

#Һаҡмар_конкурстар
Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа ҡаланың 4-се лицейы уҡыусылары ҡушылды. Фидан Монасипов шиғырын "Йәй" тип исемләгән.
Лайктар ҡуйып, дәртләндерәйек талантлы егетте.
Оҙаҡлап көтөп алған
Йәмле йәй килеп етте.
Гөр килеп бала-сағалар
Йылға буйына китте.
Йәйгеһен беҙ ял итәбеҙ,
Күңел асып, бергәләп.
Ҡояш та сағыу иркәләй,
Һыу инәбеҙ күмәкләп.
Тағы иҫтә
Һуғыш иҫкә төштө тағы,
Төшмәһә ине.
Әйтерһең, мин үҙем унда,
Һуғышта инем.
Янаны ут ҡурҡынысы
Минең күңелде.
Күптәр күтәрмәй аслыҡты,
Мәңгелек китте.
Һуғыш тағы иҫкә төштө
Ут –ялҡын менән.
Тыуған илдән алды көстө
Сыҡмаҫтар иҫтән.
****
Бына тағы көҙ килде,
Ағастар шәлен систе.
Ергә келәмен йәйеп,
Көҙ килде ҡолас йәйеп
Бына тағы көҙ килде,
Ябай түгел алтыны.
Ергә алтынын һипте,
Мул уңыш алып килде.
Һыуыҡ ямғыр ҡар ҡатыш
Йәлләмәйенсә яуҙы.
Был көҙҙән килгән һағыш
Ҡышҡа урын ҡалдырҙы.
Монасипов Фидан