Конкурстар
27 Октябрь 2023, 07:13

Наҙгөл Әхмәтова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсы дауам итә. Йәнә бер авторыбыҙ менән таныштырырға ашығабыҙ. 4-се лицей уҡыусыһы Наҙгөл Әхмәтова. 4-се лицейҙа уҡыусыларҙың ижади һәләтен арттырыусы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаеваға афарин, тип әйтәйек! 

Наҙгөл ӘхмәтоваНаҙгөл Әхмәтова
Наҙгөл Әхмәтова

Наҙгөл Әхмәтова

Мажаралы төш

Беҙҙән бер көндө башҡорт теле уҡытыусыһы беҙгә хикәйә яҙырға тема бирҙе. Быға тиклем ундай эштәр эшләмәгәс, бик борсолдом. Уҡытыусыбыҙ ҙа яңы, элеккеһе түгел, яҙмаһам мине аңлармы?.. Хикәйәне яҙыусылар ғына яҙа, беҙ яҙыусы түгел, тип кире яғыма сығып та уйлап алдым.
Шулай ҙа ҡапыл ғына үҙемде һынап ҡарарға булдым. Нисек итеп яҙырға. Башҡалар һоҡланырлыҡ итеп яҙғы килә. Дәфтәр битенә “ Берҙән бер көндө” тип яҙып та ҡуйҙым. Көнө буйы шул турала уйланып йөрөнөм. Китап уҡып ҡарайым, йыр тыңлайым, фекер туплап, дәрес тә әҙерләнем, аҙағынан һүрәт тә төшөрҙөм. Һәр шөғөлөмдө бер бит ҡағыҙға яҙып та барам. Һүрәт тигәс, нимә эшләргә белмәй яфаланып, аждаһаны эшләп ҡуйҙым. Нимәгә икәнен үҙем дә белмәйем.
Бына йоҡлар мәл етте. Йоҡларға ятҡан ыңғайы ҡолағыма “Берҙән бер көндө!” тигән һүҙҙәр ишетелде. Боролоп ятып күҙем асһам, ҙууур ғына өс башлы аждаһа тора. Ҡотом осоп артыма әйләнеп, күҙҙәремде йомдом.
Уның артында Ҡағыҙбикә тора ине. Аяҡ-ҡулдар, күҙ – барыһы ла нәҡ кешенеке. Түшенә “Берҙән бер көндө” тигән яҙыу тора. Маңлайында тылсымлы таяҡ. Шуларҙы күрҙем дә ҡасырға уйланым. Шул ваҡыт, “минең башымдан тылсымлы таяҡты ал!” тигән яҙыу Дәфтәрбикә түшенә яҙылды.
 
Шул ваҡыт аждаһа миңә килә башланы. Дәфтәрбикә ҡысҡыра:
 
– Артыңдағы ҡылысты ал!
 
Мин ҡылысты алып аждаһаға һелтәндем, уның тырнаҡтары өҙөлөп төштө. Ул ҡан аҡҡан тырнаҡтары менән мәшәҡәтләнгәндә генә мин Ҡағыҙбикәнең маңлайындағы ҡылысын алдым, ә ул кешегә әйләнде лә, нәҡ әсәйем булып:
 
– Әйҙә, тор, балам!
 
Күҙемде асһам, эргәмдә әсәйем тора.
– Уҡыуға әҙерлән, балам. Әйҙә, әйҙә, тор инде! – ти.
 
Торғас, өҫтәлдәге ҡағыҙҙы барып ҡараным, ә унда “РӘХМӘТ!” тигән яҙыу тора, ә теге аждаһа һүрәте эшләнгән ҡағыҙ юҡҡа сыҡҡан. Ниңә? Таң атҡансы нимә булған? Уҡытыусының биргән хикәйәһен мин бер аҙ үҙгәртеп “Мажаралы төш” тип яҙып әле башта нимә эшләп, нимәне ҡағыҙға яҙғанмын, шуларҙы хикәйә итеп яҙҙым да алып барҙым. Минеңсә, төшөм бик мажаралы булды, тик уҡытыусы нисек ҡарап, нисек баһалар, Көтөрмөн әле.
Наҙгөл Әхмәтова. 
4-се лицей уҡыусыһы. 
(етәксеһе - Л.Мырҙағәлина-Иҫәнбаева) 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас