәрелде. Шаңдау оҙаҡ яңғырай, ишетмәгән кеше ҡалмаҫ. Шуға күрә был ваҡиға икенсегә ошо ерҙә онотолһон ине. Мин һинән шуны һорайым. Былар барыһы ла сараһыҙлыҡ. Вәлимә ҡәйнәм дә шул сараһыҙлыҡ ҡорбаны. Зарифа ҡәйнәмдең васыяты тип, тыуған ауылын ташлап шул нигеҙгә күсеп килгән. Был сараһыҙлыҡ Зәбирә өсөн эшләнелгән хәл. Зәбирәнең был донъяла бер генә лә ғәйебе юҡ. Унда Зәлифә ҡәйнәм, Зарифа ҡәйнәм мәрхүмдәрҙең дә ғәйебе юҡ. Үткәндәрҙән ғәйеп эҙләп йәшәмәйек.  
     Был һөйләшеүҙән һуң Ғәлим менән Зәбирә ысынлап та ҡәйнәһе Хөснә әбей менән дә бик татыу йәшәй башланылар. Ҡыҙҙары Ғәлиә лә матур ғына булып нығынып үҫеп килә. Ғәлим дә балаларын һөйөп туя алмай. Зәбир башта уны сит кеше тип ҡабул итһә лә, тора- бара Вәлимә өләсәһе уны ныҡлап ышандыра алды. Ауыл араһы яҡын булғас, аҙнаһына бер Вәлимә өләсәһенә барып торҙо
     Яңы медпунктты асыу, уны тейешле талаптар буйынса йыһазлау ҙа байтаҡ ваҡытты алды.Кешеләрҙе башлап ҡабул итеү ҙә тик  9- сы майҙан һуң ғына мөмкин булды. Ошо уҡ ваҡытта ауылда балалар баҡсһы ла асылды. Хәҙер Ғәлиә балалар баҡсаһына йөрөй башлап, ҡәйнәһе бер мәшәҡәттән ҡотола төштө. Улар инде тик кискә ҡарай ғына осрашҡас, бер- береһенә эҫенә лә төштөлөр. Ҡәйнәһе Хөснә әбей барыбер ҡаты ҡылығын ташлай алманымы, әллә улын бер бөртөк итеп иркәләтеп үҫтергәнгәме, юҡ- юҡта хәтер ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр әйтеп ала ине.
     Ғәлим колхозға инженер булып эшкә сыҡҡаны бирле, өйгә ҡайтып та инә алмай. Көн дә техниканың бер мәшәҡәте сығып тора: йә трактор, машиналарға запчасть алырға сыға, йә булмаһа шуларҙы механик менән бергәләп төҙәтеү менән булышалар.
      Бер тапҡыр ул бик һуңлап ҡайтты һәм йөҙөндә ниндәйҙер үҙгәреш бар кеүек ине. Килеп инде лә өҫтәлгә асып уҡылған, бер аҙ йомарлана төшкән хат һалды.
     .– Бына был хатҡа ней әйтерһең?– тине, йөҙөнә борсолоуҙан бигерәк тулҡынлныу сатҡылары бөркөлә ине.
     Зәбирә иренең бындай сағын күргәнгә күрә, тимәк, шатлыҡлы хат, тип уйлап ҡуйҙы. Ипләп кенә конвертты ҡулына алды. Тышындағы почта штампын ҡараны ла,тимәк Антонина яҙған. Йөрәгенең ҡайһылыр минутта сәнсеп киткәнен һиҙҙе лә йөрәгенә ҡулын ҡуйып, үҙен тынсландырырға теләне. Күңелен ҡыҙғаныу кеүек хис тә тырнап алғандай тойолдо. Үҙе шул минутта “Мин уны әллә яратаммы икән. Бит ғүмерҙә лә ярата алмам, тик Ишбулаттың дуҫы булып, бергә аралашҡас, һөйөүем икебеҙ өсөн буласаҡ тигән һүҙҙәренә күнеп кейәүгә сығырға ризалыҡ биргән инем бит”– тигән уй күңеленең бер мөйөшөнән ҡалҡты. Тимәк, үҙе уйлаған, минең өсөн Ишбулат үлгәндән алып ваҡыт туҡтағандыр, тигән уйының күптән инде юҡҡа сыҡҡанын, һәм ул шул юҡҡа сыҡҡан ваҡыттан алып Ғәлимдең тормошо менән йәшәгәнен тойғандай булды. Ул ваҡытта уға кемгә сыҡһа ла барыбер кеүек тойола ине. Хатта Ғәлим Антонина менән ҡайтҡас та уның күңелендә бер ниндәй кәмһенеү, ғәрләнеү, нәфрәтләнеү тойғоһо уянмағайны. Әллә ярата башланыммы икән, тип икеләнеп ҡалды ла, үҙ-үҙенә яуап бирҙе. Булыр, шулай ҙа айырым йәшәгән йылдарҙы иҫәпләмәгәндә, инде егерме йылдан ашҡан бит. Бына күпме ғүмер уҙылған. Балаларҙа ишәйгән.Кейәүҙә булыуына ла егерме дүрт була икән.
     – Был һиңә килгән хат, ниңә миңә уҡырға, – тип, кире һалды.
    – Ә һин уҡы, унда сер яҙылмған, уҡы, аҙаҡ миңә кәңәш итерһең.
     Зәбирә ипләп кенә хатты яңынан ҡулына алды. Ҡалтыранған ҡулдары менән асып уҡырға тип  хатҡа күҙе төбәлеүе булды, күҙҙәрен йәш томаланы.
    – Юҡ, булдыра алмайым, Ғәлим. Рәнйетмә мине. Булмай, – тине.
    – Зәбирәм, һөйөклөм, һин мине яратаһың, яратаһың бит. Яратмаһан был йәштәрең түгелмәҫ ине. Һин хатты уҡыр инең, әле тоторға ҡалтыранып тораһың, – тип, ҡосаҡлап, битенән үбә башланы, – мин нисә йыл көттөм, өмөт иттем. Һин яратаһың, яратаһың, – тип шашынды.
    Шул ваҡыт өйгә йүгереп инеп килгән бәләкәсе ишекте асып уларҙы күрҙе лә:
     –Ояяят. Үбешеп торалар. Өләсәй, инмәй тороғоҙ, – тип, артынан инеп килгән өләсәһенә ҡысҡырып ебәрҙе.
    Уларҙың кинйәкәүе шулай телдәр бала инде. Быйыл уҡырға барасаҡ, тип ҡәйнәһе лә осондороп ебәрә. Улар икеһе лә оялыпмы, уңайһыҙланыпмы, тиҙ генә икеһе ике яҡҡа китергә ашыҡты. Ғәлим йәһәт кенә килеп өҫтәлдән хатты алып өлгөрҙә, тик бала күреп өлгөргән икән.
     – Кемдән хат? Зәбир ағайымданмы, Ғәлиә апайҙанмы? Зариф ағай һаман мәктәптәме?. Ниңә улар хат яҙмай? Атай, күрһәт инде,әйт, – тип, Зәлиә танауын мыш-мыш тартып инәлә башланы.
       – Апайыңдан, – тине лә Зәбирәгә ҡараны.
      Уныһы аптыраңҡырап Ғәлимгә ҡараны ла өндәшмәй сығырға ашыҡты. Ул ошо минутта барыһын да аңлаған ине. Тимәк, Антонинаның ҡыҙы бар. Бына нимәгә минән уҡытырға тырыша. Бына нимәне...  Ғәлиме...
     Тышҡа сығып, тупһала бер килке аптыраңҡырап торҙо ла күҙ йәштәрен иреккә ҡуйҙы. Уның бөгөн иртәнән бирле күңел күтәренке түгел ине. Өҫтәүенә өс сүмес тигәндәй, ул туҡтай алмай тешләнеп үкһене. Бына уның йылдар дауамында ҡоршаған ғаиләһе тағы ла сатнаған урындарынан ярылған быяла кеүек таралырға тора. Балалар һуң. Балалар. Улар ни эшләрҙәр, тигән уйҙарына яуап таба алмай тупһала ултырып иланы ла иланы. Артынан сыҡҡан Ғәлим ишек яҡтауына һөйәлеп, уйға ҡалып тын ғына тора. Ул инде хәҙер был күҙ йәштәренең нимә өсөн түгелеүен дә аңлай алмай ине, шикелле. Ипләп кенә килеп ҡатыны янына тупһаға ултырҙы ла, Зәбирәнең яуырындарына ҡулын һалды.
      – Һин һуң хатты уҡыманың бит, ә илайһың. Мин бер ҡайҙа ла китмәйем, аңлайһыңмы? Мин бер хаталандым инде, ул хатам әле булһа йөрәгемдәге бер шеш кеүек һыҙлай. Ул минең артымдан ҡалмай эйәргән шәүлә кеүек... Ул шеш хат булып ҡайтанан иҫкәртә, аңлайһыңмы. Был хатта ана шул хатанан тыуған ҡыҙ бала тураһында һүҙ бара. Галина тураһында . Аня юҡ. Ул үлгән...
     – Үлгәән?– һорау ҡатыш аптыраулы сырай менән иренә ҡараны.
       Бына ул ир бирмәк, йән бирмәк, Зәбирәне бер нисә минут эсендә алҡымынан ала яҙҙы. Ниңәлер еңел көрһөнөп тын ҡалды. Ғәлимдең ҡулындағы хатты алып уҡый башланы.
     “ Һаумы һөйөклөм, Ғәлим! Мин ун дүрт йыл буйына үҙем тураһында белдертмәнем, сабыр иттем. Һин дә артыҡ белергә теләмәнең. Һин Зәбирәне яратҡаныңды мин теге ваҡытта уҡ аңлағайным инде. Шуға ла мин көс туплап, үҙ иркем менән һине ҡалдырырға үҙемде мәжбүр иттем. Бик теләһәм, һине үҙем менән алып китә ала инем, тик аҙаҡ күп тапҡырҙар уйлап, күп тапҡырҙар үкенгән сағым булды. Һин ул осорҙа үтә йомшаҡ кеше инең. Мин ул йомшаҡлығыңды файҙаланып, кеше бәхете менән бәхетле булырға теләмәнем. Әсәйем:
    – Кеше бәхетен тапап, үҙ бәхетеңде төҙөп булмай, ул күҙ йәше, рәнйеш кенә килтерә, – тип әйтә торғайны.      
     Мин уның шул кәңәшен иҫемдә тотоп, нисек кенә ауыр булмаһын, һине ташлап ҡайтырға көс таптым, тик... Тик мин һинән ауырлы булып ҡайтҡанмын. Туғыҙ ай тулыуға ҡыҙың Галина тыуҙы.Мин уны тик башҡортса ғына өйрәттем. Үҙем дә һинең телеңде таҙа беләм. Әле хатты ла ауырлыҡ менән булһа ла башҡортса яҙам. Ауырлыҡ яҙа белмәүҙән түге, ә ауырыуҙан шулай. Мин инде өс ай постелдә ятам. Ярай арыным, ҡалғанын ял итеп алғас яҙырмын...

      ... Әсәй үлде, бөгөн уның ҡырҡын уҡыттыҡ та, атай( мөмкин булһа, шулай тейем), әсәйҙең хатын дауам итеп, мин һиңә хат яҙам. Миңә инде ун дүрт йәш тулды. Етенсене тамаланым. Әлегә өләсәй менән торам, тик ул олатайҙы яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй ҡайтам, тип тартҡылаша. Әсәй миңә үлмәҫтән бер өс көн алда һеҙгә йәшәргә барырға тәҡдим иткәйне. Зәбирә ( ҡатынығыҙ) бик һәйбәт кеше тигәйне. Әсәй һине шул тиклем яратҡан. Көндәлектәренә лә шул турала яҙған. Уның сумкаһында гел генә һеҙҙең һәм әсәйегеҙҙе фотоһы йөрөнө. Тик миңә кемдәр  икәнен әйтмәне. Мин паспорт алғанда ғына тыуыу тураһында таныҡлығымды күрҙем, хатта шул документты ла минән йәшергән. Үҙе үлгәс, әйберҙәрен аҡтарғанда бөтә документтар араһында һеҙҙең һәм әсәйегеҙҙең фотоһы бар ине. Миңә тик етенсе класты бөткәндә генә күрһәтте. Унда ла үҙенең төҙәлмәҫлек ауырыуға юлығыуы ғына сәбәп булды. Үҙе шулай тине. Ул үҙе үлгәнсе, һеҙҙең турала белдермәҫкә һүҙ биргән. Шулай булғас һеҙ миңә таныш булмаған  кеше булып ҡалдығыҙ. Шулай ҙа әсәй үлгәндән һуң мин күп уйланым...
      Мин һеҙҙең менән танышырға хаҡым барҙыр, тигән уйҙан ошо хатты дауам итеп тамамларға булдым.
     Минең өләсәй, олатайымдан башҡа туғандарым юҡ. Тик улар ҡарт инде, туҡһан йәшкә етәләр инде. Уларҙы әсәйҙең апаһы ҡарай. Мине детдомға тапшырырға теләйҙәр....
     Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?.. Бәлки беренсе тапҡыр, миңә атай булараҡ, яуап яҙырһығыҙ. Былай һеҙҙе мин көтмәйем. Һеҙ инде әсәйҙе онотҡанһығыҙҙыр ҙа инде... Улай һорағанға ғәфү итегеҙ. Әсәйҙең һөйләүе буйынса, һеҙ минең атай. Әсәйем ике балағыҙ өсөн һеҙҙән баш тартҡан. Унан килеп ул һеҙҙе шул ике бала менән ҡатынығыҙ алдында ғәйепле тип иҫәпләй. Шуға күрә мин һеҙҙән ҙурҙы өмөт итергә лә ҡурҡам. Шулай ҙа әсәй һеҙҙе ярата ине. Мине шуның өсөн дә саф башҡортса өйрәтте, үҙе лә таҙа һөйләшә. Әсәйҙән бер һорағайным. Ниңә беҙ олатай, өләсәй кеүек русса йә татарса ғына һөйләшмәйбеҙ, тип. Ул атайыңдың телендә һөйләшәбеҙ, тине.Тимәк, әсәй һеҙҙе үлгәнсе хыянатһыҙ яратҡан. Кейәүгә лә сыҡманы.Уға саҡ ҡырҡ ике йәш булыр ине. Теге ваҡытта һеҙҙән баш тартҡанда ул бигерәк йәш булған. Өләсәй әйткәнсә, “ исключительно умно поступила”. Мин дә һоҡланам., ләкин ул минең етемлекте һиҙҙермәне. Мин үҙемде хәтерләй башлағандан алып һеҙҙең фото менән әсәйегеҙҙең фотоһын ҡарап үҫтем. Үҙемде етем тойманым. Ҡайҙалыр мин белмәгән ерҙә атай, өләсәй бар тип йыуандым...
Ярай хатты тамамлайым. Был хатты мин әсәй ҡушыуы буйынса, уның яҙа башлаған хатын тамамлап үҙем яҙҙым. Әсәйҙең һуңғы көндәрендә бөтөнләй хәле булманы. Врачтар уны комаға китеп берәй аҙна, бәлки унан да күберәк ятыуы ихтимал, тигәйнеләр. Тик әсәйем оҙаҡ комала ятманы, өс кенә көн ятты. Ул үлгәс, әсәй биргән адрес буйынса ебәрәм. Яуап көтә алмайым, сөнки һеҙҙең үҙ ҡарашығыҙ. Хат яҙығыҙ, тип әйтергә  баҙнат итмәйем.  1986 йыл 20 май.”
    Зәбирә хатты уҡығас, бер килке урынынан ҡыбырҙамай ултырҙы, унан ҡапыл торҙо ла:
    – Ғәлим, председателеңдән һора ла юлға сыҡ, алып ҡайт Галинаны. Детдомға биреп ҡуйырҙар. Аняның теге ваҡытта изгелеген минең оноторға хаҡым юҡ. Һиңә лә шулай булырға тейеш. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
     Зәбирәнең ошолай ҡабалан эш итеүе бынан һуң да бер нисә тапҡыр ҡабатланасағын әле ул был минутта белмәй ине әле. Иртәгеһенә ул Ғәлимде Себергә оҙатты һәм өйөндә тағы ла үҙе өлөш индереп тәрбиәләйәсәк ҡыҙ балаға бүлмә йүнәтергә тотондо. Был инде Армиянан һуң институтҡа уҡырға ингән улы Зәбирҙең бүлмәһе ине. Зәбир хәҙер тик ҡышҡы каникулында ғына ҡайта, ҡалған ваҡытын практика булыр тип, эш булған больницаларҙа эшләп үткәрә. Инде өс курсын тамамланы, әле генә хәбәр итеүенә ҡарағанда, ул яман шештәрҙе дауалау буйынса практика булыр тип Тимер юл туҡталышы янындағы больницаға эшкә урынлашҡанлығы тураһында хатҡа яҙған ине.


     Аняның ҡыҙын алып килеүен ҡәйнәһе башта өндәшмәйерәк , ризаһыҙлыҡ ғәләмәттәре сағылдырып ҡабул иткәйне, әле бына кисәнән бирле йөҙө асылды. Ваҡыт- ваҡыт Аняны йәлләп тә ала. “ Әрәм булған икән йәшләй генә,”– тип ҡуя башланы. Баҡтиһәң, ул һаман да шул бала, уның әсәһе тураһында уйланып йөрөгән икән. Бөгән дә ишеткән хәбәренән һуң:
       – Ҡәйнәм, тағы бер ейәнсәреңә бүлмә әҙерләнек, – тине, шатлығын йәшерә алмайынса.
    Ул һаман да ҡәйнәһенең ошо көндәрҙә асыҡ йөҙ күрһәтмәй йөрөгәненә ҡайғыра ине. Нисек итеп Галинаны бер ғаилә кешеһе итеп тәрбиәләргә?.. Өйҙәге ике төрлө мөнәсәбәтте күреп, күңеле туңмаҫмы?.. Балалар үҙҙәрен нисек тотор, тиеберәк уйлана ине.
     – Күп уйландым әле, килен, күүп. Барыһы ла минең шул тупаҫлығым, улымды ҡыҙғанып ғәләмәтләнеүем, үҙ туҡһаным туҡһан була, тип йөрөүем генә ошо хәлгә килтерҙе, тиеберәк уйлайым. Арымдан бирем яҡын минең. Кәртәле ергә мин дә сиратҡа ҡуйылғанмын. Кем белә – ҡасан килерен ул сираттың – бөгөнмө иртәгәме, тигәндәй... Тере кеше тереклеген итә, тигәндәй, яйы сыҡҡанда, килен, Ғәлим ҡайтмаҫтан алда һөйләшеп алайыҡ.
    Зәбирә нимә тиергә белмәй баҙап ҡалды. Ярай әле, шулай уйланып торғанда ғына, көтмәгәндә, уйламағанда ғына Ғәлиә өйгә атылып килеп инде. Улар икеһе лә аптырап Ғәлиәгә ҡаранылар, ә уның уларҙа эше юҡ кешеләй һөйләнеүе туҡтаманы.
     – Көтмәнегеҙме, ә мин шулай көтмәгәндә ҡайтырға яратам. Нимәгә тейегеҙме? Потому что шул ваҡытта мин тәңре ҡунаҡ булам, тимәк, миңә һеҙ ҡырын күҙ менән дә ҡарай алмайһығыҙ. Йүгереп йөрөп икегеҙ бер юлы уҙышырға сыҡҡан ярыш кешеһендәй хөрмәт күрһәтәһегеҙ. Ә мин һеҙҙең шулай сағығыҙҙы яратам. Яраай. Шаяртам бит. Йә инде, ҡосаҡлашып һағыныуҙы баҫайыҡ әле, – тип, ҡоласын йәйеп Хөснә әбей менән, унан әсәһе менән күрешеп алды ла, шунан ғына өҫ кейемдәрен сисеп элде.
     – Ниңә улай хәбәр- хәтерһеҙ генә ҡайтырға булдың әле, әллә берәй ҡабалан эш сыҡтымы?
    – Во- первых, һағындырҙы, во- торых бер эш килеп сыҡты. Иртәгә мин уҡыған ерҙән уҡытыусылар осрашыуға киләләр.
     – Ниндәй маҡсат?
     – Әсәй, өйҙә шул чиновник кеүек һорау алма әле. Өйҙәгесә һөйләшәйек. Һин өйҙә депутат түгел, ивет.
     Зәбирә ҡәйнәһе алдында уңайһыҙланып, уға ҡалҡып ҡараны. Уныһы бая өҙөлгән хәбәр тураһында уйланамы, иғтибар итмәгәнгә оҡшай, газ янына килеп, сәй улытыртырға әҙерләнә. Боролоп ҡараны ла:
    – Әләй ҙә генә ҡайттың. Бына өй яҡтырып ҡалды, – тине.
    – Элек ҡараңғы булған. Значит, тағы ауыҙығыҙ йоҙаҡта, йә һыу уртлағанһығыҙ. Атай ҡайҙа? Һөйләшергә ул да юҡмы? Икегеҙ ике бүлмәлә тик ултырағыҙмы әллә?
    – Шулайыраҡ, балам. Ошо арала шулайыраҡ булып китте. Бына әлдә һин ҡайттың, – тине өләсәһе.
   Был юлы ул ейәнсәренең урыҫса ҡушып һөйләүенә лә иғтибар итмәне, былай ҡайтҡан һайын шул урыҫ һүҙҙәренә бәйләнеп бер була ине. Сибай Сибай инде, ҡала бит тип кенә уйланы.
    Ул Зәбирәләр бында күсеп килгәне бирле үҙен Зәбирә алдында түгел, ә Ғәлиә алдында ғәйепле тойғандай, уның йылы ҡарашын алырға тырышҡандай ҡылана. Үҙенең ауылдағы серҙәш- әхирәтенә лә ошо турала һөйләгән ул.
      – Мин бит килендән бигерәк, Ғәлиә менән Зәбир алдында үҙемде ғәйепле тоям. Уларҙы етем итә яҙҙым бит. Аталы бала – өлөшлө бала, мин уларҙы атай өлөшөнән мәхрүм итә яҙҙым. Был ғәйеп мине ғүмер аҙағына тиклем оҙатыр инде, – тип тә һөйләгән.
     Зәбирәнең ҡәйнәһе бер яҡтан ҡарағанда бик халыҡ йолаһын үтәп йәшәгән кеше ул. Уның белмәгән мәҡәл әйтеме юҡтыр. Уйламағанда ғына боронғо һүҙҙәрҙе лә ҡуллана. Һораһаң – ихлас итеп аңлатып та бирә. Хатта бер тапҡыр үҙҙәренән күпкә алыҫ булған Көнтөшмәҫ ере тураһында ла ҡыҙыҡлы ғына һөйләшеү булып алды. Зәбирә ул алыҫ ерҙәге урынды ҡайҙан белеүен һорағас:
     – Минең әсәйем шул Көнтөшмәҫтә бесән сабып, Бейек ҡырҙағы йәшәгән ырыу тоҡомонан бит.
    Ә ул былайыраҡ килеп сыҡты. Ул көнө көн бик болотло ине. Зәбирә депутаттар сесияһынан һуң ғына ҡайтып инде, өйҙә ҡәйнәһе ҡоймаҡ бешерә, үҙе:
         Бер әйләнһәм, Көнтөшмәҫкә барып
         Һағыныуҙарым минең бөтә лә.
         Белгән булһам, бынан ҡайталмаҫым
         Килмәҫ инем аҫам тиһә лә, –
     тип моңло ғына итеп йыр һуҙа.
      Ҡәйнәһенең моңло йырын ул аҙағына тиклем ишек янындағы ултырғысҡа ултырып тыңланы. Йыр тамамланғас, ул ҡәйнәһенән һорай ҡуйҙы.
     – Ҡайһылай моңло йыр. Көнтөшмәҫе ул беҙҙән алыҫ ятҡан Нуғай ауылындағы бесәнлек түгелме һуң?
     – Эйе. Ул ер минең әсәйемдең тыуған яғы бит. Уны атайы көсләп бына шул минең атайға биргән. Уныһы шул граждандар һуғышы осоронда ауылдан аша үткәндә күреп ҡалған да, өйҙәрен билдәләгән. Һуғыштан имен һайтһам аласаҡмын, тип үҙенә һүҙ биргән, имеш. Минең атай бик ҡыҙыу холоҡло ине ул. Егерме бишенсе йыл башында, әсәйемә ун ете йәш кенә булғанда, барған да үҙенең ҡыҙыу холҡон күрһәткәндер инде. Әсәйҙең атаһы ҡурҡышынан ҡыҙын илата- илата биреп ебәргән. Хатта туғандары ла белмәй ҡалған. Утыҙ беренсе йылда атайҙы халыҡ дошманымы, кулакмы, белмәйем нимәгәлер ҡулға алғандар. Мин тыуып ҡына ҡалғанмын. Минән алда ике балаһы булыр ине. Әсәй һөйләүе буйынса. Атай ҡыҙыу тинем бит. Бына шул әсәйҙе йәлләп тормаған. Ауыр эш менән ике улын да юғалтҡан. Мин бәлки ҡыҙ булғанға тороп ҡалғанмындыр, кем белә инде. Ҡатын- ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы араһында береһе гел уға йәнен һаҡлап ярҙам итә, тей ине әсәйем. Атай шул китеүҙән ҡайтманы, ә бына миңә ҡылығын биреп ҡалдырған, әсәй әйтеүе буйынса шулайыраҡ. Әсәйемде лә ул теге Көнтөшмәҫ яғына ҡайтармаған. Һуғыш бөткән йылы әсәйем ауырый башлағас, минән шул яҡҡа алып барыуҙы һораны.
     – Алып барҙығыҙмы?
    –Эйе. Беҙ йәйәү барҙыҡ. Әсәйҙең ныҡ ҡына хәле бөттө. Мин дә председателдән һорамағайным. Улай алыҫ булыр тип тә уйламаным. Ә ул ана егерме биш километрҙан ашыу булды. Беҙгә Баймаҡ районының Юлыҡ, Ишберҙе, Йылым яҡтары ғына яҡын икән.
    – Ҡайтҡас, председатель нимә тине?
    – Нимә эшләһен, өҫтәп һыйырҙар бирҙе, егерме урынына мин утыҙҙы һауырға мәжбүр булдым. Уны өлгөртөү өсөн башҡаларҙан алдараҡ бара инем. Ҡайның да өндәшмәне.Шулай ҙа председателде кемеһелер һуғыш йылындағы кешегә күрһәткәндәрен яҙып районға ялыу биргән. Исеме билдәһеҙ. Тик илленсе йылдар ине, шикелле, ҡулға алдылар. Бер уйлаһаң артыҡ зыяны ла булманы инде. Шул ҡайһы бер балаларға йәш өҫтәп яҙып кемеһен ФЗО- ға, кемеһен трударме тип ебәрҙеләр. Шуны ғына тапҡандар шикелле. Сәүит рәйесен дә алғайнылар, уныһы илле алтынсы йылда ғына ҡайтты. Тегенеһе шул бер йыл йөрөнө шикелде. Үлгәнсе кеше менән аралашмай йәшәп көн иттеләр икеһе лә. Уларҙың хәлен белеүсе лә булмағандыр, кем белә инде. Минең әсәйҙе ҡараған мәл, етмәһә, Ғәлимдән һуң бала таба алмай ыҙаланым. Аҙаҡ ҡайның да мин дә күндек инде. Тик ҡайныңдың икенсе  бисәнән ике балаһы бар. Уны ла ауырый башлағас ҡына әйтте. Теге ҡатын да оҫта йәшерә белгән. Ул ана шул Яфанкиндан ине. Балаларын да белмәнек, нимә эшләгәндәрҙер. Былай Сәлим ҡайның утын, бесән менән ярҙам итеп, ваҡыты менән аҡсалата ла ярҙам итте, шикелде. Ҡайның үлгәс, балалары ерләшергә килделәр. Ике ул ине. Тик Ғәлим улар менән аралашырға теләмәне, минең өсөн барыбер, тип уйланым. Хәҙер ҙә уларҙың яҙмышын белмәйбеҙ. Икеһе лә Ғәлимдән кеселәр. Үлер алдынан ҡайның бик аҙарынып үтенде, шул балаларҙы туған ит, тип. Тик бына Ғәлим уны тыңламаны. Шул инде. Әсәләре үлгәндә былай барҙы. Ҡайтҡас, “ Әсәй, ул атайҙан ун йәшкә өлкән,кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ булған,” – тине лә, хат бирҙе. Мин ул хатты шул көйө һалып ҡуйҙым.Уҡыманым. Ул әле лә шул көйө ята. Мин Сәлимде ғәфү итә алманым. Әсәйем әйтмешләй, атайымдың  холҡо өҫтөнлөк итте. Ғәлимдә лә ул холоҡ сарпылған ул.
     – Әсәйегеҙ тыуған яғына барғас ни эшләне?
     – Әсәйемде бик ауырлыҡ менән ауылына алып барҙым. Атаһын ул да ғәфү итә алманымы, әйтә алмайым, тик әсәһе менән бик оҙаҡ, илай- илай һөйләштеләр. Өләсәй миңә бер һөргөнгә ебәрелгән килененән ҡалған һырғаһын, шуның килен булып төшмәҫ элек яратып йөрөгән егетенең бүләге- көмөш беләҙекте бирҙе. Мин уны әле лә әсәйемдең әсәһе- өләсәйҙең, инәйҙең иҫтәлеге итеп һаҡлайым. Һуғыш йылы уны йыйғандар бит, өләсәй уны баҙға күмеп алып ҡалған.
      – Унда оҙаҡ булдығыҙмы?
      –  Беҙ унда бер аҙна булдыҡ. Әсәйем эй ҡыуанды. Атаһы менән артыҡ һөйләшмәһә лә, әсәһе, башҡа туғандары менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Атаһы ныҡ ҡына ҡарт ине. Әсәйем, бәлки иң кесеһе лә булғандыр. Әйтә алмайым. Улар үҙ ара һөйләшһен тип, мин һүҙгә ҡушылманым. Өләсәйҙең эштәрен эшләнем. Аҡланым, йыуҙым, һеперҙем тигән шикелде.
    – Ана бит, тыуған яҡтың һауаһы ла башҡасараҡ, йәнгә шифа бирә. Ризыҡ тәме лә тыуған яҡта тәмлерәк, балам. Элегерәк ҡайтып йөрөгән булһаҡ, ауырымаҫ та инем, – тине.
     Уны ат менән бер инәһенең улы алып килде. Ҡайтҡас, беҙ уларҙы барыһын бергә саҡырып алдыҡ. Улар ҙа беҙҙең тәбиғәткә һоҡланып “ Һеҙҙә тәбиғәт башҡасараҡ, йәнлерәк, тәнгә йылы биргән кеүек” , – тинеләр. Ҡайның “Ҡышҡыһын бынан башҡа яҡҡа сығып китеүе ҡыйын инде. Юл ябыла ла ҡуя,–” тиһә лә , барыбер маҡтанылар. Бына шулай, килен, әсәй, үлһәм дә бер күреп үләйем тип, егерме алты йылдан һуң ҡайтып күрҙе шул. Кем белә инде. Әллә – йүкә, әллә ҡайыш өҙөлә. Былай әсәйем ҡайтҡас, шул дәрте менән тағы бер йыл эй күңелләнеп йәшәне. Шул тиклем йәшәгеһе килеп китте ул. Уға бит ҡырҡ дүрт кенә йәш ине бит. Бына мин хәҙер алтмышты үттем, етмешкә етеп киләм, – тип, тынып ҡалды.
    Бына шунан һуң улар артыҡ асылып һөйләшмәһәләр ҙә, бер- береһенә рәнйетерҙәй ҡылыҡтарын күрһәтмәнеләр.  

                                                                2

                                                     Таныш булмаған таныш

      Аняның ҡыҙын алып ҡайтып мәктәпкә туғыҙынсы класҡа ултыртып уҡыта башлауҙарына ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Өйҙә өс уҡыусы, ҡырҙа ике студентты кейем менән дә ризыҡ менән дә тәьмин итергә кәрәк. Хәҙер Галина менән ҡәйнәһе пенсияһының 90 һумға етеүенә ҡыуанып йөрөй, береһе- әсәһеҙ ҡалыуына, икенсеһе ҡартлығына пенсия ала ине. Галина килеп йәшәй башлағас, ҡәйнәһе бөтөнләй үҙгәрҙе. Элекке асыулы ҡарашы юғалды, уның урынына килененә ярарға тырышыу ҡылығы күренде. Зәбирә үҙе лә был хәлдән уйңайһыҙланып китә. Элек бар эшен ҡәйнәһенә ярарға, һүҙ ишетмәҫкә тырышып эшләй ине, хәҙер киреһенсә. Өйҙә уйламағанса тыныслыҡ урынлашты. Хәҙер Зәбирә үҙен өйҙә иркенерәк ҡыланып. хужаларса йөрөргә күнегә башланы. Ғәлиә кеүек Галина ла уның да, өләсәһенең дә бар эшен тип әйтерлек ҡулынан алып эшләргә тырыша. Теге ике бәләкәсе лә уға ныҡ эҫенделәр. Ялдарында ҡайтып ураған Ғәлиә лә тиҙ генә  өйрәнде, тик ниңәлер исеме менән әйтмәй йә “Себер ҡыҙы”, йә “Сибирячка “ тип өндәшә. Бәләкстәр ҙә шулай өндәшергә булғайны, Зәбирә уларҙы ныҡ тыйҙы. Шулай арыу ғына йәшәгән мәлдә, Ғәлиә ялға ҡайтты ла:
    – Әйҙәгеҙ Галинаға мулланан яңынан исем ҡуштырайыҡ та , документында ла төҙәттерергә судҡа бирәйек. Шулай мөмкин, тиҙәр бит. Мин бер юристан шуны һораным. Артыҡ ҡатмарлы итмәй генә уға Ғәлимә тип исем ҡуштырайыҡ.Беҙҙекенә лә оҡшаш. Галина Ғәлимовна булмай, Ғәлимә Ғәлимована була.
     Барыһы ла тын ҡалды, дөрөҫөрәге һәр кем үҙенсә уйланғандыр, хатта  ике бәләкәс тә  өндәшмәй ҡалдылар.
      Иң алда Хөснә әбей телгә килде.
     – Әлбиттә шулай итәйек. Минең телем  әйтә алмай ыҙалай ине, әйтеүгә хатта хут булыр.
     – Шулай эшләйек. Исемдәр төрлө телдә булғас, ят кешеләр әллә нимә уйлар. Мин риза.
     – Әсәй бит һинең исемгә, Ғәлиә апайҙың исеменә оҡшашыраҡ булһын, ҡартатайҙар ҙа риза булһын, тип ҡуштырған бит ул, – тип, бәләкәсе ҡулдарын сәпәкәйләп ҡуйҙы, тик уны аңламай, ҡарашып алдылар.
   Ғәлимә исеменә туҡтап ҡалғастар:
      – Әһә, беҙ күптән биргән исемде һеҙ яңы алдығыҙ, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
     Зәбирә барыһынан ҡәнәғәт булып, күңелле генә итеп йылмайып ҡуйҙы. Шул ваҡыт, уны күҙәтеп торған Ғәлим:
       – Зәбирә Ильясовна ла риза. Иртәгә үк эшләрбеҙ, – тине, – тик исемде әсәй ҡуша, ул һиҙҙермәй генә хәҙер доғалар уҡый, ураҙа тота, намаҙ уҡый, кешегә йәүкәләп тормаҫбыҙ. Уҡыуы ла икенсе урында, – тине лә, – Тамаҡ ялғап алыр өсөн семейный совет ябылды, тип ҡуяйыҡ, – тине.
       Был хәлдән арыу ғына ваҡыт үтте. Ике бәләкәс тә нимә тип әйтергә белмәй йөрөйҙәр ине, апай тип әйтергә лә өйрәнделәр. Бына шулай көтмәгәндә ул биш бала әсәһе булып ҡуйҙы. Уны үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алып документ йүнәттеләр.Тик бына паспортын ғына Ғәлимәнең үҙенең ҡарамағына ҡалдырҙылар. Унда әсәһенең фамилияһы тора.
     Ғәлиәһе Сибайҙан ике аҙнаға бер ҡайтып тора. Ул уҡытыусылыҡҡа уҡый, быйыл тамамларға тейеш. Бер сессияһы ҡала инде.Ошо арала практикаға ҡайтырға тейеш тип көтә. Үҙенең янында, ауылда практика үтһә арыу булыр ине, ләкин ҡайҙа практикаға ебәреүҙәре билгеһеҙ. Үҙе бер ҡайтҡанында:
    – Мин Йылайыр, йә Юлдыбайға барып практика үтәм. Бер иптәш ҡыҙымдың әсәһе уҡытыусы.  Исем дә биргәндәр эш һөҙөмтәһе буйынса, ярҙам алырға тура килһә, тәжрибәле уҡытыусы бит, – тигәйне.
    Шуға үҙҙәренең ауылына артыҡ көтмәйҙәр.
    Шулай барыһы тураһында уйлана- уйлана эшләп йөрөгәндә, өйҙә телефон шылтыраны ла Зәбирәне тертелдәтеп алды:
     – Әсәй!. Был мин Йылайырҙан шылтыратам. Бында һиңә бер апай барам, тей. Бик күргем килә, тине. Мин әле Йылайыр мәктәбендәмен. Иптәш ҡыҙымдың әсәһе менән һөйләшергә килдем. Үҙем Юлдыбайға барам практикаға. Шунда ҡағыҙ бирҙеләр. Ҡыҫҡаһы, эшкә лә шунда барасаҡмын. Ә теге апай менән һеҙ, моғайын, таныштарһығыҙҙыр. Шуға һиңә алдан хәбәр итеп торам.Ул һинән йәш ул, тик минән бер ун йәштән ашыу өлкәнерәк.булырға тейеш. Барһынмы?. Беҙ таныштар тине, – тип телефондан Ғәлиә шылтыратты.
      Эйе, таныштарҙыр инде. Рөхсәт һорап килгәс, тик шул ғына. Ташбулаттың кинйәһе генә. Теге йылдарҙа ул ҡабат осрашмаҫҡа вәғәҙә биргәйне бит. Тағы ниңә икән,тип уйға ҡалды.
  ... Ҡапыл теге йылдағы бер көн “ҡып” итеп иҫенә килеп төштө. Ул, эш ваҡыты тамаланып, ҡайтырға йыйына ине. Бүлмәгә ят бер ҡыҙ килеп инде. Йөҙөнә ҡараны ла, ниндәйҙер таныш һыҙат күргәндәй булды, шулай ҙа ситтән килгән ҡунаҡ- фәлән булмаһа, тип уйлап ҡуйҙы. Ул хәҙер байтаҡтан бирле ауыл халҡын фельдшер булараҡ хеҙмәтләндергәнгә күрә, барыһын да таный ине. Тик был йәш кенә мөләйем йөҙлө ҡатын, ҡайһы яғы менәндер таныш һыҙатты хәтергә төшөрөп тора. Кемде? Ул үҙе лә шулай уйлап ҡуйыуына аптырап ҡуйҙы.Ҡайһы яғы?. Йөрәген оҙаҡ ваҡыт йоҡлаған шеш ҡапыл шартлағандай ауырттырып алды. Күңеленән генә, мин Ишбулатты һаман онота алмайым шул. Был минең йөрәк ярам ҡуҙғалды, тип уйларға мәжбүр булды. Был йәш ҡыҙ, ул нимәлер уйлап өлгөргәнсе, хәбәрен дә башланы:
     – Мин һеҙҙе йөҙөгөҙгә ҡарап улай ҡаты кеше тип уйламаҫ инем, тик һеҙ минең ағайыма ҡарата бик ҡаты яғығыҙҙы күрһәткәнһегеҙ. Әле мин  ун йылға яҡын уның һуңғы хатын үҙем менә йөрөтәм, һәм ул ағайымдың һуңғы сәләме. Ул сәләм беҙҙең ғаиләнең барыһына ла ҡағыла .шуға күрә мин уны бер кемгә лә күрһәтмәй (ул ағайымдың үтенесе), үҙем менән йөрөтәм. Тик был юлы мин ул хаттан ҡотолорға булдым, көсөм етмәй. Унда ағайым Ишбулаттың йөрәге ятҡан кеүек, ә мин уны күтәреп йөрөйөм һымаҡ. Хәлегеҙҙән килһә, һеҙ уны алығыҙ. Утҡа яғағыҙмы, йыртып ташлайһығыҙмы,һаҡлайһығыҙмы, тик мин уны һеҙгә ҡалдырам, – тине лә, өҫтәлгә таушалып һәм һарғайып бөткән конвертты һалды, – Мин уны әллә нисә тапҡыр уҡып ятлап бөттөм, тик туғандарҙың береһе лә белмәй. Алығыҙ һеҙ уны. Минең ул хатты юҡ итергә лә көсөм етмәй. Аңлата ла алмайым. Уны йөрөтһәм, минең ағайым тере кеүек, тип хис итә инем элегерәк. Хәҙер уны юҡ итһәм, уны үлтерермен кеүек. Көсөмдән килмәй. Аңлайһығыҙмы?. Миңә хәҙер егерме  алтынсы йәш. Ике балам бар. Иремә һөйләр инем, тик ул берәй ҡыҙмаса сағында ысҡыныр, тип уйлайым. Ағайымдың үтенесен һанламау булыр. Ул миңә ышанып яҙған бит.
   Зәбирә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Ҡапыл ғына тамағы кипте, аптырап өҫтәлдәге графиндан һыу һалып эсте.
    – Бына һеҙ ҙә ҡаушап киттегеҙ, тимәк, яратҡанһығыҙ. Тик һеҙ икегеҙ ҙә бер нәмәне күҙ алдында тотоп, ағайым менән аҡыллы һүҙ алып бармағанһығыҙ, аңлатмағанһығыҙ, ышандыра алмағанһығыҙ. Һеҙ бит бер туғандар – бер ата балалары. Ағайым да сабырһыҙланған. Донъяла күпме шундай яҙмыш. Бик күп. Был турала мин шул хатты алғандан ҡыҙыҡһынам. Бына иптәшемдең ауылынан бер туған малай менән ҡыҙ һуғыштан һуң икеһе ике детдомға бирелеп, бер интернатта аҙаҡ белем алғандар. Береһе етене бөткәс, дорожный техникумға ингән, ҡыҙыҡай университетҡа уҡырға ингән. Аҙаҡ өйләнешкәндәр.Тик иң аяныслыһы улар үҙҙәренең бер туған булыуҙарын ике бала булғас, уларҙың ата- әсәһен белгән кеше менән осрашҡандан һуң ғына беләләр. Тик инде улар балаларҙың береһе зәғиф булһа ла, яҙмыштарын үҙгәртмәйҙәр. Бер туғандар, бер бөтөн булып йәшәйҙәр. Улар тыуған яҡтарына ҡайтмайҙар. Мин был турала иремә кейәүгә сыҡҡас белдем. Уларҙы белгән кешеләрҙең береһе ҡәйнәмдең бер танышының ҡоҙағыйы булып сыҡты. Уйлай башлаһаң аңларлыҡ түгел, бик сырмалсыҡ. Йәшермәйем,ҡыҙыҡһынып, Ырымбур яҡтарына барып, уларҙы ла күрҙем. Юҡ улар трагедия яһамағандар. Матур итеп донъя көтәләр. Мин бына шунда һеҙҙең икегеҙҙе лә ғәйепләп, хатта әсәйҙе ҡайғыға һалған ағайҙы күралмаҫ сиккә еттем. Бына ул мин аңларға, ҡабул итергә теләмәган ваҡиға һәм артабан һаҡларға теләмәгән хат. Барыһына ла кеше үҙе ғәйепле. Атай язаһын алған... Был хәлдән һуң тыныс ҡына йәшәп китеп булмаймы? Атай төрмәлә йөрөп ҡайтҡан. Аңламайым, – тине лә тынып ҡалды.
    Был йәш ҡатын өҫтәлгә һалған хатты алып, күңеленән генә тағы миңә ошо кеүек хат килмәһен ине, тип уйлап ҡуйҙы ла уҡый башланы. Йәш ҡатын ишек төбөндәге ултырғыста уны көтә, ҡалҡып- ҡалҡып йөҙөнә ҡарай. Зәбирә хатты яйлап һәм эске тулҡынланыу менән уҡығаны сағыла. Ул берсә ҡыҙарынып, берсә ағарынып китә ине.
     “Әсәй, минең был аҙымым һиңә ҙур ҡайғы килтереүен аңлайым, тик мин башҡаса булдыра алмайым. Атайым йылдар үткәс булһа ла минең яҙмышымды зәғифләне. Мин ундай яҙмыш менән ғүмер буйы һөйгәнемдән айырылып, ун һағыныуҙан, уны яратып та бергә була алмауымдан һарғайып үлер сиккә етеп йәшәй алмайым. Ундай йәшәү булмай.
     Әсәй, мине ғәфү ит!  Һин бер тапҡыр ҙа атай тураһында һөйләмәнең, һуғышта булған, тик уның бер генә миҙалы ла булманымы, беҙ күрмәнек. Беҙ барыбыҙ ҙа ауылыбыҙҙан ситтә йәшәп белем алдыҡ. Беҙ атайлы, әсәйле булып, тере етем кеүек үҫтек. Шулай ҙа миңә һеңлем дә, ағай, апай туғандарым яҡын. Уларҙы, һине яратып был тормош менән хушлашам. Ғәфү итегеҙ.
   Зәбирә һеңлем( шулай яҙырға булдым), мин һине ташлап киткәнгә ғәфү ит. Мин һинең әсәйеңдең, өләсәйеңдең, Вәлимә апайҙың аяныслы яҙмышын йөрәгемә һыйҙыра алмайым. Барыһына үс итеп, бергә ҡалайыҡ, тиһең. Быны эшләргә көсөм етмәй. Мин атайымдың ҡылығы өсөн ғәрләнәм. Ул һеҙҙе генә түгел, беҙҙе лә бәхетһеҙ иткән бит. Хуш бул, һөйөклөм. Мин кешеләр ҡайтмаҫ ергә китәм. Бәхил бул!..
      ... Башҡа кеше менән яҙмышымды күҙ алдына килтерә лә алмайым. Кемделер үҙем менән бергә бәхетһеҙ итә алмайым...”
    Зәбирә уны үҙе менән өйөнә алып ҡайтты. Киске офоҡ ҡыҙарыуға Ғәлим эштән ҡайтты, бергәләп сәй эстеләр һәм был йәш ҡатынды улар Ишберҙегә әсәләренә алып барырға тип, колхоз машинаһы менән юлға сыҡтылар. Шулай ҙа был юл улар өсөн хәйерһеҙ булып сыҡты.
    – Айһыҙ ҡараңғы төн. Машинаның бер фары эшләмәй тиһең. Булмаһа, үҙем  дә барайым. Берәй ярҙамым тейер – тип, Зәбирә лә уларға ҡушылды.
    – Кәләш, әллә ҡыҙғанаһыңмы? Минең күңел йылынып китте. Ҡыҙғана, значит ярата, тигән һүҙ бит ул, – тип, һәр ваҡыттағыса һүҙҙәе менән шаяртып алды.
   Шулай ҙа Зәбирәне бергә алды, аҙаҡ әлдә генә алғанмын, тип ҡыуанды. Ағасҡа төкөгән машинала улар өсөһө лә яра алды. Зәбирәнең һул ҡулы яуырынан ауырта, аяғы һыҙырылған, бына саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡабырғаһы, ҡулы ла һынған ине.  Ярай машина төкөгән ағас ҡороп ултырған ағас булып, төкөү менән ҡолаған, һәм еңел булғас артыҡ ныҡ ҡурҡыныс түгел һымаҡ ине. Ғәлимдең уң ҡулы яуырынынан сыҡҡан ине. Ағас Зәбирә яғынан ауғанға күрә, УАЗ-иктың тәҙрәләрен онтап. Йоҡаҡ тимер кабинаның уртаһынан артҡараҡ теге йәш ҡатын яғынараҡ ауған. Зәбирә нисек итһә итеп, Ғәлим яғынан шыуышып сығып, үҙенә һәм юлдаштарына тәүге ярҙамды күрһәтә алды, ләкин уларға колхоз машинаһын ремонтлау өсөн аҡса табырға ла тура килде. Ошондай сирҙең эш урынында булмағанын асыҡлап протокол, акт төҙөп, өсәр эш көнөнә больничный аҡса ла түләмәнеләр, етмәһә,эш ваҡыты ла түгел. Зәбирә ун биш көнләп, ә теге ҡатын ике айға яҡын эшкә һәләтен юғалтты.
     Әле ҡыҙының ашығыс ҡына шылтыратыуынан уның күҙ алдынан шул ваҡыттағы ваҡиғалар йүгереп үтте. Ни эшләргә? Сәғәт икелә район үҙәгенә сессияға барырға, колхоз председателе менән ауыл советы председателе лә саҡырылған. Уны килеп алырға тейештәр. Шуларҙы уйланы ла, ҡыҙы әйткән номерға яңынан шылтыратты.
    – Бөгөнгә килмәй торһон, мин сессияла  булам, кис һуңлап ҡайтырға тура килер, – тине.
   – Ул апай ҙа сессияла була, улай булғас, шунда һөйләшерһегеҙ. Ул ауыл советы председателе урынына бара. Уныһы ауырып киткән.
     – Ярай улай булғас, бик яҡшы, – тине лә телефон трубкаһын урынына һалғас, бер ни тиклем тулҡынланыуы баҫыла алмауын тойҙо.
    Яңы уйҙар уны биләп алды. Ни өсөн осрашырға теләй, нимә булған. Ниңә кәрәк булдым икән, тигән уйҙар мейеһен кимерҙе.
       Сесия башланырға һанаулы ғына минуттар ҡалғас, берәү уның терһәгенә ҡағылды. Ул эргәһендәге ханыма ҡалҡып ҡараны ла, алдына Ишбулат килеп баҫҡандай булды, башы әйләнгәндәй булып, сайҡалып китте. Шул ваҡыт икенсе берәү уның биленән тотоп алды.
       – Ярҙам кәрәкме?– тип һораны.
      – Юҡ, юҡ. Юл һуҡҡандыр.
        – Әйҙәгеҙ инәйек, хәҙер башланыр. Ваҡыт тулды бит. Өфөнән дә кеше килгән, тиҙәр ине, – тине, Ҡыуалаттан килгән депутат.
    Зәбирә уны күберәк шул фамилия менән өндәшкәстәр, фамилияһы хәтерендә ҡалдырған. Быға тиклем уның тураһында ул ишеткәне булһа ла. күргәне юҡ ине, шулай инде. Ауылдар яҡын булһа ла, халҡы бер – береһе менән аралашып бармай, бер- береһен артыҡ белмәй шул. Был яҡтан Зәбирәнең ауылында ла, өләсәһенең ауылында ла кешеләр бер- береһен яҡшы белә. Хатта бөгөн нимә эшләгәнен, иртәгә нимә эшләргә йыйыныуҙары тураһында ла белә. Ауыл бәләкәй булғанғамы, ҙур бер ғаилә кеүек йәшәйҙәр. Зәбирә сессияның яртыһында нимә турһында һүҙ барғанын да ныҡлап хәтеренә һеңдерә алманы. Ҡулында сығыш яһаусы район советы председателенең докладын тотоп, бер нөктәгә текәлеп тик ултырҙы. Тәнәфестә лә урынынан ҡуҙғалманы. Сессия тамамланғас, ауыл советы председателе берәй сәғәт көтөрһөгөҙ, тип ваҡыт бирҙе лә, кире райсовет бинаһына инеп китте.
     Шул ваҡыт уның янына Ишбулаттың һеңлеһе килеп баҫты.
    – Һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде. Тертелдәттем, ахырыһы. Шулай ҡапыл килеп сыҡты шул. Мин ауыл советында эштәр идарасыһы булып эшләйем. Әле председатель урынына килдем. Ул ауырый. Был миңә хатта ҡулай килеп сыҡты. Ауылға барғас, бәләкәй ауылда һәр ят кешегә кеше ҡыҙыҡһынып ҡарай. Унан, иптәшегеҙ, ҡәйнәгеҙ алдында ла уңайһыҙ. Үҙемдең кем булыуымды әйтергә кәрәк. Быныһы иң кәрәкмәгәне. Шулай ҙа әйтәйем әле. Һеҙҙең ошо үҫеүегеҙгә мин бик шатланам, ә ағайым...
       – Юҡ, кәрәкмәй. Үткән эшкә салауат, тиҙәр.
       – Шулай шул. Тик Әсәйем һеҙҙе бик күргеһе килә. Ул хәҙер ауырып ята. “Арымдан бирем яҡын. Шул баланы күргем килә. Ишбулатым да уны ярат, әсәй, тип китте бит. Китмәҫтән алда бер күрәйем инде. Көнөм өсөн түгел, динем өсөн һорайым, әйт әле. Кеше белмәҫ. Ишберҙеләге апайыңа мине алып барһаң, унан яҡын. Берәй машина яллап алып килерһегеҙ” – тине.
    Зәбирә уйға ҡалды. Ул хәҙер өй эсендәге барыһын күҙ алдына килтерҙе. Әгәр барһа, берәү ҙә уны хупламаҫ, тип уйланы. Шунан уйы ҡыҙы Ғәлиәгә барып еткәс, йөрәгенә йылы йүгерҙе.
    Күп тә уйламаны:
    – Ярай, Ғәлиә менән һөйләшермен, ул хәбәр итер, – тине.
    Ишбулаттың һеңлеһе Гөлназ ҡапыл ғына:
      – Уй, апай, Рәхмәт! Әсәйемде ҡыуандырам. Ул һине генә көтә. Бөтә туғандарҙы ла күреп бөттө, – тине лә Зәбирәне яҡын туғанындай ҡосаҡлап алды.
       Зәбирә район үҙәгенән ҡайтҡанда, Ғәлиә лә ялға ҡайтҡан ине. Ғәлиә әсәһен күргәс тә беренсе һорауы әлеге Ишбулаттың әсәһен барып күреү хаҡында ине. Шуға оҙаҡ уйлап тормай:
      – Йә, нисек хәл иттең, әсәй. Барһаң иртәгә минең менән бар, һинең отпуск түгелме?. Көндәр әлегә йылы тора. Мин дә практиканы бөтәм. Бер аҙна ғына ҡалды. Һигеҙенсе мартҡа өс көнгә ҡайтам. Әле минең менән бар ҙа, минең менән әйберҙәремде күтәрешеп ҡайтырһың.
     Зәбирә ниңәлер уйлап та тормай, Ғәлим менән дә кәңәшләшмәйенсә:
     – Ярай һуң, – тип әйтергә ашыҡты.
    Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Иртәгеһенә иртәнге сәйҙә генә иренә:
     – Мин Ғәлиә менән барып киләм, уның практикаһы йома көнө бөтәме, әллә бер көн алдамы. Шунда бергә ҡайтырмын, – тине.
   Уныһы ла һүҙ ҡуйыртып һорашманы, ләкин алдағы бер- ике ай ғүмерен ул шул минутта тамуҡҡа әйләндереүҙә үҙе сәбәпсе булыуын уйлап, әле лә үкенеп - үкенеп ала ине.
    Эйе, ул ҡыҙы менән иртәгәһенә юлға сыҡты, ләкин шул көндө үк Галина- Ғәлимә уларҙың бер көн алда һөйләшкәндәрен ишетеп торған икән. Шуларҙың барыһын атаһына һөйләп биргән. Ғәлим башта бик оҙаҡ уйланып йөрөнө, тик аҙаҡ барыһын да араҡыға бәйләп, үҙен харап итергә ниәтләне. Ауылда бер аҙна эсендә Хөснә әбей аңламаған хәлдәр башланды.
     Был ваҡытта Зәбирә Баймаҡтан Ишберҙегә барып, Ишбулаттың һуңғы көндәрен иҫләп ятҡан әсәһе менән осрашты. Улар икеһе лә Ишбулатты бик яратыуҙарын, ситтән күҙәткән кеше булһа, ыңғайы аңлар ине.
     – Эээй, килдеңме, балам. Килмәҫ инде, тип ҡайғырғайным. Рәхмәт, балам. Һинән миңә бер ни кәрәкмәй. Һиңә рәнйемәйем дә. Улым ғына мине уйламаны. Әле, моғайын, рухы шат ҡылып яталыр әле. Тиҙҙән үҙем дә барам, ыһ, – тине лә йүтәлләй башланы.
     Уның өлкән ҡыҙы тиҙ генә йылы сәй менән бер дарыу килтереп бирҙе. Шуны эскәс,бер аҙ өндәшмәй ятты, ә Зәбирә урынынан ҡуҙғалырға баҙнат итмәй, Ишбулат менән һуңғы осрашыуын хәтерләп, йөрәге һулҡылдап һыҙлауын, күңел әсенеүен баҫып ултыра бирҙе.
   Ул гел генә, Өфөгә барып Ағиҙелде күргән һайын, шул һуңғы осрашҡан урынды хәтерләй ине. Әле тағы ла шул яр күҙ алдына килеп, Ишбулаттың бойоҡ йөҙө салынып киткәндәй булды.
    – Һине аптыраттым инде. Ярай, үпкәләмә миңә, минең тоҡомома, Ташбулат балалары булған өсөн генә рәнйемә инде.Уларҙың ғәйебе юҡ. Аңла балам. Ҡабул итәңме, итмәйһеңме, һеҙ бер ата балалары. Хоҙай алдында һеҙ шулай баҫҡанһығыҙ. Минең дә ғәйебем юҡ. Ана бар ғәйеп уның ҡәбер өҫтөндә. Ауыл халҡы уны хатта һуңғы юлға ла үҙҙәре сыҡмай, рәнйеүҙәрен уға оҙатҡандарҙыр. Көн дә ул үлгәндә, сасҡау һыуыҡ ине бит.  Хоҙай ҡәҙерле кешеләренә көндө йылы тота, ерҙән бөртөк саң да ҡуҙғалтмаҫ итә, ти торғайны әсәйем. Миңә ниндәй көн әҙерләгәндер инде.
    Бына үҙеңде күргәс, улымды күргәндәй булдым, рәнйемә, балаҡайым, рәнйемә. Бәхил бул. Һиңә фатихамды бирәм. Имен- аман ғына ҡайта күр. Мин бит уны нисә йыл инде онота алмайым. Һине күрер өсөн барырға баҙнат итмәнем. Ярай хушлашайыҡ. Бына һиңә минең бер иҫтәлегем булып ошо көмөш беләҙегем ҡалһын. Кейһәң – кейерһең, кеймәһәң ятыр, тик ташлама. Уны миңә атайым эшләп биргәйне. Унда миңә ун ете генә йәш ине. Бына һиңә уны  ҡырҡ биш йәшең тулыуға бирәм. Һиңә көҙгә ҡырҡ биш була бит, – тине лә, тынып ҡалды.
     Зәбирә аяҡ остарына баҫып ҡына ҡулына эҫе әйбер тотоп алған кешеләй булып, ашығып сығып китте. Үҙе “Бына ҡайҙа ул яҙмыш әселеге. Уны бер ниндәй әселек менән дә сағыштырып та, улсәп тә булмай. Юҡ уның әселек ауырлығын билдәләүсе үлсәүҙәр ҙә...” тип уйлап ҡуйҙы.

                                                   3

                      Балаларҙы етем итмә

    Зәбирә өйгә ҡайтып ингәндә, көн кискә ауышҡайны. Хөснә әбей  менән ике бәләкәсе бик шатландылар, Тик Ғәлимә бер ситтәрәк тороп уларҙы күҙәткән кеше кеүек ҡыланды. Зәбирә лә бер аҙна ҡырҙа йөрөп өйөн, балаларын да, ирен дә һағынғайны. Ул юл буйынса ире менән ныҡлап һөйләшмәй сығып киткәненә үкенеп ҡайтты. Нимә генә уйлағандыр инде, тип асырғанды. Ғәлиә иртәгә ҡайтырға тейеш. Ул өйҙә булһа ла еңел булыр ине, тип уйланы. Ниңәлер күңеле менән, ҡайтып еткәнсе, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы күрергә әҙерләнгәндәй булды. Өйҙә ҡот юғалғандай, әйберҙәр ҙә тырым- тырағай ята. Ҡатын- ҡыҙ ҡулы етмәгәндәй тойолдо. Ғәлимә л өндәшмәй генә ситтә тора, ул йыйыштыра алмаймы ни? Аптырап ҡалды. Ҡәйнәһе аш һалған икән, уның еҫе таралып, өйгә йәм индерергә теләгәндәй булды.
    – Ғәлим эштән ҡайтманымы әле?.
    – Килен, малды ҡараштыр әле. Башым сатнап ауырта, мин ятып торайым. Хәҙер теге ике бәпес тә мәктәптән ҡайтырҙар. Улар түңәрәктәрендә оҙаҡ йөрөйҙәр. Ғәлимә ҡыҙым менән икебеҙ донъя көтәбеҙ, – тине лә төпкө бүлмәгә инеп ятты.
     – Ғәлимә, атайың ҡайҙа һуң? һеҙ ниңә икегеҙ мал ҡарайһығыҙ? Әллә командировкаламы?
     – Атай һуң ҡайта.
Шул ваҡыт ишектән тыш һыуығы өйгә атылды. Атылып ҡына ҡалманы, яйлап бөтә урынды биләп алды. Түбәләргә менеп, тағы инәләрме, тигән шикелле өйөрөлөп иҙәнгә шыуып төштө. Шулай һыуыҡ менән бергә яйлап ҡына ап- аҡ ҡар булып Ғәлим килеп инде.
    – Ғәлиим.
    – Ҡайттыңмы? Мин һине ҡайтмаҫ тигәйнем. Һөйгәнеңдең донъяһына барҙың бит. Ҡалырһың тигән инем. Минең менән кәңәш итә алманыңмы? Ғәлиәне хәҙер үҙеңә серҙәш итеп алдыңмы?– тигән тауышҡа ҡәйнәһе Хөснә әбей килеп сыҡты ла улын күреп:
    – Тағы ла эсеп ҡайттыңмы? Ғөмөрҙә ҡыланмағаныңды. Ат аҙғыны тайға эйәрә тип, шул үҙеңдән йәштәр менән эсә башланыңмы? Кисә ништәп Мағазды өйгә апҡайттың. Шуның менән өйҙә эсмәксеһеңме?
    – Әсәй, өндәшмә, ярамай. Мине ҡыҙҙырма. Хуже булыр. Ғәлимә менән сыҡтыҡ та киттек, булыр, шулаймы, ҡыҙым.
     – Әәә, һүҙҙәрегеҙ беректеме?
     – Ниңә? Ана бит Ғәлиә менән киленең дә бер ауыҙлы - бер һүҙле булып алғандар. Миңә нимәгә ярамай?
     – Етте! Һинең ней етте һүҙеңде тыңдағым кимәй. Былай ҙа башым ауырта. Һин мине бөтөрәң инде. Уф, йәрәгем ауырта, килен,– тине лә лып итеп ултырғысҡа ултырҙы.
     Зәбирә бер ни аңламаған килеш, аптыранып, бер ҡәйнәһенә, бер иренә, бер Ғәлимәгә ҡараны ла ашығып шкафтағы дарыуҙарын аҡтара башланы. Ҡәйнәһенә пустырник менән валериан тамыҙып эсереп, төпкө бүлмәгә сығарып һалды.
    – Ә һин нимә өндәшмәйһең? Молодис. Һөйгәнеңдең семьяһын хәстәрләйһеңме? Ҡәйнәңде барып күрҙеңме? Шунан, ҡартайғанмы? Ҡал тиҙәрме? Әйтәм ике көнлөк ерҙә ун көн булдың, – тип, тағы әллә нимәләр әйтергә йыйынғайны, йәшле күҙҙәре менән Ғәлимә атаһының беләгенән тотоп, күҙҙәренә ҡараны.
    Ғәлим, нимәлер уйланымы, ҡапыл ғына тын ҡалды. Шул ваҡыт ишек асылып китте лә, һыуыҡтан алда, тигән шикелле, улы менән ҡыҙы атылып килеп инде.
      – Оһо! Беҙ һыуыҡтан алда индек, үәт. Әсәй ҡайтҡан. Беҙ һине һағындыҡ. Атай ҙа көнө буйы ҡайтмай. Уны ла һағынабыҙ. Ҡайтһа ла беҙҙе күрмәй ҙә, ята ла хырылдап йоҡлай ҙа китә. Әлек көн дә “ Ҡана, кем икеһенә көсө етмәй, кем бишенә көсө етмәй?” – тип беҙҙең сумкаларҙы тикшерә ине. Беҙҙе күрмәй ҙә. Әллә нимәштәгән. Үҙе ауырымай. Ныу, әсәй, теге, ней, – әйтергәме юҡмы тигән шикелле  Зәлиәһе ағаһы Зарифҡа ҡ ҡараны, уныһы бармаҡ янағас, туҡтаны.
     –Әйт, балам, әйт, башлағас.
     – Ней, атайҙан анау, теге, араҡы еҫе сыға. Ул ятҡан бүлмәлә лә шулай.
     – Ярай балам, тауышланма. Ана өләсәңдең йөрәге ауырта. Атайың да иртәгә һөйләр, бөгөнгә бына аш әҙерләйем дә, дәрес ҡарарһығыҙ, ана Ғәлимә апайығыҙ өйрәтер, – тип. һүҙҙе йоморға тырышты.
     Аш ашап, арыу ғына ваҡыт үтеүгә, Ғәлим дә бер аҙ айныҡты, тик бер нәмә лә өндәшмәне. Яҫтыҡ менән юрғанын алып, диванға күсеп ятты. Зәбирә лә ҡыйып һүҙ әйтеүҙе  урынлы тапманы. Эскән кеше менән нимәнелер аңлатып, килешеү ауыр икәнен ул аңлай ине. Бөтә әйтер һүҙен иртәнгә ҡалдырҙы. Шулай уйланып, ниҙер аңларға тырышып ятып, йоҡоға талды, шулай ҙа бик иртә уянды. Төнө буйы ҡапылдан сыҡҡан буран һыҙғыра – һыҙғыра мейес торбаһы буйлап өйгә инергә ынтылды, тышта стеналарҙы ҡар менән һылап сыҡты. Уның тауышына Зәбирә лә бик иртә уянды, ла Ғәлиәһе нисек ҡайтыр икән, тип уйлап ҡуйҙы. Ул ҡайтаһы яҡта буран булһа, былай  дүрт йыллап уҡығас, юлға сыҡмаҫҡа өйрәнгәйне инде. Бар күңеленән ҡайтырға сыҡмаһын ине тип теләне. Уяу килеш урындан тормай оҙаҡ ятып өйрәнмәгән Зәбирә тороп, мейескә ут яғырға булды. Тауыш-тын сығармай, мейес артына әҙерләп ҡуйған утынды алды ла ут яғып ебәрҙе. Мейестәге ут яҡтыһына ҡулындағы сәғәтенә ҡараны. Бик иртә ине шул.
    Бына буран баҫылып, көн асылғандай булдымы, тәҙрәнән таңғы зәңгәрлек өйгә салынды. Зәбирә урта ишекте япты ла светты яндырырға булды. Свет яндырыусы Әхмәт ағай сәғәт- минутын һуңлатмай, кис булһа – ун икелә, иртән булһа, алтыла дизелен эшләтеп, светты яндырып ебәрә. Шуға уны ауыл халҡы, бигерәк тә һуғыш уты кискәндәр “Точно нимес инде ул Әхмәт. Бер минут та һуң да түгел, иртә лә түгел”– тип әйтергә өйрәнеп алдылар. Ысынлап та ул шулай бик теүәл, ваҡыт менән иҫәпләшкән кеше ине. Хатта бер мәлде үҙенең ҡыҙының туйында ла:
     – Иптәштәр, байрам бөттө, ярты сәғәттән эсвит һүнә, Әхмәт бабай ваҡытты күҙәтә. Байрам теләһәгеҙ, ана торбалы шәмдәр менән дауам итегеҙ!– тигән.
   Ҡоҙалар аңламай ҙа ҡалған. Ул ишек төбөнә еткәс:
    – Ун биш минуттан ун ике, – тигән дә сығып киткән.
    Ҡабаланышып ҡоҙалар йыйыналар икән, һыйлаусылар шул арала әлеге торбалы шәмдәрҙе өҫтәлдәргә тоҡандырып ултыртып та бөткәндәр. Туй шәм яҡтыһында тағы бер- ике сәғәт янған. Ҡоҙалар ҙа төп ҡоҙаның исеменә иғтибар итмәгәндәрме, әллә уның шул эштә булғанын белмәгәндәрме, береһе:
    – Анау өҫтәлдәге ялтыр башты алып барып, һөйләшеп булмаймы һуң. Беҙҙең ауылдағыға шулай итһәң, араҡыны алып мөйөшкә һала ла, тағы берәй сәғәт яндыра, ҡайһы берҙә ике ярты алып, ике сәғәт тә яндыра, – тип ысҡындырған.
   – Беҙҙең дизелшик улай түгел шул, иптәштәр, ул аҡылға теүәл кеше, – ти икән.
     Бына шул туйҙан һуң уға тағы бер ҡушамат та өҫтәлде “ Аҡылға теүәл кеше”     
     Зәбирә шуларҙы иҫкә алып, күңеле күтәрелеп киттеме, ҡапыл йылмайып алды ла самауырына һыу һалып, һүнгән күмер һалып туҙ төшөргәс, төтөн сығыр өсөн генә самауыр торбаһына ҡулайлаштырылған төтөнлөккә торбаны ҡуйҙы. Туҙҙың тауышланып янғанына ҡарап, һыуына был тип уйланы ла, ҡыҙы Ғәлиәнең өшөнмәй генә ҡайтыуын теләне. Ни тиһәң дә март бит әле. Ул айҙа көндөң уйламаған мәлендә буран сығыуын көт тә тор инде. Шулай булыша торғас, арыу ғына ваҡыт үткәндер инде, ире Ғәлим килеп сыҡты ла сүмес алып тултырып тигәндәй һыу эсеп алды.
    – Бына кәләш тиһәң дә кәләш. Әйтеү– юҡ. Кәңәшләшеү – юҡ. Ирҙе һанлау – юҡ. Нимә мин баҡсалағы пугалымы әллә? – асыулы ҡарашын Зәбирәгә төбөне.
     Зәбирә нисә йыл йәшәп, уның бындай ҡәтғи тауышын Ғәлиәгә ауырға ҡалғандан башҡа ишетмәгәнгә күрә, бер аҙ ҡурҡып та киткәндәй булды.
    – Шулай килеп сыҡты шул, Ғәлим. Мин барыһын да ҡайтҡас һөйләрмен тигән инем. Ғәлиәнең эргәһендә лә тотҡарларға тура килде. Сессиянан һуң тура барған машина булғас, сыҡтым да киттем шул. Һин барыбер аңларһың, тип ышандым.
    – Ышандым, имеш, Нимә мин етәктәге быҙаумы, гел һинең көйөңдө генә көйләргә? – тип, хатта тауышын күтәреп үк ебәрҙе.
     – Сеү, ҡысҡырма, ҡәйнәмдең башы ауыртып,  йөрәге сәнсеп тора, уятырһың. Борсолор.
     – Әәә, ҡәйнәң яңы ҡәҙерләндеме? Тағы ниндәй пландар менән йәшәйһең, иптәш депутат?..
    – Ғәлим, ней һәйләйһең. Һин дә ауыл советы депутатыһың бит.
   – Ниндәй депутат икәнемде әйтеп, үҙеңдең минән өҫтөнлөгөңдө белдергең килдеме?. Не выйдет. Мин был донъяға хужа. Бер бөртөк бағана ла минең көсөм.
   – Әлбиттә донъя һинеке, мин уға дәғүә итмәйем, тик зинһар, ҡәйнәм ишетмәһен. Аңла, башҡа урында аулаҡта һөйләшербеҙ, – тине лә ишекте шарт ябып сығып китте.
    Сыҡҡас, бер ни тиклем нимә эшләргә, нимә уйларға ла белмәй аптырап тупһала тора бирҙе. Яйлап ҡына яҡтылыҡ ерҙе баҫып ала башланы. Биҙрәләр эленгән ерҙән бер биҙрәне алды ла һарайға сығып, һыйыр һауырға ултырҙы. Шул ваҡыт ул үҙенең бер аҙ өшөй башлағанын тойоп, һыйырҙың ҡорһағынараҡ яуырыны менән ныҡ терәлеп сүгәләне. Яңыраҡ быҙаулаған һыйыр һауыуҙы түгел, ә быҙауын көтә ине шикелле. Зәбирәгә боролоп ҡараны ла башын сайҡаны. Зәбирә еленен тартҡылап эйҙертеп алды ла, тороп быҙауын бер яҡҡтан ҡушып үҙе, уң яғынан яртылаш тороп тарта башланы. Һөтө лә байтаҡ сыҡты, күрәһең , кискеһен Ғәлимә һаумағандыр,йә бала кешегә эйеп тә бөтөрмәгәндер.  Артынан сыҡҡан Ғалим уның ҡайҙа киткәнен самаламанымы, әллә белһә лә үҙен туҡтаттымы, тупһанан ары китмәне. Зәбирә биҙрәһен күтәреп килгәндә, ул һаман шунда тора ине. Зәбирә ҡалҡып ҡараны ла, аптырап китте. Бик ныҡ көйгәндә генә тәмәке тартҡан Ғалим, төтөнөнә сәсәй- сәсәй тәмәке тарта ине. Зәбирә уның тапҡырына күтәрелгәс, ҡулынан биҙрәһен тартып алып, өйгә инеп китте. Зәбирә тағы нимә уйларға белмәй аптырап ҡалды ла, яйлап ҡына өй ишеген асты. Ғалим ситке бүлмәлә күренмәй ине. Уның менән ярышып ингән һыуыҡ иртәнге рәттәге кеүек өйҙө тотошлайы менән биләп ала алмай, иҙәнгә түшәлде. Өй шартлап тауыш сығарып янған ут йылыһына байтаҡ йылынған ине, ипләп кенә баҫып Ғәлимә килеп сыҡты. Ул үҙенең ниндәй ҙур хата яһағанын аңлағанмы, әллә атаһы менән Зәбирәнең әрепләшеүенә бошонамы, тик башын баҫып, ҡайнаған самауырҙы өҫтәл ситенә ултыртып, сәй әҙерләй башланы. Уғансы булмай ике баланы етәкләп Хөснә әбей ҙә килеп сыҡты.
     – Аллаға шөкөр, имен генә таң аттырҙыҡ. Ғәлим был аҙнаны мине борсолдороуҙан бушаманы, ярай, килен, ҡайттың. Донъяһы кителә яҙҙы бит. Көн дә ҡотом алынып көттөм Ғәлимде. Әллә нимә булды. Бына әйт әле, килен барҙа. Һин хәҙер нисә йыл ауыҙыңа алғаның юҡ. Кисә мин әйттем. Ат аҙғыны тип. Бына әле лә әйтәм: илағыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән уйнай, тип. Мин ир урынында ла, ҡатын урынында ла. Килен ҡайтҡанын көттөм. Кеше күҙе тейҙеме? Белмәйем. Булыр. Бөтәһе лә һоҡланып бер булалар ине. Кеше көнләшерлек донъяңды рисуай итергә булдыңмы. Нисәмә кеше аптыратып аҙна эстең. Ыстырам. Бынағайыш. Ғөмөрө ҡыланмағанды ҡылана. Минең йөрәк ҡорос түгел, бер килеп шартлар. Әле мин һеҙҙең менән йәшәгем, балаларҙың эйәле- башлы буғанын күргем килә..
      Өйҙә оҙайлы тынлыҡ урынлашты. Берәү ҙә алдындағы сынаяғына үрелмәне. Ғәлимә ҡулына алған сынаяғын ултыртырғамы, юҡмы тигән шикелле, башҡаларға ҡараны, ниһайәт, Ғәлим телгә килде.
     – Баш ауырта, ҡана баш дарыуы булһа ла бир әле.
    – Мин “а” тием, ул “б” ти. Мин һинән яуап көтәм.
     – Әсәй, беҙҙең эшкә тығылма, йәме.
    – Был һеҙҙең генә түгел, тотош симиә эше. Нимә, дуҫ бар, дошман бар, тигәнде оноттоңмо? Дошман күңелен үрсетәңме?. Ана Илья әйтмештәй, не выйдит, ни палушитса, кукиш. Бөгөн эшкә сыҡмай ғына өйҙә утыр, хәҙер бырғаҙирға барам, атгул ала, ауырый тейем, – тине лә, шәп- шәп кейенеп, ишектән сығып та китте.
      Ғәлим:
     – Әсәй! – тип ҡысҡырырға ғына өлгөрҙө.
     Әсәһе сығып киткәс, артынан тороп сыҡмаҡсы булдымы, ниҙер уйлап ишек төбөнә барҙы, тик башын тотоп ултырғысҡа ултырҙы. Зәбирә тиҙ генә аптечкаһынан баш дарыуы алып өҫтәлгә һалды ла һыу килтереп ултыртты. Ғәлим дарыуҙы эсте лә йоҡо бүлмәһенә сығып ятты. Балалар ҙа мәктәпкә китте. Өйҙә шомло тынлыҡ урынлашты. Зәбирә нимә эшләргә тигән шикелле уйланып һауыт- һаба йыуып алды ла икмәк баҫырға уйлап табағын өҫтәлгә ултыртыуға, тыны бөтөп Ғәлимә ҡайтып инде. Йүгереүҙән уның йөҙө алһыуланып, битен ҡарлы бәҫ шәле тирәләп уратҡайны.
    – Зәбирә апай, өләсәй кәнсә алдында йығылған, тип, һине алырға ҡайтарҙылар. Ул иҫһеҙ, тей. Теге медсестра апай һине алып килергә ҡушҡан, –тине лә, нимә икәнен аңламаған көйөнсә кире сығып йүгерҙе.
    Уның артынан еңелсә генә кейенеп сығырға ашыҡҡан Зәбирә, онотолоған нәмәһе иҫенә төшкәндәй булып, ишек төбөнә еткәс, йоҡо бүлмәһенең ишеген асып:
     – Ғәлим, тор, ана ҡәйнәм иҫһеҙ йығылған, кәнсә алдында, тиҙ бул, – тине лә сығып йүгерҙе.
     Эйе, Хөснә әбей ошо йығылыуҙан айға яҡын Йылайырҙа дауаханала ятты. Зәбирә башта инсульт булғандыр, тип бик хафаланғайны, өс көндән уны дөйөм палатаға сығарҙылар ҙа уға ҡайтырға ҡуштылар. Ғәлимгә лә был хәл ныҡ ҡына тәьҫир иттеме, әллә үҙенең ҡылығынан оялдымы, элекке кеүек асылып китмәһә лә, өйҙә элекке тыныс тормош дауам итте. Шулай ике аҙналап ваҡыт үткән бер көндө, балалар мәктәптә саҡта Ғәлим иртәләп эштән ҡайтып, ҡапҡылап алды ла Зәбирәгә бер килке ҡарап ултыра бирҙе, унан:
      – Кәләш, ултыр әле. Һөйләшәйек. Теге ваҡыттағы һүҙ башының осона сығайыҡ, мин бит һинән бер нәмә лә йәшермәйем. Тик һин улай түгелһең. Мин һине яратам, ә һин мине һаман ғәфү итә алмайһыңмы, әллә һаман беҙҙең арала Ишбулат ҡамасаумы? Беҙ һинең менән көндөҙ икәүбеҙ, төнөн өсәү булып уҙғарабыҙ түгелме?– тине.
   Зәбирә был хәбәрҙе күптән көтә ине, шуға уның яуабы ла әҙер ине, тик былай ҡатыраҡ һөйләшеү булыр, тип уйламағайны.
   – Ғәлим, ҡәйнәм әйткәнсә, үле малы үрттеке, бәйләһәң дә тормай тигән шикелле, үлгән кешенең рухын ҡуҙғатмайыҡ. Мин уны яратып йәшәмәйем, әсәйемдең ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмере өсөн үртәлеп йәшәйем. Был юлы мин Ишбулаттың үлем түшәгендә ятҡан әсәһенең үтенесе менән сығып киттем. Ғәлимәгә аңлатырмын тигәйнем, тик ҡәйнәм күршеләрҙән ҡайтҡас, уға әйттем. Ул барын да белә ине. Тик һиңә ҡәйнәм әйтмәгән бит, кем әйтте. Мин Ишбулаттың әсәһенең, оло йәштәге әбейҙең, үлем түшәгендәге үтенесе менән, шул яҡҡа машина булғас ултырҙым да киттем. Мин унда ярты көнгә яҡын ғына булдым. Уның һанаулы көндәре генә ҡалған ине, бәлки, – был көндәрҙә киткәндер ҙә. Ҡалған көндәрҙе үҙең беләһең, Ғәлиә янында булдым. Буран сыҡты бит, урап ҡайтырға тура килде.
    – Мин һин ҡайтҡансы уҡ сығып китергә уйлағайным. Ҡайҙа ла эш табырмын, тип, бына Ғәлимә генә йәл булды.Ул сәпсим етем ҡала.
    – Ә теге балалар? Улар етем ҡалмаймы? Мин Зәбир менән Ғәлиәне етемлеген күрҙем инде. Вәлимә әсәй: “Ир балаһы менән иргә һыймайһың, кейәүгә сығып ҡуйма, бөтөнләй етем итерһең балаларыңды, Ир көҫәһәң йөрө, тик кеше ғаиләһен бутама. Балаларҙың атаһы барлығын белдереп үҫтер,– тип өйрәтеп кенә торҙо. Мин, әлбиттә һине артыҡ ихтирам иттемме, әллә һин минең теге ваҡыттағы ауыр сағымды еңеләйтеүсем булдыңмы, әйтә алмайым, тик бер генә минутҡа ла башҡа кешене һинең урыныңа ҡуйырға ынтылғаным булманы. Әгәр һин бөгөндән сығып китәһең икән, уны балалар белергә тейеш түгел. Был нисек, тип уйлайһыңмы. Яп- ябай. Һин ҡырға эшкә китәһең, өйләнһәң дә өйгә ваҡыт- ваҡыт ҡайтаһың, балалар атайҙарын эштән ҡайтырын көтөп үҫһендәр. Мин уларҙы етем итә алмайым. Үҙем гел генә минең атайым кем икән, тип үҫтем. Беҙҙең атай ҡайҙа йөрөй икән, тигән уй менән уҫмәһендәр балалар. Улар һинең балаларың. Ике өлкәне белер, тик улар ҙа йәшерә белер. Китһәң был районда ҡалма. Шул ғына. Мин йәшәрмен, тик һинһеҙ миңә лә ҡыйын булыр. Һин минең иң яҡын кешем, башҡа туғаным да, яҡыным да юҡ минең. Һөйәремдең арҡаһында һөймәҫемде һөйәмен тип, ана ҡәйнәм менән дә татыу йәшәргә тырышам, Ғәлимәне лә үҙ итәм,– тине лә илап өҫтәлгә ҡапланды, – Мин һиңә инәлеп иламайым, тик мин быны күтәрә алырлыҡ көс табырмынмы, үҙемде йәлләп илайым, – тип, тағы нығыраҡ үкһене.
    Ғәлим нимә эшләргә белмәй, урынынан тороп бер килке тапанып торҙо ла, ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарға килгәндәй, ҡапыл ғына Зәбирәнең ҡураныс ҡына кәүҙәһен үҙенә тартып ҡосаҡланы, унан шашып биттәренән үбә башланы, йәштәрен һөрттә, бер аҙ тынысланғандай булдымы, ни ҙә булһа булды, Зәбирәһен күкрәгенә ҡыҫты.
    – Мин бит һинән шул “һинән башҡа кешем юҡ” тигәнде нисә йыл көттөм. Тимәк, мине яратаһың, эйеме?– тын ҡалып торҙо ла, – эйеме?– тип ҡабтлап һораны.
    Эйе тигәнде белдереп Зәбирә башын һелкте. Шул ваҡыт һауыт һаба шкафы янындағы кәкүк сәғәте икене ҡысҡырып ебәрҙе. Икеһе лә сәғәткә ҡараны. Зәбирә Ғәлимдең ҡуйынынан сығып ашарға әҙерләй башланы. Ул үҙендә ниндәйҙер дәртлелек, тән еңеллеге кисергәндәй тойҙо. Ғәлим эстән генә көй һуҙып мал ҡарарға сығып китте.      
      Уларҙың тормошо ошонан һуң үҙҙәре теләгәнсә, яр ситендәге ҡырсынға килеп һуғыла –һуғыла, ап-аҡ таштарҙы шул ҡырсынға ҡалдыра- ҡалдыра матур йырын йырлап, күркәмлеге менән кешеләрҙе үҙенә тартып торған йылға шикеле йәшәүен  дауам итте, тип әйтергә була.Тик ул хәл уларҙың икеһен дә тормошта бер ни тиклем бәхеттәренә,– гөрләп күркәм сәскә атҡан сәскәгә үҙ ҡырауын һалған тәбиғәт күренешендәй генә булып уҙһа ла, күңелдәрендә онотолмаҫ уйлы юшҡын ҡалды. Ошо хәлдән һуң Ғәлимәгә лә өй эсендә аңламаған нәмәләрен, белмәгәндәрен башта Зәбирә апаһы менән һөйләшеп аңлашырға кәрәклеген тойҙо. Зәбирә апайы тормош ауырлығын сабыр һәм уйлап күтәрә белгән оло кеше булып баҫты күҙ алдына. Ғәлимә әле башланып ҡына торған тормошонда бик күп хәл- ваҡиғаларҙы тик Зәбирә апайы менән генә бергә кисерәсәктәре алда ине әле.
                                                          4

                                             Һынауҙар дауам итә

         Илле йәшен билдәләргә әҙерләнеп йөрөгәндә генә Хөснә әбей был мәшәҡәттәрҙә ҡатнаша алмаҫмын тигән шикелле бер көнө:
      – Килен, һин тыуған көнөңдө билдәләргә йыйынаһың инде. Минең самалауым буйынса һин картуф алған мәлдә тыуғанһың бит әле. Бына әле мин дә байтаҡ йәште һанап ултырам. Былай күңелем менән йылдарымды иҫәпләп, улар араһындағы хәлдәрҙе хәтерләп бөттөм шикелле. Шуны уйлайым килен, олоғаябыҙ инде шулай, һин теләмәгәнсә ҡыланһам, миңә рәйнемә инде. Мин олораҡ кеше. Тегендә миңә алда бараһы. Ике донъя өсөн дә яуап бирәһе вазифа миндә инде.Һәр икегеҙ өсөн дә яуап минән булырға тейеш. Шуға күрә һиңә бер әйтер һүҙ бар ине.
    – Ҡәйнәм, улай хушлашҡан кеше кеүек һөйләмә әле. Ана Бәҙеғол инәй туҡһан өс йәшендә.” Беҙ алабута, балтырғанды аш иткән кешеләрбеҙ. Шуға оҙаҡ йәшәйбеҙ” – тип ултыра. Һин бит унан егерме йәшләп кесеһең.
   – Унда сиратты йәшкә ҡарап ҡуймайҙар, ҡана ла һуң йәшкә ҡараһы. Ана Вәлимә ҡоҙағый йәшәр ине. Саҡ алтмыш дүрт йәшен тултырыр ине бит. Киткәненә нисә йыл бит. Нисә йыл...
   Зәбирә аптырап ҡәйнәһенә ҡараны ла  сәғәтенә ҡарап, иренең ҡайтыр ваҡыты еткәнен самалап,тышҡа сығып китте. Ире бесән алып ҡайтыуға ҡапҡалар асыҡ торһон. Өйгә ингәс, иренә ҡапҡылап алырға ашарға әҙерләне лә эшенә сығып китте. Ире Ғәлим дә шул Туғыҙбайҙағы бесәнен мал йолҡҡолап бөтмәҫ элек күбәләрҙә көйөнсә ташып алырға тип, председателдән өс көн һорап алғайны. Бөгөн бына ул көнө лә бөтә, Бесән дә ташылып, мал ҡураға ингәнсе, ялан кәртәгә килеп ултыра. Икенсе йөгөн алып килгәндә лә, өсөнсө йөгөн алып килгәндә лә әсәһе күренмәне. Былай һәр йөктө алып килгән һайын, гел үҙе яңғыҙ донъя көтөп өйрәнгән әсәһе улы янына сығып, йән - яғын ҡараштырмайынса, эшенә берәй кәңәш бирмәйенсә ҡалмай ине. Был юлы ул тәүге йөгөн килтергәндә генә сыҡты. Әсәһенең ғәҙәтен үҙһенеп бөткән Ғәлим, әсәһе сыҡмағас, берәй әбей янына киткәндер, тип уйлап та ҡуйҙы. Зәбирә лә бер сирлене район үҙәгенә оҙатып һуң ғына ҡайтты. Балаларҙың өсөһө лә Сибайға ятаҡҡа урынлашырға киткәндәр. Иртәгә генә ҡайталар. Ғәлиә апайында ҡунаҡ булалар, йәнәһе. Зәбир күптән Өфөлә эшләй. Баймаҡтан ике терапевт егет менән үҙҙәренең шәхси клиникаһын асыу буйынса йүгергеләйҙәр. Йәй буйына бер ҙә ҡайта алманы. Машинаһы булһа ла, ваҡыты юҡ. “Әсәй, тыуған көнөңә ҡайтам, өләсәйгә сәләм әйт!” тип шылтырата ла тағы шым була. Ғәлим шуларҙы уйлап өйгә инһә, өйҙә тыштағыға ҡарағанда ла шомлораҡ кеүек тойолдо. Ҡулын йыуып, газ плитәһенә сәй ултыртты ла, төш ашағандан ҡалған картуфты ит менән ҡурырға табаға тураған арала Зәбирә ҡайтып инде.
    – Ҡәйнәм өйҙә юҡмы әллә?
    – Ул ҡайҙа китте һуң? Мин уны бөгөн һин барҙа күргәндән күрмәнем.
    Икеһе лә аптырашып бер- береһенә ҡараштылар, Зәбирәнең ниҙер иҫенә төшкәндәй, атылып ҡәйнәһенең бүлмәһенә инеп китте лә, йөҙө боҙолоп, иларға әҙерләнгән бала кеүек сирылып килеп сыҡты ла ишек яҡтауына һөйәлде.
   – Ғәлииим, Ҡәйнәм киткәәән, – тип, илай башланы.
   Ғәлим ҡайҙа тип һорарға уҡталды ла, ҡапыл ғына аңына барып еттеме, атылып әсәһенең янына инеп китте. Тик ул унан сыҡманы. Береһе әсәһе янында, икенсеһе ишек яҡтауында илап кис еткерҙеләр.Икеһе лә уның менән бергә үткән ғүмерҙәрен иҫләнеләрме, үкенес кисереп, ҡайғырҙылармы, башлап Ғәлим үҙен ҡулға алды. Тиҙ генә кейенеп, күршеләге Таибә инәйгә, уның апһыны Ғәрифә инәйгә, Ғәлиәнең ҡәйнәһенә хәбәр итеп, өйгә инмәйенсә мал араһында булды. Шунан һуң ғына инеп, ҡоҙаһы Сәмиғулла, уның ҡустыһы Солтанморат менән әсәйен иҙәнгә төшөрөп һалдылар. Йола буйынса ишеткәндәр килеп, Хөснә әбейҙе көтөштөләр. Белгәндәре, иртәгә башҡарыласаҡ йоланы өйрәтеп, кәңәш бирҙеләр. Морат мулла ла килеп күрһәтмәләрен биреп, ни эшләргә кәрәклегенә асыҡлыҡ индереп  китте.
    Зәбирә менән Ғәлим донъяның мәжбүри булған һынауын шулай ауыл менән туғандары, балалары менән бергә күтәрҙеләр. Иң ныҡ илағаны уларҙың ике бәләкәсе булғандыр. Кеше тыйыуына ла ҡарамай, һөйләнә- һөйләнә иланылар. Хөснә әбейҙе оҙатып ҡайтҡас, икеһе лә –“ыпы” кеүек, аҙнаға яҡын берәү менән һөйләшмәне. Көн дә зыяратҡа барып йөҙәнеләр. Тик Морат мулла күреп ҡалып, уларҙы әҙерәк “быжғыртҡас” ҡына, ике көн һуңлап, уҡыуҙарына киттеләр. Шулай ҙа улар, береһе кейәүгә сығып, икенсеһе өйләнгәнсе, Хөснә әбейҙең ҡәберенә йөрөүҙән туҡтаманылар. Әсәһе тыя башлаһа, “Ана урыҫтар аҙна һайын йөрөйҙәр. Бер ни ҙә юҡ. Өләсәй ҙә риза булып ята” тип яуапланылар. Зәбирә уларҙың ҡылығынан хатта ҡурҡа төшә башланы: кеше ней әйтер, булмаған хәл бит инде, тип уйланды.
      Бына шулай һынауҙың быныһын да ул ире Ғәлим менән хатта еңелерәк тә үткәргәндәй тойолдо, тик бына иренең фажиғәһе уны ер ҡуйынына алып китә яҙҙы. Ҡәйнәһе үлеп уның ун йыллығына аят уҡытырға әҙерләнгәндә генә көҙгөһөн ҡыҙы Ғәлиәгә Иҫке Сибайҙан өй алғайнылар. Кәбир кейәүе Хөснә әбейҙең аятынан алда төкөтмә төкөтөргә Шанскийҙан бер урыҫ менән һөйләшеп ҡарағай алды, шуны ташырға булдылар. Бер рейс имен генә алып барып, икенсеһен тейәп юлға сығалар. Уғансы булмай көн дә эңергә яҡынлай. Улар бер тәрән үҙәкте яҡтыраҡта үтмәксе булып ашығалар. Бына шунда ашыҡҡан ашҡа бешкән тигән хәл килеп тыуа. Алда барған КРАЗ машинаһы үҙәккә үрҙән төшкәндә, тағылмаға тейәлгән бүрәнәләр тағылма ситкә янтайған ыңғайы тартылып, сынйырҙы өҙөп ауа башлай һәм машинаны ла үҙе менән тарта. Артынан килгән машина тормозға баҫып өлгөргәнсе, еңел машина менән артта килгән Ғалим әллә албырғаймы, нимә булғандыр инде, алдындағы машина аҫтына инеп китә яҙа. Шулай ҙа ул машинанан да нығытылған сынйырҙы бушаҡ урынынан сайҡалған бүрәнәнең береһе төкөп, ҡабырғаға ҡуйылған ҡайын нығытманы һындыра һәм бер нәҙегерәк бүрәнә юл ситенә төшә. Ике машина ла яйлап, нисек тә авария яһамаҫҡа тырышып, йөктө алып сығалар, тик тағылмалағы бүрәнәләр юлдан ситкә ауа. Ғәлимдең машинаһы теге юлдың эсенәрәк төшкән бүрәнәгә менеп китеп, юлдан ситкә түбәнгә әйләнеп төшә. Ғәлимды алып ҡайталар, машинаһы шунда ҡала, тик уны район үҙәгендә лә, Өфөлә лә ҡотҡарырға бик тырышһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар. Зәбирә бына шул ваҡытта үҙен ерҙә йәшәгән күләгә кеүек тоя башланы. Кеше менән һөйләшмәҫ, аралашмаҫ булып, хатта өйөнән дә сыҡмаҫҡа әйләнде. Зәбирәнең был хәлен күреп, Ғәлимә уҡыуын ситтән тороп уҡыуға күсереп, эргәһенә ҡайтты. Зәбирә оҙаҡ ҡына дауаханала ла ятып сыҡты. Балалар үҙҙәре йыйылып Хөснә әбейҙең дә, аталарының да аяттарын уҡыттылар. Әсәһен нисек тә терелтергә тырышып, Ғәлиә уны “Йәшел сауҡалыҡҡа” санаторийға ебәрҙе. Унан үҙенә алып ҡайтты. Ғәлиәйнән һуң Зәбир уны тағы Өфөгә алып барып дауаханаға һалды. Бына шунда неврология бүлегендә айҙан ашыу ятып, ҡәҙимге аяҡҡа баҫып, яҡты донъяны күрҙем, тип балаларын һөйөндөрөп, ауылына ҡайтты. Ҡайтыу менән ҡорбан салып, бар үҙе белгән әреүахтарына аят уҡытты. Икенсе ҡорбанын салып үҙен кешеләр араһына Валентинаның ҡыҙы булһын, тип ауыл советында уға исем фамилия биреүсе Ефросинья, уның туғандарына ла аш ашатты. Тик аят уҡытырға шикләнде, ней тиһәң дә икенсе милләт кешеһе бит әле, тип уйланы.
     Бына шулай ул илле йәшендә ҡәйнәһенең үлемен кисереп, уның ун йылллығын уҡытырға әҙерләнгәндә, алтмышын тултырып, яңы пенсия ала башлаған ирен юғалтыуын нисек итеп кешегә һөйләп бирһен инде. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы –үҙәктә, кеше ҡайғыһы –кештәктә, ти ине бит ҡәйнәһе лә....
     Әле шуларҙы пенсия алғаны бирле ятһа ла, торһа ла уйлап йөрөй торғас, бер көнө Сәғиҙәнең үҙен саҡырып алырға булды.
                                                                   Эпилог
                                          Ышанғанға тапшырам

       Сәғиҙәне саҡырырға булды, ә нисек итеп, бына шуға тағы уйға төштө. Килешерме икән. Кеше нимә әйтер... Шунан ҡәтғи генә уйға килде. Бына шул нисә көн буйына уйлап йөрөгәндәрен һөйләр ҙә, һандығындағы иҫтәлектәрҙе, көндәлектәрҙе, Ишбулаттың миңә уҡытһын тип, һеңлеһенә, әсәһенә яҙған хаттарын Сәғиҙәгә тапшырыр. Ул бит уҡыған кеше. Шул әсәйҙәренә ярҙам итер өсөн, терәк булыр өсөн ауылға ҡайтып килде бит ул. Эш юҡтан почтальон булып йөрөй. Кеше менән матур итеп һөйләшә. Үҙен депутат итеп тә һайланылар. Бына әйҙә белгеһе килгәнен ишетеп белһен. Белмәгәнен уҡып белһен. Ауыр һуғыш йылы, унан алдағы саҡтарҙы ла өйрәнергә ярата. Әйҙә өйрәнһен. Мин ней етмешем тулды, арымдан бирем яҡын. Минең тормош хәтирәм бәлки уның яҙмышында берәй ыңғай йоғонто яһар, тигән уйға килде.
     Бер көнө почтаға барҙы ла, Сәғиҙәнең үҙенә открытка тотторҙо. “Бөгөн эшең бөткәс, алты тирәһендә миңә кил. Сәйгә саҡырам. Кешегә әйтеп торма. Һине генә саҡырам. Һөйләр һүҙем күпсеп китте. Зәбирә инәйең.” Тип яҙылған ине.
      Зәбирә  бына шул ваҡиғаларҙы башҡа кеше алдында һөйләй алмай бит инде. Кешенең белгәненән белмәгәне күберәк булһын. Һәр кем үҙе бер сер бит ул. Уның ғүмере шул һынауҙар менән оҙатылыуҙан торҙо, тип уйлай ул үҙе тураһында. Анау ултырған ҡарағас, әллә нисәгә бөгөлгән, тимәк, шул ағасты ла һынауҙар буран тыуҙырған дауыл булып, ел- ямғыр рәүешендә, йәшен, ҡоролоҡ менән нисә һынап нисә бөккән, тик һынмаған. Ошоларҙы нисек Сәғиҙәгә һөйләп бирһен инде. Нисек ул бындағы Раҡай туғандарына үҙен танытһын. Бының булыуы мөмкин түгел. Тик Вәлимә, Зәлифә әсәйҙәрҙең васыятын үтәп кенә ошо ерҙе ташламаны. Дәриғә Ҡыуалатҡа ҡайтып, үҙенең өй нигеҙенә йорт һалып, балалар үҫтерә, бер бөртөк  апайым тип уның менән ҡатнаша ине, бына ул да былтыр гүр эйәһе  булды.Уның өсөн 78 бик ҙур йәш инде ул. Бала сағынан һуғыш михнәттәрен күреп, асығып, шешенеп, бер нисә тапҡыр үлем менән тартҡылашып, Ефросинья әбей, Зарифа өләсәһе арҡаһында тере ҡалып үҫкән ине. Ул үҙ ғаиләһен төҙөп бик матур йәшәне. Ире Ҡыуалат ауылынан һуғыш һурпаһын эсеп ҡайтҡан, үҙенән ун ике йәшкә оло булһа ла, тырнаҡ менән дә сиртмәй, ҡырын күҙ менән ҡарамай, юҡ сәбәпте бар итеп талашмай, бик яратышып ҡына донъя көттөләр. Алты баланы үҫтереп, эйәле -башлы иткәс кенә ире Петр вафат булды. Дәриғә унан һуң ҡалып тағы егерме йыл йәшәне. Гел генә : “Мин Петромдың йәшәлмәгән йылдарын йәшәйем, үҙе шулай тине” – тип шаяртырға ярата ине. Петр үлгәндә уға 58 тулып килә ине. Хәҙер Зәбирәгә уның балалары ғына шау -гөр килешеп, айына бер булһа ла килеп торалар. Ҡыуалат алыҫ түгел, уның араһын башлаған уй йомғағын сискәнсе барып етәһе. Тик бына һуңғы йылда ауыл бөтөнләй бөтөр кеүек. Күсеп китеүселәр, район үҙәген үҙ итеүселәр, Сибайға, Ейәнсура яҡтарына ынтылыусылар күп...
    Зәбирә өс көндән бирле, бына шулай көнөнә  бер һандығын аса ла унда ятҡан әйберҙәрен ҡулына алып уйҙарға бирелеп ала. Үҙе аҙаҡ уйлап ҡуя: кеше олоғайған һайын үткәндәрен уйларға ярата, әллә һағыныуҙан шулаймы икән. Үткәндәрҙе ней тиклем һағынһаң да, кире ҡайтмаҫы билдәле, тик ниңәлер күңелдә шул ваҡыттар ҡәҙерлерәк тә иҫтә нығыраҡ һаҡланған кеүек тә бит.
     Бына бөгөн ул һандыҡты асып, үҙен дә, һандығын да йөҙәтмәҫкә булды. Ҡапыл ғына Ҡыуалатҡа барып, әсәһенә, Вәлимә әсәһенең әсәһе Маринаға зыярат ҡылырға булды. Уны эшләүгә лә төшө сәбәп булды. Мәрәкәрәк төш ине ул. Марина өләсәһен ул бөтөнләй хәтерләмәй, йәше лә тулмай ҡалған бит. Бына шул өләсәй: Кил балам, мин һиңә матур итеп күлдәк тектем, алып ҡайт, тип шау биҙәкле бер күлдәкте тотоп тора икән, тип күреп уянды. Ул өләсәһен тик фото аша ғына белә. Шул фотоны ҡуйып былтыр балалары менән ҡәберен дә тәртипкә килтергәйне.
        Әле бына шуларҙы уйлай – уйлай самауырын ҡойҙо. Самауыр сәйе тәмле була бит ул. Ҡаҙанда бешкән ашҡа ней етә. Ул да шулай үҙенә бер тәм менән бешә бит. Ашының туртаһын һөҙөп алды ла, сәғәтенә ҡараны. Сәғиҙә килеүгә тамам ғына бешер, насип итһә,тип уйланы. Унан ике көн элек башлаған бирсәткәһенең береһенең ике бармағын бәйләп бөтмәгәйне, шуны бөтөрөргә ултырҙы. Ул бирсәткәне лә Сәғиҙәгә бүләк итмәксе булды.Гәзит ташып тарата, ҡышҡы көндәрҙә бармаҡтары туңып йөрөмәһен тип, дебеттән башлағайны. Шул ике кәзәһенән өҙөлгәне юҡ. Малдарын тотоноп бөткәс ике кәзә алғайны, шуларҙы урамдан сығармай көтә, бына алты йыл рәхәтләнә: дебетен тарап бейәләй, бирсәткәләр бәйләй, тик быйыл күҙе насарыраҡ күрә башлаы. Күҙлек алаһы бар. Кешеләр күҙ врачына бара тип, барғайны, “Һеҙгә операция кәрәкмәй, күҙлек алығыҙ” тинеләр. Бына шул күҙлек өсөн йөрөгөһө килмәй ине. Йәй башланғанда Мәләүездән бер офтальмолог килеп күҙлектәр һатып йөрөнө. Ул шунан алып ҡалғайны, тик өйрәнеп етә алмай, кейергә онота ла ҡуя.
   Бирсәткәһен бәйләп бөтөп, ҡояшта кипһен тип, йыуып элеп ҡуйҙы ла сәғәтенә ҡараны. Тағы сәғәт ярым ваҡыт бар әле Сәғиҙә килеүгә. Ул һандығынан нәмәләрен алып үҙенә исемлек һымаҡ нәмә лә төҙөп ҡуйҙы. Кем белә. Ана уның да балалары бик грамотныйҙар бит, һорарҙар, шуға яҙып бирергә булды.
      Шулай тип уйлап эшен бөтөрөүгә, үҙенән алда хәбәр менән Сәғиҙә лә көлөп килеп инде.
   – Инәй, оло кешенең йәш кешене саҡырыуы бик күңелле икән. Мин киләм ул әллә кем булып, урамда ҡайҡайып. Магазиндан күстәнәс алдым да, бер матур ғына яулыҡ бирегеҙ әле, оло ҡул булһын тинем. Кемгә ул тип һорайҙар. Әйткәйнем, һатыусы эй ҡыуанып китте. Әйҙә мин дә һинең менән барам. Ул бына ошондай төҫтө, ошондай сәскәне ярата тип ошо яулыҡты һайланы, – барыһын бер юлы һөйләп ташланы.
    – Расхудланмаһаң ине. Йәштәр миңә үҙе күстәнәс.
    – Юғинде. Ниндәй йәш кешене оло кеше һанға һанап ҡунаҡҡа саҡыра. Ишеү яҙып тороп.
    – Кеше белмәһен, ҡолағына кермәһен тип, саҡырыуым ине шул.
    Яйлап ултырып аш эсеп, сәй эсеп төпкө бүлмәгә инделәр, унда һандыҡ ҡапҡасы асылған, эргәһендәге өҫтәлгә бик күп ҡағыҙҙар, дәфтәрҙәр ята.Араларында Маҡтау грамоталары, төрлө миҙалдар һалынған, быяла ҡапҡаслы һауыт та улар янында урын алған ине.
    Шуларҙы күргән Сәғиҙә, был тиклем әйберҙәр ул кеше ғүмеренең баһаһылыр ул. Күптәрҙең һандығында хәйерлек яулыҡ тауарҙарҙан башҡа бер нәмә лә булмай бит, тип уйлап алды.
    Был мәлдә Зәбирә үҙенең бала сағын хәтеренә төшөрөп, Сәғиҙәнең яҙмышы бәхетле осорға тура килде, шулай ҙа уға ла яҙмыш үҙ ауырлығын һалырға ашыҡҡан, тип уйлап ҡуйҙы.
     Һандыҡ янында улар, көтөү урам уртаһына төшөп, һәр һыйыр, һарыҡ- кәзәләр үҙ ҡапҡалары төбөнә етеп, баҡырған тауыштары ишетелә башлағансы ултырҙылар. Зәбирә әбейҙең аҙна буйына уйлап йөрөгән  ваҡиғаларҙы, әйтерһең, бер сумкаға тәфсирләп һөйләп тултырғандай ваҡыт булды. Ней тиһәң дә етмеш йыл ғүмер әҙ түгел. Әҙ булманы уның үлеп терелгән сағы, яңынан үлгеһе килгән, йәки йәшәгеһе килеп, тормош һутын бер көн, бер минут эсендә татырға теләгән, бәхетенән шашып илергән минуттары, көндәре, йылдары һанауһыҙ. Ул нисек кенә ауыр булһа ла, шул тиклем йәшәргә, тормоштоң зауҡын тойорға яратты. Һәр көндө яңы тормош кинәнесе биргән хәбәрселәй ҡаршыланы.
      Сәғиҙә Зәбирә инәһенең тормош сәхифәлерен тыңлап ултыра, урыны менән хатта күңеле  тулышып китеп, күҙҙәре дымлана, танау тишектәренә тиклем еүешләнеп китә. Бына ҡайҙа ул тормош сабырлығы, аҡыл тәрәнлеге, тип һоҡланған минуттарында Зәбирә инәһенә ҡалҡып ҡарай. Уныһы Сәғиҙәнең ҡарашын да шәйләмәй, һөйләгән ваҡыттарында йәшәгән кеүек ине.
    – Бына шул инде минең яҙмышымдың бер епкә теҙелгән юлы. Теге ваҡыт һорағанда, минең дә шул, бала шикелле, бер төштө уйлап, нимәгә юрарға белмәй аптыранып торған мәлем ине бит. Һин һораның, мин шул көндән алып. Уйға төштөм дә киттем. Ятһам да, торһам дә шул тормош хәтирәләренә төшәм дә китәм. Бына, ҡыҙым ошо нәмәләрҙе, донъя хәлен белеп булмай, исемләп яҙып та ҡуйғанмын, китеп фәлән барһам, Ғәлиәгә бирерһең. Ете ят кешегә ҡәҙерле әйберҙәрен бирә, тип уйлама, мин һиңә үҙемә ышанғандай ышанам. Ана бит, атай- әсәй тип, бар белемең менән әллә ҡайҙа эшләрлек мәлеңдә ауылда ғүмер итәһең. Насип  булһа, үҙеңә үҙең кеүек киң күңелле кеше тап булһын инде.
    – Инәй, мин ул турала уйламайым да әле. Ҡартайып та барам, әсәй әйткәнсе,яңғыҙ башым, тыныс ҡолағым.
    – Йууҡ, улай тимә. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә, тей торғайны ҡәйнәм. Яңғыҙ ул бына ошондай көндә лә бик килешеп бөтмәй әле. Ней көнө, ней төнө үтмәй. Ней аш тәме юҡ, ней яңғыҙ бер сынаяҡ сәй ҙә эске килмәгән саҡ була.
     – Олоғайғас шулай булалыр инде. Эээй, уға күпме бар әле. Миңә саҡ егерме һигеҙ әле тулмаған.
    – Үәт именно, ошо ваҡытта киләсәкте хәстәрләргә кәрәк. Үҙ парыңды тап, булһа саҡыр, бында тәбиғәт матур, башҡа ерҙәге кеүек түгел. Ана, Шанскийҙан килһәләр ҙә, Яфанкиндан килһәләр ҙә был яҡты маҡтайҙар. Унда ла шул урман, тик барыбер нимәһе менәндер айырыла бит ул. Килер ҙә оҡшатыр ҙа. Ана бит минең урынға килгән медсестра, бер- ике йыл эшләйем дә китәм,ти ине. Күрҙеңме, ниндәй йорт төҙөнөләр. Йәшәйҙәр.
     – Улар Сибайҙан өй алғандар,тиҙәр. Күсәләрҙер ул.
    – Юҡ. Мин дә һорашҡайным. Пенсия йәшен еткерәм. Ул өйҙө улыбыҙға алдыҡ, ти. Уныһы быйыл армиянан ҡайта.
     – Пенсия?
     – Шулай инде. Минең сыҡҡанға ла егерме йыл булды бит. Училище бөткәс тә килгәйне. Ана Батыр Сабаевтың улы ғашиҡ та булды, өйләнеп тә ҡуйҙы. Мәрйә ҡыҙымын тимәне. Башҡортса йәшәп алды ла китте.
    – Нисек?
    – Иң алда үҙенә исем ҡуштырҙы. Ғилмиә тигән исемде оҡшатты.  Балаһы тыуғансы, башҡортса өйрәнде. Ә балаһына ла башҡортса исем ҡуштырҙы. Әсәһе ауырып киткәс, уныһын үҙҙәренә алдылар ҙә, әсәһе лә яйлап башҡортса өйрәнде. Телемде һағындым тип, теге өҫкө урамға барып русса һөйләшеп, ултырып ҡайта ине. Ул яҡта мәрйә әбейҙәре өй алдындағы эскәмейәлә ултырып оҙон көн буйы һөйләшәләр ине. Әле лә шулай бит.
       – Нисек улай өйрәнә алды икән.
       – Батыр ҙа өйрәткән инде. Ҡәйнәһе лә бик ябай кеше ине. Унан ул гел генә беҙгә килә ине бит. Ҡәйнәмә лә ул ҡыҙ оҡшаны. Бик ихласлап мосолман йолаһын төшөндөрҙө инде.
   – Әйтәм йолаларҙы  яҡшы белә. Хөснә инәй өйрәткән икән дә. Мин ул ҡәйнәгеҙҙе ныҡ хәтерләп тә бөтмәйем. Ниңәлер уҫал инәй һымаҡ хәтерҙә ҡалған. Мин ул мәлдә мәктәптә генә уҡый инем бит.
    – Балаларға ололар шулай тойола бит ул. Унан ҡәйнәм донъяның үҙенә тейер ыҙаһын яңғыҙ күтәргән бит. Шуға артыҡ асылып һөйләшкән кеше булманы. Күптәр уны шулай ти торғайны.
     Шулай уларҙың һөйләшер хәбәрҙәре әле бер ярға, әле икенсе ярға һуғылған йылға тулҡыны кеүек Сәғиҙә хәтерләгән кешеләр тураһында барҙы. Ҡапҡанан сыҡҡанда ла Сәғиҙәнең почта сумкаһына төшөп ятҡан байтаҡ ҡағыҙҙар, документтар уның күңелен ҡытыҡлай ине, тик ҡыҙарып байыған офоҡ нурҙарына ҡарап алды ла:
      – Инәй аңламаған нәмәләрем булһа килеп сығармын әле, – тип, нимә әйтергә теләгәндер, ҡайтыр юлына төштө.
      Тик әле уның күңеле был тиклем мәғлүмәт туплаған сумка эсендәге байлыҡ тураһында нимә эшләргә кәрәк икәнен белмәй ине әле. Кеше ғүмер яҙмышына бәйле ҡәҙерле әйберҙәрен шул уҡ яҡындарына тапшырыр ине, ә ул, Зәбирә әбей, уға бирҙе. Ул шуны ла аңлай алманы.
     Был минутта Зәбирә әбей ҙә дөрөҫ эшләнемме, юҡмы тигән шикелле уйҙары менән алыша ине шикелле.  Бер яҡтан дөрөҫтөр ҙә. Һине ныҡлап тыңлаған кеше булһа, уға ышанырға була. Икенсе яҡтан, бәлки хаталанамдыр,тип тә уйлап алды. Балаларым бар, тигән уй ҙа сарпылып китте. Улар – ситтә. Донъяны белеп булмай. Сәғиҙә менән Ғилмия йәштәр араһынан уның хәлен аңлағандай кешеләр. Оло кешегә ней, бөгөн барһың, иртәгә юҡһың, тигән яҙмыш ҡарары ла күҙ менән ҡаш араһында бит. Шундай уйҙар менән Зәбирә әбей сумка артмаҡлаған Сәғиҙә артынан бик оҙаҡ ҡарап торҙо ла, күҙҙән юғалғас, ҡапҡаһын бикләп инеп китте.
     Был минутта Сәғиҙә лә сумкаһына, бер яҡтан, бик ҡәҙерле әйбер һалған кеүек һаҡ ҡына атлағандай тойолһа, икенсе яҡтан, бер кешенең ғүмер ебенә теҙелгән ауыр ҙа, ғибрәтле лә, һиммәтле лә яҙмышын артмаҡлаған юлсы кеүек бара ине. Уны был минутта осона сыға алмаҫлыҡ уйҙар баҫып алғандай булды.
     Зәбирә әбейҙең һандығындағы йылдар ағымындағы йыйылған ҡәҙерле монаяттары – көндәлектәр, башҡа төрлө яҙмалар уның сумкаһында. Почта сумкаһында. Тик ул кешеләргә тарата торған гәзиттәр түгел. Уны кешеләрҙән һаҡлайһы бар. Ауыл халҡы яратҡан, Хөснә әбейҙең духтыр килененең сер итеп һаҡланған ҡәҙерле әйберҙәре. Бер уйлап ҡараһаң, был әйберҙәргә уның балаларынан башҡа берәүҙең дә йоғонорға хаҡы юҡ. Зәбирә әбей Сәғиҙәне бына шуға хаҡлы итеп ҡуйҙы. Ни өсөн?  Мин уға ниндәй яғым менән оҡшаным, ниндәй ҡылыҡтарым менән ышанысын яуланым?.. Ул ошо һорауҙарына ла яуап таба алмай тулҡынлана- тулҡынлана өйөнә табан атланы.
    Был ваҡытта ҡояш та ер өҫтөндәге эшен тамамлап, хатта ҡыҙылға мансыған офоғон да көлһыу ҡара төҫкә буяп, көндөң дә ерҙе төн ҡосағына тапшырыр мәле етте, тигән шикелле ҡараңғылыҡ солғап, ерҙе ҡалдырғайны.
    Ике кеше тормошта кеше иңенә төшкән яҙмыш хаҡында  уйлайҙарҙыр... Икеһе лә бер-береһен нисек уйлауҙары бары бер Хоҙайға ғына билдәле инде...

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас