+24 °С
Ямғыр


Эй, ауылым, ауылым!
Саҡ тәпәй баҫҡан ерем!
Күрҙем ҡояш, дауылын,
Асылды шунда телем.
Уҡыу бөткәс, сит яҡҡа,
Тарала балаларың,
Һағынып ҡайтам саҡҡа.
Иңләргә далаларың.
Күңелгә шатлыҡ һыймай,
Атламайым, мин осам,
Эсәм һыуҙарың туймай.
Ҡайындарымды ҡосам.
Тауҙарымды иңләйем,
Гүзәллеккә һоҡланам.
Башҡа ситкә китмәйем,
Эстән генә аҡланам.
Гөлдәр Дәүләткилдина,
М.Байымов ис.төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы шиғыры.
Етәксеһе - Вәлитова Лилиә Ишбулды ҡыҙы