Руслан Һамарбаев
Ғәзиз кешем
Әсә, әсәй, һине күргән һайын,
Йәшәү көсө арта күңелдә.
Сихри көстө, әсәй, һинән алам,
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешемдән.
Күңел һыҙлағанда,ауыр саҡта,
Һинең яндарыңа ашығам.
Өйөң йылы, тәмле ашың бешкән,
Йөҙөң балҡый тулған ай һымаҡ.
Шул сағыңда илһам, көс алам.
Руслан Һамарбаев,
4-се лицей уҡыусыһы.
(етәксеһе - Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева)