+24 °С
Ямғыр


Башҡортостаным
Тыуған ерем, башҡорт иле -
Башҡортостаным!
Ер шарында өлгө булып,
Таралған даның.
Гөл-сәскәләргә күмелгән,
Болон ҡырҙарың.
Һомғол ҡайынға тиңләшкән,
Һылыу ҡыҙҙарың.
Зәңгәр күкте байҡап оса,
Сая бөркөттәрең,
Шул ҡоштарҙай үҙен тоя,
Ир-егеттәрең.
Зөлхизә Әминова,
Байым мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе - Вәлитова Лилиә Ишбулды ҡыҙы