Серле нур.
Фантастик - хикәйә.
Ете төш күреп йоҡлап ятҡан Хәмиҙә кемдеңдер үҙен саҡырыуына уянып китте. Аһ, бөгөн генә ерләп ҡайтҡан класташы Зәбирҙең тауышы түгелме? Юрғанын башынан аша бөркәнеп ятһа ла тауыш асыҡ ҡына ишетелә.
Хәмиҙә, Хәмиҙә...
Шомло...Ни ире өйҙә юҡ. Балаларҙы алып ҡәйнәләренә , күрше ауылға киткәйне.
Белгән генә доғаларын уҡып тирә - яғына күҙ һалды. Бер кемдә күренмәй. Өҫтәл лампаһын ҡабыҙҙы. Берәү ҙә юҡ.
Ә тауыш һаман ишетелә. Зәбир саҡыра :
Хәмиҙә, Хәмиҙә...
Барлыҡ батырлығын йыйып аяғына баҫты. Ишеккә барҙы . Келәгә эленгән ишек асылмаған. Тәҙрәлә лә бер кем юҡ. Аҡылдан шашырһың. Туҡта сумкаһы эсенән тауыш килә түгелме?
Хәмиҙә, Хәмиҙә...
Сумкаһын асты. Бер бәләкәй генә яҡты нур осоп сығып , өҫтәлдә бәйләмдәре араһында торған орсоҡҡа килеп ҡунды.
Хәмиҙә, мин Зәбир...
Һин бит үлдең... Һине богон генә ерләнек.
Башын устары менән ҡыҫып оҙаҡ ултырҙы Хәмиҙә. Унан бер ҡарарға килеп төн уртаһы булһа ла , күрше өйҙә йәшәгән, туҡһан йәште ваҡлаған Хөмәйрә инәйҙең ишеген ҡаҡты. Оло кеше йоҡлай алмай ятҡандыр инде ,тауыш ишетеү менән ишеген асты. Илай - илай хәлде аңлатты Хәмиҙә.
- Ныҡ ауырый тигәс өлөкөгөн кис кенә , эштән һуң , класташым Зәбирҙең хәлен белергә барғайныҡ. Күстәнәстәрҙе ауырыуҙың ҡатынына биргәс сумкамды көҙгө алдына ҡуйҙым. Мине генә көтөп ятҡан мы ни ? Ауырыу күҙҙәрен мөлдөрәмә тултырып миңә ҡараны ла, мәңгелеккә йомдо. Кисә ерләп һуңғы йортона оҙатып ҡайттыҡ.
Оло кеше ҡабат - ҡабат һөйләтеп , ентекләп һораша башланы. Сумканың көҙгө алдында торғанын белгәс барыһын да аңланы. Зәбир үлгәс , йәне көҙгөгә ҡаҡтығып Хәмиҙәнең сумкаһына төшкән. Кеше мәрхүм булғанда ололар көҙгөләрҙе, ялтыр әйберҙәрҙе бына ни өсөн ябырға ҡушалар .
Ундай хәлдәр булғылай ҡыҙым. Зәбирҙең йәне көҙгөгә ҡаҡтығып сумкаңа төшкән. Хәҙер ҡырҡ көн буйына сумкаңды ташлап китмәйәсәк, өйөгөҙҙәге ағас әйберҙәргә ҡунасаҡ. Ҡурҡма, ул һиңә бер ниндәй ҙә зыян эшләмәйәсәк. Уның әйткән һүҙҙәрен бер һин генә ишетәсәкһең. Тик ауыр булһа ла ҡөръән , доғалар өйрәнергә , намаҙ уҡырға кәрәк буласаҡ һиңә. Үлгән кешенең йәне бары тик доғаларға мохтаж. Ҡурҡма. Ҡурҡыу йөрәгеңде алыр, сирле булып ҡалырһың. Сумкаңды бикләмә, ҡайҙа ултыртҡанһың ултырһын, асыҡ ултырһын. Ғаиләңә һөйләмә ҡурҡытырһың. Бер үҙең булғас яныңа мин дә инәйем. Доғалар уҡырмын һине өйрәтермен. Ҡырҡы көнө сумкаңды мәрхүмдең өйөнә алып барып, асып көҙгө эргәһенә ҡуйырһың. Аяттан һуң Зәбирҙең йәне күккә олғашыр.
Хөмәйрә инәй көндә Хәмиҙәләргә килде. Доғалар , намаҙ уҡынылар.
Бер көндө тағы Зәбирҙең тауышын ишетте.
-Хәмиҙә, ҡыҙыңды ҡара.
Тышҡа йүгереп сыҡты. Майҙансыҡта уйнап йөрөгән балаларҙы ҡарығып йөрөгән берәҙәк эттәр уратып алған. Йән әсеһе менән ҡысҡырған Хәмиҙәгә иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ярай әле үтеп барыусы ирҙәр килеп сыҡты. Ҡоторған эттәрҙән балаларҙы аралап алып ҡалдылар.
Ялға ҡәйнәләренә ғаиләләре менән барырға булғайнылар. Зәбирҙең йәне тағы киҫәтте.
Йөрөмәгеҙ...
Ҡырҡмаһа ҡырҡ сәбәп тапты Хәмиҙә. Ирен бөгөн йөрөмәҫкә өгөтләне. Ярай йөрөмәгәндәр. Юлда эскесе арҡаһында , бер нисә машина ҡатнашлығында ҙур авария булған. Зәбирҙең йәне тағы ҡазанан аралап алып ҡалды.
Мәрхүмдең ҡырҡына күп тә ҡалмағайны. Таң менән Зәбирҙең шөбһәле тауышы ишетелде.
Хәмиҙә һаҡ бул.
Эшенә барырға сыҡҡайны, аяғына кейгән туфлиенең сиселгән бауын бәйләргә эйелде. Туҡтамаһа эргәһенән юғары тиҙлектә үтеп киткән мотоциклға төкөлөп ҡазалана ине.Зәбирҙең йәне тағы ҡотҡарҙы.
Зәбирҙең ҡатыны һабаҡташының ҡырҡына саҡырып шылтыратты. Барҙылар, Хөмәйрә инәһе өйрәткәнсе сумкаһын асып көҙгө алдына ҡуйҙы. Аят бөткәс бәләкәй генә аҡ нурҙың асыҡ тәҙрә осоп сыҡҡанын да күрҙе.
Һуңғы хушлашыу һүҙҙәрен тик Хәмиҙә генә ишетте.
Именлектә, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, мине онотмағыҙ...
Әнүзә Мәжитова.